Балалар баҡсаһында сығарылыш балы " Золушка мәктәпкә бара"
материал (подготовительная группа)
Рус теленән үҙем башҡорт теленә тәржемә иткән сценарий.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vypusknoy_zolushka.docx | 40.52 КБ |
Предварительный просмотр:
Ике малай сыға(гонцы)
(Тирә яҡҡа ҡарап трубаға өрәләр)
1.Иғтибар!Иғтибар! Иң ҙур иғлан!
Бөгөн,Миләш балалар баҡсаһының залында,
Сығарылыш балы үтә!
2.Сығарылыш балына принцессалар һәм принцтар саҡырыла!
Улар белем иленә-мәктәпкә оҙатыла!!!
Сығып китәләр
Көй уйнай, ике ведущий килеп сыға
А.Б 1: Хәйерле көн ,хөрмәтле ата-әсәләр,балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар!
А.Б 2 : Бөгөн ошо матур яҡты залда сығарылыш балы үтә!!! Әлеге ваҡытта беҙ шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа мәлдәр кисерәбеҙ,сөнки беҙҙең яратып тәрбиәләгән балаларыбыҙ, мәктәп ишектәрен асырға ,беренсе синыфҡа әҙерләнә.
А.Б Әйҙәгеҙ беҙҙең иң яҡшы, тәртипле, талантлы, ҡәҙерле балаларыбыҙҙы ,принц һәм принцессаларыбыҙҙы алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ!
Көй аҫтында балалар килеп сығалар.
А,Б Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн
Хушлашыу мәле етте
Һеҙгә уҡыусы булырға
Ваҡыт та килеп етте.
Шиғырҙар
1.Бөгөн беҙҙә оло байрам,
Баҡсаны тамамлайбыҙ
Бик теләһәк тә бында
Башҡаса ҡалалмайбыҙ.
2. Гел ҡарап торормон инде
Ошо баҡса юлына
Ниңә уҡытмайҙар икән
Ошо баҡсала ғына
3.Беҙ бөгөн бик шатланышып,
Йыйылғанбыҙ байрамға.
Сөнки тиҙҙән мәктәпкә
Барасаҡбыҙ уҡырға
4.Баҡсабыҙҙа дуҫ йәшәнек,
Күңелле ине беҙгә
Айырылыр ваҡыт еткәс,
Нисектер моңһоу беҙгә
5.Бала сағым- бәхетле саҡ
Баҡсала гөрләп үтте
Мин үҫтем инде, ҙур үҫтем
Хушлашыр ваҡыт етте!
1.Песня “ Һау бул балалар баҡсаһы”
Ултыралар урындарына( урындарға ултырғас та ике малай менән ике ҡыҙ йүгереп сыға)
1-се малай: Ура! Ура! Бына хушлашыу мәле лә етте!!!
1-се кызыкай: Балалар баҡсаһы менән хушлашам тип кеше ҡыуанамы инде?
2-се малай: Ҡыуана әлбиттә,көндөҙ башҡа йоҡламайбыҙ!
2-се кызыкай: Уның урынына яҙабыҙ,китаптар уҡыйбыҙ!!!
1-се малай: Булһын әйҙә,бутҡа бүтән ашамайбыҙ!!!
1-се кызыкай: Эх һин!!Бында кеүек бер тоҡ итеп
Уйынсыҡтар ташый алмайбыҙ!!!
2-се малай: Булһын.Ярты көн үткәс тә өйгә ҡайтам!!!
2-се кызыкай: Әсәйҙәр эштә була бит, кем һуң беҙҙе ашата?
1-се малай: Һыуытҡыстан нимә табам, шуны ҡапҡылап алам,
Урамға дуҫым менән уйнарға сығып ҡасам.
Рәхәтләнеп уйнайбыҙ, футбол ,баскетбол,йәшенмәк!
1-се кызыкай: Туҡта дуҫым,сабыр ит,ике алғың килмәһә, дәрес әҙерләр кәрәк!
Яҙырға,уҡырға, шығырҙар ҙа ятларға!
2-се малай: Барыһын да аңланыҡ беҙ,
Мәктәп ҡосағын йәйһә лә
Баҡсабыҙҙы онотмайбыҙ,
Мең рәхмәтлебеҙ һиңә!
2.Йыр “ Мәктәпкә барабыҙ”
1.Беҙ тиҙҙән мәктәпкә
Барабыҙ, барабыҙ,
Өр яңы китаптар
Алабыҙ ,алабыҙ!
Припев:Әй ҡояш нурыңды ,
Йәлләмә беҙҙән,
Беҙгә бит мәктәпкә
Барырға тиҙҙән.
2.Өйрәнербеҙ тиҙҙән,
Уҡырға ,яҙырға
Һандарҙы ҡушырға,
Бүлергә,алырға.
3. Беҙ һәр саҡ теләйбеҙ
Уҡырға бишлегә,
Донъяның бар серен ,
Тиҙерәк белергә!
Алып барыусы: Балалар, бынан 5 йыл элек һеҙ бәләкәй генә булып тәү тапҡыр балалар баҡсаһының тупһаһына аяҡ баҫтығыҙ.Ә һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй булғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Күргегеҙ киләме? Улай булғас экранға ҡарайбыҙ.
Слайд ҡарайҙар(бала саҡтарынан төҙөлгән слайд)
Бәләкәй балалар сыға(мл группа сыға)
Беҙ килдек бөгөн һеҙҙе
Мәктәпкә оҙатырға.
Теләйбеҙ һеҙгә
Тик бишлегә уҡырға
Мәктәпкә барыр инем
Бер нимәгә ҡарамай.
Тәрбиәсе апай әйтә
«Әле һиңә ярамай».
Мәктәпкә барғас та дуҫтар,
Бик тырышып уҡығыҙ,
Яңы дуҫтар табығыҙ,
Ямандан һаҡ булығыҙ.
6.Беҙҙең урынға алмашҡа
Кескәйҙәр килә, ана.
Тормош ҡоролған шулай
Быуындар алмашына.
3.Полька балалар менән( бергә бейейҙәр)
(!!!!!! Бейеү барғансы,Золушканы ипләп кенә сығарып ебәреп кейендерергә,үгәй әсәнең ике ҡыҙын да сығарып ебәрергә)
Бейегәс бәләкәстәргә сығарылыш төркөмө символический бүләк бирәләр,бәләкәстәр сығып китә.
Ведущий: Бөгөн байрам,сығарылыш балы,
Мәктәпкә йыйына барыһы,
Әкиәт иленән дә килә ҡунаҡтар,
Сөнки улар ҙа мәктәпкә баралар.
( Көй уйнай,Золушка килеп сыға,иҙән һеперә, көй алышына ,үгәй әсәй менән ике ҡыҙы килеп сыға)
Ү.Ә: Золушка, тағын эшһеҙ ултыраһыңмы? Иҙәнде лә һепермәгән!Тәҙрәләр ҙә йыуылмаған, тамаҡты ла бешереп ҡуймаған! Ә бит бөгөн сығарылыш балы,ҡошсоҡтарым минең мәктәпкә тиҙҙән баралар! Бына, Король үҙе беҙҙе балға саҡырҙы!!!
Золушка: Ураа!!! Рәхмәт,мәктәпкә барабыҙ(сәпәкәйләй)
Ике ҡыҙ : Туҡта!!! Беҙ икебеҙ барабыҙ,ә һине беҙ алмайбыҙ!!!
Ү.Ә.: Үәт әй,мәктәпкә барам имеш. Әле эшең бөтмәгән!!! Иң беренсенән ,баҡсаға сәскәләр ултыртып сыҡ бер 40 төп, уҡытыусыға бүләк итергә.Форма тек апайҙарыңа, портфельдарын йыйып ҡуй, бәлки шунан һине лә мәктәпкә алырҙар. Ҡошсоҡтарым, минең арттан!!!(сығып китәләр,ике ҡыҙ ипләп кенә урындарына кире барып ултыралар))
Золушка илай,Фея килеп сыға.
Фея: Ҡайғыңды һинең беләм
Мин һиңә ярҙам итәм!
Һә тигәнсе бар эштәрҙе
Һиңә хәҙер эшләшәм!
(таяғы менән өйрөлтә,тылсым тауышы)
Золушка: Рәхмәт Фея, тик мин балға барыбер ҙә бара алмайым,сөнки минең матур күлдәгем дә юҡ.
Фея :Золушка,оноттоңмо әллә ,мин бит тылсымлы фея(колдует,снимают фартук и платок с Золушки) Ә был минән һиңә бүләккә портфель! Бына инде мәктәпкә барырға әҙерһең.
Золушка: Рәхмәт Фея.
Фея: Балалар,һеҙ Золушканы үҙегеҙ менән мәктәпкә алырға ризамы?(Әйее)
Золушка,инде миңә китергә ваҡыт,ә һин ошо матур,аҡыллы балалар менән мәктәпкә барырһың. Һау булығыҙ.(сығып китә)
Ведущий: Әйҙә Золушка, рәхим ит !(Золушка балалар янына барып ултыра)
Көй уйнай, асыуланған Үгәй әсә килеп инә.
Ү.Ә: Был ни эш тағы? Золушка!!! Кем һиңә мәктәпкә барырға ҡушты!
Ведущий: Беҙ уға рөхсәт иттек .
Ү.Ә. : Шулаймы? !!!Улай булғас ,берегеҙ ҙә мәктәпкә бармай!Бына алам да,портфельдың эсен вис кенә аҡтарам( уйынсыҡтар, лишний предметтар менән бутап һала) ,һеҙҙең балалар портфель йыя белмәйҙәрҙер әле, ә портфель йыймағас,мәктәпкә лә бара алмайҙар(көлә)
Ведущий: Һуң нисек инде беҙҙең балалар портфель йыя белмәһендәр тей!
Һә тигәнсе йыйып бирерҙәр!
4.Уйын “ Портфелды йый”
Ведущий: Күрҙегеҙме инде? Портфельды йыя беләләр,шуға ла мәктпәкә улар бөтәһе лә бара.
Ү.Ә.: Ах һеҙ шулаймы??? Минең шундай таныштарым бар,әкиәт иленән Король үҙе! Бына ул һеҙгә күрһәтәсәк!!!
(көй уйнай ,Король килеп сыға, тронға барып ултыра,Үгәй әсәй эргәһендә юхалап,баш эйеп кенә йөрөй)
Ү.Ә.: Бына ул үҙе лә инде.Ваше величество,ваше величество! Ышанағыҙмы ,юҡмы, ошо балалар ,Золушкаһы ла ҡуша, мәктәпкә барам тейҙәр! Ышанырлыҡ та түгел!Ҡот осҡос!
Король: Ә ни өсөн ҡот осҡос тей, балалар мәктәпкә бара,бик тә ҡыуаныс!
Ү.Ә.: Һуң бит улар яҙа ла,уҡый ҙа белмәйҙәр, хатта шиғыр ҙа һөйләй алмайҙар!
Король: Нисек инде белмәйҙәр??? Бөттө,китте юғалды!!! Монастырьға китәм ,хәҙер үк!!!(урынынан һикереп тороп китергә әҙерләнә)
Ведущий: Ҡәҙерле Король,туҡтағыҙ. Беҙҙең балалар бөтә нәмәне лә белә,шиғырҙар ҙа беләләләр.
(Король кире тронға килеп ултыра)
5.ШИҒЫРҘАР
Ты нас принял малышами
Детский сад, наш дорогой
Мы теперь большими стали
И прощаемся с тобой.
Мы здесь росли, мы здесь играли,
Мы находили здесь друзей.
Но годы быстро пробежали,
И стали мы чуть-чуть взрослей.
Король: Афарин!Афарин! Бигерәк матур! Иҫ киткес!!!
Ү.Ә: Шиғырҙы ятлап була ул,ә бына музыка ҡоралдарында уйнай белмәйҙәр!
Король: Нисек инде белмәйҙәр??? Бөттө,китте юғалды!!! Монастырьға китәм ,хәҙер үк!!!Монастырьға!!!
Ведущий: Туҡтағыҙ ҡәҙерле Король.Беҙҙең балалар балалар баҡсаһында музыка ҡоралында ла уйнарға өйрәнделәр!!!
6.Веселый ОРКЕСТР
Король: Ниндәй музыкаль балалар! Иҫ киткес,һоҡланғыс!!!
Ү.Ә.: Ваше величество! Ул музыка ҡоралында бөтәһе лә уйнай ала,ә бына улар бөтөнләй талантһыҙ балалар, бер ҡайҙа ла ҡатмашманылар ҙа, грамоталары ла юҡ, бер һөҙөмтәгә эйә түгелдәр!!!
Король: Нисек инде талантһыҙҙар, һөҙөмтәләре лә юҡ!!! Китәм,хәҙер үк, монастырьға китәм!!!
Ведущий: Ашыҡмағыҙ ҡәҙерле Король. Нисек инде юҡ! Беҙҙең балалар күп сараларҙа ҡатнашып, ниндәй генә еңеүҙәр яуламанылар.Бына ҡара әле экранға. Ул...,...,..конкурстарында ҡатнашып,төрлө грамоталарға лайыҡ булдылар. Патриотик йыр конкурсында ,улар 3 се урын алып ҡайттылар.Һеҙҙең иғтибарға, Башҡортостан тыуған ерем йыры.
7.Йыр “ Башҡортостан тыуған ерем”
Король: Афарин,бик яҡшы!!!
Ү.Ә: (асыуланып, уңға-һулға атлап уйланып йөрөй, бармаҡтарын бөгөп)
Йырлай беләләр,музыка ҡоралында уйнайҙар, шиғыр һөйләй беләләр, тағын нимә уйлап табырға. Ә,белдем ! Ваше величество!!! Был балалар бөтөнләй бейей белмәйҙәр.Ҡот осҡос!
Король: Бейергә белмәйҙәр? Бөттө,китте юғалды!!! Монастырьға китәм ,хәҙер үк!!!Монастырьға!!!
Ведущий: Ҡәҙерле Король,тыныслан. Балалар бик матур бейеү бейеп күрһәтә.
8.Танец с портфелями(любой бейеү)
Король: Афарин!!! Матур бейейҙәр. Минең улым принц та шундай талантҡа бай,мәктәпкә барыр алдынан хатта һанай ҙа белде.Һеҙҙең дә белемегеҙҙе тикшереп ҡарайым әле.Бына минең математик йомҡтарым да бар.
9. Математические загадки
- Әнисә килде болонға
Йыйҙы матур сәскәләр.
Биш сәскә – әсәһенә,
Өсәүһе – һеңлеһенә.
Тик Әнисә һанай белмәй,
Ярҙам ит һин үҙенә.
Бөтәһе нисә сәскә?
2.Сысҡан тапты ун бойҙай
Дуҫына бирҙе бишәү.
Нисәүһе ҡалды унда,
Ауыр түгел бит һанау.
3.Беҙҙең йортта кем йәшәй?
Әсәй, атай, ағай, һеңлем
Көсөк һәм ике бесәй –
Барлығы булдыҡ нисәү?
Ведущий: Ҡәҙәрле Король. Беҙҙең дә балалар һанай беләләр, хәрефтәрҙе лә өйрәнделәр.Бына ҡара әле .
10. Хәрефтәр менән уйын.
Китапты уҡыр өсөн
Хәрефтәр белер кәрәк-2 тапҡыр
Әгәр хәрефте белһәң
Һүҙ уйла һин тиҙерәк-2 тапҡыр
Король: Иҫ киткес,афарин! Бөтә һынауҙарҙы ла үттеләр был аҡыллы балалар!Тимәк, бөтәһе лә, Золушка ла ,мәктәпкә бара алалар!!!
Ведущий: Рәхмәт ҡәҙерле Король.
Ү.Ә : ( юхалап ҡына)Минең ике ҡыҙымды ла алаһығыҙмы үҙегеҙ менән?
Ведущий: Алабыҙ әлбиттә.
Ү.Ә: Рәхмәт барығыҙға ла, ғәфү итегеҙ инде мнең ҡыланыуҙарыма, Золушка ла,һеҙҙең балалар ҙа ысынлап та мәктәпкә барырға әҙер! Ә беҙгә инде әкиәт иленә ҡайтырға ла ваҡыт.Һау булығыҙ!
Сығып китәләр
Ведущий: Ә беҙҙең байрам дауам итә.
11.Стихи
Воспитателям своим
Мы спасибо говорим
Вы для нас как мамы были
Расставаться не хотим.
Бик ҡыйын да,ҡыуаныста
Һеҙҙән айырылышыуы
Үҙемдең тәрбиәселәремә
Рәхмәтемдең иң ҙуры.
12.Йыр “ Тәрбиәсем”
Ололар ҙа, балалар ҙа
Бик яҡшы белә уны.
Был бит беҙҙең мөдиребеҙ,
Зилә Марат ҡыҙы.
Рәхмәт һеҙгә беҙҙең өсөн
Бар уңайлыҡ булғанға
Баҡсабыҙ иң бәхетле
Балалар менән тулғанға.
Методист
Может любую программу составить,
По обучению планы представить,
Как движется процесс образовательный,
Наш методист следит весьма внимательно.
Координирует работу воспитателей,
Подходит к делу очень основательно.
Спасибо вам Зайтуна Арслановна!
Айгуль Рауфовна!!!
“Ярҙамсы” тигән һүҙҙең
Эсендә ҙур мәғәнә
Тәрбиәсе буш булмаһа
Ул “Әсәйгә “ әйләнә.
Арҡабыҙҙан да һөйә,
Матур һүҙҙәрен әйтеп.
Ваҡытында ашата
Беҙ һау булып үҫһен тиеп.
Алина Маратовна!
С вами вместе песни пели
И учились танцевать,
Вам хотим на выпускном
Мы спасибо все сказать.
Анастасия Сергеевна!
Спасибо Вам за все зарядки,
За позитивный Ваш настрой!
Вас очень любят все ребятки
За Ваш характер волевой!
Дорогие повара,
Вам спасибо говорим,
От души благодарим.
За борщи, котлеты, кашу.
Ценим мы работу вашу!
Муршида Рафкатовна!!!
С выпускным мы поздравляем,
Дорогой Вы наш завхоз.
И от нас от всех желаем,
Вам здоровья целый воз.
Гульфия Иршатовна!!!
Психолог лучший, поздравляем,
Пусть выпуск радость принесет,
Всем сердцем Вам мы пожелаем,
Удача в гости пусть придет.
Гульбика Вакилевна!!!
Благодарим за помощь Вас,
За Ваши добрые старания,
За каждый миг и каждый час!
Быть медсестрой — Ваше призвание!
Всех, кто трудится в детском саду,
Мы от сердца благодарим!
Мы уходим в этом году,
Потому и немного грустим!
Ну а вам мы желаем успеха,
Много радости, счастья, добра
И, конечно же, детского смеха,
Ведь вокруг вас всегда детвора!
Всем работникам детского сада
Мы спасибо сейчас говорим!
Жаль, настала прощальная дата,
Ведь наш сад нами очень любим!
Ведущий:Мәктәпкә оҙатабыҙ
Беҙ бөгөн балаларҙы
Һуңғы вальс бейергә
Саҡырабыҙ уларҙы
13. Прощальный вальс
Ведущий: Ә хәҙер һүҙҙе балалар баҡсаһы мөдире Бикьянова Зиля Марат ҡыҙына бирелә.
Выступление заведующей.
Ведущий: Балалар!!!Һеҙҙең барлыҡ ҡыуаныстарығыҙҙы, шатлыҡтарығыҙҙы, ауырлыҡтарыҡғыҙҙы ла ата-әсәләрегеҙ менән бүлештегеҙ. Хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәйек.
Выступление родителей
Ведущий: Бына шулай йырлай-йырлай,бейей-бейей беҙҙең байрамыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты.
Йылдар үтә торор бер- бер артлы
Алыҫая барыр аралар.
Ҡайҙа китеп,кемдәр булһағыҙ ҙа
Бәхетле булығыҙ балалар!!!
Хөрмәтле балалар!Беҙ һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.Мәктәпте лә ,баҡсағыҙҙы яратҡан кеүек, яратығыҙ,тырышып уҡығыҙ!Һау-сәләмәт,оҙон ғүмерле,белемле,аҡыллы булығыҙ!Аҡ юл һеҙгә!!!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында
: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
В материале описываются возможности общения воспитанников в современном детском саду...
Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе
Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе (мәктәпкә әҙерлек төркөмө)...
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе өсөн сценарий.
Башҡорт балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмдәре өсөн сценарий .Темаһы - "Диңгеҙгә сәйәхәт"...
Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...
Балалар баҡсаһында бала тәрбиәләүҙә өләсәйҙәр тәрбиәһенең роле
Өләсәйҙәр тәрбиәһенең мөһимлеге...