Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
учебно-методическое пособие по логопедии (средняя, старшая, подготовительная группа)

Кутдусова Гульнара Ураловна

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә.

 Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балалар­ҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Заманса  талаптар артҡандан- арта бара.    Мәктәп тупһаһын асҡан бала өндәрҙе дөрөҫ әйтә, һүҙҙәрҙә өндәрҙең урынын таба(  фонематик ишетеү һәләте ) белергә тейеш.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл biro_21.09.18_vystuplenie_na_bash_yaz.docx23.92 КБ
Файл biro.pptx2.65 МБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә.

 Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Заманса  талаптар артҡандан- арта бара.    Мәктәп тупһаһын асҡан бала өндәрҙе дөрөҫ әйтә, һүҙҙәрҙә өндәрҙең урынын таба(  фонематик ишетеү һәләте ) белергә тейеш.  Ш у лай уҡ һүҙлек запасы тулы, бәйләнешле телмәре йөкмәткеле, ваҡиғаларҙың эҙмә- эҙлелеген билдәләй белеүе, логик фекерләй белеүе бик мөһим.   Т ик һуңғы йылдарҙа телмәр кәмселектәре кисергән балалар йыш осорай. Б алаларҙың ҡайһы берҙәре  өндәрҙең күбеһен  дөрөҫ әйтә алмай, бигерәк тә ышҡыулы йәки фрикатив ( ш, ж,щ ), шаулы ( с,з) , ҡалтыраусы ( сонор л, р) тартынҡылары, шулай уҡ башҡорт теленеү спецефик өндәренә лә ҡағыла.Ҡайһы бер бала өндәрҙе һүҙҙәрҙә төшөрөп ҡалдыра, йә уларҙың урындарын алмаштыра- был беренсенән, икенсенән   башҡорт балалары  рус телендә  һүҙбайлылығының ярлы булыуы һәм грамматик яҡтан һөйләмдәр төҙөгәндә хаталар ебәреүе күҙәтелә.Шулай уҡ балалар баксаһында сәләмәтлеге сикләнгән балаларҙың һаны арта башланы. Баланы иң тәүҙә өндәр менән таныштырабыҙ, кескәйҙәр башҡорт специфика өндәрен әйтә белергә, уларҙы айыра белергә тейештәр.Шуға күрә беҙ берлектә тәрбиәселәр менән был мөһим эште бергәләп алып барабыҙ. Урыҫ телле балаларҙы башкорт телендә һөйләшергә өйрәткәндә  әҙерлек этапын, өндәрҙе ҡуйыу, йәғни өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү осорон логопед алып барһа, - өндәрҙе нығытыу, автоматлаштырыу этапын тәрбиәсе башҡара.

      Балалар баҡсаһында дәрестәр (телмәр  үҫтереү эше) уйын формаһында, баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.  

Өндәр мәҙәниәте тәрбиәләү эшендә Ф.Г.Аҙнабаева һәм З.Ғ.Нафикованың «Тылсымлы өндәр», исемле методик ҡулланмаһын ҡулланыу отошло, ул тәрбиәселәр өсөн бик ҙур ярҙам. Унда иң мөһиме – башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, ө, ү, һ, ҫ, ғ, ҡ, ң, ҙ) дөрөҫ ишетеүгә һәм айырырға төрлө күнекмәләр, тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр бирелә.  

Логопедия өлкәһендә  өндәр өҫтөндә эш бер – нисә этап буйынса алып барыла-

 -әҙерлек этапы,

- өндәрҙе ҡуйыу, йәғни өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү,

- өндәрҙе нығытыу, автоматлаштырыу,

- оҡшаш өндәрҙе айырыу  ( дифференциациалау).

Телмәр аппаратының ( тел, теш, танау, тын алыу) хәрәкәтлеген, һығылмалығын үҫтереүҙә артикуляцион күнегеүҙәр ярҙам итә;    «Ҡойма», « Торба», « Йылмайыу», « Көрәк»,

« Бәшмәк», « Аттар», « Энә», « Ҡалаҡ» һ.б.    күнегеүҙәр  эшләү.  Үткәреү ваҡыты 5 минут. Балалар   өсөн  күнекмәләр аңлайышлы, еңел үтәлешле булырға тейеш.

Фонетик күнегеүҙәр ҡулланыу. Телмәрҙе фонетик яҡтан дөрөҫләргә ярҙам итә, шулай уҡ мотлаҡ рәүештә телмәр һулышына, тауыш көсөнә, телмәр темпына ҡағылышлы күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә  ала. Балалар эште көсөргәнешһеҙ һәм иркен башҡаралар.

Практикал “өндәр карточкалары” ҡулланырға мөмкин.

Һуҙынҡы өндәр.

«А» өнө. «Ҡыҙ илай»,«О» өнө. «Теш ауырта, Айыу үкерә «Ү» өнө. «Паровоз геүләй», Ҡурайҙа уйнайбыҙ,

«С» өнө. «Самауыр һыҙғыра»  

 «Ҫ» өнө.  «Йылан, ҡаҙ ыҫылдай» һ. б.

Шулай ук тел төҙәткестәр ҡулланам.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү алымдары.

Балаларға ниндәйҙер уңа билдәле булмаған биш һүҙ өйрәтер өсөн бик оҙак һәм заяға интегәсәкбеҙ, әгәр егерме биш шундай һүҙне рәсәм менән бәйләп өйрәтһәк-бул күпкә еңелерәк , тиҙерәк һәм отошлыраҡ булыр...”

                    К.Д.Ушинский

        Үҙемдең эшемдә мин йыш ҡына «мнемодорожка» («мнемоюл»)ға мөрәжәғәт итәм. (Аҙнабаева Ф.Ғ., Әминева Р.И., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., Харисова М.Р. Гөлбостан. Методик ҡулланма).

«Мнемоюлдар» - ул бер информация һалынған схема, йәғни конкрек булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү. Мнемоюл тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә бик ҡулайлы. Баланың фекерләүен үҫтерә, иғтибарын туплай, бәйләнешле телмәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә.Эшемдә шулай уҡ мнемосхемалар ҡулланам. Модель – схемалар, өндәрҙең символдары өн анализы үткәргән саҡта ярҙам итә. Балалар   һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе аңлатҡан символдарҙы ҡулларында тотоп, күҙҙәре менән күреп, ҡолаҡтары менән  ишетеп иҫтәрендә ҡалдыралар.

Был мөһим эштә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн күп эҙләнергә, дөрестәрҙе ҡыҙыҡлы үткәрергә кәрәк.

Төрлө  дидактик пособиялар ҡулланып «Луллия түңәрәктәре»,« Алмағас»  өндәр һәм ижектәр өҫтөндә эш алып барыла.Бәйләнешле телмәр үҫтереү,грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү, һүҙлек запасын арттырыу маҡсаты өҫтөндә эш йөкмәткеле һүрәттәргә ҡулланып, таблицалы – бүлемдәр, мнемосхемаларға  таянып эш ителә. Мнемотаблицалар айырыуса шиғыр ятлағанда эффектлы алым булып тора. Һәр һүҙгә бер символ – билдә ҡулланыла. Шулай бөтә шиғыр юлдары ла схематик рәүеш ала, балаға шиғыр юлдарын иҫтә ҡалдырыуы лап еңелләшә.

 Эшемдә, заман талаптарына яраҡлаштырылған, яңы технологияларға таянып  эш төрҙәре алып барам.    Беренсенән, компьютерлаштырылған « БОС » программаһы- (тын алыу юлына күнегеүҙәр), «Кескәй хәрефтәр»-грамотаға өйрәткән осорҙа ҡулланыла.

Ата- әсәләр менән бергә эш итәбеҙ, уларға кәңәштәр бирәбеҙ . Бала ғаиләлә ата- әсәһенән дөрөҫ һөйләшкән телмәр ишетергә тейеш, бер телдә, телде бутамай һөйләшеү мотлаҡ. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк бала әҙәби дөрөҫ әйтеү ҡағиҙәләрен практик рәүештә өлкәндәр һөйләүенә оҡшатып отоп ала.

Шулай уҡ тәрбиәселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк.. Фәһемле кәңәштәрҙе педагогтар үҙҙәренең дәрестәрендә әүҙем ҡулланырға тырышалар.

Шундай һүҙҙәр менән бөтөрөп ҡуям сығышымды;

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле, яратам һине телем,

Рәхмәт һиңә, телем аша алам мин яҡшы белем.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү Әҙерләне: Котдосова Гөлнара Урал ҡыҙы Өфө ҡалаһы ҡала округының102-се башҡорт балалар баҡсаһы уҡытыусы логопеды

Слайд 3

Көн һайын башкарылырға тиешле күнегеүҙәр : Артикуляция гимнастикаһы һ улыш алыуҙы нығытыу гимнастикаһы Бармаҡмоторикаһын нығытыу күнегеүҙәре Кинезиологик күнегеүҙәр Логопедия өлкәһендә өндәр өҫтөндә эш бер – нисә этап буйынса алып барыла- -әҙерлек этапы, - өндәрҙе ҡуйыу, йәғни өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, - өндәрҙе нығытыу, автоматлаштырыу, - оҡшаш өндәрҙе айырыу ( дифференциациалау).

Слайд 4

А ртикуляция гимнастикаһы өсөн күнегеүҙәр - « Йылмаыу» - ирендәр асыҡ, йылмайыу рәүешендә, тештәр ҡыҫылған. « Торба» - ирендәрҙе борғо кеүек түңәрәтләтеп алға табан һуҙыу. « Ҡойма» - тештәрҙе күрһәтеп йылмайырға. «Ҡойма буяу»- ауыҙҙы аҫҡы тештәр рәте күренерлек итеп асабыҙ һәм телдең осы менән аҫҡы тештәр рәтен эске яҡтан “буяйбыҙ”. Хәрәкәттәр өҫтән аҫҡа, уңдан һулға. «Энә »- ауыҙҙы асабыҙ һәм йылмаябыҙ.Телде ослайтып аҫҡы иренгә һалабыҙ. «Фил танауы »- ирендәрҙе ослайтып алға таба һуҙабыҙ. « Түңәрәк» - өҫкө һәм аҫҡы тештәр рәте күренерлек итеп аҫҡы һәм өҫкө ирендәрҙе күтәрәбеҙ. «Коймак» - ауыҙҙы асып, телде ирекле торошта аҫҡы иренгә куябыҙ. « Сынаяҡ » - ауыҙҙы асабыҙ. Ирендәр йылмайыу торошонда. Телде сығарабыҙ.Телдең киң ҡырын һәм осын « сынаяҡ » ф ормаһы алырлыҡ итеп өҫкә күтәрәбеҙ. Телдең аркаһы төшкән хәлдә. « Сәғәт » -телде уңға- һулға йөрөтөү. « Бәүелсәк »- телде аҫҡа, өҫкә йөрөтөү. « Аттар »- ат сабыуы тауышы сығарыу .

Слайд 5

Балыҡ ауыҙын аса, Теле юҡ , әллә ҡаса ? Баҡа ауыҙын йырып тора, Йылмайып ҡына тора.

Слайд 6

Дөрөҫ тын алыуға күнегеүҙәр Ауыҙ аша дөрөҫ итеп һауаны сығарыуҙың төп юлдары: - танауҙан тын алып,ауыҙҙан сығарыу, - ауыҙҙан тын алып, танауҙан сығарыу, - ауыҙ аша һауаны (һулышты) сығарыу һалмак булырға тейеш; «Насосты өрөү», «Паровоз һыҙғыра», «Ата ҡаҙ булып ы ҫылдау », «Фокус», «Шар өрөү», «Ҡар бөртөғө», «Кәмә йөҙҙөрөү», «Күбәләктәр осороу», «Һабын кабартҡыстары». Ваҡ һәм дөйөм моториканы үҫтереү өсөн күнегеүҙәр «Был бармаҡ...» Был бармаҡ – олатай, Был бармаҡ – өлəсəй, Был бармаҡ – атай, Был бармаҡ – әсәй, Был бармаҡ – мин, Исемем минеӊ ʏҙем! «Тары сүпләү» Уф! Бармаҡтарым арыны, Сүпләп алам тарыны. Бер тары, ике тары- Һәр бөртөгө һап-һары (бармаҡтар менән тары сүпләү) «Ҡурай » Мин ҡурайҙы яратам, Ҡулдарымды уйнатам. Бармаҡтарым уйнайҙар, Улар һис тә талмайҙар. (бармаҡтар менән ҡурай уйнау)

Слайд 7

Башҡорт өндәрен ҡуйыу өсөн уйындар «Б ала илай » - .. ң.. « Ҡулдарҙы йылытабыҙ » – .. Һ ..

Слайд 8

« Курайҙа уйнайбыҙ » –.. ү .. « Айыу үкерә » - .. ө..

Слайд 9

«Бал ҡорто бызылдай » -.. ҙ.. « Ҡаҙ ыҫылдай » –.. ҫ..

Слайд 10

Тел төҙәткестәр

Слайд 12

Мнемотаблицалар : һ өйләм телен үҫтерү буйынса дидактик материал булып тора; һүҙлек запасын байытканда ҡулланырға мөмкин ; хикәйә төҙөгәндә һәм эстәлек һөйләгәндә , шиғыр ятлағанда һәм табышмаҡтарға яуаптар эҙләгәндә ҡулланырға мөмкин .

Слайд 13

Туп Әминә илай үкереп, Тубым һыуға төштө, тип . -Сеү , Әминә, илама, Туп батмай ул йылғала .

Слайд 14

Дидактик пособиялар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ...