Конспект урока литературного чтения на башкирском языке
план-конспект занятия по чтению (4 класс) на тему
Урок был проведен на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
13_12.docx | 25.52 КБ |
Предварительный просмотр:
4-се класс
Тема: Ноғман Мусиндың “Һунарсы хикәйәләре”нә ингән “Ҡарағай башында бер төн” хикәйәһе менән танышыу.
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙың аңлы етеҙ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, уҡылғандар буйынса тулы яуап биреү, логик фекерләү һәләтлелектәрен үҫтереү;
2. Кешеләрҙең тәбиғәткә һәм бер-береһенең мөнәсәбәтенә ҡағылған әхлаҡи проблемаларҙы күтәреү;
3. Хикәйәләрҙә хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең насар кешеләрҙән күргән йәберҙәрен уларҙың кисерештәре аша күрһәтеү, балаларҙың тойғоһона тәьҫир итеү һәм тәбиғәткә һаҡсыл, мәрхәмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты; кейектәр төшөрөлгән слайдтар, башҡорт теленең һүҙлеге, әҫәр буйынса төшөрөлгән һүрәттәр; Н.Мусин китаптарынан күргәҙмә; плакаттарҙа бөйөк шәхестәрҙең мәртәбәле һүҙҙәре: “Урман күрке – йәнлек”(Ҡ.Аралбай)
“Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау ул.” (Ғәбит Садиҡов)
“Тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәре хисапһыҙ.
Ә беҙҙән ул бер генә нәмә һорай – һөйөү” (Шамил Анаҡ)
“Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ”. (Рауил Бикбаев)
Дәрескә эпиграф:
Мин түгел тик тере бер һүрәт,
Мин бит һеҙгә тормош, тәғлимәт.
Шәфҡәт, байлыҡ – йомарт йәнемдә.
Миһырбанлыҡ ҡына һин күрһәт:
Барын бирәм – мин бит тәбиғәт Риф Мифтахов
Дәрес этабы | Эш төрҙәре | Ваҡыт |
1. Психолгик инеш. | - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, кәйефтәрегеҙ нисек? - Ҡояшлы иртә кеүек. Илем телен – башҡорт телен Өйрәнергә тип килдек. Бөгөн дәрестә беҙ үҙебеҙ генә түгел, ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек тә дәресебеҙҙе башлайыҡ. | 2 минут |
2. Белемдәрҙе актуалләштереү. | ( “Йәнлектәр донъяһында” тапшырыуының көйө яңғырай). -Был көйҙө һеҙҙең ниндәй тапшырыу ҡарағанда ишеткәнегеҙ бар? - Көйҙө тыңлағанда һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килә? -Ни өсөн был көй бөгөн яңғырай тип уйлайһығыҙ? (яуаптар). | 2 минут |
3. Уңыш ситуацияһын ойоштороу. Өйгә эште тикшереү. | -Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән кемдең ижадын өйрәнәбеҙ? Уның әҫәрҙәре башлыса нимә тураһында? Беҙ һеҙҙең менән, уҡыусылар, башҡорт халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижады менән яҡындан танышабыҙ һәм киләсәктә лә танышыуҙы дауам итәсәкбеҙ, Әҙиптең хикәйәләрендә беҙ мауыҡтырғыс тәбиғәт күренештәрен, йәнлектәр донъяһын асырбыҙ. Ниндәй генә ҡыр йәнлектәре, ҡырағай хайуандар юҡ унда, йәгеҙ әле, бөтәһен дә һанап китәйек (айыу, ғорур мышы, һөйкөмлө болан, ҡанһыҙ бүре, зыянһыҙ һуҫар, һаҡһыҙ ҡоралайҙар). Яҙыусының бөтә хикәйәләрен уҡып, һанай китһәң, барлыҡ урман кейектәренең исемдәрен теҙеп сығырға тура килер ине бында… Хикәйәнең йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (Таҡталағы балалар эшләгән һүрәттәргә күҙ һалабыҙ) “Етемәк болан балаһы” Хикәйәләрҙе уҡығандан һуң һорауҙар күп тыуа. Кем исеменән һүҙ алып барыла һәм улар ниндәй йыйынтыҡҡа ингән? Уҡыусыларҙың яуаптары (Хикәйә Әбделнәғим бабайҙың ейәне исеменән алып барыла, “Һунарсы хикәйәләре” йыйынтығына ингән). “Етемәк болан балаһы” әҫәре. Хикәйәлә быҙау сағынан үк етем ҡалған Күксә ҡушаматлы болан балаһының яҙмышы, уның кешеләр араһында үҫеүе тасуирлана. - Күксә нисек етем ҡала? (Уҡыусыларҙан яуап алыу). Бүреләр талап үлтергән боландың быҙауын мәрхәмәтле кешеләр ауылға алып ҡайтып үҫтерәләр, Күксә тип исем дә ҡушалар. -Кешеләргә эйәләшкән, ҡулға өйрәнгән малҡай ниндәй булып үҫә? (Бик матур, көслө, һомғол кәүҙәле болан булып үҫә). -Уның яҙмышы ниндәй?(Яуаптар алыу). Эйе, уның артабанғы яҙмышы инәһенекенә ҡарағанда ла фажиғәлерәк тамамлана. Әгәр инә боланды урманда йыртҡыс бүреләр тамаҡлаһа, ауылда бүреләрҙәй үк йыртҡыс, йәнһеҙ әҙәмдәр етемәк боландың башына етә. Шулай итеп, яҙыусы Ноғман Мусин ағай хикәйәһендә болан яҙмышы аша беҙҙең йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәрҙе лә фашлай. Изгелектең һәм яуызлыҡтың бер тирәлә, хатта йәнәш кенә булыуҙарын иҫкәртә, һағыраҡ, уяуыраҡ булырға саҡыра. -Нимә һуң ул, уҡыусылар, яуызлыҡ һәм изгелек? (Яуаптар алыу). Изге күңелле кешеләр, йәнлектәргә - тәбиғәт балаларына (беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙға) яҡшылыҡ күрһәтеүселәр барыбер күберәк. | 10 минут |
4. Теманы актуалләштереү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | Слайдта яҙылған эпиграф, мәртәбәле һүҙҙәр менән таныштырыу һәм уларҙың мәғәнәләрен асыҡлау. Эйе тәбиғәт – ул әсә, тәбиғәт – ул мәңгелек. Тәбиғәтһеҙ кешегә һәм тереклеккә йәшәү юҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, тәбиғәт һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ, беҙҙе туйындырған тупрағыбыҙ, шул тупраҡта үҫкән ағастар, емештәр һоҡланғыс гөл-сәскәләр, төрлө -төрлө ҡоштар, йәнлектәр… | 3 минут |
5. Ял минуты | 1 минут | |
6. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. | Беҙҙең Бишбуләк районы урмандарында, әлбиттә, боландар, айыуҙар юҡ, әммә ләкин ололар әйтеүе буйынса 5-6 йылға бер айыуҙар, болан-мышылар аҙашып килеп сыҡҡылайҙар, ти. - Һунарсы һөйләгән ваҡиғалар тормошсан, кеше ышанырлыҡ. Бөгөн беҙ яҙыусының “Ҡарағай башында бер төн” хикәйәһен уҡып, йөкмәткеһе өҫтөндә эшләрбеҙ, ундағы ваҡиғаларға үҙебеҙҙең күҙлектән сығып аңлатмалар бирербеҙ. I. Хикәйәне ҡысҡырып уҡыу. Һәр уҡылған өҙөк буйынса һорауҙарға яуап алыу. -Уҡыусылар, хикәйәне кем нисек аңланы икән? (Бер нисә уҡыусы үҙ фекерҙәрен аңлата) II. Һүҙлек эше. Слайд. Эш дәфтәрҙәренә яҙалар. III. Һайлап уҡыу. Тасуири уҡыуға иғтибар. 1. Айыу үҙенең балаларын нисек йыуындыра? 2. Иң ҡыйыу айыуҙың һунарсы менгән ағасҡа үрмәләгәнен табып уҡығыҙ. – Иғтибар иттегеҙме, мин был айыуҙы ниндәй һүҙ менән һүрәтләнем? Һеҙ минең менән килешәһегеҙме? (Аңлатыуҙар) 3. Айыуҙар нисек итеп һунарсыны ҡулға төшөрөргә булдылар? -Айыу менән осрашҡан кешегә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? -Ни өсөн бабай айыуҙарҙы “аҡыллы” тип әйтә? Дөрөҫ, уйлап ҡараһаң кеше ышанмаҫлыҡ хәл, әммә хикәйәлә ниндәйҙер ышандырғыс көс бар – ул яҙыусының оҫталығында, уның тасуири тел байлығында. -Уҡыусылар, дәресебеҙ һеҙгә оҡшанымы, үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡтар астығыҙ? -Әҫәрҙәрҙе уҡығанда нимәләр кисерҙегеҙ? (ярҙамсы һорауҙар ярҙамында яуаптар алыу). | 15 минут |
7. Ғәмәли эш. | Эш дәфтәренең 36-сы битендәге 3-сө эште парлап эшләйҙәр. Әбделнәғим бабайға хас сифаттарҙы табып аҫтына һыҙырға. Тикшергәндән һуң, 4-се эш. Хикәйәлә осраған мәҡәлдәрҙе яҙып алырға. | 5 минут |
8. Йомғаҡлау. Баһалау. | -Һеҙгә ниндәй эштәр оҡшаны? -Айыуҙар тураһында нимә белдек? -Ноғман Мусин хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Алдан әҙерләнгән уҡыусы һөйләй) Ноғман Мусин – халҡыбыҙ яратып уҡыған бик күп әҫәрҙәрҙең авторы. Ул Урал тәбиғәтенең иҫ киткес гүзәллеген, байлығын, башҡорт урмандарының яҙмышын беҙгә еткерә. Ҙур оҫталыҡ менән экологик проблеманы күтәреп сыға. Оҫта хикәйәсе лә ул, бик нескә тойғоло, һиҙгер күңелле, тапҡыр һәм һынсыл ҡарашлы рәссам да. Уҡыусылар, миҫал өсөн бына “Ҡарағай башында бер төн” хикәйәһендә бер абзацты уҡып ҡарайыҡ. Нисек оҫта һәм һоҡланғыс итеп тасуирлай яҙыусы урман хужаһын (уҡыусы текстан өҙөктө тасуири уҡып ишеттерә): -Яҙыусы үҙенең был хикәйәләре менән нимә әйтергә теләгән? (ҡыр-урман йәнлектәре хаҡында хәстәрлек күрергә, уларҙы һаҡларға саҡыра. Күңелдәребеҙҙә йәнлектәргә ҡарата миһырбанлыҡ, ихтирам, кешелеклелек тойғолары тәрбиәләй.) Әбделнәғим бабай һөйләгәндәргә ҡушылып, кешеләргә ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ? Әбделнәғим олатай һымаҡ изгелекле, ярҙамсыл, иғтибарлы булһын ине бөтә кешеләр ҙә. Ҡаты бәғерле булмаһындар ине, | 5 минут |
9. Өйгә эш. Баһалау. | -Айыу менән осрашҡан кешегә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Яҙып килергә. | 2 минут |
Үҙ дәресеңә анализ яһау төҙөлөшө
Дәрестең планы, ниәте нимәлә ине? Дәресте тап ошо ниәттә алыуҙың төп нигеҙҙәре ниндәй? Дәрес барышында ниндәй төп мәсьәләләр хәл ителде? Ни өсөн?
Бирелгән дәрестең темалағы, бүлектәге, курстағы, йәғни дәрестәр системаһындағы урыны ниндәй? Алдағы дәрестәр менән бәйләнеше нимәлә, уларҙа нимәгә таяна? Киләһе дәрестәргә, темаларға дәрес нисек эшләй (шул иҫәптән башҡа предметтарға)?
Балалар тарафынан дәрестең маҡсаты аңлы ҡабул ителдеме, уға төшөндөләрме һәм уҡыу эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу булдымы?
Дәрескә әҙерлек барышында программа талаптары, мотлаҡ минимумдар (белем стандарттары) иҫәпкә алындымы һәм улар ни кимәлдә тормошҡа ашырылды?
Ни өсөн һәм нисек дәрестең был формаһы һәм төрө һайланды? Һайланған структура һәм дәрес барышының темпы нисек нигеҙләнә?
Дәрестең барышы нимәгә нигеҙләнгән, уҡыусы һәм уҡытыусының аралашыу, бер-береһенә тәьҫир итеү характеры? Ни өсөн тап ошо уҡыу эстәлеге, алымы, сараһы, формаһы һайланды?
Дәрескә әҙерлек барышында уҡыусыларҙың, синыфтың ниндәй үҙенсәлектәре иҫәпкә алынды һәм ни өсөн?
Дәресте үткәреүҙә ниндәй (ижтимағи-психологик, уҡыу-материаль, эстетик, темп-ритмик) шарттар булдырылды һәм ни өсөн?
План менән сағыштырмаса дәрес барышында үҙгәрештәр (ситкә тайпылыу, камиллаштырыу) булдымы, булһа, ни өсөн һәм был үҙгәрештәр нимәгә килтерҙеләр?
Дәрескә ҡуйылған маҡсаттарҙы (бурыстарҙы) атҡарып һәм ярашлы белем һөҙөмтәһен тейешле (йәки хатта оптималь) кимәлдә алып, шул уҡ ваҡытта уҡыусыны артыҡ арыуҙан ҡурсалап, уҡыуға продуктив ҡыҙыҡһыныу, кәйеф һаҡлап һәм үҫтереп булдымы? Үҙ дәресеңә дөйөм баһа ниндәй?
Дәрестең үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырмалығы, ҡабатланмаҫлығы, тәғәйенләнеше нимәлә?
Үткән дәрестең ҡаҙаныш һәм етешһеҙлектәренең сәбәптәре ниндәй?
Дәрестең ҡулланылмаған мөмкинселектәре ниндәй? Был дәрестә нимәне икенсерәк, башҡасараҡ үтергә мөмкин ине?
Киләсәккә дәрестән сығып ниндәй һығымталар эшләрһегеҙ?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Для чего руки нужны?" Конспект урока литературного чтения в 1 классе по учебнику Кубасовой О.В. «Литературное чтение» (УМК «Гармония»)
Цель урока: показать значение трудовой деятельности в жизни человека на примере рассказа Е.Пермяка «Для чего руки нужны»....
План-конспект урока по чтению (1 класс) по теме: Конспект урока литературного чтения в 1 классе ."Школа 2100"
Урок литературного чтения в 1 классе «Школа 2100»Тема: Недолгая красота весны.( Николай Иванович Сладков «Бегство цветов» )Цель: формирование читательской компетенции учащихсяЗадачи: - форм...
План- конспект урока литературное чтение, русский язык "Азбука первая учебная книга", Пропись -первая учебная тетрадь"
предлагаю конспект первого урока интегрированного литературное чтение русский язык, расписаны метапредметные результаты , составлен в соответствии с требованиями ФГОС....
Календарно-тематическое планирование по литературному чтению на башкирском языке для второго класса
Календарно-тематическое планирование по литературному чтению на башкирском языке для второго класса...
Конспект урока литературное чтение на родном языке: «На ярмарке». Русские народные потешки и прибаутки, небылица. Народные песенки. Русская народная песня «Берёзонька».
Работа включает конспект урока, презентацию и два приложения, которые раздаются детям....
Конспект урока литературного чтения на родном языке (ненецкий) 1 класс "С. Михалков Кошка Нюкця», «Е. Чарушин Хабартако»
ознакомление с произведениями СВ. Михалкова и Е. Чарушина; развивать интерес к творчеству писателей; формировать у детей индивидуальный опыт самостоятельного чтения; учить доброте, дружбе, в...
Конспект урока литературное чтение на родном языке (русском)
План-конспект урока литературное чтение на родном языке (русском)Класс: 2 классТема: И. С. Шмелёв. «Лето Господне» (фрагмент главы «Масленица»).Тип урока: изучение новогоУнивер...