Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Минен эшем -балаларҙы тәрбиәләү һәм яратыу.

Профессия: Тәрбиәсе

Профессиональные интересы: Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү.

Увлечения: Йырлау, байрамдар ойоштороу.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Илишевский район РБ

Место работы: МБДОУ " Центр развития ребенка-детский сад" с. Нижнеяркеево

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/kazyrova-ruzil-nazif-kyzy
Балаға һөйөүһеҙ педагог тауышһыҙ йырсы, ишетеү һәләте булмаған музыкант, төҫ тойғоһо һиҙмәгән рәссам булыуы менән бер.
Т.Гончаров

О себе

      Тәрбиәсе һөнәрен ни өсөн һайланың, тиһәгеҙ,һәр кем тормош юлын үҙенсә һайлай инде. Иң мөһиме-һайлаған юлың дөрөҫмө? Эйе, дөрөҫ! Балалар тәрбиәләнеүҙән дә күркәмерәк, хөрмәтлерәк бер ни юҡ был донъяла!                                                                                                                                                          Мин тәрбиәсе һәм шуның менән ғорурланам! Бала бит ул-гөлсәсәсәк, уға бәйле киләсәк.Эйе, донъяла һөнәрҙәр бик күп, әммә был һөнәрҙе һайлап алмайҙар, ул үҙе һине һайлай.Бында осраҡлы кешеләр булмай.                           

  Тәрбиәсе булыу-минең өсөн нимә һуң ул? Һәр миҙгелдә тәрбиәләп тороп, балаларҙы нимәгәлер өйрәтеү түгел,ә көн һайын улар менән аралашыуҙан үҙемә яңылыҡтар асыу.Балалар үҙгәрә, улар менән бергә мин дә үҙгәрәм. Әйләнә- тирә мөхит тураһында балалар күҙлегеннән ҡарап фекер йөрөтөү оҡшай миңа.Шунан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү табам.

    Мин Илеш районы Түбән Йәркәй ауылының "Балаларҙы  үҫтереү үҙәге-балалар баҡсаһында" эшләйем.Иртә һайын, эшкә килгәс, уларҙың күҙҙәрен күрһәм ҡайберҙәрендә-һағайыу, икенселәрендә-ҡыҙыҡһыныу,өсөнсөләрендә-өмөт.

    Шул ҡәҙәр төрлө-төрлө ул балалар! Һәр береһенең үҙ фекере, үҙ донъяһы бар. Ул донъяны емерергә  һис ярамай, уға асылырға ярҙам итергә кәрәк. Һәр бер бала үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ,донъяны үҙ күҙлегенән ҡабул итеүсе, үҙенсә уйлаусы хәм хис йөрөтөүсе.

    Беҙ уларға үҙ ҡәҙерен белергә, үҙе һәм ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтергә, маҡтарға, бүләкләргә , хупларға, улар тирәһендә ыңғай атмосфера тыуҙырырға тейеш.

    Һәр баланың мөмкинлектәренә ышанырға, уға тәбиғәттән бирелгән яхшы сифаттарҙы асарға кәрәк.Хәҙерге заман шарттарында тәрбиәсе булыу шаҡтай ҡатлаулы һәм яуаплылыҡ һорай, сөнки күп төрлө белем, тәжрибә генә түгел, бик ҙур түҙемлелек тә, даими ижади эҙләнеүҙәр, эшкә һәр сак ниндәйҙер яңылыҡ индереп тороу ҙа кәрәк.

 

Мой взгляд на мир

Эшләү дәүерендә мин шуны аңланым:тәрбиәсе эше һөнәрем генә түгел, ә минең тормошом, йәшәйешемә әйләнде. Ғүмеремде балалар тәрбиәләүгә бағышлауыма үкенгәнем булманы.Киреһенсә, был әкиәт кеүек баласаҡ илендә, мин барлыҡ тормош мәшәҡәттәремде онотоп, үҙемде йәш, энергиялы, сәләмәт итеп хис итәм.Ж.К.Ирен яҙыуынса:"Һәр һөнәр уны яратыу менән  генә, был өлкәлә уңыш килтерә.Мин дә үҙемдең һөнәремде бик яратам.Көн дә шул бәләкәстәр янында булыу, уларҙың уй-хистәрен уртаҡлашып йәшәү, үҙе ҙур бәхет

Добавить грамоту в портфолио
Мои альбомы