“ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ” уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа)
Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р” өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yul_kagizlre_sr.gr_.docx | 16.89 КБ |
Предварительный просмотр:
Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
“ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ”
уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө
Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы
2020 йыл
ТЕМА: ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
МАҠСАТ: Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р” өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: светофор, тротуар.
Йыһазландырыу: юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар, ҡала урамы сағылдырылған плакат, өс төҫлө флаг, өс төҫлө алты шар.
Дәрес барышы
-Балалар, бөгөн дәрестә беҙ юл ҡағиҙәләре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙы белеү транспортта йөрөүселәргә лә,йәйәүлеләргә лә кәрәк.
-Ә һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?
-Балаларҙың яуаптары (ер, һауа, һыу транспорты).
-Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ер транспортында – машинала сәйәхәткә сығабыҙ. Һеҙ әҙерме?
-Эйе.
-Машинаны йөрөткән кеше кем була?
-Шофер.
Урамдарҙа йөрөүе
Бик ябай ғына түгел.
Уның ҡағиҙәләре бар
Уларҙы бик яҡшы бел!
Белергә кәрәк шоферға,
Кәрәк йәйәүлегә лә,
Әле бәләкәй булһаҡ та
Белергә кәрәк беҙгә лә.
-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р-р ...(дөрөҫ әйтеү)
Балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп, мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.
-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынлашабыҙ. Ҡарағыҙ әле, нимә күрәһегеҙ?
-Светофор.
-Ә нимә була ул светофор?
- Ул урамда хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән сигнал бирә.
- Уның ниндәй төҫтәре бар?
- Ҡыҙыл, һары, йәшел.
- Ул төҫтәр нимәне аңлата?
- Ҡыҙыл-туҡта, һары- әҙерлән, йәшел- атла.
- Дөрөҫ.
Бында эшләнеп бөтмәгән светофор тора- макетҡа төҫтәрен дөрөҫ кенә итеп бына ошо ҡыҙыл, һары,йәшел түңәрәктәрҙе йәбештерегә кәрәк.Мольбертта торған светофорға балалар түңәрәктәрҙе йәбештерә.(Йәбештереү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү)
Уйын “ Светофор “.
Балалар залдың бер яғында, тәрбиәсе икенсе яғында тора.Тәрбиәсе төрлө төҫтәге флагтар менән сигнал бирә, балалар яңылышмай үтәргә тейештәр.
Йәшел- атларға, һары- урында атларға, ҡыҙыл- туҡтарға. Кем яңылыша,шул уйындан сыға. Бер нисә тапҡыр ҡабатларға.
-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ, икенсеһенә ҡуҙғалайыҡ. Унда беҙҙе “ эйе йәки юҡ” уйыны көтә.
-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙме?(эйе)
-Светофорҙа ҡыҙыл янһа, һеҙ юлды аша сығаһығыҙмы? (юҡ)
-Йәшел утта сығаһығыҙмы? (эйе)
-Автобус артына йәбешеп йөрөргә яраймы? (юҡ)
-Афарин! Күп беләһегеҙ икән!
-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р... (дөрөҫ әйтергә)
Өсөнсө туҡталышта викторина “Юлда”
-Тротуарҙан йәйәү йөрөгән кеше кем була? (йәйәүле)
-Машинала ултырып йөрөгән кеше кем була? (пассажир)
-Машина тауыш бирһә, ул нисек атала? (сигнал)
-Светофорҙың нисә күҙе? (өс)
-Машина ҡайҙа йоҡлай? (гаражда)
-Автобус көткән урын (туҡталыш)
-Юлдар, өйҙәр, парктар, уйын урындары булған ер (урам)
-Поезд, трамвай юлы нисек атала? (рельс)
-Ҡағиҙәне боҙған кешегә ниндәй яза бирәләр?(штраф)
Ә хәҙер ҡыҙыҡлы һорауҙарға ла яуап бирәйек.
-Почтальон Печкинға ниндәй транспорт бүләк иттеләр? (велосипед)
-Мәскәй Әбейҙең транспорты нимә? (һепертке)
-Емеля нимәгә ултырып батшаға барған? (мейес)
-Ниндәй сәйер өй һуң был, эсе тулы балалар,бензин менән туҡлана,итектәре-резина? (автобус)
Һуңғы туҡталышта беҙҙе “ Светофорҙы тоҡандыр “ уйыны көтә. Кем алдараҡ тоҡандыра, шул алда ҡайтып китә.
Балалар ике төркөмгә бүленеп, бер бер артлы теҙелеп баҫалар. Алдағы бала өҫтән ҡыҙыл шар ебәрә. Балалар бер - береһенә шарҙы бирәләр, иң аҙаҡта торған бала шарҙы күтәреп күрһәтә - ҡыҙыл ут яна. Шулай дауам итә. Йәшел шарҙы яндырғас, ҡайтырға мөмкин.
-Бына беҙ ҡайтып та еттек. Әйҙәгеҙ, машинанан төшәйек. Был төркөмдә бик аҡыллы балалар икән. Юл ҡағиҙәләрен беләләр.Һеҙ бер ҡасан да бәләгә ос -рамаҫһығыҙ, тип ышанғы килә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Танып белеү өлкәһендә “Һауа эҙләүселәр” темаһына балалар баҡсаһының уртансы төркөм өсөн план-конспект
эксперементы на тему "Воздух"...
Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"
Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...
ПРОЕКТ ЭШЕ «Фасоль үҫтереү», уртансы төркөмдә
Маҡсат: балаларҙы үҫемлектең орлоғо һәм уның эсендәге үҫенте менән таныштырыу, уларҙың оҡшашлығын һәм айырмалығын күрә белеү. Уларҙы сәсеү, тәрбиәләү ысулдарын күрһәтеү. Үрсеү өсөн шарттар булыуы мотл...
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Башҡорт теленән « Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре» темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ дәрес конспект
балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уяты...
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫ...
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫ...