Ата-әсәләр өсөн консультация
консультация (4 класс)
Ата-әсәләр өсөн консультация
Б аланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.
Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.
Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәтен төшөрә белергә тейеш.
Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәйҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡта күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.
Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.
Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:
Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.
Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.
Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.
«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».
«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.
Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.
«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.
Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Ата-әсәләр өсөн консультация | 401.53 КБ |
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләр өсөн консультация
Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.
Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.
Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәтен төшөрә белергә тейеш.
Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәйҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡта күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.
Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.
Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:
Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.
Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.
Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.
«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».
«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.
Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.
«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.
Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Детский эгоизм. Консультация психолога.
Людмила ПУТЛЯЕВА, психологВаш ребенок — эгоист?– Был такой чудный ребенок, а сейчас всех замучил. И откуда это в нем? – Ах! Да вся молодежь теперь такая – все только себе!Из разговора в автобус...
Агрессивность у детей. Консультация психолога.
Людмила ПУТЛЯЕВА, кандидат психологических наукПочему агрессивны наши дети?В росте агрессивности детей все чаще обвиняют кино, телевидение, компьютерные игры. Несомненно, их неблагородный вклад в наш...
Консультация для воспитателей "Руководство сюжетно-ролевыми играми"
Консультация для воспитателей по сюжетно-ролевой игре...
Консультация по теме "Интегрированные уроки в начальной школе"
Консультация по теме "Интегрированные уроки в начальной школе"...
Консультация для учителей. Что такое дисграфия?
Консультация для учителей, обясняющая отличия "обычных" ошибок в письменной речи детей от ошибок логопедического характера....
Консультация для родителей
Консультация для родителей...
Статьи по здоровьесберегающим технологиям в ГПД. Консультации для родителей.Неделя русского языка в начальной школе. Внеклассное мероприятие. Доклады, консультации для родителей, рабочая программа воспитательной работы ГПД.
Применение здоровьесберегающих технологий в группе продлённого дня. "Неделя русскогоязыка в начальной школе" - внеклассное мероприятие для учеников 1 - 4 классов. Содержит план проведения ме...