Грамотаға өйрәтеү. [к ]өнө. Кк хәрефе. Дәрес өлгөһө
план-конспект урока по чтению (1 класс)

Кунакбаева Альфина Ахатовна

Конспект урока по родному (башкирскому) языку в 1 классе по теме:  [к ]өнө. Кк хәрефе.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Әлифба:

Тема: [к ] өнө. Кк хәрефе.

Маҡсат: [к ] өнөнөң яһалышын күҙәтергә, уның парлы (г-к) һаңғырау тартынҡы өн булыуын асыҡларға һәм Кк хәреф тамғаһын дөрөҫ каллиграфия менән яҙып өйрәнергә, һөйләү телмәрен, иғтибарлылыҡты үҫтерергә, йорт хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

  1. Психологик комфорт булдырыу
  1. Сәләмләү.

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине, телем!

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

(1-се слайд)

  1. Тын юлдарына күнегеүҙәр:

А) «Ирен», һәм « Торба».

Б) «Аттар саба». Телде  төрлө темпта шартлатыу

В) « Шар тултырыу». Танау менән тын алабыҙ һә шарҙы тултырабыҙ.

3. Тел шымартыу өсөн артикуляцион

күнегеү:

Тә-тә-тә- ултырабыҙ дәрестә,

Саүсаүса-һөйләшәбеҙ башҡортса,

Ый-ый-ый- уҡыусы әҫәр уҡый,

Ыш-ыш-ыш- беҙ шундай тырыш

(2-се слайд)

  1. Дәресте сәләмләүҙән башлайҙар

-Тын алыу юлдарын һәм артикуляцион аппаратты эшкә көйләү.

II.Уңыш ситуацияһын ойоштороу

Уҡытыусы: уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ ниндәй өндөң хәреф тамғаһы менән танышҡайныҡ?

  1. Һүҙҙәр уйлау.

Уҡытыусы: ул ниндәй өн?

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ һеҙҙең менән бер уйын уйнап алайыҡ.

Кемдә кем беренсе ижеге “гөл” менән башланған ҡыҙ исемдәре әйтер?

(3-сө слайд)

Уҡытыусы: был һүҙҙәр ниндәй хәрефкә башлана ?

Уҡытыусы: Улар нисек яҙыла ?

Уҡытыусы: Ни өсөн?

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, шул хәрефкә арнап, шиғыр ҙа һөйләйек.

  1. Шиғырҙы яттан һөйләү.

(4-се слайд)

  1. Һөйләмдең моделен төҙөү.

Ял минуты.

-Гг хәрефе менән.

-Яңғырау тартынҡы.

(балаларҙың яуабы)

  • Гг Хәрефенә башлана.

  • Ҙур хәреф менән.

  •  Сөнки улар кеше исемдәре.

З. Биишеваның ҡыҫҡа шиғырын интонация менән һөйләү:

Гөлкәй гөлдәр үҫтерә,

Гөлдән хуш еҫ бөркөлә.

Һөйләмде схема ярҙамында күрһәтеү.

( таҡтала бер-бер артлы ике уҡыусы эшләй), ҡалған уҡыусылар урында.

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

  1. Йомаҡ ҡойоу.

  • Ана бара-юлы юҡ.

(Таҡтала кәмә һүрәте килеп сыға).

  • Ҙур диңгез судноһы нимә ул?

(5-6-сы слайдтар)

2). Кәмә, карап һүҙҙәренең моделен төҙөгөҙ.

Уҡытыусы: Беренсе өндөң хәреф -тамғаһы менән танышһығыҙмы?

Һығымта:  бөгөн дәрестә ниндәй өндөң хәреф тамғаһы менән танышырһығыҙ?

Уҡытыусы: Тағы нимәләргә өйрәнербеҙ?

(балаларҙың яуабын тыңлау)

(Кәмә)

(балаларҙың яуабын тыңлау)

(карап)

Таҡтала  ике уҡыусы өн моделдәрен эшләйҙәр, ҡалған уҡыусылар урында үҙ дәфтәрҙәрендә.

  • юҡ.

Һығымта: [ к ]өнөнөң хәреф тамғаһы менән танышырбыҙ.

  • Кк хәрефе менән һүҙҙәр уҡырбыҙ, уны дөрөҫ яҙырға өйрәнербеҙ.

IV.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. [к ]өнөнә тулы характеристика биреү.

-Әйҙәгеҙ, [ к]өнөн ҡат-ҡат әйтеп ҡарайыҡ.

- Һуҙынҡымы, тартынҡымы?

-Ни өсөн?

  • Һаңғыраумы, яңғыраумы?

  • Ни өсөн?

  • Кәмә, карап һүҙҙәрен алмашлап әйтеп ҡарағыҙ.

  • Улар бер төрлө әйтеләме?

  • Ниндәй айырма бар?

  • Ни өсөн?

  1. Һүҙҙәр йыйыу.

Үҙегеҙ Кк хәрефе менән һүҙҙәр уйлап ҡарағыҙ.

Интерактив таҡтала ике бағанала нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр барлыҡҡа килә.

 (7-се слайд)

Уҡытыусы: Был һүҙҙәр барыһы ла саф башҡорт һүҙҙәреме ?

  • Башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр нисек әйтелә ?

Һығымта: йомшаҡ [ к]өнө нәҙек һуҙынҡылы саф башҡорт һүҙҙәрендә генә осрай.

3). Таблица менән эш.

-Әйҙәгеҙ, тартынҡылар таблицаһынан [ к]өнөнөң хәрефен табайыҡ.

-Уның  пары ниндәй хәреф?

- Тимәк, [ г ]-  [ к ] ниндәй өндәр?

Һығымта: г-к парлы яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.

(8-се слайд)

Ял минуты.

[к ]өнөн асыҡлау, уға тулы характеристика бирергә өйрәнеү.

  • [ к-к-к ].

  • Тартынҡы.

  • Үпкәнән сыҡҡан һауа ҡаршылыҡҡа осраны.

  • Һаңғырау(балалар  устары менән ҡолаҡтарын ҡаплап [к] өнөн әйтеп ҡарайҙар.

  • Сөнки, шауҙан ғына тора.

  •  Кәмә, карап.

  • юҡ.

  • Кәмә һүҙендә ижектәр нәҙек әйтелә, карап һүҙендә ҡалын әйтелә.

  • Сөнки, кәмә һүҙендә нәҙек һуҙынҡылар, карап һүҙендә ҡалын һуҙынҡылар.

  • (балаларҙың яуаптарын тыңлау).

( Көн, кәкүк, кәзә) ( класс.компас, капитан) һүҙҙәрҙе уҡый белгән балала р уҡый.

  • юҡ.

  • ҡалын.

  • бер уҡыусы таблицанан Кк хәрефен таба.

  • Гг- өн хәрефе.

  • парлы өндәр.

V.Ғәмәли эштәр.

  1. Дәреслек буйынса эш.

А) һүҙҙәр уҡыу, һүҙлек өҫтөндә эш ойоштороу.

Б) Миңлеҙөл Хисмәтуллинаның «Көсөгөм» шиғыры өҫтөндә эш. (уҡытыусы уҡый) (9-сы слайд)

- Шиғыр оҡшанымы?

-Нимә тураһында һүҙ бара?

  • Көсөк ниндәй?

  • Ул көсөккә нимә эсерә?

  • Кемдәрҙең көсөктәре, эттәре бар?

  • Һеҙ уларһы яратаһығыҙмы?

  • Тағы ниндәй йорт хайуандары беләһегеҙ?

В).«Әлифба»китабындағы һүрәттәге предметтарға ярашлы һүҙҙәрҙе табыуға ярҙам итеү.

  1. «Әлифба» дәфтәре буйынса эш

  • бағанала бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәһе аңлашылмаған һүҙҙәрҙе асыҡлау. ( күнәк, иләк)

  • (балаларҙың яуаптарын тыңлау)

  • Көсөк тураһында.

  • бәләкәй, иркә генә

  • һөт эсерә.

  • (балаларҙың яуаптарын тыңлау)

  • (балаларҙың яуаптарын тыңлау)

  • (балаларҙың яуаптарын тыңлау)

  • таш мүкле,
  • ҡолон өркә,
  • бесәй иркә,
  • эт өрә.

Кк хәрефен каллиграфия менән яҙып өйрәнеү

VI. Рефлексив анализ. (актив, әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы бидәләү)

Баһалау. (Йылмайликтар менән баһалау)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"

Урок в 1 классе помогает  правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....

Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.

Язарга өйрәнү дәресенә презентация....

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба.1кл.Щ хәрефе.

Әлифбадан 1  класс өчен дәрес планы....

"С" хәрефе

"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....

М хәрефе булган сүзләрне уку

Әлифбадан дәрес эшкәртмәсе...

Грамотаға өйрәтеү. [ң ]өнө. ң хәрефе. Дәрес өлгөһө

Представлен конспект урока по родному (башкирскому языку) в ! классе по теме: [ң ] өнө. ң хәрефе....