Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

Тәрбиәсе - ул эш ваҡытында бала ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йә иһә бәләкәс шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

Нимә сәсһәң - шуны урырһың.

Профессия: тәрбиәсе

Профессиональные интересы: кескәйҙәргә тыуған илгә, башҡорт теленә һөйөү уятыу

Увлечения: һынлы сәнғәт, йыр, бейеү,театр

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Түбән Йәркәй ауылы, Илеш районы

Место работы: Муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Түбән Йәркәй ауылы "Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы"

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/aysylu-yanberdina1973
Тәрбиәсе - изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Ул хатта сәсеүсе түгел - баҡсасы, сөнки ул һәр үҫентеһен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урманына ышана ул.
Познай самого себя. Сократ.

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ата - әсәләр һәм тәрбиәселәр! 

    Кеше туған телен ҡайҙа белә тиһегеҙме? Әлбиттә,  ата- әсәһенән өйрәнә. Ғаиләлә үҙ телендә һөйләшәләр, аралашалар икән, балаға үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән һөйләшергә кәрәк тип өйрәтелә икән, ул бер ваҡытта ла туған телендә һөйләшеүҙән оялмаясаҡ, рәхәтләнеп аралашасаҡ. Ә инде балалар баҡсаһына килгәндә, беҙ туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырабыҙ икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар.

   Нафикова З.Г. "Осҡон" программаһы менән эшләйем. Был программа телде бөтөнләй белмәгән өс йәштән дүрт йәшкә тиклемге башкорт балаларына һәм шулай уҡ, биш йәштәге башҡа милләт балаларына, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү өсөн ҡуланырға мөмкин.

    Йөкмәткеһе буйынса программала алынған материалдар иң ябайҙарҙан һәм ошо төркөм балалары өсөн яраҡлашҡан. Башҡа милләт балалары менән тел өйрәнеүҙе биш - алты йәштән башлауы уңышлыраҡ.

  Программаның төп маҡсаты булып, балаларҙың мәктәпкә барғанда көндәлек көнкүреш кимәлендә башҡортса таҙа, асыҡ итеп һөйләшә белеүҙәренә,баланың үҙ тиҫтерҙәре һәм ололар менән иркен аралаша алыуына ирешеү тора.

     Һеҙҙең иғтибарға, кескәйҙәр менән үткәреү өсөн дәрес өлгөләре, дидактик уйындар, күңел асыу иртәләрен тәҡдим итәм.

     Һорауҙарығыҙҙы, теләктәрегеҙҙе яҙһағыҙ, бик шат булыр инем. 

 

О себе

Әҙ - мәҙ генә тормош юлыма байҡау яһау. Күҙҙәремә күпме бала ҡарай,

Яҙмыштары минең ҡулымда....

 

 

Йыл тәрбиәсеһе-2014”

район бәйгеһенең “Творец детских душ”

номинацияһы еңеүсеһе

Тыуған йылым: 20 август, 1973 йыл.                                                                                                                                                                                                                         

 Тыуған ерем: Федоровка районы, Яңы Яуыш ауылы.

 Йәшәү ерем: Илеш районы, Түбән Йәркәй ауылы.

 Белемем: юғары категориялы тәрбиәсе.

 Педагогик эш стажым: 28 йыл.                                                   

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

   

   Үҙемде белә-белгәндән алып, кемгәлер кәрәклегемде, был донъяға шуның өсөн тыуғанлығымды тойоп йәшәйем. Бала саҡтан уҡ кешеләргә изгелек эшләргә тырыша инем. Кемделер хаҡһыҙ рәнйетеүҙән ҡурҡам. Ә нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙе күрһәм, бар күңелем менән йәлләй, улар менән бергә әрней инем. Бәлки, бындай нескә күңеллелек ишле ғаиләлә иң олоһо булыуҙан килгәндер.

   Исеме үк йырлап торған, данлы тарихҡа эйә, күркәм тәбиғәтле Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында донъяға ауаз һалғанмын. Атайым менән әсәйем 5 балаға ғүмер биргәндәр. Ғаиләбеҙҙең кескәй генә тарихын бәләкәйҙән ишетеп ғорурланып үҫтем. Атайым  Дәүләтбаев Флүр Ғайса улы беҙҙе ғүмер буйы башҡорт рухлы итеп үҫтерҙе, тарихты өйрәнде, китап уҡырға яратты, бик күп гәзит – журналдарға яҙылып, беҙгә әҙәбиәткә һөйөү уятты. Әсәйем Дәүләтбаева Нәзирә Вәли ҡыҙы бик тә йомшаҡ күңелле, эшкә уңған, моңло йырсы булды. Бөгөнгө көндә әсәйем ауылдағы «Ағинәйҙәр» төркөмөндә әүҙем ҡатнашып йөрөй. Минең дә туғандарыма, тиҫтерҙәремә, ауылдаштарыма ҡарата тыуған хеҙмәткә,  әҙәбиәткә һөйөү, шиғри күңел, ихтирам хисе буласаҡ һөнәремде алыуға нигеҙ булғандыр. Мин - тәрбиәсе. Саф, таҙа күңелле балалар менән аралашыу - үҙе оло шатлыҡ, уларҙың кескәй йөрәктәренә юл таба алһаң, йәш айырмаһын тоймай, улар менән кеселекле әңгәмә ҡора белһәң, балаларҙа булған яҡшылыҡ, таҙалыҡ һиңә лә күсә - быны мин хәҙер яҡшы аңлайым. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, минеңсә, хөрмәтле лә, яуаплы ла.
  1988 йылда мәктәпте тамамлап, 2-се һанлы Өфө педагогия училищеһының һынлы - сәнғәт бүлегендә уҡып, Илеш районы егетенә кейәүгә сыҡтым.

  1992 йылда Илеш районының  Лаяшты ауылында пионервожатый һәм китапханасы булып эш юлымды башланым. 

  1995 йылда Түбән Йәркәй ауылында  балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

   2008 йылда Үрге Йәркәйҙең 5-се балалар баҡсаһында башҡорт теле тәрбиәсеһе итеп күсерелдем.

   2013 йылда Түбән Йәркәй ауылы «Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһына» тәрбиәсе итеп эшкә саҡырҙылар.

  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инеп, 2018 йылда тамамланым, юғары категориялы тәрбиәсе һөнәренә эйәмен.

  Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ һәм ул үҫтерәбеҙ, туғаным мәрхүм булыу сәбәпле, ике улын опекаға алып тәрбиәләйбеҙ, бер ейәнем бар. Мин үҙемде бик бәхетле тип уйлайым, сөнки мине һағынып көтөп тороусы ҡәҙерлеләрем бар.

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 

 

    Китап - белем донъяһының тылсымлы бер инеше.

    Китап - белем шишмәһе.

    Ул - беҙҙең кәңәшсе лә, серҙәшсе лә.

   Ниндәй генә китап булмаһын, ул беҙҙе әҙәплелеккә, ата-әсәне хөрмәт итергә, тыуған илде яратырға, шәфҡәтле булырға өйрәтә.

   Буш ваҡытымда китаптар уҡырға яратам. Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы күңелемдән сыҡмай. Автор балалар йортондағы көндәлек тормошон, проблемаларын ғына сағылдырмай, ә тотош йәмғиәттең дә йөҙө асыла. Күпме етем балалар ата-әсә һөйөүенән мәхрүм булған, сабыйҙарҙың тәрбиәселәр араһындағы киҫкен хәлдәр йәшерелмәй асып һалынған.

 

 

 

                                                                                                        

Мой взгляд на мир

 

 

 

Тәбиғәтте һаҡлау - һәр кешенең бурысы,

сөнки кешенең тормошо тәбиғәт менән бәйләнгән. 


Тәбиғәт менән бергә булайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

 

Онотма, тыуған ер бер генә,

Ҡәҙерҙәрен уның бел генә...

Дауала уның һәр яраһын, 

Һин бит һуң, тәбиғәт балаһы!

 

Мои публикации:
Воспитательная работа
Здоровый образ жизни
Логопедия
Математика
Окружающий мир
Развитие речи
Разное
Региональный компонент
Сценарии праздников
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: