Внеурочная деятельность по математике "Геометрический калейдоскоп"
план-конспект занятия по математике (2 класс) на тему
Скачать:
Предварительный просмотр:
Тема : Геометрик калейдоскоп
Маҡсат:
1.Яңы фигуралар менән танышыу, яҫы һәм күләмле фигураларҙы айырырға өйрәнеү.
2.Логик, ижади фекерләүҙе, иғтибарлыҡты үҫтереү.
3.Үҙ-ара дуҫлыҡ,берҙәмлек,логик уйындарға ихтирам тәрбиәләү.
Дәрес формаһы: дәрес-сәйәхәт.
Йыһаз: геометрик фигуралар, “Геометрик” исемле малай һүрәте, схемалар,ноутбук, проектор.
Дәрес барышы:
I.Психологик комфорт булдырыу.
Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап-дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә!
II.Маҡсат ҡуйыу.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бер үҙсәнлекле ил буйынса сәйәхәт итербеҙ.
Был илдең исемен белеү өсөн һеҙгә ғәмәлдәр иҫәпләпләргә кәрәк булыр :
0 | 12 | 10 | 9 | 12 | 5 | 15 | 7 | 16 |
е | м | я | г | о | и | т | р |
8+4= | 17- 8= | 5+6+5= | 9-(7+2)= | (9+8)-7= | 14-7= | 15-6-4= | 7+8= |
Бергәләп уҡып күрһәтәек: Геометрия
Был һүҙ нимә аңлатҡанын мин айырым уҡыусыларға интернеттан, һүҙлектәрҙән ҡарап килергә ҡушҡан инем.
(Карина Хисамова)
Геометрия – значит «землемерие». В древние времена в Египте людям жившим на берегах Нила, каждое лето после того, как разольется вода этой реки, а затем снова спадет, приходилось выходить на освобожденный от воды поля с веревками и палками в руках для того, чтобы после наводнения вновь поделить земельные участки, границы которых были размыты. Со временем они научились измерять площади земельных участков. Это было важно, ведь от величины участка завесило, какой налог придется платить. Ученые древности открыли свойства многих геометрических фигур. Так появилась наука геометрия. Она помогает нам измерять длину, ширину, высоту, периметр, площадь и т.д.
Һүҙлектән табып уҡыу(Илүзә)
Был ил Геометрия иле тип атала. Геометрия фәне менән һеҙ ҙурыраҡ кластарҙа танышырҙығыҙ .Ә математика дәресендә геометрик материалдың элементтары менән танышабыҙ. Беҙгә килгән Геометрик исемле малай һеҙҙе Геометрия иленә ҡунаҡҡа саҡыра .
-Ә һеҙ сәйәхәтселәр , сәйәхәт иткәндә бик иғтибарлы, булырға тейешһегеҙ. Бөгөн һеҙгә Геометрик малай әҙерләгән бөтә эштәрҙе үтәргә кәрәк. Шулай уҡ бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән яҫылыҡтағы һәм күләмле фигураларҙы айырырға өйрәнербеҙ.
Слайд 1. Дәрес маҡсаты
- Был илгә инеү өсөн һеҙгә рөхсәт ҡағыҙы кәрәк булыр.
1.Ребус сисеү.
2.Шаян мәсьәләләр сисеп алайыҡ
Егәрле ҡырмыҫҡалар Ете терпе йыуына,
Һис эшһеҙ ултырмайҙар. Бишәүһе бәшмәк йыя.
Икәүһе үлән ташый, Өсәү ботаҡ аҫтынан
Өсәүһе япраҡ түшәй, Йылмайып ҡапап тора.
Өсәүһе энә сүпләй. Нисә терпе барлығы?
Барыһы булды нисәү? Тиҙ генә һанап ҡара.
3.Һорайым уйнап ҡына, яуап бир уйлап ҡына.
Үҙеңде ҡайҙа күреп була? (Көҙгөлә)
Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә.(Тәҙрә)
Карсондың бәләкәй дуҫы.(Малыш)
Урынынан да ҡуҙғалмай нимә йөрөй?(Сәғәт)
Кәрзиндә 5 алма бар. Уларҙы 5ҡыҙға бүлеп бирергә кәрәк, әммә кәрзиндә 1алма ҡалырға тейеш. Нисек бүлерһегеҙ? ( Бер ҡыҙға алманы кәрзин менән бергә бирергә)
4.Рус теленән белемде нығытып алайыҡ:
па3 от 5 ница
по100 вой 7 я
100 рона геомеяяя
ак3 са
5.Геометрик материал
Ҡағыҙҙа бирелгән фигуралар (квадрат, өсмөйөш, түңәрәк) менән ижади эш. Мәҫәлән түңәрәктән ҡояш,сәскә һ.б.эшләү.
Геометрик исемле малай беҙҙе үҙенең батшалығында йәшәүселәр менән таныштырырға рөхсәт итте.
III.Яңы тема өҫтөндә эш.
Презентация 2. Геометрик фигуралар.
Трапеция һәм параллелограмм фигуралары менән танышыу.
Фигураны таны уйынын уйнап алыу.(Тоҡ эсендә фигуралар) Берәмләп алыу , исемдәрен әйтеү.
Бер фигураны , мәҫәлән квадратты өҫтәл өҫтөнә ҡуйыу.
-Был квадрат тулыҙынса өҫтәл өҫтөнә һыйҙымы? (Эйе, һыйҙы.) Был квадраттың өҫтәл өҫтөнә теймәй торған нөктәләре бармы? (Юҡ.)
Кубты өҫтәл өҫтөнә ҡуйыу.Кубик тулыһынса өҫтәл өҫтөнә һыйҙымы?
Кубиктың өҫтәл өҫтөнә теймәй торған нөктәләре бармы?(Эйе, бар.)
Квадрат - яҫы фигура.
Куб-күләмле фигура.
IV. Ял итеү минуты. Шиғырҙа әйтелгән хәрәкәттәр яһала.
Уң күҙеңде ҡыҫып ал да
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Шунан тәҙрә аша
Күк офоҡҡа күҙең һал.
Ике күҙеңде йом да
Бер минуттай йоҡлап ал.
Уңға, һулға башың сайҡа,
Бына шулай була ял.
V. Группаларҙа эш
-Уҡыусылар һеҙ ниндәй логик уйындар уйнарға яратаһығыҙ? (Пазлдар төҙөү, шашка,конструктор һ.б.
-Интеллектуаль уйындар ни өсөн кәрәк?(Улар беҙҙең аңды, фекерләүҙе үҫтерә)
-Бөгөн танграм тигән уйын менән танышырбыҙ.
Презентация 3. Танграм
Танграм -ҡытай теленән «Оҫта ете таҡта»тип тәржемә ителә.
Башватҡысты сискәндә ике ҡағиҙәне үтәргә кәрәк:
-танграмдың бөтә ете фигураһын да ҡулланырға
-фигуралар бер-береһенә ҡатланырға тейеш түгел.
Был ете яҫы фигураны билдәле бер тәртиптә һалып: кеше һыны, хайуандар,көнкүреш әйберҙәре,хәрефтәр, йәки һандар теҙеп була.
Фигураны бирелгән силуэт, йәки тышҡы контур буйынса төҙөргә мөмкин.
Дөйә, бесәй, эт, төлкө,үгеҙ һүрәттәрен йыйыу.
VI.Парҙар менән эш.
- Геометрик малай һеҙҙең геометрик фигураларҙан нимә эшләй белеүегеҙҙе күрергә теләй. Эшкә 3 минут ваҡыт бирелә. Эшкә анализ.
VII.Рефлексив анализ.
- Күнекмәлә нимә тураһында белдегеҙ?
- Иң ҡыйыны нимә булды?
- Иң оҡшағаны нимә булды ?
Геометрик малай һеҙҙең барығыҙға ла «Геометрик фигураларҙы яҡшы белеүсе » исемен бирергә булды. Бүләкләү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по внеурочной деятельности "Школа - наш дом. Калейдоскоп проектов". (Проектная деятельность)
Конечно, как и у всех рабочих программ, данная программа имеет свои серьезные цели. В данной аннотации я хотела бы раскрыть цель, которую мы ставим перед детьми. "Посмотрите н...
Программа по внеурочной деятельности "Театральный калейдоскоп"
Программа по внеурочной деятельности "Театральный калейдоскоп" разработана для учащихся 1-4 классов.Состоит из четырёх частей: 1 год - театр на фланелеграфе, 2 год - театр на картоне,3 год - театр игр...
Программа внеурочной деятельности "Театральный калейдоскоп"
Программа внеурочной деятельности разработана для учащихся начальной школы. В ней содержится тематическое планирование занятий, список литературы для учащихся, формы и методы работы. Дана темати...
Программа и КТП кружка Математический калейдоскоп 1-4 классы внеурочная деятельность
Материал содержит программу и КТП составленные в соответствии с требованиями ФГОСа. Планирование составлено на 4 года....
Рабочая программа по внеурочной деятельности. Студия "Музыкальный калейдоскоп"
Рабоча программа со сроком реализации 4 года и КТП на 1 год....
ПРОГРАММА ВНЕУРОЧНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ Кружок «Математический калейдоскоп»
Не только руки, ноги, тело, но и мозг человека требует постоянной тренировки. В результате упражнений ум человека становится острее, а сам он находчивее, сообразительнее.Курс математики для внеу...
Программа внеурочной деятельности «Калейдоскоп проектно-исследовательской деятельности младших школьников» в 1-4 классе УМК «Школа России»
ФГОС нового поколения требует использования в образовательных отношениях технологий деятельностного типа, методы проектно-исследовательской деятельности определены как одно из условий реализации основ...