Яңы йыл байрамына сценарий
учебно-методический материал (средняя группа) по теме

Уртансылар төркөмө өсөн яңы йыл сценарийы. 

Ҡар бабайҙа ҡунаҡта

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon yany_yyl_bayramyna_stsenari1.doc44 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы йыл байрамына сценарий.

 «Йәйғор» төркөмө

«Ҡар бабайҙа ҡунаҡта»

Балалар музыка аҫтында бүлмәгә инәләр, шыршы тирәләй теҙелеп баҫалар.

1-се бала:

Ҡар бурандарын уйнатып,

Яңы йыл килә.

Ярһыу ат егеп санаға

Ҡыш бабай елә.

Дуғаһында ҡынғырауҙар

Сылт-сылт сыңлайҙар.

Ҡуян, айыу һәм балалар

Шуны тыңлайҙар.

2-се бала:  Как красиво в нашем зале

Мы гостей сюда позвали.

Веселиться весь народ

Мы встречаем Новый год.

3-сө бала: Елочку-кпасавицу

В гости пригласили

Елочку красавицу

Сами нарядили.

4-се бала: Не коли иголками

 Попляши ка с нами!

 Елочка-красавица

 В зеленом сарафане!

Алып барыусы: Беҙҙең байрам башланды, ә ҡыш бабай һамман юҡ. Әйҙәгеҙ ҡыш бабайға шылтыратайыҡ. (телефон ала) Алло, алло, Ҡыш бабай! Бөгөн беҙҙә байрам, балалар һине көтә. Һин ҡасан килеп етәһең?

Ҡыш бабай(тауышы): Алло, алло! Оҙаҡламай килеп етәм!

Алып барыусы: Балалар, әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙы күмәкләп саҡырайыҡ.

Күмәкләп ҡысҡырып ҡыш бабайҙы саҡыралар.

Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Байрам менән бөтәгеҙҙе лә! Шыршығыҙ ниндәй матур!!!

Алып барыусы: Ҡыш бабай, ә ниңә беҙҙең шыршыла уттар янмай икән?

Ҡыш бабай: Хәҙер балалар яндырабыҙ беҙ уны. Бер, ике, өс! Ян, шыршы, ян!

Шыршыла уттар ҡабына

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ, Ҡыш бабай менән йырлап алабыҙ.

Шыршы тирәләй «Ҡыш бабай» йыры

Ҡыш бабай: Балалар, ә һеҙ һыуыҡтан ҡурҡаһығыҙмы?(Юююҡ)

Ҡыш бабай: Ә мин һеҙҙе туңдырам!!!

..Эх, һыуыҡ уйыны..

Балалар ултырғыстарға ултыра.

Ҡыш бабай:Балалар, әһеҙ миңә шиғырҙа әҙерләнегеҙме?

Балалар шиғыр һөйләй.

Ҡыш бабай шыршыла эленеп торған хатты күреп ҡала.

Ҡыш бабай: Балалар, бында ниндәйҙер хат эленеп тора. Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ.(Уҡый):

                      Балалар, мин һеҙҙе Ҡыш бабай менән бергә үҙемә ҡунаҡҡа саҡырам.    

                      Сәләм менән: Ҡар бабай.

Ҡыш бабай: Бабабыҙмы ҡунаҡҡа? (Бабабыыыҙ)

                      Нимә менән барабыҙ?(Сана менән)

Бейеү: Саналар.

Балалар ултыралар.

Өйөнән һеперә һеперә Ҡар бабай килеп сыға.

Ҡар бабай: Ох. Күп итеп ҡар яуған. Урамды һеперҙем, өйөмдө йыйыштырҙым. Тиҙҙән Ҡыш бабай килә. Бергәләп яңы йылды ҡаршылайбыҙ.

Өйөнә инеп китә

Ҡыш бабай(шыршы артынан сыға) Ишетәһегеҙме, Ҡар бабай бында йәшәй!(Туҡылдата) Ҡар бабай, һин өйҙәме?

Ҡар бабай (Йүгереп сыға): Өйҙә, өйҙә! Мин балалар баларҙы бик яратам! Әйҙәгеҙ бергәләп йырлап алайыҡ!

Ҡар бабай йыры.

Балалар урындарында ҡалалар.

Ҡар бабай: Ах, бигерәк шаян балалар. Ә хәҙер мин һеҙгә йыр йырлайым.

Мин Ҡар бабай, Ҡар бабай

Мин һыуыҡты яратам.

Ҡояш сыҡһа, ҡар ирей

Ҡар бабай ҙа юғала...(Иҙәнгә сүгәләй)

Ҡыш бабай: Ой, балалар, тиҙерәк өрә һалығыҙ! Һыуыта һалайыҡ Ҡар бабайҙы!!!(Балалар тын өрә)

Ҡар бабай: (Хәлһеҙ тауыш менән): Иреп бөтәм инде, ярҙам итегеҙ!..

Ҡыш бабай: Ә хәҙер елпетегеҙ!( Балалар елпетәләр)

Алып барыусы: Нимә булды һиңә, Ҡар бабай? Ауырып киттеңме әллә?

Ҡар бабай: (тороп баҫа): Мин һап – һау! Кәрәкмәй миңә докторҙар!

Алып барыусы: Ҡурҡыттың бит беҙҙе.

Ҡар бабай: Мин шаярттым ғына. Мин уйнарға бик яратам. Әйҙәгеҙ ҡар бәрешәек.

Ҡар бабай балаларға ҡар йомарламдары бәрә.Уйын башлана.Уйын аҙағында балалар ултырғыстарға ултыралар. Ҡар бабай бер нисә баланан ҡар йомғаҡтарын йыйырға ярҙам итеүҙәрен һорай.

Ҡар бабай шыршы артына йәшенә. Ҡыш бабай килеп инә. Ул Ҡар бабайҙы эҙләй.

Ҡыш бабай: Ә ҡайҙа икән ҡар бабай? Телефондан шалтыратып, ҡунаҡҡа саҡырғайны. Ҡар бабаай! Шаянҡай! Һин ҡайҙа?

Ҡар бабай(шыршы артынан): Мин бында!

Ҡыш бабай: Ҡайҙа?(Шыршы артына китә).

Ҡар бабай(Шыршы алдына сыға): Мин бында!

Ҡыш бабай(Шыршы алдына сыға):Ҡайҙа, бында?

Ҡар бабай(Тағы шыры артынан): Бында!

Ҡыш бабай: Мин байрамға тип, Ҡар бабайға бүләктәр китергәйнем. Адресын яңылышҡанмын шикелле. Ярай, китәйем инде.(Юрый, киткән булып, аяҡтары менән тапылдай)

Ҡар бабай: Көтөп тор, көтөп тор Ҡыш бабай. Мин бында. Миңә бүләк бир!

Ҡыш бабай: Ниндәй бүләк? Һин Ҡар бабай түгел.

Ҡар бабай: Мин-мин Ҡар бабай! Бына бит ап-аҡмын.

Ҡыш бабай:  Ҡуяндар ҙа ап аҡ ул. Ана балаларҙан һора.

Ҡар бабай: Ә минең һеперткем бар!

Ҡыш бабай: Һеперке Мәсекеәй әбейҙеке лә бар!

Ҡар бабай: Хәҙер, бына!(Өйөнән портрет алып сыға) Оҡшағанмы?

Ҡыш бабай: юҡ, оҡшамаған!

Ҡар бабай: Нисек оҡшамаған.(Йылмайырға кәрәк икәнен аңлап ала). Хәҙер оҡшағанмы?

Ҡыш бабай: Бына оҡшаның! Танауы ла, биҙрәһе лә, һеперкеһе лә һин!

Ҡаш бабай: Уф, ярай. Әтеү: ҡуян, ҡуян.

Ҡыш бабай: Йә, һаумы Ҡар бабай! ( Ҡосаҡлашалар)

Ҡар бабай: Туҡта, Ҡыш бабай. Иретеп ҡуйырһың.

Ҡыш бабай: Ҡайҙа минең Ҡар бөртөктәрем? Ҡар бабайҙы һыуытырға кәрәк. Мин ошонда утырып ял итеп алайым.

«Ҡар бөртөктәре» бейейүе.

Ҡар бабай: Эх, рәхәт булып ҡалды. Афарин балалар! Ҡыш бабай!(Ҡ. Б. Хырылдай) Йоҡлап киткән инде әллә? Хәҙер беҙ аны уятабыҙ. Эй, клоундар, килегеҙ. Ҡыңғырауҙар шылтыратығыҙ!

Клоунда йүгерешеп сығалар.Бейеү-уйын: Ҡыңғыраулы клоундар.

  1. Клоундар шыршы тирәләй йүгерешәләр.
  2. Көслө музыкаға ныҡ итеп, шым музыкаға шым ғына ҡыңғырауҙарын шылтыраталар.
  3. Ҡыңғырауҙарын арттарына йәшереп, Ҡыш бабай менән уйнайҙар.

Ҡыш бабай: Ҡар бабай, ҡунаҡҡа беҙҙе һин саҡырғайныңмы? Ә ҡунаҡтар ҡайҙа?

Ҡар бабай: Ҡунаҡтар, ана, бындалар.

Ҡыш бабай: Гномдар килергә тейеш ине бит!

Ҡар бабай: Шулаймы? Ниңә оҙаҡлайҙар икән?

Гномдар бейеүе.

Алып барыусы: Ҡыш бабай, Ҡар бабайға бүләк бирмәйбеҙме ни?

Ҡыш бабай: Бирәбеҙ, бирәбеҙ! Ҡайҙа минең тоғом?

Ҡар бабай тоҡ килтерә.

Ҡар бабай: Тоғоң бәләкәй күренә. Бүләктәре бармы һуң?

Ҡыш бабай: Ә һин асып ҡара.

Ҡар бабай: Ҡарайым әле.(Тоҡ эсенән кишер китереп сығара, танауына терәп ҡарай) Үәт, рәхмәт! Мин аны урмандағы йәнлектәргә күрһәтәм!(Йүгереп сығып китә)

Алып барыусы: Беҙгә ҡайтырға ваҡыт. Баларға ла бүләктәр бирергә кәрәк. Нимә менән ҡайтабыҙ?

Ҡыш бабай: Беҙ тылсымлы паровозда ҡайтабыҙ! Әйҙәгеҙ ултырығыҙ!

Яңы йыл паровозы бейеүе.

Балалар ултыралар.

Ҡыш бабай: Хәҙер балаларға бүләк таратырға ваҡыт!

Балаларға бүләктәр таратыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта»

Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта» Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау, балаларҙы Яңы йыл байрамы менән таныштырыу;Үҫтереү бурыстары: уйындар аша иғ...

8 март байрамына шиғырҙар

Әсәйҙәргә шиғырҙар...

Яңы йыл байрамына сценарий

Яңы йыл байрамына өлкәндәр төркөмөндә үткәреү өсөн сценарий...

“ Сәскә ат һин, гүзәл төйәгем! ” байрамын үткәреү өсөн сценарий

Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, Илеш район халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм герой исеменә лайыҡ булған батырҙары менән кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың бил...

Көҙ байрамына иртәлек

Урта төркөм балалары өсөн...

JАҤЫ JЫЛДЫҤ БАЙРАМЫНА УЧУРЛАЛГАН ОЙЫН-JЫРГАЛ

Балдарга ойын-jыргал "Jаны jыл"...