Башҡорт теленән « Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре» темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ дәрес конспект
план-конспект занятия (средняя группа)
балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙа телгә ихтирам тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
milli_keyem_dres_konspekty.docx | 14.87 КБ |
Предварительный просмотр:
Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
Башҡорт теленән
« Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре»
темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ
дәрес конспект
Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы
Максат: балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙа телгә ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: башҡорт кейемендәге ике ҡурсаҡ, селтәрле түшелдерек, ҡашмау, күстәнәсле төйөнсөк, беләҙек, балдаҡ, йөҙөк, сәс үргес, таҫма.
Дәрес барышы:
Ойоштороу өлөшө.
Артикуляция гинастикаһы:
а) көҙгөгә өрөп һөртәбеҙ,
б) йылмайып ҡарайбыҙ,
в) теш таҙартабыҙ,
г) теште күрһәтеп йылмаябыҙ.
Тәрбиәсе: Бал ҡорто , бәпес, ҡарға, йылан төшкән һүрәттәр күрһәтеп – Ниндәй башҡорт өндәре ишетелә?
Балалар : Бҙ-ҙ-ҙ- бал ҡорто – ( ҙ –башҡорт өнө),
Ҡар-ҡар-ҡар- ҡарға- ( ҡ- башҡорт өнө),
Ҫ-ҫ-ҫ- йылан (ҫ- башҡорт өнө),
Ңә-ңә-ңә- бәпес илай ( ң- башҡорт өнө).
Балалар, ишетәһегеҙме, кемдәрҙер быш – быш һөйләшә. Бына кемдәр тауышлана икән (ике ҡурсаҡ сығара). Сәлимә менән Салауат бит былар (балалар ҡурсаҡтар менән һаулыҡ һорашалар):
-Һаумы Сәлимә!
- Һаумы Салауат!
Тәрбиәсе: Ниндәй матур итеп кейенеп килгәндәр. Әйҙәгеҙ әле, ҡарайыҡ, Сәлимә нимә кейгән?
Балалар: Сәлимә япмалы күлдәк, камзул кеәгән.
Тәрбиәсе: Күлдәге ниндә төҫтә?
Балалар: Ҡыҙыл, йәшел.
Тәрбиәсе: Ә Салауат нимә кейгән?
Балалар: Салауат ҡамсат бүрек, сарҡ, елән кейгән.
Тәрбиәсе: Балалар, кейемдәр нимә менән биҙәлгән?
Балалар: Тәңкәләр, таҫмалар.
Тәрбиәсе: Башҡорт кейемдәре тураһында шиғырҙар һөйләйҙәр.
Ике япмас итәге,
Таҫмалары ҡыҙылдан.
Суҡтан кейенгәнһең бит,
Күҙ алмайым был ҡыҙҙан.
Ишек шаҡыйҙар. Өләсәй килеп инә.
Өләсәй: Сәлимә, Салауат ҡайҙан китеп юғалдығыҙ? Ҡаҙ бәпкәләрен ҡарарға киткәйнеләр, юҡ та юҡ.
Тәрбиәсе: Улар бында. Бик матур кейенгәндәр. Беҙ уларҙың кейемдәренә һоҡланып бөтә алмайбыҙ.
Өләсәй: Кейемдәрҙе үҙем тектем. Оҡшаймы? Үҙемә лә тегеп кейәм шулай (Балалар өләсәйҙең күлдәгенә иғтибар итәләр).
Тәрбиәсе: Балалар, өләсәйҙең күлдәге нимәләр менән биҙәлгән?
Балалар: Тәңкәләр, таҫмалар менән биҙәлгән.
Тәрбиәсе: Өләсәй ҡулдарына нимә кейгән?
Балалар: Беләҙек.
Тәрбиәсе: Ә бармаҡтарына нимә кейгән?
Балалар: Йөҙөк.
Тәрбиәсе: Былар барһыла – биҙәнеү әйберҙәре тип атала.
Балалар: Биҙәнеү әйберҙәре.
Тәрбиәсе: Өләсәй, һеҙҙең кейемегеҙ тураһында балалар шиғыр ҙа беләләр.
Кейемегеҙ матур шул,
Япмыстапҙа ҡуйылған.
Камзулына, күлдәгенә,
Тәңкә, таҫма һуҙылған.
Беҙҙең балалар беләҙек тураһында йыр ҙа беләләр.
“Беләҙегем - йөҙөгөм” йыры башҡарыла.
Өләсәй: Рәхмәт, балалар. Мин дә һеҙгә “Бармаҡ уйынын” уйнатайым әле
(бармаҡтарын бөгә – бөгә һанай):
Баш бармаҡ – олатай,
Имән бармаҡ – өләсәй,
Урта бармаҡ – атай,
Атһыҙ бармаҡ әсәй,
Сәтәкәй бармаҡ – ҡыҙыҡай.
Уйын ике тапҡыр ҡабатлана.
Өләсәй: Һай афарин, һеҙгә балалар (балаларға рәхмәт әйтеп, күстәнәстәрен тарата. Балалар менән хушлаша, ҡурсаҡтарҙы алып сығып китә).
Тәрбиәсе дәресте йомғаҡлап, балаларҙың белемдәрен нығыта.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты
балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң ә...
“ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ” уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө
Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р” өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү....
ТЕМА. “УРАМ ЧАТЫНДА” (ЗУРЛАР ТӨРКЕМЕ БАЛАЛАРЫ БЕЛӘН ЮЛЛАРДА ҮЗЛӘРЕН ХӘВЕФСЕЗ ТОТУ КАГЫЙДӘЛӘРЕНӘ ӨЙРӘТҮ БУЕНЧА ШӨГЫЛЬ)
Максат. балаларга юл йөрү кагыйдәләрен төшендерү, аларны төгәл үтәргә күнектерү; юл билгеләре турындагы белемнәрен гомумиләштерү һәм ныгыту...
Тема:“Кыш җитте” 5-6 яшьлек балалар өчен бәйләнешле сөйләм телен үстерү эшчәнлеге.
Максат: балаларны кыш,кышкы күренешләр, табигатьтә булган үзгәрешләр белән таныштыруны дәвам итү, кыш билгеләрен искә төшерү, аларны сөйләмдә куллану, бәйләнешле сөйләм күнекмәләре булдыру, кышкы таби...
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫ...
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫ...