Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналған сценарий "Әсәйем-берҙән берем"
материал (старшая группа)
Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналҡан сценарий "Әсәйем-берҙән берем"
өлкәндәр төркөмө өсөн.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
balalar_baksahynda_s_konon_arnalgan_stsenariy.docx | 22.19 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналған сценарий
“Әсәйем-берҙән берем”
өлкәндәр төркөмө осөн.
Маҡсат: әсәйҙәргә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, уларға ҡарата иғтибарлы, яғымлы булырға , ярҙам итергә өйрәтеү. Байрамда йылы һәм күңелле атмосфера тыуҙырыу.
Әҙерлек эше: йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, сценарий төҙөү, музыкаль заставкалар эшләү.Балалар менән һүрәттәр, сәскәләр, таждар эшләү.
Залдың биҙәлеше: шарҙар һәм сәскәләр, күбәләктәр, плакат менән биҙәү.
Йыһаздар: шарҙар, һеперткеләр, шарфтар, сәсәкәләр.
Геройҙар: Батша һәм Фейә (фея)
Байрамдың барышы:
Батша: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар! Мин Батша-Ноябрь 2024 йыл.Мин һеҙҙе бөгөн барығыҙ ҙы ла әсә көнөнә арналған байрамға саҡырҙым.Килеүегеҙгә бик тә шатмын! Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым. Бөгөнгөләй сибәр, бәхетле, шат, һөйкөмлө булығыҙ! Бөгөн һеҙҙең өсөн балаларығыҙ, йондоҙсоҡтарығыҙ, буласаҡ аристар сығыш яһаясаҡ.Ҡайҙа икән минең урман фейәм? Ул бөгөн һеҙҙең бөтә булған теләктәрегеҙҙе тормошка ашырасаҡ.Беләһегеҙме, ни өсөн был байрамды көҙ көнө һәм минең айҙа билдәләйҙәр? Ноябрь-тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнгән, уңайлы, йылы һәм ғаилә усағы ваҡыты еткән ай.
Музыка яңғырай.
Батша: Беҙ һеҙҙең менән урманда.Бында тынлыҡ! Ағастар ҙа шауламай, япраҡ араһында терпе лә ҡыштырҙамай.Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, һеҙ урман буйлап китеп бараһығыҙ, аяк аҫтында япраҡтар, әкиәттәге кеүек матур һәм рәхәт.Беҙ һеҙҙең менән әкиәт иленә килеп тә еттек.Кайҙа йөрөй икән минең урман фейәм.Мин һеҙҙе бер аҙға ҡалдырып торам.
Ә хәҙер ҡаршы алығыҙ! Һеҙҙең наҙлы,шаян,аҡыллы, дуҫ,күңелле, изгелекле, яратҡан балаларығыҙ!
Батша сығып китә.
Балалалар шарҙар менән бейеү башҡаралар.Ярым түңәрәккә баҫалар һәм шиғырҙар һөйләйҙәр.
Әсәйҙәребеҙ көнө.
Беренсе бала: Әсәй бит ул һәр кешегә
Ғүмер бүләк итеүсе. Әсәй тип әйтеү менән
Донъя нурға күмелә.
Икенсе бала: Ябай ғына был һүҙҙән
Мәрхәмәтлек бөркөлә.
Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,
Әсәйгә дан йырлайыҡ!
Балалар башҡарыуында йыр “ Әсәй”(Тамыр )
Фейә:Һаумыһығыҙ, балалар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн һеҙ ниндәй матур кейенгәнһегеҙ.Эйе, сөнки бөгөн әсәйҙәрегеҙҙең яратҡан байрамы! Был байрам көнөндә беҙ-иң матур, уңған, һөйкөмлө, мөләйем, тырыш, изге күңелле, тапҡыр әсәйҙәребеҙҙе ҡотлайбыҙ.Һәр әсә үҙ балаһын һау, уңған, шат, тырыш, өлкәндәргә ярҙамсыл, хөрмәт итеүсән, ҡайғыртыусан булырға өйрәтә.Шулай булһын, мин һеҙҙең теләктәрегеҙҙе үтәйем.
-Әсәйҙәр бүләк алырға бик тә яраталар.Ниндәй буләктәр икән?Йомаҡтар тыңлағыҙ әле.
1.Ҡояш төшөрмәй,
ямғыр килтермәй. (эшләпә)
2.Тырнағы мең, үҙе бер,
Тауға менеп тырмалай. ( тараҡ).
3. Биш бүлмәгә бер ишек. /бирсәткә/
4.Һоро йылан сорналған,
Муйыныма уралған. /шарф/
Фейә:Хәҙер ҡыҙҙар шарфтар менән бейеү башҡаралар.
Батша инә.
Батша: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙе байрамда күреүемә бик шат. Мин батша-ноябрь 2024 йыл. Мин ғәҙел батша. Мин кескәйҙәрҙе, көсһөҙҙәрҙе рәнйетмәйем, яҡлайым.Мине әсәйем өйрәтте.Мин тик яҡшы эштәр генә эшләйем.Тормошта иң мөһиме-яҡшы кеше булыу.Мин дә әсәйемде ҡотлап йөрөнөм, шуға күрә һуңғараҡ ҡалдым.Һеҙ ҙә, балалар, әсәйҙәрегеҙҙе яратаһығыҙҙыр бит?Улар тураһында шиғырҙар, йырҙар күп беләһегеҙҙер?
Фейә:Әлбиттә!
Өсөнсө бала:
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.
Дүртенсе бала:
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
Бишенсе бала: Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
(Ә.Әсәҙуллина)
Йыр “Әсәйемә”
Сценка “Терпекәй”
Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.
Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!
Сәскәләр: - Хәйерле көн!
Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн , әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.
Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?
Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.
Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням.
Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.
Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!
Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.
Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?
Терпе сыға.
Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.
Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым
Фейә: бына шулай, әсәйҙәр һәр ваҡыт балалар һеҙҙе һаҡлап, наҙлап ҡына үҫтерәләр.Хөрмәтле әсәйҙәр һеҙҙең өсөн , яклаусыларығыҙ , улдарығыҙ башҡарыуында бейеү тәҡдим итәбеҙ.
“Джентельмен” бейеүе.
Батша: Һай, афарин! Бик матур бейенегеҙ.Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар бик яратам тыңларға, әйҙәгеҙ әле, һөйләп бирегеҙ.
Алтынсы бала: ӘСӘКӘЙЕМ
Ҙур үҫәйем, әсәйемде
Ҡарармын үҙем генә.
Тәмле сәйҙәр эсерермен,
Һыу ташып түҙем генә.
Етенсе бала:
Әҙерләрмен аш-һыуын да,
Керҙәрен дә йыуырмын,
Бөхтә йөрөһөн әсәй, тип,
Үтекләп тә ҡуйырмын.
Иркәләрмен гел генә,
Әсәйем бит бер генә.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
Һигеҙенсе бала: ӘСӘЙ
Әсәкәйем, әсәйем, әсәй -
Яратып ҡына әйтәм.
Шулай яғымлы булырға
Ҡустымды ла өйрәтәм.
(Р.Ураҡсина)
Туғыҙынсы бала; ӘСӘЙЕМ - ҠӘҘЕРЛЕМ
Әсәйем - ҡәҙерлем,
Һин минең бер генәм.
Ал нурлы ҡояшым,
Наҙлаған ел генәм.
Унынсы бала:
Рәхмәтлемен әсәй,
Мин һиңә ғүмергә!
Йәм өҫтәп йәшәрмен
Мин дә гел был ергә.
Сәскәләй матурһың,
Аҡ көндәй яҡтыһың.
Ун беренсе бала:
Өйгә йәм-ғәм биреп,
Йондоҙҙай балҡыйһың.
Әсәйем йөҙөләй
Нурланып таң ата.
Был ерҙә һәр бала
Әсәһен ярата.
(С.Бәҙретдинов)
Ун икенсе бала: ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
(Р.Ураҡсина)
Ун өсөнсө бала: ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)
Малайҙар башҡарыуында шаян бейеү “ Их, шаян әбейҙәр”.
Фейә: Бик оҫта бейенегеҙ малайҙар, афарин!
Ун дүртенсе бала: Тантана бөгөн ерҙә,
Һәр кешенең йөҙөндә.
Шатлыҡ урғый йөрәктән,
Нур һибелә күҙҙәрҙән.
Бөгөн һоҡланғыс байрам-
Әсәйҙәребеҙ көнө.
Ун бишенсе бала: Әсәй бит ул һәр кешегә
Ғүмер бүләк итеүсе.
Әсәй тиеп әйтеү менән
Донъя нурға күмелә.
Ун алтынсы бала: ӘСӘКӘЙЕМ
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Ун етенсе бала: Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ун һигеҙенсе бала : Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
(Н.Иҙелбай)
Инглиз телендә йыр “Әсәйем”
Батша: Ә хәҙер иң ҡыҙығы әсәйҙәр өсөн конкурстарҙы башлап ебәрәйек. Әйҙәгеҙ, ярышып алайыҡ әле.
1.Дүрт әсә сыға.Кеглиҙар араһынан шарҙарҙы һеперткеләр ярҙамында ҡулсаға тиклем алып барырға кәрәк.Кем алдараҡ килеп етә, шул еңеүсе.
2.”Йырҙың исемен бел һәм йырла” тип атала икенсе конкурсыбыҙ.
1.Картошка, ложка, не задавали(“Антошка”)
2.Зима, малышня, лыжня(“Кабы не было зимы.”)
3.Лес, елка, зима ( “В лесу родилась елочка”)
4.Бежит, качается, путь(“Голубой вагон”)
5.Бегут, пешеходы, лужи( “День рожденья”)
Фейә:Әсәйҙәр ҙә уңгандар, тапҡырҙар!Хәҙер инде һеҙҙе балаларығыҙ менән вальс әйләнергә саҡырабыҙ.
Әсәйҙәр менән вальс.
Ун туғыҙынсы бала: яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Егерменсе бала: Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Егерме икенсе бала: Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Егерме өсөнсө бала: Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Егерме дүртенсе бала: Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Егерме бишенсе бала: Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Батша: Балалар, минең һорауҙарға яуап бирегеҙ әле!
Ин матуры был доньяла кем?
Балалар: Минең әсәйем!
Батша:Ин ғәҙел был доньяла?
Балалар:Минең әсәйем!
Батша: Иң яғымлы һәм мөлөйем?
Балалар: Минең әсәйем!
Батша:Тимәк, һеҙҙең әсәйҙәр ин уңғандар, матурҙар, тапҡырҙар?(Балалар яуап бирә.)
Батша:Бик яҡшы.Матурлыҡ һәм ғәҙеллек королеваһы бәйгеһен иғлан итәм.Тажды( корону) алып килегеҙ, рәссам, еңеүсе әсәйҙең портретын төшөрһөн.
Фейә: Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ. Һәр бала, үҙ әсәһен иң матуры, яҡшыһы, ҡәҙерлеһе итеп һанай.
Батша:Эйе, шул..һәр баланың үҙ әсәһе.Барыһы ла иң матур, гәҙел, яратҡан! Нимә эшләргә һуң?
Фейә:Бар әсәйҙәрҙе лә матурлыҡ Королеваһы итәбеҙ һәм эш эшләпәлә!
Батша:Яҡшы, яҡшы, таж( корона) берәү генә бит әле, улар күп...
Фейә: Юк өсөн ҡайғырма, беҙ балалар менән үҙебеҙ таждар эшләнек.Рөхсәт бирәһегеҙме, балалар әсәйҙәренә кейҙерерҙәр?
Батша:Рөхсәт бирәм.
Көй яңғырай, балалар әсәйҙәргә таждарын( корона) кейҙерәләр.
Йыр “ Һәр кемдең үҙ әсәйе бар”( У каждого мама своя).( Кукутики ансамбле)
Фейә:Беҙ юҡҡа ғына тырышманыҡ, хыялдар тормошҡа ашһын!
Балалар:Беҙҙең әсәйҙәр барыһына ла билгеле- Матурлык Королевалары!
Музыка .Балалар әсәйҙәргә үҙ ҡулдары менән эшләгән сәскәләрҙе бирәләр.
Фейә:Хөрмәтле, әсәйҙәр! Балалар үҙҙәренең уңыштары менән һеҙҙе гел һөйөндөрөп торһондар.Һәр ваҡыт балаларҙың шат көлөүе яңғыраһын, ғаилә усаҡтары балҡып, күңелегеҙ тыныс булһын.Һәр көнөгеҙ хыялдағы кеүек үтһен!
Батша:Беҙҙең кисәбеҙ аҙағына яҡынлашты.Беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ, бөгөн күңелле һәм яҡшы кәйеф менән ял иттек.Рәхмәт һеҙгә гәҙел йөрәк өсөн, балаларға һөйөү,йылылыҡ бүләк иткәнегеҙ өсөн.Әсәйҙәрҙең шат йөҙҙәрен, йылмайыуҙарын, балаларҙың бәхетле ҡараштарын күреүебеҙгә бик шатбыҙ.Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ,беҙҙең менән һәр ваҡыт бергә булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ беҙҙең иң яҡшылары, гүзәлдәрҙән иң гүзәле!
Киләһе осрашыуҙарға ҡәҙәр, һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында
: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
В материале описываются возможности общения воспитанников в современном детском саду...
Амангилде балалар баҡсаһында бәләкәстәр төркөмө асылыуға тантаналы кисәгә сценарий.
Сценарий праздника к открытию новой группы....
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе өсөн сценарий.
Башҡорт балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмдәре өсөн сценарий .Темаһы - "Диңгеҙгә сәйәхәт"...
Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...