Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
план-конспект занятия по аппликации, лепке (средняя группа)
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге
Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
dokument_microsoft_word.doc | 39 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение Детский сад №17 "Шатлык" муниципального района Мелеузовский района Республики Башкортостан
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге
Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Үткәрҙе: Исмәғилова Ф.Н
Мәләүез 2024
Тема: " Кейеҙ баҫыу ".
Белем биреү маҡсаты:
- Кейеҙ баҫыу тураһында балаларҙың мәғлүмәтлелеген уҫтереу.
2. Башҡорт халыҡ орнаменнтары менән таныштырыуҙы дауам итеу.
3. Телмәрҙе яңы һүҙҙәр менән байытыу.
Уҫеш маҡсаттары:
- Ҡул суҡтарының хәрәкәтен уҫтереу.
- Балаларҙың бәйләнешле телмәрен уҫтереу.
-Балаларҙың уҙаллығын уҫтереу.
Һуҙлек эше: уҡлау, һарыҡ йөнө.
Йыһазландырыу: башҡорт көйө, алдан баҫылған кейеҙҙәр, уҡлау, йәшел һәм һары төҫтәге йөндәр, һыу, һабын.
Ойоштороу мәле: (балалар түңәрәк яһап ултырғыстарҙа ултыра.)
Тәрбиәсе:Һаумыхығыҙ, балалар!
Хәйерле иртә, миңә,
Хәйерле иртә, һеҙгә.
Хәйерле иртә, һеҙгә,
Хәйерле иртә, беҙгә!
(Дөрөҫ тын алыу һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтергә ауыҙ -тел гимнастикаһы үткәреу).
Артикуляция гимнастикаһы:"Йылмайыу ", " Тештәрҙе таҙартыу", "Көрәк".
Дөрөҫ тын алыуға кунекмәләр:" Кем алыҫыраҡ өрә", Ҡулдарҙы йылытайыҡ".
Тәрбиәсе:(Ҡулында ҡурсаҡ театры уйынсығы һарыҡ)
- Һаумыхығыҙ, мин һарыҡ,
Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.
Аҡ йөндән минең туным,
Бер ҙә йөрөмәм туңып.
Балалар , был йорт хайуаны һарыҡ. Әйҙәгеҙ беҙ уның менән танышып үтәйек. (Схема буйынса эш).
Һарыҡ беҙгә йөн, ит бирә.Йөндән юрған эшләйҙәр, башалтай,бейәләй, бирсәткә бәйләйҙәр. Һарыҡ тиреһенән тун тегәләр. Элек йөндән кейеҙ баҫҡандар. Уның менән тирмәне ҡаплағандар. (Кейеҙҙе күрһәтеу).
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән уҙебеҙ кейеҙ эшләп ҡарайбыҙ. Кейеҙ баҫыу ауыр эш, еңелдән түгел. Уны яңғыҙ башҡарыу һис тә мөмкин тугел. Шуға ла кейеҙҙе күмәкләп, өмә яһап эшләгәндәр. Ләкин беҙ кейеҙҙе бәләкәй итеп эшләгәс, һәр беребеҙ уҙе лә эшләй ала-әйҙәгеҙ уҙебеҙҙең урындарға үтәйек.
Тәрбиәсе:Һеҙҙең алда ниндәй төҫтә йөндәр ята? (Һары, йәшел).
Әҙер туҡыма өҫтөнә йәшел йөндө һалабыҙ, буш ере ҡалмаһын, тығыҙыраҡ, ҡалыныраҡ итеп һалырға тырышығыҙ. Ә хәҙер һары төҫтәге йөндән биҙәк, орнамент һалып ҡарайбыҙ. Беҙ уны ҡусҡар (тәкә мөгөҙө) формаһында эшләйбеҙ.(Таҡтаға орнамент элеп ҡуйыла).
Ял минуты:
Беҙ, беҙ, беҙ беҙ.
Беҙ, беҙ, беҙ генә.
Бармағыбыҙ төҙ генә,
Ҡул ҡанатын ҡағыҙ.
Сәпәкәйләп алабыҙ.
Билде артҡа бөгәбеҙ,
Шунан инде сүгәбеҙ.
Тағын ҡанат ҡағабыҙ.
Тәрән һулыш алабыҙ.
Ултырабыҙ шым ғына.
Һәм тыңлайбыҙ тын ғына.
- Эште дауам итәйек. Йөндө ҡулда әүәләп, кәрәкле рәүешкә индереп, йәйелгән йөн өҫтөнә һалып ҡуша баҫабыҙ. Өҫтөнә һыу ҡойоп, уҡлауға йәки таяҡҡа урап тәгәрәтәбеҙ. Ни тиклем нығыраҡ тәгарәтһәң, шул тиклем нығыраҡ баҫыла. (Тәрбиәсе балаларға ярҙам итә).
Нығыраҡ баҫып тәгәрәтәбеҙ. Кейеҙебеҙҙе киптерергә һалып ҡуяйыҡ. Бына алдығыҙҙа еүеш салфетка ята, шуны менән ҡулдарыбыҙҙы һөртөп алайыҡ.
- Бөгөн һеҙгә кейеҙ баҫыу нимәһе менән оҡшаны?
- Ә кемдең бөгөнгө баҫылған кейеҙе һеҙгә оҡшаны?
- Ни өсөн? Кейеҙ – ул беҙҙең тарихи үткәнебеҙ, ә үткәнде белмәй тороп, киләсәккә юл юҡ! Был матур йоланы һаҡларға кәрәк, киләсәктә лә йолаларҙы онотмайыҡ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...
Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...
"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.
Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...
Тема: "Тема: «Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.» Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге
laquo;Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.»Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге...
Уртансылар төркөмөндә тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Коммуникация эшмәкәрлеге. Тема: “Икмәк сере”
Конспект заняти В средней группе "Икмак сере"...
Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"
Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫ...