Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе өсөн сценарий.
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна

Башҡорт балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмдәре өсөн сценарий .Темаһы - "Диңгеҙгә сәйәхәт"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Сығарылыш кисәһе18.53 КБ

Предварительный просмотр:

Диңгеҙгә сәйәхәт.

Залға инеү.Бейеү “Ромашковое поле”.

Балалар букет эшләп ултыралар,ҡул болғайҙар.

Данияр:Ҡыҙҙар,малайҙар әйҙәгеҙ сәйәхәт итергә ,үтегеҙ палубаға!!!!!

Балалар сыр-сыу килеп урындарына ултырышалар.

Боцман,штурман, радист булып кейенгән малайҙар югереп сығалар.Боцман бинокольдән ҡарай.

Радмир-Штурман:Боцман алда нимәләр күрәһең?

Данияр-Боцман:Яр буйында бик күп кешеләр йыйылған. Кемделер оҙаталар,ахырыһы...

Радмир-Штурман:Тағын нимәләр күрәһең?

Данияр-Боцман:Ҡайһыларының күҙендә йәш тамсылары күренә...

Радмир-Штурман:Ә беҙҙең капитан күренмәйме?

Данияр-Боцман:Юҡ...Күренмәй...Туҡта,туҡта...Ана бит беҙҙең капитан.

Радмир-Штурман:Боцман, һыҙғыра беләһеңме?Саҡыр команданы палубаға.

             Һыҙғырған тауаш ишетелә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар

“Яблочко”бейеүен бейейҙәр.

Данияр-Боцман:Матростар, смирно!

Рәнис-Капитан инә,малайҙар честь бирәләр.

             Капитан корабльде урап сыға һәм боцман янына баҫа.

Данияр-Боцман:Иптәш капитан! Экипаж белем иленә сәйәхәткә әҙер.

Рәнис-Капитан:Команда, вольно!Тиҙҙән беҙҙең корабль “Мәктәп” тигән утрауға йөҙөп китәсәкбеҙ.

Команда:Ҡайҙа?

Данияр-боцман:Тауыш!!!!

Радмир глобус тотоп килә.

Радмир-штурман:Иптәш капитан һорайыммы?

Рәнис-капитан:һора!!!!!

Радмир-шурман:”мәктәп” тигән утрау глобуста ла,картала ла юк!!!!

 Рәнис-капитан:

Мәктәп иле –ҡыңғырауҙар сыңы,

Мәктәп иле –мажаралар тулы!!!!!

Был илде һәр кем күңелендә һаҡлай.

Радмир-штурман:Алға ҡыңғырауҙар иленә.(Ҡыңғырау шылтырай)

Команда!!!Якорҙе күтәрергә!

Рәнис-капитан:пассажирҙааар!!!!Матростар әҙерме???????

Бөтәһе:Әәәәҙер!!

Рәнис-капитан:Хушлашыу ваҡыты килеп етте!!!!

Йыр”Досвидание детский сад”                        Карина:Баҡсабыҙҙың мөдире

                                                        Фәйрүзә Рәис ҡыҙын

Шиғырҙар:                                                Яраттыҡ үҙебеҙҙең                                                                                        Әсәйебеҙ кеүек.

Малика:Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн                        Даяна:Медсестра Айгөл апай

Хушлашыу мәле етте.                                        Беҙҙе бик ярата шул.

Беҙ уҡыусы булырға                                        Ауырып китһәң инә

Ваҡытта килеп етте.                                        Йылмайып көлөп кенә.

Р.Самира:Беҙ бөгөн бик шатланышып                Дауалайҙар бында беҙҙе

Йыйылғанбыҙ байрамға                                Витамин биреп кенә.

Сөнки тиҙҙән мәктәпкә                                М.Милана:Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙ

Барасаҡбыҙ уҡырға.                                        Рәшиҙә һәм Федария апайҙарға.

Йософ:Балалар баҡсаһы беҙгә                                Һәйбәт булғандары өсөн

Иң яҡын дуҫ булдың һин                                Яраттыҡ барыбыҙҙа!

Өйрәттең һин уйнарға ла,                                В.Радим:Беҙ тыштан уйнап инеүгә

Йырларға ла ,бейергә.                                        Ялт итеп тора бүлмә.

Күңелле байрамдарың менән                                Беҙ йоҡонан уяныуға

Дәртләндереп йәшәргә лә.                                Йылы һөт алып килә.

В.Амир:Ҡурсаҡтар,айыуҙар,шарҙар                        Ул инде Ләйсән апай

Моңһоу ҡарайҙар беҙгә                                Мең рәхмәт инде һиңә!!

Һау булығыҙ уйынсыҡтар                                Артур:Һис туҙан төшөрмәнегеҙ

Һау бул инде баҡсабыҙ.                                Урын ерҙәребеҙгә.

Р.Милана.Һау булығыҙ,һаубулығыҙ                        Кер йыуыусы апайҙар

Баҡсалағы апайҙар.                                        Ҙур рәхмәт инде һеҙгә!!

Һеҙгә рәхмәт һүҙен әйтә

Һеҙ үҫтергән балалар.

Ильдар:Беҙҙе бик яраттылар                        Ильгинә:Рәмилә Әкрәм ҡыҙы

Аш бешергән апайҙар,                                Рәхмәт һеҙгә,

Ҙур булып үҫегеҙ тип                                Биргән белемегеҙгә!

Һәр көн һайын тәмле-тәмле                        Беҙ матур йырлайбыҙ,

Аштар менән һыйлайҙар.                        Оҫта итеп баҫабыҙ!!!!

Һеҙгә һаулыҡ,оҙон ғүмер                        Салауат:Как волнуюсь я сегодня

Теләй беҙҙең балалар!!!!                        Нужно школу не проспать

Ф.Самира:Психолог Лилиә апай                Я одет красиво,модно.

Гел беҙҙе маҡтай,                                Только как пораньше встать!!?

Уның менән рәхәт

Әйтәбеҙ рәхмәт!!!

Йыр:”Башҡортостан ҡыҙҙары”

Р.Р.Ҡәҙерле балалар!Бөгөн һеҙҙең бик шатлыҡлы көнөгөҙ!Һеҙ үҫтегеҙ,ҙур булдығыҙ,мәктәпкә бараһығыҙ,белем юлына беренсе аҙым яһайһығыҙ!!!

Ф.И.Ә,икенсенән бик яманһыу ҙа,сөнки бала-сағығыҙ менән хушлашаһығыҙ.Алда һеҙҙе мәктәп көтә!Һеҙ унда белем алырһығыҙ,бынамын тигән уҡыусылар булып китерһегеҙ!

Камиль-радист:Иптәш капитан!(йүгереп сыға).

Рәнис-капитан:Тыңлайым,радист!!!

Камиль-радист:Мин ниндәйҙер сигнал ишетәм...Кемдер беҙҙең менән элемтәгә инмәксе.Ихтибар,рация эшләй тыңлағыҙ!!!

Ф.И.Балалар,һеҙҙе кескәй дуҫтарығыҙ ҡотларға килгәндәр!!!

1-се:һеҙҙең менән нисә йыл

Бергә-бергә уйнаныҡ.

Ошо залда бергәләшеп күпме

Йырҙар йырланыҡ!!

2-се:Уйын уйнап яҙыуҙы

Яңылыш яҙып ҡуйма һин!!!

3-сө:Ҡат-ҡат уйла хисапты,

Биш ҡат үлсә,бер ҡат киҫ!

4-се:Дәфтәрең таҙа булһын,Китабың көлөп торһон!

Бейеү:”Ҡурсаҡтар менән”.(кескәйҙәр менән)

Ф.И.Рәхмәт һеҙгә,кескәй дуҫтар!!Теләктәрегеҙ өсөн,матур бейеү өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!Беҙҙән бәләкәй генә бүләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ.(Бүләк биреү)

Бөтәһе:Һаубулығыҙ кескәйҙәр!!!!!

Р.Р.Күңелебеҙгә бик моңһоу булып ҡалды ,әйҙәгеҙ күңелле йыр йырлап алайыҡ!

Йыр:”Ожмах өсөн”

Бейеү тамаланғас Радмир менән Данияр урындарына сығып баҫалар.Данияр бинокльдан ҡарай.

Радмир:Нимә күрәһең боцман???

Данияр:Яр буйында ниндәйҙер кешеләрҡул болғай,туҡтарға ҡушалар!Әллә,алабыҙмы палубаға үҙҙәрен?

Радмир:Туҡта,башта капитанға әйтәйек,пираттар булыуы ихтимал!!!

Данияр:Иптәш капитан!

Рәнис:Тыңлайым!Нимә бар?

Данияр:Иптәш капитан,ҡарағыҙ әле!Теге яҡтағы халыҡ пираттар түгелме?

Рәнис бинокльдән ҡарай ҙа:Якорьҙе күтәрергә!Пираттар килә!Алға!

Данияр һыҙғыра.Пираттар килеп инә.

Бейеү”Пираттар”.

Сулейман:Беҙгә хазиналар кәрәк!Беҙ корабльды тартып алабыҙ!

Рәнис:Беҙҙә хазиналар юк!!Беҙ “Мәктәп” тигән утрауға барабыҙ!

Тимур:Унда хазина бармы?Беҙҙе лә үҙегеҙ менән алығыҙ!

Рәнис:Белем-ул иң ҙур хазина!Әйҙәгеҙ,беҙҙең менән,мәктәптә һеҙҙе лә уҡырға,яҙырға өйрәтерҙәр.Гел бишкә генә уҡырһығыҙ!!!

Бөтәһе:Ә нимә ул бишле!?

Р.Р.Бишле –ул иң яҡшы билге.Кем яҡшы уҡый шуға гел бишле ҡуялар!!!

Богдан:Нимә эшләйбеҙ инде ул мәктәптә!?

Сулейман:күңелһеҙ бит унда!!

Ф.И.ююҡ,мәктәптә бик ҡыҙыҡ һәм күңелле!Балалар,әйҙәгеҙ ,йырыбыҙ менән күрһәтәйек әле юлбаҫарҙарға нисек унда күңелле икәнен!!!

Йыр:”Күрше ҡыҙы ЙӘмилә”

Камиль☹йүгереп сыға)СОС!!СОС!!!Кемгәлер ярҙам кәрәк ахыры!!!!!

Рәнис:Боцман ,ҡарале тиҙ генә !Кемдәрҙе күрәһең????

Данияр йүгереп йөрөп ҡарай.:Юююҡ,бер кемгә лә ярҙам кәрәкмәй!Был Аҡсарлаҡтар тауышы булған,улар беҙгә юл күрһәтә!!!

Бейеү:”Аҡсарлаҡтар”

Камиль :Иптәш капитан!Мин ниндәйҙер тауыш ишетәм.Тыңлайҙар.

Бындай тауышты мин бер ҡасанда ишеткәнем юҡ....Морзе азбукаһы түгелдер бит инде...?

Фонограммала арфа тауышы ишетелә,ҡулына арфа тотоп Һыуһылыу килеп инә....

Гөлназ:Һаумыһығыҙ!!!Кем минең тыныслығымды боҙоп йөрөй икән тиһәм,һеҙ икәнһегеҙ...

Р.Р.Һыуһылыу,беҙ “Мәктәп”тигән утрауға юл тотабыҙ.Һин беҙгә юлды күрһәтмәҫһең микән???

Гөлназ:Бик яҡшы!!!!Мәктәп утрауы тырыш,аҡыллы балалар ярата.Унда уңғандар ғына уҡый ала!Әйҙә,мин дә һеҙҙе һынап ҡарайым әле!!!

Матур һандығын сығара.

Гөлназ:Бына ошо матур һандыҡ төбөндә һеҙгә тигән бер ...... бар.Ошо ҡаршылыҡты үтә алһағыҙ,минең русалкаларым һеҙгә юл күрһәтер!!!

Уйын: “Һөйләм төҙө”.(Беҙ мәктәпкә әҙер,һау бул баҡсабыҙ!)

Гөлназ:Ниндәй уңған тырыш балалар!Русалкаларым юл күрһәтегеҙ улраға!!!

Бейеү”Восток”.

Гөлназ:Һеҙгә “Мәктәп”утрауына күп ҡалманы,мине һыу аҫты доньяһы көтә.Хушығыҙ!Уңыштар һеҙгә.(Сығып китә).

Данияр:Мин утрау күрәм.”Мәктәп” утрауы!!!!(тип ҡысҡыра,бөтөн командаһы йүгереп килеп ҡарайҙар һәм ҡысҡырышып ҡыуаналар,пассажирҙар ҙа уррра тип ҡысҡыралар,сәпәкәй итәләр)

Йыр:”Шаулаһын бала саҡ”

Р.Р.Ҡәҙрле балалар..... Бына беҙ һеҙҙең менән мәктәп утрауына ла килеп еттек,юлыбыҙ ауыр булды,әммә беҙ тырыштыҡ!..................Бында беҙҙе бүләктәр ,миҙалдар көтәләр!!!!

Ф.И.Ә,хәҙер һүҙҙе баҡсабыҙ мөдире,Фәйрүзә Рәис ҡыҙына бирәйек.

Фәйрүзә Рәис ҡыҙы һөйләй,бүләкләй.

Ата –әсәләр коммитеты һөйләй,бүләкләй.

Ф.И.::...............................................................................................................Хушлашабыҙ!!!!!

Фонограмма “Хушығыҙ”.Балалар парланышып сығып китәләр.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе

Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе (мәктәпкә әҙерлек төркөмө)...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...

Балалар баҡсаһында сығарылыш балы " Золушка мәктәпкә бара"

Рус теленән үҙем башҡорт теленә тәржемә иткән сценарий....

Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналған сценарий "Әсәйем-берҙән берем"

Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналҡан сценарий "Әсәйем-берҙән берем"  өлкәндәр төркөмө өсөн....