Балалар баҡсаһында музыка дәресе. Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .
план-конспект занятия

Ғариева Айгөл  Әлдәм ҡыҙы
Балалар баҡсаһында музыка дәресе.
Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .
 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balalar_baksahynda_muzyka_drese.docx6.86 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһында музыка дәресе.

Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .

Маҡсат:Балаларҙы башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурай менән таныштырыу.Музыка дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, көйҙө ишетә,аңлай белергә, уға ярашлы хәрәкәт итергә күнектереү.

Дәртле көй аҫтында балалар залға инәләр , уларҙы музыка етәксеһе ҡаршы ала.” Һаумыһығыҙ балалар” исемле тауышҡа күнекмә үткәрелә.

-Һаумыһығыҙ,ҡулдарым

Һаумыһығыҙ, күҙҙәрем.

Һаумыһығыҙ танауым,

Һаумыһығыҙ тештәрем.


Һаумыһығыҙ, сикәләр

Һаумыһығыҙ, ирендәр.

Һаумыһығыҙ, ҡолаҡтар,

Һаумыһығыҙ, аяҡтар!

Сәләәәм!


Муҙыка етәксеһе: - Балалар, һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? Улайһа, бөгөн беҙ һеҙҙең менән әкиәткә ҡунаҡҡа барырбыҙ, ултырғыстарға уңайлыраҡ итеп ултырығыҙ һәм беҙ юлға сығасаҡбыҙ. Ә ниндәй әкиәткә барасағыбыҙҙы, һеҙ йомаҡты сисеп белерһегеҙ.

Үҙе түңәрәк, туп түгел

Эҫе мейестә ул бешкән,

Тәҙрә төбөнән тәгәрәп төшкән. (балалар яуап бирә)

Муҙыка етәксеһе: - Ә хәҙер әкиәтте иғтибар менән генә тыңлағыҙ.

Борон – борон заманда бабай менән әбей йәшәгән, ти. Бер көндө, бабай әбейгә: “ Әбей, икмәк бешер әле, “-тигән. Әбей икмәк бешергән дә тәҙрә төбөнә һыуытырға һалған. Ята торғас, йоморо икмәккә күңелһеҙ булып киткән һәм ул тәҙрә төбөнән иҙәнгә һикереп төшкән дә һикәлтәнән бер менеп, бер төшөп уйнай башлаған.

Әйҙәгеҙ әле балалар,йомомро икмәккә күңелһеҙ булмаһын өсөн, ул уйнағанда күмәкләшеп йырлап торайыҡ. ( Баҫҡыстан менәм, төшәм йүгереп.)

Муҙыка етәксеһе: - Был уйын да уны ялҡытҡан һәм ул һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп урманға ҡарай юл тотҡан, ти.

Йоморо икмәк тәгәрәп бара торғас бер түңгәккә килеп бәрелгән , ти. Ҡараһа, унда бер серле тоҡ ята икән. Эсен асып ҡараһааа... балалар,нимә ята тип уйлайһығыҙ.. ( балалар үҙҙәренең варианттарын әйтәләр)

Музыка етәксеһе тоҡтан ҡурай килтереп сығара.

Муҙыка етәксеһе : -Был нимә, кем белә? Ә ул нимә өсөн кәрәк?Уны нимәнән эшләйҙәр? Кемдең өйөндә ҡурай бар?

Дөрөҫ, ҡурай -ата бабаларыбыҙҙың милли музыка ҡоралы. Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар.( күрһәтәм). Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә

Ҡурай тураһында бик күп йырҙар йырлана, шиғырҙар ижад ителә, әкиәттәр һөйләнә. Бына шундай әкиәттәрҙең береһе. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.

Әйҙәгеҙ әле ҡурай моңон тыңлап үтәйек. ( көй тыңлайҙар)


Муҙыка етәксеһе : -Ҡурай моңо һеҙгә оҡшанымы? Был ниндәй көй?

Йоморо икмәк артабан тәгәрәгән. Китеп бара торғас, уның ҡаршыһына кем осраған? (ҡуян)

Ул йоморо икмәкте күреп ҡалғас,

-Йоморо икмәк, йоморо икмәк, мин һине ашайым, тигән.

Ашама йоморо икмәкте, ҡуян. Беҙҙең балалар һиңә матур итеп, ҡалаҡтар менән көй уйнап күрһәтерҙәр, (Ҡалаҡтарҙа уйнау)

Ҡуян: Ҡайһылай матур уйнайһығыҙ икән, балалар. Ярай инде ашамайым, икмәгегеҙҙе.

Муҙыка етәксеһе: - Йоморо икмәк артабан тәгәрәгән. Бына уның ҡаршыһына... Кем осраған әле? (Бүре)

Дөрөҫ, балалар.

Бүре йоморо икмәкте күреп ҡалған да:

-Йоморо имәк, йоморо икмәк, мин һине ашайым...

Муҙыка етәксеһе: - Ашама инде бүре, балалар һиңә бейеп күрһәтерҙәр. (Яулыҡтар менән бейеү)

Бүре: Бигерәк оҫта бейейһегеҙ икән, ярай, теймәйем йоморо икмәгегеҙгә.

Муҙыка етәксеһе : - Йоморо икмәк ҡыуана- ҡыуана артабан тәгәрәгән. Бара торғас уның ҡаршыһына айыу тап булған. (Айыу инә)

Айыу:-Йоморо икмәк, йоморо икмәк, мин һине ашайым.

Муҙыка етәксеһе : -Ашама инде, Айыуҡас. Балалар һиңә йыр йырларҙар.

(“ Шаулы баласаҡ”- йыр)

Муҙыка етәксеһе ғ -Айыу йыр тыңлаған арала йоморо икмәк артабан тәгәрәгән. Тик ҡайҙандыр ҡара болоттар килеп сыҡҡа да, ҡойоп ямғыр яуа башлаған. Әйҙәгеҙ, балалар , тағы ла Йоморо икмәккә ярҙамға ашығайыҡ. Ямғырҙа ебеп ҡуймаһын. ( Зонтиктар менән бейеү)

Муҙыка етәксеһе : -Бына ямғыр туҡтап, ҡояш ҡыҙҙыра башлаған һәм йоморо икмәк артабан тәгәрәгән.Уның ҡаршыһына, кем килеп сыҡҡан әле?.. (Төлкө инә)

Тәлкө: Йоморо икмәк, йоморо икмәк, мин һине ашайым..

Муҙыка етәксеһе : -Ашама инде, төлкөбикә, йоморо икмәкте, балалар һиңә йыр йырлап ишеттерерҙәр.

- Ю ҡ , йыр тыңлағым килмәй минең, ә йоморо икмәкте ашағым килә....

Муҙыка етәксеһе : -Улай булғас , берәй музыка ҡоралында уйнап күрһәтерҙәр.

- Юҡ-юҡ- юҡ, әйттем бит йоморо икмәкте ашағым килә тип...

Муҙыка етәксеһе : -Улайһа бейеп күрһәтерҙәр.

Юҡ тип әйттем бит инде, ни эшләп ныҡышаһығыҙ... Йоморо икмәк кенә кәрәк миңә...

Муҙыка етәксеһе: - Ярай улайһа, һинеңсә булһын, ашарһың инде йоморо икмәкте. Тик беҙ һинең күҙеңде бәйләйбеҙ, ә һин Йоморо икмәкте тауышы буйынса эҙләп тап. Эшләп ашаһаң тәмлерәк тә булыр. ( Төлкөнөң күҙен бәйләйҙәр, балалар “Төлкөбикә” –тип тауыш бирә, төлкө уларҙың тауыштарынан танып исемдәрен әйтә бара. Шул арала Йоморо икмәк сығып ҡаса)

4-5 баланы ң исемен атағандан һуң:

-Эй, ялҡытты был уйынығыҙ, асыҡтым, ҡайҙа Йоморо икмәкте йәһәтләп ашай Һалайым- тип күҙендәге бәйен алыл ташлай һәм йоморо икмәкте эҙләй башлай, ләкин таба алмай.

Ҡайҙа булды һуң ул?. Мине, хәйләкәр төлкөнө, төп башыма ултырттығыҙ бит ... ( башын ҡосаҡлап, залдан сығып китә.)

Йүгереп Йоморо икмәк килеп инә:

- Балалар, мине йәнлектәрҙән ҡотҡарыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Һау булығыҙ!

Муҙыка етәксеһе : Балалар, һеҙгә әкиәт оҡшанымы? Ә нимәләр оҡшаны һуң?

- Балалар, ә миңә ,бигрәк тә, һеҙ оҡшанығыҙ, ихлас итеп ҡатнашып ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...

Балалар баҡсаһында башҡорт теле дәресе. Тема:"Өләсәйҙә ҡунаҡта"

Был дәрес өлгөһө өлкәндәр төркөмө өсөн төҙөлгән....