Грамотаға өйрәтеү. [ң ]өнө. ң хәрефе. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока по чтению (1 класс)
Представлен конспект урока по родному (башкирскому языку) в ! классе по теме: [ң ] өнө. ң хәрефе.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Грамотаға өйрәтеү. [ң] өнө. ң хәрефе | 25.14 КБ |
Предварительный просмотр:
Әлифба: ( Грамотаға өйрәтеү).
Тема: [ң ]өнө. ң хәрефе.
Маҡсат: башҡорт теленә генә хас булған [ң ] өнөнөң әйтелешен иғтибарлы тыңларға; яһалышын күҙәтергә; хәреф тамғаһы менән танышырға, Тыуған илгә, башҡорт музыка ҡоралдарына, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | |
| ||
Бик матур ял иттек, Дәрес башлайбыҙ хәҙер. Һәр кемебеҙ матур итеп Яуап бирергә әҙер. -Әйҙәгеҙ, йәйге таң атыуын күҙ алдына килтерәйек.Офоҡҡа күҙ һалайыҡ. Ана, бейек тау артынан ҡояш сығып килә. Тирә –яҡ нурға сума. Ниндәй матур иртә! Уға арнап шиғыр һөйләйек. Тағы ла бер матур көн тыуғанга Ер-әсәбеҙгә рәхмәт әйтәйек, баш эйәйек. Барыбыҙға ла һаулыҡ, уңыш теләйек. |
(1-се слайд) Тәҙрә аша офоҡҡа ҡарау. Тәбиғәт матурлығына һоҡланыу, уҡытыусы артынан шиғыр юлдарын ҡабатлау: Һау кешегә таң да атты, Йылмайып ҡояш ҡалҡты, Ер-әсәбеҙҙе сәләмләп, Көләс нурҙарын һипте. (2-се слайд) Балалар бер-береһенә ҡарап йылмаялар, һаулыҡ, уңыш теләйҙәр. | |
II.Уңыш ситуацияһын ойоштороу | ||
Нн хәрефен иҫкә төшөрөү.
Төркөмдә эш: һүҙҙәр уйлатыу. -[н ] өнө булған һүҙҙәрҙе ошондай тәртипкә уйлағыҙ: 1-се төркөм-кеше исемдәре, 2-се төркөм-хайуан ҡушаматтары, 3-сө төркөм-йылға,район исемдәре. Һығымта. -Был һүҙҙәр нисек яҙыла? -Афарин, балалар!Был ҡағиҙәне яҡшы үҙләштергәнһегеҙ.Бөгөн дәрестә ошондай һүҙҙәр осорар,иғтибарлы булығыҙ. | -Үткән дәрестә танышҡан хәрефте (Нн) иҫкә төшөрөү, уға характеристика биреү. Төркөмдә эшләргә,башҡаларҙы тыңларға,үҙ фекерең менән уртаҡлашырға өйрәнеү. Һығымта. -Кеше исемдәре,хайуан ҡушаматтары,ер-һыу атамалары,ауыл һәм ҡала исемдәре ҙур хәреф менән яҙыла. | |
III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу | ||
Таңһылыу тигәндәр. Таңда тыуғанға. Миңлегөл тигәндәр, Миңле булғанға.
2). Һүҙҙең өн моделен төҙөү. - Ә хәҙер, таң, миң һүҙҙәренең өн моделен төҙөйөк.
-Бөгөн дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ? Ял минуты. | Уҡытыусының уҡыуын иғтибарлы тыңлау һәм ҡабатлап әйтергә өйрәнеү. (3-сө слайд)
-Таңда тыуғанға. - Ҡояш сығыр алдынан яҡтыра башлаған ваҡыт. ( 4-се слайд) -Миңле булғанға. (балалар миң һүҙенең мәғәнәһен аңлатып ҡарай) (5-се слайд) Һүҙҙең һәр өнөн дөрөҫ ишетә белеү һәм уны график һыҙма рәүешендә күрһәтеү.
Һығымта:
| |
IV.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү | ||
А) Һүҙҙәр уйлатыу. - Әйҙәгеҙ, ошо өнгә башланған һүҙҙәр уйлайыҡ. - Башҡорт телендә ң хәрефенә башланған һүҙҙәр бармы?
Б) [ң ]өнөнә характеристика биреү. - Миң-ң-ң-ң. -Һүҙ аҙағында ниндәй өн ишетәбеҙ?
Һығымта: В). Кассанан ң хәрефен табыу. - Ә уның ҙәры буламы икән? Ни өсөн? - Ул ниндәй хәрефкә оҡшаған? Г). ң хәрефен баҫмалап һәм курсив менән яҙып өйрәнеү. Ял минуты. (Уҡытыусы музыка ҡуя) (Ҡурай моңо яңғырай)
|
Һығымта: Башҡорт телендә ң хәрефе һүҙ башында килмәй.
( 6-9-сы слайдтар)
Һығымта: [ң ]өнө башҡорт теленә генә хас өндәрҙең береһе. Ул яңғырау тартынҡы, һүҙҙә ҡалын йәки нәҙек булыуы мөмкин.
| |
V.Ғәмәли эштәр. | ||
А) һүҙҙәр уҡыу Б) Һөйләмдәр уҡыу. В) Ҡурай һәм ҡумыҙ тураһында әңгәмә ҡороу.Ҡумыҙ тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт халҡының күренекле ҡурайсы ҡумыҙсылары менән танышыу. Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев халҡыбыҙҙың далыҡлы ҡурайсылары, ә Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов- оҫта ҡумыҙсылары.Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Улар һымаҡ ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнегеҙ. | Башҡорт музыка ҡоралдары тураһында белемдәрен тәрәнәйтәләр, ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар менән танышалар. Интерактив таҡтала һүрәттәре һәм исем фамилиялары. (11-14-се слайдтар). | |
VI. Рефлексив анализ. Баһалау. | ||
Бөгөн беҙ дәрестә нимәләр эшләнек? Нимә белдек? Дәрес һеҙгә оҡшанымы? | Балаларҙың яуаптарын тыңлау. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"
Урок в 1 классе помогает правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....
Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.
Язарга өйрәнү дәресенә презентация....
Әлифба 1 класс к хәрефе
Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...
Әлифба.1кл.Щ хәрефе.
Әлифбадан 1 класс өчен дәрес планы....
"С" хәрефе
"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....
М хәрефе булган сүзләрне уку
Әлифбадан дәрес эшкәртмәсе...
Грамотаға өйрәтеү. [к ]өнө. Кк хәрефе. Дәрес өлгөһө
Конспект урока по родному (башкирскому) языку в 1 классе по теме: [к ]өнө. Кк хәрефе....