В.Исхаков. Айнурҙың дуҫтары
план-конспект урока по чтению (2 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Задание 5.
Запиши пословицы, в которых встречается слово «семь».
Задание 6.
Запиши к прилагательным противоположные по смыслу слова:
Свежее утро – _______________ утро; свежая булка – ________________ булка;
Свежая рыба – ______________ рыба; свежая газета – ______________ газета;
Свежая блузка – ______________ блузка.
Задание 7.
Однажды Незнайка составил 12 слов из слова «команда». Какие из них он включил в список неправильно?
Кот, дама, мак, карман, дамка, ад, мандат, дно, ода, мода, дан, анаконда.
Задание 8.
Вставь подходящие по смыслу предлоги.
Покатился _____ огород,
Докатился _____ ворот,
Подкатился _____ ворота,
Добежал ______ поворота,
Там попал ______ колесо,
Лопнул, хлопнул – вот и все!
Задание 9.
Запиши слова по группам:
а) слова, родственные слову «нос»,
б) слова, родственные слову «носить:
поднос, носорог, носилки, носик, утконос, носильщик, переносица, носитель, вынос, носатый.
Задание 10.
В каких из перечисленных ниже глаголах можно по-разному поставить ударение?
Вычитать, прочитать, рассыпать, выкупать, искупать, вырезать, отрезать.
Ответы к олимпиаде по русскому 3 класс.
1. Малыши, лужицы, подъезд.
2. Дремать, запомнить, болтать, убегать, думать.
3. Возможные варианты: а) пальто, конь, тетрадь;
б) юла, рисую, ёжик.
4. Лишние слова:
а) пальто (нескл.) или молоко (3 слога);
б) весна (2 слога);
в) рукав (5 букв);
г) сани (существительное);
д) прорубь (ж.р.)
5. Семь бед – один ответ.
Семеро одного не ждут.
Семь раз отмерь, а один – отрежь.
Один с сошкой – семеро с ложкой.
У семи нянек дитя без глазу.
6. Теплое утро; черствая булка; тухлая (испорченная) рыба; вчерашняя (давнишняя) газета; несвежая (грязная) блузка.
7. Лишние слова: карман, мандат, анаконда.
8. В, до, под, до, под.
9. А) Носорог, носик, утконос, переносица, носатый.
Б) Поднос, носилки, носильщик, носитель, вынос.
10. Вычитать, рассыпать, выкупать, вырезать, отрезать
Тема: Айнурҙың дуҫтары
Маҡсат: 1) В.Исхаковтың “Айнурҙың дуҫтары” хикәйәһенең йөкмәткеһе менән танышыу һәм уның йөкмәткеһенә таянып китап, уның кеше тормошондағы роле тураһында әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, уйланыу һәм һығымталар яһау.
2) Уҡыусыларҙың етеҙ, дөрөҫ, аңлы, интонация менән уҡыу күнекмәләрен, фекерләү аша телмәрҙәрен, үҙ фекерҙәрен әйтә һәм яҡлау белеү, ижади һәләттәрен үҫтереү.
3) Китапҡа һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
Йыһазландырыу:интерактив таҡта, компьютер, индивидуаль карточкалар, рефлексия карточкаһы
Дәрес барышы:
- Ойоштороу
-Һаумыһығыҙ! Дәресебеҙҙе ошо матур шиғыр менән башлап ебәрәйек (слайд 1)
Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ,
Һаулашабыҙ, сәләм бирәбеҙ
Һаумыһығыҙ тигән матур һүҙҙе
Бар доньяға ебәрәбеҙ
-Рәхмәт, ултырығыҙ. Мин Ләлә Рәисовна булам. Ғәлиәкбәр мәктәбендә һеҙҙең кеүек балаларҙы уҡытам. Һеҙҙең менән танышыуыма мин бик шатмын. Дәрестә бер-беребеҙ менән уртаҡ тел табырбыҙ тигән изге ниәт менән килдем.Минең кәйефем бик һәйбәт, ә һеҙең? (яуаптар)
2. Психологик комфорт ойоштороу
- Кәйефебеҙҙе тағы ла нығыраҡ күтәреү өсөн,әйҙәгеҙ бер уйын уйнап алайыҡ.Уңайлы итеп ултырҙыҡ. Ҡулдарыбыҙға көҙгө алайыҡ.Үҙегеҙҙе күрәһегеҙме?Сәсегеҙҙе ҡарағыҙ һәм һыпап алығыҙ. Хәҙер күҙҙәрегеҙгә ҡарағыҙ, улар янып йәки дәртләнеп китһен.
-Хәҙер йөҙөгөҙгә ҡарағыҙ һәм экранға ҡарап мине ҡабатлағыҙ (слайд 2)
* Мин атайым һәм әсәйемә оҡшап матурмын!
* Минең йөҙөм йылмая!
* Мин үҙемде яратам!
* Мин бәхетле!
- Рәхмәт, көҙгөләрҙе һалдыҡ. Был күнегеүҙән һуң ниндәй һығымта яһарһығыҙ? (яуаптар)
- Эйе, һеҙ бәхетле, матур, аҡыллыһығыҙ. Йылмайып ҡына дәресте дауам итәйек.
3. Өйгә эште тикшереү
- Ниндәй хикәйә уҡынығыҙ?
- Кем яҙған?
- Томбойоҡтар ҡайҙа үҫә?
- Томбойоҡтарға ҡарап нимәне белеп була?
4. Тема, маҡсат билдәләү.
- Ә беҙ ҡасан йылмаябыҙ һуң? (яуаптар)
- Эйе, ҡыуанғанда. Ә нимәләргә ҡыуанаһығыҙ һуң һеҙ? (яуаптар)
- Байрамдарҙа ҡыуанабыҙ. Ғаиләгеҙҙә ниндәй байрамдар үткәрергә яратаһығыҙ? (яуаптар)
-Тыуған көн байрамдарын яратаһығыҙ икән, ә ни өсөн? (яуаптар)
- Мин дә тыуған көнөмә саҡырырға бик яратам. Ни өсөн икән? (яуаптар)
- Эйе, тыуған көн байрамының йолаһы – бүләк биреү (слайд 3)
- Мин хәҙер һеҙҙе тыуған көнөмә саҡырам. Кем минең яратҡан бүләгемде килтерер икән? Бүләктәрегеҙҙе ҡысҡырып әйтегеҙ. Кем минең яратҡан бүләгемде әйтә, мин ныҡ ҡыуанып “Рәхмәт!” тип ҡысҡырырмын. (яуаптар)
- Рәхмәт, китап яратам шул мин. (Әйтмәһәләр слайд 4)
- Үҙем ярҙам итәйем әле. Ошо йомаҡты сисһәгеҙ, белерһегеҙ.Тағы бер йомаҡ килеп сыҡты. (яуаптар)
- Әлбиттә, китап. Ә һеҙгә китап бүләк иткәндәре бармы? (яуаптар)
- Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
- Хәҙер маҡсаттар билдәләп алайыҡ (яуаптар)
* Маҡсаттар слайдта сығып тора (слайд 5)
- Ә был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн, үҙебеҙгә ниндәй бурыстар ҡуябыҙ? (яуаптар)
-Дәрестә (ҡатнашып ултырабыҙ)
- Тулы (һөйләмдәр менән яуап бирәбеҙ)
- Нисек уҡыйбыҙ? (етеҙ, аңлап, интонация менән)
- Үҙ фекеребеҙҙе (әйтә һәм яҡлай беләбеҙ)
5. Тел шымартыуға күнегеүҙәр. (слайд 6)
- Экрандан ошо һөйләмде эстән генә уҡыйыҡ. Хәҙер яй ғына, шәберәк, шәп итеп.
- Артабанғы һөйләмде уҡыйыҡ. Был һөйләмдәрҙе ниндәйҙер тойғо йәк кәйеф менән һәм берәй ролгә инеп уҡыйбыҙ. Мәҫәлән, мин уҡып күрһәтәм. Мин ниндәй тойғо менән уҡыным? (маҡтанып)
- Эйе, дөрөҫ. Кем тағы шулай итеп уҡып күрһәтә? (төрлөсә уҡыйҙар)
- Ә хәҙер мин бер ролгә инеп уҡыйым. Танырһығыҙ микән? (төлкө ролендә)
- Һеҙ уҡып күрһәтегеҙ. (төрлө ролдәргә инеп уҡыйҙар һәм бер-береһенекен таныйҙар)
- Һығымта яһап китәйек. (яаптар)
6. Уҡыу минуты.
- Уҡыу тиҙлеген арттырыу өсөн, әйҙәгеҙ, алдарығыҙҙа ятҡан шиғырҙы геүләп ҡысҡырып уҡып сығайыҡ.
- Шиғыр нимә тураһында? Малай ни өсөн ҡыуана? Был шиғырҙы ҡасан уҡығанығыҙҙы иҫләйһегеҙме? (яуаптар)
- Һығымта яһайыҡ (яуаптар)
7. Тема өҫтөндә эш
А) Дәреслек буйынса эш. (слайд 7)
- Хәҙер китаптарығыҙҙың 122-се битен асайыҡ. Венер исхаковтың “Айнурҙың дуҫтары” тигән хикәйәһе менән танышасаҡбыҙ. Был хикәйә нимә тураһында тип уйлайһығыҙ? Дуҫтар тигәне кемдәр йәки нимәләр икән? (яуап-фараздар)
- Фараздарығыҙ дөрөҫ булдымы икән, уҡып күрһәтәйем. Ә һеҙ уйлап ултырығыҙ, ни өсөн Айнур күпте белә икән һәм хикәйә нимәгә өйрәтә икән?
(Мин уҡып бөткәс, яуап бирәләр)
Б) Һүҙлек эше.
- Ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай? (слайд 8)
- Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ.
В) Уҡыу төрҙәре
- Эстафета формаһында уҡыйыҡ. Бындай уҡыу нимәгә өйрәтә? (иғтибарлылыҡҡа)
- Нисекуйлайһығыҙ, Айнур ниндәй китаптар уҡыны икән?
Г) Энциклопедиялар тураһында әңгәмә, күрһәтеү
8. Ял минуты (слайд 9)
“Гөләлә” көйөнә йәнһүрәт геройҙарының хәрәкәттәрен ҡабатлайҙар, мин йырлайым
Китаптар-беҙҙең дуҫтар
Улар менән бик рәхәт
Биг(е)рәк күңелле беҙгә
Китап беҙгә белем
Күп нәмәгә өйрәтә
Ҡояш нуры тарата
Китаптарҙы яратайыҡ
Уларҙы беҙ һаҡлайыҡ
Күб(е)рәк итеп уҡыйыҡ
9. Теманы дауам итеү
Д) Ролдәргә бүлеп уҡыйыҡ. Был ни өсөн кәрәк? (интонация менән уҡыр өсөн)
-Хикәйәнең төп фекерен табып уҡып күрһәтегеҙ
- Айнурҙың һүҙҙәрен дауам итеп уҡыйыҡ (аҙағын уйлау)
Е) Парҙар менән эш: һәр пар берәр һорау әҙерләй һәм бирә, башҡалар яуап бирә
10. Теманы нығытыу
А) - Китаптар ҡайҙайәшәй? (слайд 10)
- Һеҙ китапханаларға йөрөйһөгөҙмө?
- Әле ниндәй китаптар уҡып йөрөйһөгөҙ?
- “Аҡбуҙат” журналын алдыраһығыҙмы?
- Китап тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (слайд 11)
- Экрандан уҡыйыҡ әле, ниндәй мәҡәл оҡшаны? (оҡшағанын аңлаталар)
- Мәҡәлдәр ни өсөн кәрәк? Һығымта яһайыҡ.
- Китап беҙҙе нимәгә өйрәтә? (яуаптар) (слайд 12)
- Уҡыйыҡ һәм һығымта яһайыҡ.
- Кем китап булып һөйләп ҡарай? (һөйләйҙәр) (слайд 13)
- Уҡыйыҡ һәм һығымта яһайыҡ.
- Китапты рекламалап ҡарайыҡ
Б) Ижади эш
- Алдарығыҙҙа ятҡан карточкаларҙа шиғырҙың төшөп ҡалған һүҙҙәрен уйлап сығарайыҡ. Шағир була алырбыҙмы икән? Һығымта яһайыҡ
В) Экрандағы матур шиғыр менән дәресебеҙҙе тамамларбыҙ. Хор менән уҡыйыҡ (слайд14)
- Дәрес буйынса ниндәй һығымтаға килербеҙ? (яуаптар)
10. Рефлексия
- Һеҙҙең алдарығыҙҙа “Уңыш баҫҡыстары “ ята. (слайд 15)
- Әгәр ҙә дәрес оҡшаһа, күп белемдәр, яңы мәғлүмәттәр алһағыҙ, иң өҫтәге кешене буяғыҙ
- Дәрес оҡшап етмәһә, етерлек белем алмаһағыҙ, урталағы кешене буяғыҙ
- Дәрес оҡшамаһа, бер ниндәй ҙә яңы нәмә алмаһағыҙ, иң аҫтағы кешене буяғыҙ
11. Өйгә эш: хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә
12. Йомғаҡлау, анкеталар таратыу.
Дәрестәрҙә компьютер, йәғни презентациялар ҡулланыу.
Хәҙерге заманда башланғыс синыф балалары ла кәрәкле мәғлүмәтте китаптан уҡып белеүгә ҡарағанда интернет аша алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шуға ла дәрестәрҙә яңы метод һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланырға кәрәк. Компьютер технологияһы дәрестәрҙе күпкә һөҙөмтәлерәк үткәреү, уҡыу-уҡытыуҙың сифатын күтәреү мөмкинлеге бирә. Уны төрлө йүнәлештә ҡулланырға була: дәрескә ыңғай мотивация тыуҙырыу, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу, дәрес ваҡытында актив ҡатнашыуҙарын булдырыу мөмкин. Бының өсөн презентация алымын ҡулланыу отошло. Презентацияны дәрестең һәр этабында ҡулланырға мөмкин. Тик балаларға ҡыҙыҡ өсөн түгел, ә дәрестең сифатын, һөҙөмтәһен , уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген күтәреү һәм ваҡытты экономиялау маҡсатында ҡулланырға кәрәк. Слайдтар төп теманан ситләшергә тейеш түгел.
Мәҫәлән, дәрестең башында уянып китеү өсөн башланғыс синыфта хор менән шиғырҙар уҡыу оҡшай.(слайд 1). Проблемалы эштәр, уйындар аша тема, маҡсат билдәләп, йәки уҡыясаҡ хикәйәне фаразлап , аҙаҡ үҙҙәре әйткән тема, маҡсат, фараздары килеп сыҡһа уларға ҡыҙыҡ. (слайд 2) Ял минуттарында музыка аҫтында йәнһүрәт персонаждарын ҡабатлап хәрәкәттәр яһайҙар. (слайд 3) Математика дәрестәрендә телдән иҫәп үткәреүҙә, таблицалар бирелә һәм уның буйынса төрлө эштәр бирелә.(слайд 4) Ғәмәли эштәр өсөн күнегеүҙәр өҙерләргә мөмкин. Улар өҫтәндә эш барышында уҡыусылар үҙҙәре ҡағиҙә сығара һәм экрандағы менән сағыштыра. (слайд 5) Орфограммалар өҫтөндә эш үткәрелә, аҙаҡ тикшерәләр һәм хаталар өҫтөндә эш үткәрелә. (слайд 6)
Төрлө һүрәттәр менән телмәр, ижади һәләттәрен, фекер ҡеүәләрен үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән, бер һүрәт буйынса ғына егерме төрлө эш бирергә мөмкин.(слайд 7) Һөйләм сиктәрен билдәләү баш хәреф йәки һөйләм төрҙәрен үткәндә файҙалы. (слайд 8) Дәрес аҙағында смайликтар, төрлө һүрәттәр менән баһалау уүышлы. Рефлексия төрҙәре лә бик күп.
Кластан тыш эштә лә презентацияны уңышлы файҙаланырға мөмкин. “Атай, әсәй – изге һүҙҙәр” тигән кисә үткәрҙек һәм балалар менән атай-әсәйҙәре тураһында презентация эшләнек. (слайд 9) Бындай эштәр кисә-байрамдарға йәм өҫтәй. Кластан тыш эшмәкәрлек дәресендә яйлап өйрәнәбеҙ һәм эҙләнеү эше буйынса проекттар яҡлайбыҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ.
Әлбиттә, презентациялар әҙерләү күп ваҡыт талап итә, әммә бер нисә дәресте әҙерләп алһаң, ҡалған дәрестәрҙе ошо шаблондар нигеҙендә эшләп була.
*Урман-беҙҙең дуҫыбыҙ.
*Кем урманды һаҡламай, шул тәбиғәттең дошманы.
*Бер ағас ҡырҡһаң,икене ултырт.
Ылыҫлы ағастар
Япраҡлы ағастар
Ҡатнаш урман
Тәбиғәттәге бәйләнеш
Йыр “Шатлыҡ” Ярамай
Дуҫтар булғанға ҡыуанып Өлкәндәр гел ярамай ти
Йөрәк шатлыҡлы тибә Өлкәндәр менән ҡыйын
Йылмайһа яҡын дуҫым Ҡарап ҡына торалар шул
Хатта күҙ йәше кибә Торалар гелән тыйып
Шатлыҡ-4
Шатлана бар ғаләм Донъя ҙурҙар ҡулында шул
Йондоҙ-ҡарға ҡушып Беҙҙеңсә генә булмай
Ебәрә ергә сәләм Ярамайҙы тыңлай-тыңлай
Шатлыҡ ебәрә ергә сәләм Үҫәбеҙ,үҫәбеҙ инде шулай
Гәүһәр төҫлө йәйғор ҙа Шырпыға тейеү ярамай
Көмөш сыңлы ямғыр ҙа Ҡайсыһы ла ҡот осҡос
Ҡар өҫтө мамыҡ юрған Улар уйынсыҡ түгелдәр
Юрған өҫтөндә юрға Улар бары ҡотортҡос
Бына шундай тылсымға Яй атлама, шәп йүгермә
Тик дуҫлыҡ ҡына эйә Ишетелмәй ҡысҡырма
Бурандарҙы йырлатып Матур ғына итеп һөйлә
Йөрәккә шатлыҡ өйә Һаҡау һүҙҙәр ҡыҫтырма
Тыңлағас тыңлайыҡ инде
Ҡартаймаһын әсәйҙәр
Ҡурҡытмайыҡ атайҙарҙы
Улар беҙ тип йәшәйҙәр
Тор-тор Беҙ хәҙер уҡыусылар
Ҡояш сыҡты ла инде Уйын бүтән күп эләкмәҫ
Тор-торҙан хәбәр килде Беҙ хәҙер уҡыусылар
Елдәр ҡыуа болотто Беренсе сентябрь менән
Мин йоҡомдо оноттом Ҡотлай уҡытыусылар
Мәктәп беҙгә ишек аса
Әтәс һайлай кәртәне Көтәлер ҡыҙыҡ дәрес
Сәләмләргә иртәне Көтәләрҙер ҡыңғырауҙар
Турғайҙар эй ҡойона Көтә оҙон тәнәфес
Йылы ямғыр һыуына
Астым инде күҙемде Бүтән беҙҙең уйҙарыбыҙ
Тоттом әйткән һүҙемде Икенсерәк хәстәрҙәр
Әсәй уятҡас торам Хәҙер беҙҙең биштәр менән
Мин бит мәктәпкә барам Китап, ҡәләм, дәфтәрҙәр
Күмәкләшеп беҙ мәктәптә
Үтһәк ун бер баҫҡысты
Сикһеҙ донъяның серҙәрен
Асыр белем асҡысы
Әлифба Уҡытыусыма
Һәр партала иң уртала Иркен беҙҙең мәктәбебеҙ
Әлифба тигән китап Бәләкәй генә дәүләт
Һүрәттәре бигерәк күп Уҡытыусы апайыбыҙ
Асып ҡарайбыҙ ҡат-ҡат Уҡыта беҙҙе һәйбәт
Белем донъяһына ишек Яйлап тормошҡа әҙерләй
Әлифба тигән китап Бәхетле киләсәккә
Рәхмәт әйтеп йыр йырлайбыҙ Беҙҙең икенсе әсәй ул
Ошо китапҡа атап Рәхмәтебеҙ ҙур уға
Уҡытыусы әлифбанан Тыңлаһаҡ-тыңламаһаҡ та
Беҙгә хәреф өйрәтә Апай беҙҙе ярата
Таҡтаға яҙып күрһәтә Ҡыҙыҡ әкиәттәр һөйләп
Шунан ҡабат һөйләтә Ауыҙына ҡарата
Һыҙыҡтарҙан, ырғаҡтарҙан Уҡытыусы апайыбыҙ
Тора икән хәрефтәр Гел генә беҙҙең янда
Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә Матур үтә көндәребеҙ
Өйрәнәбеҙ дәрестә Уҡытыусы булғанға
Уҡытыусы тәүәкәллек
Кәрәк ти бит һәр эштә
Әлифбаны ҡыйыу асҡас
Серен сисә хәрефтәр
Уҡытыусым
Уҡытыусым бар
Беҙ икәү бергәләп
Китап –дәфтәрҙәр ҙә
Беҙҙең эргәлә
Ярҙам кәрәкһә
Яныма ул килә
Кәйефте күтәрә
Күңелде таба
Белем донъяһын
Ул беҙгә күрһәтә
Бар булған һөйөүен
Беҙгә тарата
Тема:Йәнле тәбиғәттең бер-береһе менән бәйләнеше
Маҡсат: 1) Тәбиғәттәге бәйләнеште эҙләү һәм күҙәтеү.
2) Фекерләү ҡеүәләрен, телмәрҙәрен,күҙәтеүсәнлек һәм үҙҙәренең
булған белемдәренә таянып яңы белемдәр эҙләү һәләттәрен
үҫтереү.
3)Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
Йыһазландырыу: компьютер,телевизор,презентация, ағас һүрәттәре, дарыу
үләндәре.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу.
- Хәйерле иртә, балалар! Ҡунаҡтар менән иҫәнләшеп алайыҡ
Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ!
Һаулашабыҙ, сәләм бирәбеҙ.
Һаумыһығыҙ тигән матур һүҙҙе
Бар донъяға ебәрәбеҙ (слайд 1)
-Кластан тыш эшмәкәрлек дәресен башлайыҡ. Кәйефтәр нисек? Шәпме? Шәп булғас, эштәребеҙ ҙә шәп барыр тип уйлайым. Ә инде дәрестә уйларбыҙ, һөйләрбеҙ, булған белемдәребеҙгә таянып эҙләнербеҙ.
2. Тема, маҡсат билдәләү.
- Эште йомаҡтан башлайыҡ.
*Ҡарап торһаң, йәне юҡ, тупраҡ ашай, һыу эсә, үҙе юғары үҫә.
- Дөрөҫ, ағас. Ағас тигәс һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?Күҙҙәрҙе йомдоҡ та күҙ алдына килтерәйек. (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Тимәк, дәрестең проблемаһы ниндәй буласаҡ? (Урман тормошон күҙәтеү, өйрәнеү)
-Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа урмандар бик күп. Ниндәй урмандар була? (япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш – слайд 2,3)
-Урман – ерҙең үпкәһе тиҙәр. Ни өсөн? (слайд 4)
-Беләһегеҙме, бер рәссам (слайд 5) урман һүрәтен төшөрөргә уйлаған. Урман-ул ағастар, ҡыуаҡтар тип фекер йөрөткән дә ағастар эшләгән. Бына ошолай итеп (слайд 6). Үҙ эшенә һоҡланып ҡарап торған да ҡайҙалыр сығып киткән. (слайд 7)
-Рәссам килгәнсе ағастан нимәләр эшләп була икәнен һөйләй торайыҡ. (слайд 8- уҡыусыларҙың һөйләүҙәре)
- Рәссам ҡайтып ингән һәм үҙ күҙҙәренә ышанмаған.Ағастар ҡороған, ҡарағыҙ әле. (слайд 9) Урманға нимә булғанын аңламай рәссам һеҙҙән кәңәш һорай. (Унда үҫемлектәр, сәскәләр юҡ бит)
-Рәссам уларҙы эшләгәнсе ошо һүрәттәр араһынан үҙегеҙгә бирелгән ағасты алығыҙ һәм әҙерләп килгән мәғлүмәттәрегеҙ менән беҙҙе таныштырып китегеҙ (һәр уҡыусы бер ағас тураһында һөйләй)
-Хәҙер фаразлап алайыҡ әле. Дөрөҫ яуапты табырһығыҙмы икән? (слайд 10- бер нисә яуап бирелгән, дөрөҫөн табалар)
*Ниндәй ағастан музыка ҡоралдары яһайҙар? (саған)
*Шырпыны ниндәй ағастан эшләйҙәр икән? (уҫаҡ)
*Беҙҙең яҡтарҙа иң оҙаҡ йәшәгән ағас? (имән)
*Беҙҙә ниндәй ағас һуң ғына сәскә ата? (йүкә)
*Һуйыр ҡыш көнө ниндәй ағастың ылыҫы менән туҡлана? (ҡарағай)
- Рәссам төшөрөп бөткән. Матурмы хәҙер? (слайд 11) Ә һеҙ ниндәй үҫемлектәр беләһегеҙ? (Туп менән уйын, һелтәһәм үҫемлек әйтеп кире бирәләр)
-Һеҙгә дарыу үләндәре килтерергә ҡушҡайным. Үләндәрегеҙҙе күрһәтеп алға сығып һөйләгеҙ (үҙҙәре килтергән дарыу үләненең файҙаһы, ҡулланылышы тураһында һөйләйҙәр)
-Беҙ һөйләшкәнсе урманыбыҙ тағы ҡороған бит. Ни өсөн һуң? (слайд 12)
(Бәшмәктәр юҡ бит) Слайд 13
-Бәшмәктәр ни өсөн кәрәк?
- Мин бәшмәктәрҙе күрһәтә барам, ә һеҙ ашай торған булһа баҫаһығыҙ, ағыулы булһа сүкәйәһегеҙ.
-Беҙ уйнағансы урманыбыҙ тағы ҡороған бит.(слайд 14) Хәҙер нимә эшләйбеҙ? (бөжәктәр булмағанға)
Бәжәктәрҙе эшләгәнсе, берегеҙ берәй бөжәкте һүрәтләй, ә ҡалғандарығыҙ уны танырға тырышығыҙ (Слайд 15 – күрһәтеп барыла)
-Урманыбыҙ барыбер ҡорой бит. Нимә эшләйбеҙ? (бөжәктәр ағастарҙы ашап бөткән бит, ҡоштар кәрәк) слайд 16
- Ике рәт ярышып ҡош исемдәрен әйтегеҙ. (Таҡтала билдәләп барыла һәм еңеүсе рәт билдәләнә)
-Ҡоштар ни өсөн кәрәк? (яуаптар һәм хор менән “Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар”)
- Нисек ярҙам итәбеҙ? (слайд 17)
-Урманыбыҙ тағы ҡороно. Тағы нимә етмәй һуң? (йәнлектәр кәрәк бит)
-Хәҙер “Тирмәкәй” әкиәтен сәхнәләштереп ҡарайыҡ.(ролдәрҙе бүлеп алыу) Өйгә индергәндә һәр йәнлек үҙе менән таныштырырға тейеш
-Ни өсөн рәссамдың һүрәте ыңғай ғына килеп сыҡманы?
(уҡыусылар һәр береһе үҙ фекерен әйтәләр)
-Эйе, тәбиғәт ул беҙҙең организм кеүек. Бөтә нәмә бер-береһенә бәйләнгән (слайд 18- бәйләнеште бергәләп күҙәтеү)
-Ниндәй һығымта яһайбыҙ?
(Тәбиғәттә беҙгә күренмәгән ептәр бик күп. Уларҙың береһен генә өҙһәк тә тәбиғәт юҡҡа сыға)
-Юҡҡа сыға тигәс,әйтегеҙ әле бөтөп барған үҫемлек, йәнлектәрнимәгә яҙыла?
-Эйе, Ҡыҙыл китап (слайд 19)
-Ошо урманға нимә әйтерһегеҙ? Слайд 20-сүп-сар ташланған урман)
-Үҙебеҙ ҡағиҙәләр төҙөйөк (уйлап сығара баралар, слайдта 21 күренеп бара)
- Дәресебеҙ аҙағына яҡынлашты. Нимә алдығыҙ был дәрестән?Дәрес оҡшаһа, һеҙгә файҙалы булһа ҡояш һүрәте,ә инде бер нәмә лә алманым, үҙем белә инем тип уйлаһағыҙ болот һүрәте эшләгеҙ (эшләйҙәр һәм һәр уҡыусы үҙ фекерен әйтә)
- Икенсе эҙләнеү дәресенә нимә әҙерләйәсәгегеҙҙе белер өсөн ошо пазлды төҙөп ҡарағыҙ. (һәр уҡыусыға ниндәй үҫемлек эләгә, шул турала проект эшен әҙерләйҙәр)
Иҫке Собханғол мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы
2-се синыфта әҙәби уҡыу дәресе
Тема: В.Исхаков. Айнурҙың дуҫтары
(“Йыл уҡытыусыһы-2015”)
Башҡарҙы:Сатвалова Л.Р.
2014/2015 уҡыу йылы
Галиакберовский филиал МОБУ СОШ с.Старосубхангулово
Урок русского языка по теме:
«Слова, которые отвечают на вопросы
“Что делает?, Что делал?, Что сделал?»
(Методическая неделя по русскому языку)
Выполнила: Сатвалова Л.Р.
2014/2015 учебный год
Выступила:
СатваловаЛ.Р.
учитель начальных классов
Протокол педагогического совета
№_____ от___________________
2013 год
Күпме дәрес тәнәфестәр
Көндәлек өйгә эштәр
Китапхана дәреслектәр
Ҡуйылмай ҡалған биштәр
Барыһы ла артта ҡалды
Һуңғы ҡыңғырау бөгөн
Онотмағыҙ тиеп зыңлай
Белемтау бейеклеген
Уҡығанда уйнағанда
Булған төрлө осраҡтар
Тәүге тапҡыр ғашиҡ булып
Янып йөрөгән саҡтар
Тағы бер йыл үтеп китте
Артылыш ала-ала
Ауырлыҡтар онотола
Белем мәңгегә ҡала
Уҡытыусы моңһоу ҡарай
Ялға оҙата мәктәп
Көҙөн ҡыңғырау зыңлаһа
Килегеҙ ти йәһәтләп
Нурислам
Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн
Хушлашыу мәле етте
Һеҙгә артабан уҡырға
Ваҡыт та килеп етте
Юлиә
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә
Был доньяла юлдар тулы
Тик барынан яҡыныраҡ
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы
Айҙар
Үҫеп тә киткәнһегеҙ
Буйға ла еткәнһегеҙ
Апайҙар һәм ағайҙар
Булып та киткәнһегеҙ
Алтынай
Кисә генә әле һеҙ
Бик бәләкәй инегеҙ
Ә бөгөн ҡыңғырау һуға
Саҡырып оло юлға
Зарина
Ә хәҙер һеҙҙең алда
Ҙур имтихандар тора
Тик еңә ала уны
Кем яҡшы ниәт ҡора
Илгизәр
Төрлө һөнәр кәрәк илгә
Тырыш хеҙмәт итегеҙ
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа
Онотмағыҙ, килегеҙ!
Илзидә
Хәйерле юл, ағайҙар!
Хәйерле юл, апайҙар!
Юлдарығыҙ уң булһын,
Күгебеҙ яҡты булһын.
Йәмилә
Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул
Бик тырышып уҡығыҙ
Һеҙгә һаулыҡ, уңыш теләп
Ҙур юлға оҙатабыҙ Аҡ юл, һеҙгә!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
2012 ел- тарих елы. Туган авылым минем Колшәрип
класс сәгате...
2012ел-Тарих елы. Туган авылым чишмәләре.
Класс сәгате....
2012ел-Тарих елы. Туган авылым чишмәләре.
Класс сәгате....
Гаяз Исхакый
Реферат, посвящённый 135 летию со дня рождения Гаяза Исхакый, выдающемуся деятелю татарского национального движения, писателю, публицисту, издателю и политику....
Актаныш- тарих битләрендә
Актаныш тарихы...
«Тәуелсіз елдің білімді ұрпақтары» сайыс
Қазақстан елі бойынша жинақтаған білімдерін, танымдық қабілеттерін арттыру.Сайыскерлердің ойлау, сөйлеу дағдысын дамыту, өз ойын жеткізе білуге, ізденуге қалыптастыру.Туған жерін, Отанын қастерл...
1 класс тест жинақтары
1 класс тест жинақтары...