Балалар баҡсаһында башҡорт теле дәресе. Тема:"Өләсәйҙә ҡунаҡта"
план-конспект занятия (старшая группа)

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

Был дәрес өлгөһө өлкәндәр төркөмө өсөн төҙөлгән.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balalar_baksahynda_bashkort_tele_drese.docx15.77 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһында башҡорт теле дәресе.

Тема:"Өләсәйҙә ҡунаҡта"

Маҡсат:

а) яңы һүҙҙәрҙе өйрәтеү:сәк-сәк, ҡоймаҡ, тәмле, бешерә(-ләр); үткәҙ дәреҫтәрҙә өйрәнелгән һүҙҙәрҙе,типик һөйләмдәрҙе нығытыу;

б )балаларҙың фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү;ҡ-к,э,ө,ф өндәрен ишетә, дөрөҫ әйтә белеү күнекмәләрен үткәреү;

в) "эйе, юҡ"киҫәксәләрен һәм эйәлек заты ялғауын аңлы рәүештә ҡуллана белергә өйрәтеү;

г) балаларҙың иғтибарын, хәтерен үҫтереү, башҡортса үҙ-ара һөйләшергә ынтылыш уятыу.

Йыһаз:"Ғаилә" сюжетлы һүрәте, конверт эсендә саҡырыу ҡағыҙы, сәк-сәк, ҡоймаҡтар, сәй.

Дәрес барышы:

Балалар ҡулға-ҡул тотоноп, бәләкәй түңәрәк яһап, бүлмә уртаһында торалар. Тәрбиәсе:"Был-һабын ҡыуығы, беҙ хәҙер уны өрөп тултырабыҙ",-ти.

Балалар бергә"Өфф-ф тип өрә-өрә, яй ғына артҡа табан сигеп, түңәрәкте ҙурайталар. Шул рәүешле ҡул суҡтары айырылғансы баралар һәм ҡулдар ысҡынғас,

"Пух-х-х"тип ҡыуыҡты (шарҙы) шартлаталар (3-4 тапҡыр).

Тәрбиәсе "Ғаилә" сюжетлы һүрәтен күрһәтә, унда кемдәр барлығын балалар менән асыҡлайҙар (әсәй, атай, мин, һеңлем,ҡустым, өләсәйем, олатайым). Тәрбиәсе балаларҙы берәм-берәм янына саҡырып, баланан һүҙгә эйәлек заты ялғауҙарын ҡушып әйтеүҙе ҡабалата:

-Был-минең әсәйем.

-Был- минең атайым һ.б.

Тәрбиәсе өҫтәлдән конверт ала һәм уны асып, Айгөл һәм уның өләсәһе балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырыуҙы әйтә.

Балалар ҡунаҡҡа йыйыналар:ниндәй кейем кейергә, Айгөл менән өләсәһенә ниндәй күстәнәс алырға бергәләп һөйләшәләр . Тәрбиәсе уларға бүләк итеп шиғыр ятларға тәҡдим итә:

Минең өләсәйемә

Һоҡланмаған кеше юҡ.

Бөтәһе лә маҡтай уны:

"Уңғанлыҡта-ише юҡ".

Шиғырҙың мәғәнәһе русса аңлатыла, сюжетлы һүрәттәр аша балаларға өләсәйҙең нимәләр эшләүен төшөндөрөү үткәрелә(сәк-сәк, ҡоймаҡ бешерә, ойоҡ бәйләй һ.б.)

"Ғаилә" һүрәте буйынса "Эйе, юҡ"уйынын уйнатып, үтелгән һүҙҙәрҙе, грамматик категорияларҙы нығыталар:

-Был атай-мы? (Юҡ, был атай түгел. Эйе, был атай)

Шиғырҙы тағы ла бер нисә тапҡыр күмәкләп ҡабатлап, аҙаҡ берәм-берәм һөйләп ҡарап, ятлайҙар. Тәрбиәсе балаларға иртәгә өләсәйгә ҡунаҡҡа барасаҡтарын, матур күлдәктәр кейеп килергә кәрәкләген иҫтәренә төшөрә.

Икенсе дәрес башҡорт музейында йәки башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә бағышлап йыһазландырылған төркөм мөйөшөндә үткәрелә.

Ата-әсәләрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе саҡырып, сәй эсеү ойоштороп була.

Музейҙа балаларҙы өләсәй менән Айгөл ҡаршылайҙар. Һаулыҡ һорашып, ултырғыстарға ултырғас, өләсәй балаларға бөгөн байрам икәнлеген, бик күп ҡунаҡтар килгәнлеген әйтә һәм өҫтәлдәге ашамлыҡтарға күрһәтеп:

-Мин ҡунаҡтарға тәмле ризыҡтар әҙерләнем. Бына-сәк-сәк, бына-ҡоймаҡ, тип ашамлыҡтарҙы күрһәтеп сыға.

-Аш алдынан уйнатып-бейеп алайыҡ,-тип өләсәй бөтәһен дә күңел асырға саҡыра (1-2 йыр, 2-3 шиғыр, ололар һәм балалар бейеүе башҡарыла).

"Беҙ ун ике ҡыҙ инек" тигән башҡорт халыҡ уйыны башҡарыла. Уйында ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә ҡатнаша ала. Һуңынан бергәләп сәй эсәләр, ашамлыҡтарҙың исемдәрен иҫкә төшөрәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду...

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...

Балалар баҡсаһында музыка дәресе. Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .

Балалар баҡсаһында музыка дәресе.Тема: Әкиәттә ҡунаҡта ....