"Айыу менән төлкө" әкиәте
план-конспект урока по чтению (2 класс)
Яңы теманы өйрәнеү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
halilova_r.f._konspekt_uroka.docx | 27.71 КБ |
prezentatsiya1.pptx | 2.02 МБ |
Предварительный просмотр:
Уҡытыусы | Хәлилова Регина Фән ҡыҙы. |
Дәрес темаһы | «Айыу менән төлкө» әкиәте, Ниндәй? Һорауына яуап бирергә өйрәнәбеҙ. 2 класс. |
Дәрес төрө | Яңы теманы өйрәнеү дәресе. |
Дәрес маҡсаты | Белем биреү маҡсаты: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ниндәй һорауын өйрәнеү. Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: башҡорт халыҡ әкиәттәре аша тәрбиә биреү. |
Көтөлгән һөҙөмтәләр | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, күрһәтә белеү; һығымта эшләй белеү. в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап лепбук эшләү, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: иптәштәрен, уҡытыусыларҙы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү. |
Йыһазландырыу: | Ноутбук, проектор |
Дәрес үткәреү ваҡыты: 30 мин.
Дәрес барышы
Дәрес этаптары | Материалды биреү формаһы | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Үҙләштереү өсөн бирелгән ваҡыт | |||
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты) | - Һаумы,ҡояш! Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Һаумыһығыҙ уҡыусылар!
| Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.
| 3 мин | |||
II. Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу | Ҡоштар тауышы яҙылған яҙманы тыңлап (1 минут самаһы) УРМАНҒА сәйәхәткә юлланабыҙ. 1.Йөрөмәй ул буранда, Ҡышын йоҡлай урманда, Йәйен солоҡ "таҙарта", Еләкте лә ярата. (Айыу) - Нимәләр тураһында булды был йомаҡтар? - Беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ?
Уҡытыусы ҡысҡырып әкиәтте уҡып сыға, һуңынан яңы һүҙҙәр менән танышалар. | Уҡыусылар күҙҙәрен йомоп тыңлай. Йомаҡтарҙы сисәләр. Һорауҙарға яуап бирәләр. Уҡытыусыны тыңлайҙар. | 3 мин | |||
III. Һүҙлек эше. |
Айыу – медведь Төлкө – лиса Воробей – турғай Ишетмәйем – не слышу Осоп китте – улетел Маҡтана белмәйһең – не умеешь хвастаться Ауыҙ - рот
|
Яңы һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар. Әкиәтте башҡорт теленә уҡытыусы менән тәржемә итәләр. | 10 мин | |||
IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | - Был әкиәт нимә тураһында? - Айыу нимәне тота? - Ни өсөн айыу төлкө янына бара? - Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә? 2022 йыл В.В.Путин тарафынан халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. |
5 мин | ||||
V. Ял минуты. | Ял итеп алайыҡ.
| Уҡытыусы артынан хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар. | 2 мин | |||
VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу) |
Уҡыусылар лепбук эшләй.
Лепбуктары менән таныштыралар.
Тур , кө, а, ғай, йыу, төл, | Уҡыусылар лепбук эшләйҙәр. Төлкө менән айыуға ҡылыҡһырлама бирәләр. «Аҙашҡан һүҙҙәр» уйынын уйнайҙар. | 5 мин | |||
VII. Дәресте йомғаҡлау. |
| Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. | 2 мин |
Төлкө менән айыу
Борон айыу урманда турғай тотоп алған.
Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килән.
Төлкө:
— Айыу, ауыҙыңда нимә? — тип һораны, ти.
— Турғай, — тине, ти.
Төлкө:
— Айыу, ишетмәйем.
— Турғай, турғай!..
— Бер ҙә генә ишетмәйем шул.
Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:
— Тур-ғай! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.
Төлкө:
— Ә, ишеттем, ишеттем -тигән булды, ти.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:
— Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! — тине, ти.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Был бармаҡ – олатай Был бармаҡ – өләсәй Был бармаҡ – атай Был бармаҡ - әсәй Был бармаҡ – мин.
Йөрөмәй ул буранда , Ҡышын йоҡлай урманда , Йәйен солоҡ " таҙарта ", Еләкте лә ярата .
Ерән төҫтәге алдаҡсы, Унан ҡуяндар ҡурҡа. Үҙе урманда йәшәй, Ауылдан тауыҡ ташый.
Төлкө менән айыу Борон айыу урманда турғай тотоп алған . Айыу , турғайҙы тешләп , төлкө янына килән . Төлкө : — Айыу , ауыҙыңда нимә ? — тип һораны , ти . — Турғай , — тигән . Төлкө : — Айыу , ишетмәйем . — Турғай , турғай !.. — Бер ҙә генә ишетмәйем шул . Айыу был юлы, ауыҙын тултырып : — Тур- ғай ! — тигәйне , ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте , ти . Төлкө : — Ә, ишеттем , ишеттем - тигән булды , ти . Шунан төлкө , аҡыл өйрәтмәксе булып : — Маҡтана белмәйһең , айыу дуҫ ! — тине, ти .
Айыу – медведь төлкө – лиса
Турғай - воробей
Айыу – медведь Төлкө – лиса Воробей – турғай Ишетмәйем – не слышу Осоп китте – улетел Маҡтана белмәйһең – не умеешь хвастаться Ауыҙ - рот
Төл ғай А кө Тур киәт Ә йыу
Дәрес тамам. Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу
Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп һөйләп ишеттерҙек....
Башҡорт халыҡ әкиәте "Төлкө менән айыу"
1,2 -се кластарға уҡыу, һөйләү өсөн....
Главный герой олонхо - Айыы бухатыыра.
В образах героев олонхо народ запечатлел свою веру в безграничные возможности человека, прославил человека и его деяния как идеал силы и могущества. Богатырь Айыы выступает как защитник племён жителей...