Көҙ байрамына иртәлек
материал (средняя группа)
Предварительный просмотр:
Көҙ байрамы
Ҡатнашалар: Айыухан
Көҙһылыу
Терпе
Төлкө
Музыка аҫтында балалар залға инә.Япраҡтар менән бейеү.
А.Б. Килеп етте тағы көҙ көнө
Ябай түгел көҙҙөң алтыны
Саған япраҡтары ғәжәйеп
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына әкрен елдә лә
Көҙ һаман көҙ ул күрәһең
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
-Балалар беҙ бөгөн көҙ байрамына йыйылдыҡ.Әйҙәгеҙ көҙгө урманға,Көҙһылыуҙы күрергә сәйәхәткә сығайыҡ.(музыка аҫтында зал буйлап йөрөйҙәр)
-Урман буйлап йөрөнөк,йөрөнөк тә.Миңә берегеҙ етмәгән кеүек.Беҙҙең бит Ралина юғалған.Уны табырға кәрәк,әйҙәгеҙ бергәләп –Ау тип саҡырайыҡ.
(өй эсенән ҙур айыу килеп сыға)
А.Б. Ой балалар, ниндәй ҙур айыу сығып килә,әйҙәгеҙ йәшенәбеҙ.
(балалар ултырғыстарға ултыралар)
Айыу: Кем шаулай минең урманымда?Кем ау тип ҡысҡыра?
А.Б. Һаумыһығыҙ Айыу ағай!Беҙ ҡысҡырабыҙ.Беҙҙең бер ҡыҙыҡайыбыҙ юғалды.Һин осратманыңмы уны урманда?
Айыу(ҡулы менән күрһәтә)
- Бына былай бәләкәй генәме?(эйе)
-Бына ошондай аҡыллы ғынамы?(эйе)
-Исеме Ралинамы?(эйе)
-Юҡ,күрмәнем.Күҙгә лә күренмәне,эҙе лә юҡ.
А.Б. Бында ниндәйҙер хәйлә бар.Хәйләкәр Айыу ағай,алдашаһың бит.үҙең нимәгәлер шатланаһың.Ә һин уйнарға,күңел асырға яратаһыңмы.
Айыу: Ә нимә,һеҙҙең менән уйнаһаң да буламы?Әйҙә минең яратҡан уйынымды уйнайыҡ.
(уйын япраҡ йыям)
(Уйынды икенсе тапҡыр ҡабатлағанда Ралина өйҙән килеп сыға.Айыу уны тотоп ала)
А.Б. бәй,бына бит беҙҙең Ралинабыҙ.(айыу ҡыҙҙы артына йәшерә)
Айыу: ЮЮҡ бирмәйем.Минең менән йәшәрһең,өйҙө йыйыштырырһың,бутҡа бешерерһең.Ә инде миңә күңелһеҙ булһа,йырлап-бейеп күңелемде асырһың.
А.Б. Айыу ағай Ралина беҙҙең ҡыҙҙар менән бик матур итеп бейей белә,бейеп күрһәтһендәрме?
(бейеү зонтиктар менән)
А.Б. Ҡуй әле Айыу ағай,бөгөн бигерәк уҫаллашаһың.Беҙ һиңә матур йыр йырлап күрһәтәбеҙ,ә һин беҙгә Ралинаны бирерһең.Килештекме?
(йыр көҙ етте)
Айыу(йоҡоһо килеп ултыра)
-Бәй көҙ ҙә еттеме ни?Миңә бит ҡышҡылыҡҡа өңөмдө әҙерләргә кәрәк.Мин бит ҡыш буйы оямда рәхәтләнеп йоҡлайым.Мә алығыҙ был Ҡыҙығыҙҙы.Бәлки берә малай минең менән йоҡларға барыр?Әйҙә алып китәм, һеҙ әкиәт һөйләрһегеҙ,ә мин рәхәтләнеп йоҡлармын.
А.Б. –Айыу ағай үҙең генә ҡайтып йоҡларға ят инде.Беҙгә Көҙһылыу апайҙы күрергә кәрәк.Тыныс йоҡо,тәмле төштәр һиңә.
(Айыу китә,балалар урман буйлап йөрөйҙәр.Көҙһылыу килеп сыға)
Көҙһылыу инә- Һаумыһығыҙ дуҫтарым!
Һеҙҙең байрамға килдем
Барлыҡ ерҙе матурланым
Япраҡтарҙы алтынланым
Урманыбыҙҙы матурланым!
(шиғырҙар һөйләйҙәр)
Көҙһылыу: Балалар мин мул уңыш менән килдем һеҙгә.Минең кәрзинемдә нимә барлығын уйлап әйтегеҙ.Йомаҡтар:
1.Осо нәҙек,төбө йыуан
Ярата уны ҡуян?(кишер)
2.Алма тиһәң алма түгел,
Ҡыяр тиһәң түңәрәк.(помидор)
3. Йәшкелт аҡһыл төҫтә ул,
Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле,
Әсәй турап ашҡа һала,
Ашағанда бик тәмле. /кәбеҫтә/
(Хороводная огородная)
Көҙһылыу: ә хәҙер бәләкәй генә әкиәт ҡарап алайыҡ.Йәшәгән ти бер терпе.Ул бик тырыш булган ти.Йәй буйы урманды һаҡлаған:сәскәләрҙе өҙмәһендәр,бәшмәктәрҙе тапамаһындар тип.Тик йылы йәй үткән,көҙ еткән.
(музыка аҫтында терпе килеп сыға)
Терпе: ООх,асыҡтым.Бәшмәк йыйып киләйем әле.Киптерермен дә,ҡыш буйы ашармын.Ням-ням –ням.
(музыка аҫтында йөрөй)
-Ой,ишетәм кемдер килә,бынау ҡыуаҡ артына йәшенәйем әле.(йәшенә)
(музыка аҫтында төлкө инә)
Төлкө: Ой,асыҡтым.Нимә генә ашарга икән?(еҫкәнә)
Нимә еҫе сыға ул? Тауыҡ еҫе түгел.Әһһә бына кемдең еҫе сыға икән!(терпене сығара)
Терпе: ашама мине Төлкө.Минең энәләрем осло.
Төлкө: Һинең тышың ғына сәнскеле,ә эсең йомшаҡ,тәмле.Ашайым!
Терпе: Көтөп тор.Мин һиңә матур йыр йырлайым.
Төлкө: Йыр? Оо мин матур йыр тыңларға яратам.Йырлап күрһәт,ашамайым.
Терпе: миин Теерпеее,осло энәлеее
Урман буйлап атлайыммм(китергә әйтә,төлкө тотоп ала)
Төлкө:Ах,хәйләкәр,мине алдамаҡсы булдыңмы?Мин һине хәҙер ашайым.Йә тағын берматур йырлап күрһәтһәң ашамайым,биллаһи.
Терпе:ой,ой,ой мин Төлкөнән ҡурҡып йырҙарҙы оноттом.Балалар миңә ярҙам итегеҙ әле.Төлкөгә матур йыр йырлап күрһәтегеҙ,әтеү бит ул мине ашай.
(йыр осень)
Төлкө:Йырығыҙ бик матур ҙа.Тик йыр менән тамаҡ туймай шул.Ашайым мин һине(баҫтыра)
А.Б.Балалар әйҙәгеҙ терпегә ярҙам итәйек,күмәкләшеп төлкөнө ҡурҡытайыҡ.
-ручками похлопаем
-ножками потопаем!
(төлкө китә)
Терпе: Уфф,рәхмәт һеҙгә балалар.Ҡотҡарҙығыҙ.Артабан бәшмәк эҙләргә китәйем.(музыка аҫтында йөрөй)
-Уф арыным,төлкөнән ҡасып.Ошонда ғына ултырып ял итеп алайым.(ултыра,йоҡлап китә,хырылдай,ямғыр яуған тауыш ишетелә)
А.Б.Балалар был бит ямғыр яуа.Бәшмәк ямғыры-грибной дождь.Ҡарағыҙ әле терпенең эргәһенән нимәлер сығып килә.Бәй,был бит бәшмәк үҫте.Әйҙәгеҙ әле бәшмәктәрҙең беәеүен дә ҡарап алайыҡ.
(бәшмәктәр бейеүе)
ӘЙҙәгеҙ терпене уятайыҡ,ул бит бәшмәк эҙләй,шатланһын.
Терпе☹уяна,кирелә,һуҙыла) Бәй Әллә ямғыр яуа инде? был нимә ул балалар? Ох,бәшмәк үҫкән.бында тағы.Ураа,былай булғас ҡыш көнө ашарға ризыҡ бар.Ә бынау иң ҙур бәшмәкте мин һеҙгә ҡалдырам,балалар.һеҙ бит мине Төлкөнән ҡотҡарҙығыҙ,рәхмәт һеҙгә.Һау булығыҙ!
Көҙһылыу:Рәхмәт һеҙгә балалар,терпегә ярҙа иттегеҙ.Мин дә китәйем инде.Урманда мине ҡоштарым,йәнлектәрем көтә.Ә был терпенең бәшмәге ябай түгел.Мин киткәс эсен асып ҡарарһығыҙ.Һау булығыҙ!(китә)
(бәшмәк эсенән алмалар сығарһаң була)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Яңы йыл байрамына сценарий
Уртансылар төркөмө өсөн яңы йыл сценарийы. Ҡар бабайҙа ҡунаҡта...
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта»
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта» Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау, балаларҙы Яңы йыл байрамы менән таныштырыу;Үҫтереү бурыстары: уйындар аша иғ...
8 март байрамына шиғырҙар
Әсәйҙәргә шиғырҙар...
Яңы йыл байрамына сценарий
Яңы йыл байрамына өлкәндәр төркөмөндә үткәреү өсөн сценарий...
“ Сәскә ат һин, гүзәл төйәгем! ” байрамын үткәреү өсөн сценарий
Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, Илеш район халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм герой исеменә лайыҡ булған батырҙары менән кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың бил...
Сөмбөлә байрамына арналған сценарияһы. Сценарий осеннего развлечения для подготовительной группы «Сумбуля»
Сценарий осеннего развлечения для подготовительной группы «Сумбуля»...
JАҤЫ JЫЛДЫҤ БАЙРАМЫНА УЧУРЛАЛГАН ОЙЫН-JЫРГАЛ
Балдарга ойын-jыргал "Jаны jыл"...