“Әкиәттә ҡунаҡта” тигән дәресенең план-конспекты.
план-конспект урока по физкультуре
Предварительный просмотр:
МОБУ СОШ д.Юнусово
“Әкиәттә ҡунаҡта” тигән дәресенең план-конспекты.
Башланғыс класстар уҡытыусыһы:
Зиннурова Н.И.
2023 й
Маҡсат; физик күнегеүҙәр ярҙамында «Өс сусҡа балаһы»әкиәтен үҙләштереүҙе нығытыу,туп атыу күнекмәләрен нығытыу,кәүҙәнең тиҙлеген һаҡлап тиҙ йөрөүгә ирешеү,балаларҙа эш һөйөүсәнле һәм бер-береңә ярҙамсылыҡ сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:туптар,скамейка,обручтар,бүре һәм сусҡа битлектәре,һауа шарҙары.
Дәрес барышы;
1-се өлөш
Уҡытыусы; балалалар һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы?
Балалар: эйе,яратабыҙ .
Уҡытыусы;Беҙ бөгөн «Өс сусҡа әкиәтенә »сәйәхәт итәсәкбеҙ.Һеҙ үҙегеҙҙе сусҡа бәрәстәре итеп хис итерһегеҙ.Әкиәттәге сусҡат балаларының исемдәре нисек әле?
Балалар: Ниф-Ниф,Нуф-Нуф,Наф-Наф.
Уҡытыусы: Бына улар матур яланға килделәр(атлап йөрөү).Ҡояш көлөп ҡарай,уның ҡаршыһына барабыҙ(аяҡ остарында йөрөү,ҡулдарҙы юғары күтәргәбеҙ).
Сусҡа балалалары шатланышып йүгереп киттеләр(еңелсә йүгереү).
Матур яландағы сәскәләрҙе уратып йүгерҙеләр(төрлө йүнәлештәрҙә йүгереү).
Йүгереп туйғас ,улар һуҡмаҡ буйлап киттеләр.
Ниндәй матур ялан ,тигеҙ ер.
Уҡытыусы; Сусҡа балалары үҙҙәренә өй һалырға булдылар,башта Ниф-Нифҡа һалам өй һалайыҡ .
Бесән сабабыҙ(ҡулдар менән ҡайсы яһайбыҙ).
Бесәнде ҡояшта киптерәбеҙ.(Уңға һәм һулға боролоу.Ҡулдарҙың ус төптәре өҫкә ҡараған).
Бесәнде бер өйәмгә өйәбеҙ(ҡулдарҙы сиратлашып уң һәм һул аяҡ остарына тейҙереү)Һалам өй әҙер ,хәҙер Нуф-Нуфҡа өй һалайыҡ.
Ел иҫте ,ағастар сайҡалдылар (кәүҙәне уңға,һулға бөгөү).
Ағас ботаҡтарын йыябыҙ һәм бер өйөмгә өйәбеҙ(арҡаны туралап кәүҙәне алға эйәбеҙ,ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ)
Ағас ботаҡтарынан өйөбеҙ әҙер.
Хәҙер Наф-Нафҡа таштан өй һалырға булышабыҙ.Кирпестәрҙе күтәрәбеҙ (уң ҡул билдә,һул ҡулды өҫкә күтәрәбеҙ һәм киреһенсә).
Өйҙәрҙе һалып бөтөрҙөк , сусҡа балалары шатланып һикерешәләр.
2-се өлөш.
Хәрәкәтле уйын. Өс сусҡа балаһы һәм бүре.Һанашмаҡ буйынса бүрене һайлау.Сусҡа балалары өсөрләп обруч эсенә баҫаһығыҙ.Был һеҙҙең өйөгөҙ.
Уйын ҡағиҙәһе;сусҡа балалары өсәрләп торғанда бүре уларға тейә алмай.
Күңелле музыка аҫтында сусҡа балалары яланға йүгерә ,сәскәләрҙе йыя-йыя йырлайҙар ; «,Беҙ сәскәләр йыябыҙ ,бүренән дә ҡурҡмайбыҙ».
Уҡытыусы; Кинәт кенә бүре күренде; тештәрен шығырлатты.Барлыҡ сусҡа балалары йүгерҙеләр(1 -2 тапҡыр).
Сусҡа балалары уйнап туйманылар .Йүгерешеп йөрөй торғас ,яланда шарҙар табып алдылар.Шарҙарҙы ергә төшөрмәй өҫкә сөйҙөләр.
Уҡытыусы;Балалар һеҙ богон үҙегеҙҙе тырыш,өлгөр,эш һөйөүсән икәнегеҙҙе күрһәттегеҙ.Мин һеҙҙән бик ҡәнәғәт.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
3 сыйныфта әйләнә- тирәбездәге дөнья дәресенең план- конспекты
3 сыйныфта әйләнә- тирәбездәге дөнья дәресендә "Нәрсә ул акча?" темасына дәрес план- конспекты һәм темага карата презентация...
План-конспект урока по физической культуре для 4 класса. Конспект - урока: Использование современных танцевальных фитнес программ на уроке физической культуры
Цель: Повысить интерес к занятиям физическими упражнениями, через музыкально - двигательную деятельность учащихся, содействовать поддержанию и развитию их активности.Задачи:1.Формировать двигате...
Конспект открытого урока русского языка в 6 классе по теме: "Этот удивительный мир.... фразеологизмов" план-конспект урока по русскому языку (6 класс)
Өсөнсө класс. Миҙгелдәр. Сифат темаһын ҡабатлау....
План-конспект урока математики по теме "Сложение вида 61+7 и соответствующие случаи вычитания; план-конспект урока чтения по теме "Е. Пермяк. Случай с кошельком"
Возможно, урок в помощь начинающему педегогу коррекционной школы....
4 сыйныфта үткәрелгән татар теле дәресенең план-конспекты
Тема: Бәйлекләр һәм бәйлек сүзләрМаксатлар: бәйлек һәм бәйлек сүзләр турында төшенчә бирү; аларны башка сүз төркемнәреннән аера һәм җөмләдә дөрес кулланырга өйрәтү;балаларның уйлау, фикерләү сәләтен, ...
"Байкал күле" әйләнә тирә дәресеннән план конспект
Татар мәктәпләрендә 3нче сыйныфка әйләнә тирә дәресенең план конспекты...
“Әкиәттә ҡунаҡта” тигән дәресенең план-конспекты.
Уйын-дәрес...