Башҡорт халыҡ әкиәте "Төлкө менән айыу"
книга по чтению (1 класс)
Предварительный просмотр:
Төлкө менән айыу
Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.
— Туҡта әле, өсөйсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға барып маҡтанайым әле, — ти.
Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уныщ турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.
Төлкө:
— Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? — тип һораны, ти. Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кепә:
— Турғай, — тине, ти. Төлкө:
— Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөп таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, — тигән булды, ти.
— Турғай, турғай!..
— Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?
Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:
— Тур-ғай! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, тп.
Төлкө:
— Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән,— тигән булды,
ти.
Айыу:
— Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул,— тип һуҡранды, ти.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:
— Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! — тине, ти. — Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот, һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ әкиәте "Бойҙай бөртөгө". Уҡыу дәресе
Башҡорт халыҡ әкәите "Бойҙай бөртөгө". Әҙәби уҡыу дәресенә яҡынса план-конспект...

Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу
Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп һөйләп ишеттерҙек....

Внеклассное мероприятие " Чаваш халах самахлахен тенчинче"
Воспитывть любовь к Родине и чувашскому народу...

Презентация к внеклассному мероприятию " Чаваш халах самахлахан тенчинче"
Воспитывать любовь к родине и чувашскому народу...

Главный герой олонхо - Айыы бухатыыра.
В образах героев олонхо народ запечатлел свою веру в безграничные возможности человека, прославил человека и его деяния как идеал силы и могущества. Богатырь Айыы выступает как защитник племён жителей...