Математика, 2 класс .Тема.Периметр.
план-конспект урока по математике (2 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Тема. Периметр
Маҡсат: Күпмөйөш периметры төшөнсәһен биреү,тура дүртмөйөш,квадрат тураһындағы белем кимәлдәрен нығытыу һәм уларҙың периметрын табып өйрәнеү,иғтибарлылыҡ,логик фекрләүҙәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: слайд, тура дүртмөйөш (практик эш өсөн),карточка,
периметр һүҙе яҙылған карточкалар.
Дәрес барышы.
1.Психологик комфорт булдырыу.
Хәйерле көн,балалар!
Бик күңелле ял иттек,
Дәрес башлайбыҙ хәҙер.
Һәр кемебеҙ матур итеп,
Яуап бирергә әҙер. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар ҙа килде,әйҙәгеҙ ҡунаҡтарҙы яҡшылап ҡарап алығыҙ ҙа йылмайып алығыҙ, күтәренке кәйеф менән эшкә тотонайыҡ.
......
Слайд 1
Дәресебеҙҙең девизы “Белем-хазина,уның асҡысы- тырыш хеҙмәт” Хазина һүҙен нисек аңлайһығыҙ? Тимәк, тырышып эшләһәгеҙ белемегеҙ күбәйгәндән күбәйер,аҡыллы кешеләр булырһығыҙ,шулай бит?
Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ,бөгөнгө числоны яҙығыҙ. Бөгөн нисәһе?
-28 ноябрь
-28 һаны тураһында ни әйтерһегеҙ?
-ике урынлы һан,разряд ҡушылыусылары 20 һәм 8.
2.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.
Слайд 2
Законлылыҡты табығыҙ һәм дауам итегеҙ.
.....
Һандарҙы кәмей барыу тәртибендә әйтегеҙ.
.......
Слайд 3
Телдән математик диктант.Мин әйтәм,һеҙ яуапты әйтәһегеҙ һәм сығып шул яуаплы фигураны табаһығыҙ,уның исемен әйтәһегеҙ.
- 11-ҙе 2-гә кәметергә.(9-өсмөйөш)
- 14 һәм 10 һандарының суммаһы (24-тура дүртмөйөш)
- 90-ды 4-кә арттырырға(94-тура һыҙыҡ)
- 80 һәм 20 һандарының айырмаһын табырға(60-квадрат)
- 1-гә ниндәй һанды ҡушһаң 15 булыр(14-һыныҡ һыҙыҡ)
- 1-се ҡушылыусы 30,икенсе ҡушылыусы 5,сумманы табырға(35-нур)
- Кәмеүсе 40,кәметеүсе 10,айырманы табығыҙ(30-киҫек)
-Афариндар,балалар.Әйтегеҙ әле был фигураларҙы нисек төркөмләр инегеҙ?
Слайд 4
-Ниндәй фигураны күрәһегеҙ?
-һыныҡ һыҙыҡ
-Ниндәй эш башҡарыр инегеҙ?
-АВ –ны табырға.
-Дөрөҫ,нисек табырһығыҙ?
-Һәр быуынының оҙонлоғон ҡушабыҙ.
-Эшләгеҙ.Кем таҡтала эшләр?
(1 уҡыусы таҡтала эшләй)
2 см+3см+4см=9см
3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Балалар,партала ятҡан фигураларға иғтибар итегеҙ әле.Ниндәй фигура ул?
-Тура дүртмөйөш
-Тура дүртмөйөш тураһында нимәләр беләһегеҙ?
-Тура 4 мөйөшө бар;4 яғы бар; ҡапма-ҡаршы яҡтары тигеҙ,киңлеге,оҙонлоғо бар.
-Хәҙер һеҙ ошо тура дүртмөйөштөң яҡтарын үлсәгеҙ әле.
5см,10см,5см,10см.
-Ә беҙ бөтә яҡтарының оҙонлоғон таба алабыҙмы?
4Уҡыу мәсьәләһен сисеү
а) -Балалар,әйҙәгеҙ тура дүртмөйөштөң бөтә яҡтарының суммаһын табайыҡ,парлашып эшләйбеҙ.
5см+10см+5см+10см=30см.
-Балалар,һеҙ нимәне таптығыҙ?
-.......
-Ә уны бер һүҙ менән нимә тип әйтәләр,кем белә?
-.......
-Белгегеҙ киләме?
-Бының өсөн һеҙгә бирелгән аңлатмаларҙың ҡиммәтен табырға кәрәк,улар серле.
(Таҡта янына аңлатмалы карточкалар ҡуйылған,яуабын әйтеп,карточканың хәрефле яғын ҡуйырға кәрәк.
П Е Р И М Е Т Р
-Уҡығыҙ,ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
б)Слайд 5
Күпмөйөштөң бөтә яҡтары оҙонлоҡтары суммаһы периметр тип атала.
Ул ҙур латин хәрефе Р менән тамғалана.
Китаптарығыҙҙы асығыҙ, нимә ул периметр уҡыйыҡ әле.1уҡыусы ҡысҡырып уҡый.
Ф и з м и н у т к а
Музыкаға хәрәкәттәр яһап бейейҙәр.
Таянабыҙ бөйөргә,тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр,тыпыр тыпырҙатып әйләнәбеҙ беҙ бергә.
Улай итәйек әле,былай итәйек әле
Ана шулай,ана шулай матур баҫайыҡ әле.
5.Яңы белемде нығытыу.
а)Слайд 6
-Нимәләр бирелгән?
-Ни эшләргә?
-Фигуралар бирелгән, Р-ны табырға.
-Нисек ?
-Оҙонлоҡтары билдәле,ҡушырға кәрәк.
-Кем сығып һөйләп эшләр?
(1-әрләп фигураны күрһәтеп,Р-ны табып әйтәләр)
-Бик яҡшы,балалар.Рәхмәт.
б)Китап буйынса эш.
№2(б)
-Ни эшләргә?
- Киңлеге 2 см,оҙонлоғо 4см булған тура дүртмөйөш һыҙырға һәм Р-ны табырға.
-Тура дүртмөйөштөң Р күпме булды?
-12 см.
в) Тигеҙләмәләр эшләйбеҙ.
(таҡтала яҙып ҡуйылған)
у+40=45 26-х=20
(1-әр уҡыусы таҡтала эшләй ,тикшереү,анализ)
Слайд 7
“Артыҡ” һүҙҙе тап.
ШӨЙМӨ СУНОК ТВАРДАК ТҮКӘРҢӘ
-Ниндәй һүҙ артыҡ? Ни өсөн?
в) Төркөмләп эшләү
(карточканан эш)
Йомғаҡлау.
-Бөгөн һеҙ ниндәй белем алдығыҙ?
-.....
-Нимә ул периметр?
-.......
-Балалар,әйләнә-тирәләге предметтарҙың Р-н табып буламы икән?
-Һеҙ өйҙә бер бүлмәгеҙҙең иҙәненең Р-н атай-әсәйҙәр ярҙамы менән табып килегеҙ.Өйгә эш №1,6-сы бит.
-Дәрестә бик әүҙем булдығыҙ,рәхмәт.(оценкалар әйтеү)
-Балалар,ә һеҙгә дәрес оҡшанымы?Кәйефтәрегеҙ нисек?
Ошо смайликтарҙың ҡайһыныһын һайларһығыҙ?Таҡта янына сығығыҙ,оҡшаған билдәләрҙе алығыҙ.Бөгөн беҙҙә байрам, ҡунаҡтарыбыҙға йырыбыҙҙы бүләк итеп дәресебеҙҙе яҡшы кәйеф менән тамамлап ҡуяйыҡ.
Йыр. Уҡытыусыма..
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тест по математике по теме: "Периметр прямоугольника, треугольника" 4 класс.
В работе предлагаются задания для повторения нахождения периметра прямоугольника и треугольника, по вариантам, составлен по учебнику М.И. Моро....
Презентация по математике по теме"Периметр" для 2 класса
Красочная презентация к уроку математика по системе Л.В.Занкова,для учащихся 2 класса....
Презентация к уроку математики 2 класс. Тема: "Периметр" (с использованием здоровьесберегающих технологий)
Презентация к уроку...
Технологическая карта урока математики по теме "Периметр" во 2 классе
Урок открытия нового знания. Математика во 2 классе образовательной системы "Школа 2100". Перед уроком поставлены предметные и метапредметные цели, направленные на формирование УУД, ТОУУ (технология о...
Математика 2 класс. Тема: «Периметр прямоугольника».
Математика 2 класс. Тема: «Периметр прямоугольника»....
презентация к уроку математики по теме "Периметр" 2 класс по программе "Школа 2100"
Презентация к уроку математики для 2 класса по программе "Школа 2100". Урок введения новых знаний....
Технологическая карта урока математики по теме: "Периметр. Нахождение периметра." ("Развивающая система Д.Б.Эльконина-В.В.Давыдова") 3 класс
Тип урока: общеметодологической направленностиЦель урока: повторение и обобщение решения задач на нахождение периметра.Задачи:Дидактические:1.Учить находить периметр прямоугольника (квадрата), использ...