“ Сәскә ат һин, гүзәл төйәгем! ” байрамын үткәреү өсөн сценарий
материал (старшая группа)
Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, Илеш район халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм герой исеменә лайыҡ булған батырҙары менән кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың билдәле шәхестәре, уларҙың илебеҙ алдындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләү;
Кескәйҙәрҙең батырҙарға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ хистәрен тәрбиәләү, туған телгә мөхәббәт уятыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ssk_at_guzl_toygem.docx | 19.64 КБ |
Предварительный просмотр:
Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
“ Сәскә ат һин, гүзәл төйәгем! ”
байрамын үткәреү өсөн сценарий
Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы
Маҡсат: Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, Илеш район халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм герой исеменә лайыҡ булған батырҙары менән кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың билдәле шәхестәре, уларҙың илебеҙ алдындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләү;
Кескәйҙәрҙең батырҙарға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ хистәрен тәрбиәләү, туған телгә мөхәббәт уятыу.
Сәскә ат һин, гүзәл төйәгем!
1.-Тыуған ил ҡайҙан башлана? Ул туып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе һине тыуҙырған эсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң йылыһы- һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме- тыуған өйөң, иң йәмлеһе- тыуған тәбиғәтең.
Тыуған илем- Рәсәй. Тыуған төйәгем- Башҡортостан, тыуған ерем- Илешем, тыуған халҡым, тыуған телем- иң изге төшөнсәләр.
2. Ер шарының ҡартыһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Әйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайһыһы- бөйөк Рәсәйү
Шундай йәшел, юғары.
Картаға ҡарап, ермде;
-Бер япраҡ саҡлы- тинем,
Мин хайранмын киңлегенә,
Башҡортостаным- илем!
3.Халҡым күңелеләй киң далалар,
Офоҡтарға китеп юғала.
Башҡортостан һыбай елә кеүек,
Киләсәккә ап-аҡ юрғала.
4.Ағиҙелдәй шаулап аға тормош
Һәм ҡушыла бөйөк Иҙелгә
Гөлбаҡсалай итер өсөн ерҙе
Яңы буын үҫә был ерҙә.
5.Республикала баш ҡалаһы Өфөнөң-455 йыллыҡ тарихы бар. Уның бөгөнгөһө әкиәттәге тылсымлы хан ҡалаһын хәтерләтә.
Республикала 21 ҡала, 54 район, 41 ҡала тибында ҡасабы, 4674 ауыл бар. Бөтөнөһө 13 меңгә яҡын йылға. Иң ҙур , мул һулылары Ағиҙел, Ҡараиҙел, Дим, Әй һанала.
Күлдәре, тауҙары, иркен баҫыуҙары, бай урмандары- тәбиғәтебеҙҙең күркәм биҙәге булып тора.
“Бәхәс” Р. Хәйри ( сәхнәләштәреү)
-Күмәкләшеп сәй эскән дә
Кисендә оҙон ҡыштың,
-Иң матур ер ниндәй ер? – тип
Һораны ҡапыл ҡустым.
- Ер шарында иң һәйбәт ил-
Беҙҙең Рәсәй,- тине әсәй.
Беҙҙең илдә бөтә халыҡ
Бер гаилә булып йәшәй!
-Башҡортостан-Рәсәйҙең
Йөҙөк ҡашы, - ти атайым.
- Беҙҙең район- ер йөрәге,
Йыр башы, -ти олатайым.
- Йң матуры- беҙҙең ауыл,-
Тип өләсәй тамаҡ ҡыра.
Атай әйтә: Ә ауылда
Иң матуры- беҙҙең урам!
-Беҙҙең өй һуң!- тине ҡустым,
Бер аҙ ғына уйлап торғас,-
Ер шарында иң матур өй
Булып сыға, былай булғас!
-Был донъяның иң матур бер төбәге- Илештер! Иң ҡайнар ҡояш, иң яҡты ай, иң серле йондоҙҙар Илеш өҫтөндә генә яналыр!
- Донъялағы иң һылыу ҡыҙҙар, иң батыр егеттәр Илештә генә үҫәләр!
-Ер йөҙөндәге иң эшсән, уңған, иң сабыр һәм игелекле кешеләр, моғайын, Илештә генәлер!
- Илешебез күркәм юбилейын 75 йәшен ҡаршылай.
Тыуган яғым Илешемә
Байлыҡ бирелгән өйөп,
Йырға күҫкән Базы буйын
Һәр кеше маҡтар һөйөп.
Йыр “Тыуған ауылым”.
-Беҙҙең яҡтар- дала , урман яғы,
Офоҡтарға етә ҡырҙары.
Беҙҙең яҡтар- ҡояш, нурҙар яғы,
Ҡунуҡсыллыҡ яғы, йыр яғы.
- Беҙҙең яҡта шатлыҡ, һөйөнөстәр
Уртаҡ булған һайын арталар
Тормош йөгөн беҙҙә бөтәһе лә
Бары төпкә егелеп тарталар.
-Ә байрамдар!!!
Һанап бөтөргөһөҙ.
Икмәк булғас, тимәк йыр ҙа бар,
Һабантуйҙар, уңыш байрамдары
Ҡаҙ өмәһе:
Гөрләй ызбалар.
- Табындарҙа күпме ризыҡ тора!
Ләкин икмәк һәр саҡ гел түрҙә
Унан ҡәҙерлерәк нимә булһын-
Күпме хеҙмәт һалып үҫтер ҙә!
-Күкрәгеңә терәп икмәк телеү
Игенсегә нисек килешә!
Икмәк һәм йыр ҡаршы алыр һеҙҙе
Килеп кергән саҡта Илешкә.
- Ҡаршы алыр һеҙҙе аҡ ҡайындар
Туҡ башаҡлы иген ҡырҙары
Беҙҙең яҡтар- ҡояш, нурҙар яғы.
Ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы.
Йыр “Аҡ икмәк”
-Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған
Исемдәре тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә йыраҡ йылдарҙан!
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ яҙы яҡынлаша. Илебеҙ күгенең 65 йыл аяҙ булуы менән беҙ ветерандарға бурыслы.
“Священная война” көйө.
-22 июнь. Таң атып килә. Ауыл- ҡалалар тыныс йоҡола. Сабыйҙар иҙрәп йоҡлай. Тик фашистар сикте боҙоп үлем утын аса. Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
- Бер ҡайтырбыҙ тиеп китһәләр ҙә
Бик күптәре кире ҡайтманы
Был һуғышта бетмәҫ дандар алған
Батырҙар күп беҙҙең Илештән.
-Илештән һуғышҡа 10220 кеше китә. Шуның 3379 исән ҡала, 6847 һуғыш яланында ятып ҡала.
1945 йыл 9 май- ҙур ҡорбандар биреп алынған Еңеү көнө килә.
“ День Победы” көйө яңғырай.
-Илештең 2 батыр улына Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.
Муса Ғәрәев- ө тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Летчик-штурмовик Мәскәүҙә Еңеү парадында ла Ҡатнаша. Герой иҫтәлегенә Йәркәйҙә һәм тыуған ауылы Таш Шишмәлә музей асыла.
Әнвәр Абдуллин- Дөмәй Ауцылынан сыҡҡан Герой Сталинградта Курск дугаһында һуғышып Кенисбергка барып етә. Һуғыштан ҡайтҡас та, улар тыл ҡаһармандары менән төннө-төнгә ялғап, тормошобоҙҙы тергеҙеү өҫтөндә эшләйҙәр.
Бынан тыш Социалистиу хеҙмәт Героәҙары “ Хеҙмәт даны “ ордендарының тулы кавалерын бүләк иткән Илеш ере, 34 кеше Ленин орденына лайыҡ булған. Бер генә районда ла ошо саҡлы геройҙар сыҡҡаны юҡтыр.
-Илешкәйем ғорурлана ала
Күпме батыр ҡыҙы-улынан
Мин Илешкә һәйкәл ҡуйыр инем,
Килһә икән әгәр ҡулымдан.
-Илеште Илеш итеп балҡытыусы биҙәктәр, йондоҙҙар күп төрлө. Был биҙәктәрҙе кемдәрҙер уның гүзәл тәбиғәте, кемдәрҙер-уңдырышлы ере, кемдәрҙер уңған кешеләре менән билдәләй.
Ысынлап та, йөрәге менән саф, эштәре менән уңған, күңеле менән йомарт ҡына тугел йырлы –моңло халыҡ йәшәй бында.
-Илештең данын –ошо ерҙә туып үҫкән фән тауҙарына менгән- ғалимдар, ижад киңлектәренә сыҡҡан күренекле яҙыусылар, композиторҙар, рәсамдар, арыштар ҙа күтәрә.
- Кемдәр һуң улар
-Профессор Нәзиф Бахтизин-Яңы Аташ ауылынан. “ Сулпан” тигән яңы төр арыш орлоған Илеш ерендә һанап бөтә Рәсәйгә танылыу табалар.
Уның улы Бәхтизин Рәмил- физика, математика фәндәре докторы, профессор.
Ривнер Ганиев – Тәжәй ауылынан сыҡҡан ғалим-академик, техник фәндәр докторы, профессор. Уны Башҡортостан Сухомлинстисты тип атайҙар.
Илештән сыҡҡан ғалимдар йөҙләгән .Уларҙың барыһын да һанап сығарлыҡ түгел.
Йыр “Өйрәтегеҙ генә”.
- Башҡорт һәм татар әҙәбиәтенә лайыҡлы өлөш индергән яҙыусы-шағирҙар: Суфиян Поварисовты,Әхсән Баянды,Ринат Хәйриҙе, Хәсән Сарьянды, Роберт Миңнуллинды, Марат Кәбировты, Индира Муллаянованы , Рим Ғасҡаровты, Рәшит Фазлыевты, Ғата Исхакиҙы, һәм башҡа бик күптәрҙе биргән тупраҡ нисек шиғри булмаһын инде.
- Музыка доньяһында:
!.Сажидә Галимова, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәйрүзә Шәйзуллина, Халит Фатихов, Фәйрүзә Нуриева, Фәрзәнә Абдуллина, Иҙрис Кәлимуллин, Резеда Фәхруллина һ.б.
Башҡортостан – баҡса иле,
Илешем –бер сәсәге
Яктыларҙан яҡты уның
Бөгөнө, киләсәге.
Башҡортостан –яҡты ҡояш,
Илешем- яҡты йондоҙ
Был йондоҙҙа күпме милләт,
Йәшәмәй улар яңғыҙ.
Сәхнәнең йәш йондоҙҙары: Дамира Сәйетова, Зилә Мусина, Алмас Саетов, Рәсимә Сәләхова,Зөхрә Әсәҙуллина биргән ер нисек йырлы-моңло булмаһын.
Композиторҙар: Данил Хасаншин, Резеда Әхиәрова, Вәсил Ғәлимов. Үҙешмәкәр композиторҙар- Фәрит Харрасов, Ринат Мәжитов, Мөҙәрис Ғәҙетдинов.
Рәссамдар- Масабих Ахунов, Ләйсән Рәхмәтуллина.
Архитектор- Рудоль Асаховтар тыуған ер нисек йәмле, гүзәл һәм уңдырышлы булмаһын!
Йыр “Бәләкәй арыш”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Яңы йыл байрамына сценарий
Уртансылар төркөмө өсөн яңы йыл сценарийы. Ҡар бабайҙа ҡунаҡта...
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта»
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта» Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау, балаларҙы Яңы йыл байрамы менән таныштырыу;Үҫтереү бурыстары: уйындар аша иғ...
8 март байрамына шиғырҙар
Әсәйҙәргә шиғырҙар...
Яңы йыл байрамына сценарий
Яңы йыл байрамына өлкәндәр төркөмөндә үткәреү өсөн сценарий...
Көҙ байрамына иртәлек
Урта төркөм балалары өсөн...
Сөмбөлә байрамына арналған сценарияһы. Сценарий осеннего развлечения для подготовительной группы «Сумбуля»
Сценарий осеннего развлечения для подготовительной группы «Сумбуля»...
JАҤЫ JЫЛДЫҤ БАЙРАМЫНА УЧУРЛАЛГАН ОЙЫН-JЫРГАЛ
Балдарга ойын-jыргал "Jаны jыл"...