Минең яратҡан ҡалам.
Минең исемем Гүзәл. Мин Нефтекама калаһында йәшәйем. Тәү тәпәй баҫҡан ерем ошо ҡалам.
Һәр кешенең тыуған яғы бар. Тыуған яғын яратмаған кешеләрҙе мин күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡайһы ғына яҡҡа сығып китһәң дә, тыуған яҡ һағындыра , тыуған өйҙөң ҡәҙерен белә башлайһың. Сит яҡҡа сығып киткән өлкән апайҙар, ағайҙар тыуған яҡтарын һағынып ҡайталар.
Тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һоҡланып бик күптәр шиғырҙар, йырҙар, көйҙәр яҙалар. Мин дә күңелем менән тыуған яғымды яратам, уның гүзәллегенә һоҡланам.
Нефтекамала быуындан - быуынға күсеп килгән халыҡ байрамдары бик күп үткәрелә. Һабантуй байрамы, бәпескә исем ҡушыу, ҡорбан байрамы, ҡарға бутҡаһы һ.б
Тыуған илемдең күлдәре, тауҙары, ағастары, баҫыуҙары, шишмәһе хайран ҡалырлыҡ бай, матур. Башҡортостаныбыҙ йылғаларға, күлдәргә, шишмәләргә бик бай төбәк. Ағиҙел йылғаһы беҙҙең быуаттарҙан килгән ғорурлығыбыҙ. Тыуған еремдең тәбиғәте, һәр миҙгелдә үҙенсә матур.
Беҙҙең ҡалаға һоҡланмай булмай: үҙенең бай тарихы, халыҡтар дуҫлығы менән, тәбиғәт ресурстары, завод-фабрикалары менән халыҡта ғорурлыҡ хисе уята. Бер НефАЗ-ы ни тора!
Ҡалабыҙ ер аҫты байлыҡтары менән дә бай ҡала.
Тыуған яҡ тураһында әйткәндә, тел тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Башҡортостан күп милләтле республика. Беҙҙә 100-ҙән ашыу милләт халҡы йәшәй.
Йәйге каникул ваҡытында мин ҡустым Шамил менән бынан 20 километр алыҫлыҡта, Нуғай ауылына өләсәйем менән олатайым янына ҡайтабыҙ. Улар янында мин туған телдә һөйләшәм. Олатайыма рус телендә яуап ҡайтарһам- «Беҙҙең телдә һөйләш, балам»-ти.
Күпселеге атай-әсәй телендә һөйләшергә тура килә. Балалар баҡсаһынан бирле минең дуҫтарым рус телендә һөйләшә. Туған телде онотмаҫҡа, яратырға, хөрмәт итергә кәрәк.
Ауыл ерендә матур, саф, таҙа һауа, йылғалар,күлдәр күп. Эҫе йәй көндәрендә һыу инәбеҙ. Ҡаҙ бәпкәләре һаҡлайбыҙ. Баҡса утайбыҙ. Өләсәйҙәрем менән бесән эҙерләйбеҙ. Малдарға ҡышҡа ризыҡ. Йәйге урмандың матурлығын тел менән әйтеп бөтөргөһөҙ: матур аҡландар, йәшел үлән, саф һауа,йомшаҡ ел, ҡояшлы йылы көн...
Арып эшләгәндән һуң олатайым усаҡ янында шишмә һыуы менән ҡайнар сәй эсерә. Һөтлө сәй хуш иҫле, йомшаҡ, тәмле. Бесәннән ҡайтҡанда өләсәйем менән ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйбеҙ, дарыу үләндәре йыябыҙ;мәтрүшкә, баҡа япрағы, юкә сәскәһе, ҡайһы ваҡыт еләк йыйырға ла етешәбеҙ.
Үҙебеҙҙең тыуған яҡ менән мин бик ғорурланам, тыуған яғымды яратам.
Вложение | Размер |
---|---|
moratova_guzl.docx | 15.19 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ 12- СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ (12-СЕ УДББМ МДББАУ) | МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №12 ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (МОАУ СОШ №12) |
Мипнең яратҡан ҡалам
Мой любимый город
(Инша)
Башҡарҙы: 7-се а класы уҡыусыһы Моратова Гузәл
Уҡытыусыһы: Хузина Фәйрүзә Рәфит ҡыҙы
Выполнила: ученица 7 а класса Муратова Гузель
Учитель: Хузина Файруза Рафитовна
2019 йыл
Минең яратҡан ҡалам.
Минең исемем Гүзәл. Мин Нефтекама калаһында йәшәйем. Тәү тәпәй баҫҡан ерем ошо ҡалам.
Һәр кешенең тыуған яғы бар. Тыуған яғын яратмаған кешеләрҙе мин күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡайһы ғына яҡҡа сығып китһәң дә, тыуған яҡ һағындыра , тыуған өйҙөң ҡәҙерен белә башлайһың. Сит яҡҡа сығып киткән өлкән апайҙар, ағайҙар тыуған яҡтарын һағынып ҡайталар.
Тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һоҡланып бик күптәр шиғырҙар, йырҙар, көйҙәр яҙалар. Мин дә күңелем менән тыуған яғымды яратам, уның гүзәллегенә һоҡланам.
Нефтекамала быуындан - быуынға күсеп килгән халыҡ байрамдары бик күп үткәрелә. Һабантуй байрамы, бәпескә исем ҡушыу, ҡорбан байрамы, ҡарға бутҡаһы һ.б
Тыуған илемдең күлдәре, тауҙары, ағастары, баҫыуҙары, шишмәһе хайран ҡалырлыҡ бай, матур. Башҡортостаныбыҙ йылғаларға, күлдәргә, шишмәләргә бик бай төбәк. Ағиҙел йылғаһы беҙҙең быуаттарҙан килгән ғорурлығыбыҙ. Тыуған еремдең тәбиғәте, һәр миҙгелдә үҙенсә матур.
Беҙҙең ҡалаға һоҡланмай булмай: үҙенең бай тарихы, халыҡтар дуҫлығы менән, тәбиғәт ресурстары, завод-фабрикалары менән халыҡта ғорурлыҡ хисе уята. Бер НефАЗ-ы ни тора!
Ҡалабыҙ ер аҫты байлыҡтары менән дә бай ҡала.
Тыуған яҡ тураһында әйткәндә, тел тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Башҡортостан күп милләтле республика. Беҙҙә 100-ҙән ашыу милләт халҡы йәшәй.
Йәйге каникул ваҡытында мин ҡустым Шамил менән бынан 20 километр алыҫлыҡта, Нуғай ауылына өләсәйем менән олатайым янына ҡайтабыҙ. Улар янында мин туған телдә һөйләшәм. Олатайыма рус телендә яуап ҡайтарһам- «Беҙҙең телдә һөйләш, балам»-ти.
Күпселеге атай-әсәй телендә һөйләшергә тура килә. Балалар баҡсаһынан бирле минең дуҫтарым рус телендә һөйләшә. Туған телде онотмаҫҡа, яратырға, хөрмәт итергә кәрәк.
Ауыл ерендә матур, саф, таҙа һауа, йылғалар,күлдәр күп. Эҫе йәй көндәрендә һыу инәбеҙ. Ҡаҙ бәпкәләре һаҡлайбыҙ. Баҡса утайбыҙ. Өләсәйҙәрем менән бесән эҙерләйбеҙ. Малдарға ҡышҡа ризыҡ. Йәйге урмандың матурлығын тел менән әйтеп бөтөргөһөҙ: матур аҡландар, йәшел үлән, саф һауа,йомшаҡ ел, ҡояшлы йылы көн...
Арып эшләгәндән һуң олатайым усаҡ янында шишмә һыуы менән ҡайнар сәй эсерә. Һөтлө сәй хуш иҫле, йомшаҡ, тәмле. Бесәннән ҡайтҡанда өләсәйем менән ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйбеҙ, дарыу үләндәре йыябыҙ;мәтрүшкә, баҡа япрағы, юкә сәскәһе, ҡайһы ваҡыт еләк йыйырға ла етешәбеҙ.
Үҙебеҙҙең тыуған яҡ менән мин бик ғорурланам, тыуған яғымды яратам.
И тут появился изобретатель
Ласточка. Корейская народная сказка
У меня в портфеле
Рисуем "Осенний дождь"
Как я избавился от обидчивости