Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Тирә-якты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө"Тылсымлы һыу" өлкәндәр төркөмө
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tir.docx | 17.02 КБ |
Предварительный просмотр:
Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө
“Тылсымлы һыу?”
өлкәндәр төркөмө
Маҡсат: балаларҙы һыуҙың төп үҙенсәлектәре менән таныштырыу, эксперимент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу.
Бурыстар: иғтибарлыҡты, хәтерҙе, аң-зиһенде үҫтереү; -яңы төшөнсәләрҙе нығытыу: -лаборатория тәжрибәләрен үткәреү күнекмәләрен үҫтереү; -һауыт-һаба менән эшләү һәләтен нығытыу; -балаларҙа таҙалыҡты, үҙаллыҡты тәрбиәләү.
Алдағы эштәр: һыу тураһында әңгәмә, һүрәттәр ҡарау, һыу турыһында дидак уйындар уйнау:”Һыуҙа кем йәшәй?”,”Был ҡасан була?,”Һүрәттәрҙе йый”. К. Чуковскийҙың”Мойдодыр”әкиәте менән танышыу. Ямғыр, күләүек, үҫемлектәрҙе күҙәтеү. Ҡулланылған материалдар: һүрәттәр”Һыу кемгә,нимәгә кәрәк?” һыу, стакандар, шәкәр,ҡалаҡ, краскалар, кисточкалар,салфеткалар, халаттар, башлыҡтар, глобус.
Дәрес барышы:
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙгә йомаҡ уҡыйым, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм яуап бирерһегеҙ.
Еҫе юҡ, төҫө юҡ,
Унан башҡа тормош юҡ. /һыу/ Балаларҙың яуабы.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, һыу. Бөгөн беҙ тылсымлы һыу тураһында һөйләшербеҙ. Тәрбиәсе ҡулына глобус ала. Тәрбиәсе: Был нимә? Эйе, глобус.Ҡарағыҙ әле, глобус төрлө төҫтә. Йәшел, һары, зәңгәр төҫтә. Глобуста ниндәй төҫ күберәк? Балаларҙың яуаптары. Эйе, зәңгәр төҫ күберәк. Зәңгәр төҫ менән нимәләр һүрәтләнгән икән? Балаларҙың яуаптары. Дөрөҫ,окендар, йылғалар, күлдәр. Һыуһыҙ кеше йәшәй алмай. Тәрбиәсе: Кешенән башҡа һыу тағы ла кемгә, нимәләргә кәрәк?(хайуандарға, үҫемлектәрғә, бөжәктәргә, ағастарға кәрәк). Тәрбиәсе таҡталағы һүрәттәрҙе күрһәтә. -Эйе, балалар, һүрәткә ҡарағыҙ әле, ысынлап та һыу хайуандарға, бөжәктәргә, үҫемлектәргә кәрәк. Тәрбиәсе: Һыу нимә өсөн кәрәк беҙгә? Балаларҙың яуаптары: эсергә, кер йыуырға, ашарға бешерергә, йыуынырға, янғынды һүндерер өсөн һ.б.
Тәрбиәсе:Эйе, дөрөҫ, балалар! Ҡайҙа һыу бар ул? ( кранда, йылғаларҙа, күлдә).
Балалар, һыуҙың үҙенсәлектәре тураһында беләһегеҙ киләме?
Мин һеҙҙе лабораторияға саҡырам. Халаттарыбыҙҙы, башлыҡтарҙы кейергә кәрәк. Эксперименттар башланыр алдынан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ. Балалар таҡтаталағы һүрәттәргә ҡарап, иҫкә төшөрөп үтәләр.
1 эксперимент
Балалар өҫтәл янына киләләр һәм үҙҙәренә стакандар алалар.Тәрбиәсе балаларҙың стакандарының береһенә һыу ҡойоп сыға.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа ике стакан,береһендә һыу бар, икенсеһендә юк . Тәүҙә буш стаканды, һуңынан һыулы стаканды күтәреп ҡарағыҙ.Ҡайһы стакан ауырыраҡ?(Балаларҙың яуабы) Тәрбиәсе: Эйе, балалар, дөрөҫ. Һыулы стакан ауыр. Һыуҙың ауырлығы бар. Ҡабатлау.
2 эсперимент Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, балалар, һыуҙы икенсе стаканға һалайыҡ.Балалар буш стаканды һыу менән тултыралар. Әйтегеҙ әле, балалар, һыу ҡатымы әллә шыйыҡмы?Ҡайҙан белдек шыйыҡ икәнен?Сөнки һыуҙы тугеп, ҡойоп була.Тимәк, балалар, һыу шыйыҡ. Балалар менән ҡабатлау.
3 эксперимент
Тәрбиәсе:Балалар, һыуҙы тәмләп ҡарайыҡ. Тәме бармы? (Балаларҙың яуабы).
Тәрбиәсе: Эйе, һыуҙың тәме юҡ.Стаканға шәкәр һалайыҡ та, ҡашыҡ менән болғатайыҡ. Балалар стаканға шәкәр һалып болғата. -Шәкәр нимә эшләне? Һыуҙың тәмә ниндәй?Эйе, балалар, шәкәр эрене, һыу эретеүсән. Һыуға нимә һалаһың, шуның тәмен ала. Балалар менән ҡабатлау.
Физкультминутка.
Ҡулдарҙы алга һуҙҙыҡ,
Эйелдек, ергә тейҙек.
Ҡулдарҙы өҫкә һуҙҙыҡ,
Аяҡ осона баҫтыҡ.
Беҙ әҙ генә ял алдыҡ та
Урындарға ултырҙыҡ.
4 эксперимент.
Тәрбиәсе: Хәҙер , стакандарҙы ҡулға алып, һыуҙы еҫкәп ҡарайыҡ әле, һыуҙың еҫе бармы? Һыуҙың еҫе юҡ. Балалар менән ҡабатлау.
5 эксперимент
Тәрбиәсе:Балалар, стакандарығыҙға ҡашыҡты һалып ҡарағыҙ. Уны күрәһегеҙме? Тимәк, һыу төҫһөҙ. Ҡабатлау.
6 эксперимент
Тәрбиәсе:Балалар, мин һеҙгә һыуҙы буяп ҡарарға тәҡдим итәм. Алдығыҙҙа ятҡан краскаларға кисточкалар тығып алайыҡ та стакандарҙағы һыуға болғатайыҡ әле. Һыу нимә эшләне?
Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе:Эйе, һыуҙың төҫө үҙгәрҙе. Беҙ һыуға ниндәй буяу һалабыҙ һыу шул төҫкә буяла. Ҡабатлау. Тәрбиәсе: Балалар, һыу тураһында күп һөйләргә була. Һыуһыҙ ер шарында бер нимәлә йәшәй алмай. Шуға күрә, һыуҙы һаҡларға кәрәк.
Нисек итеп һаҡларға һуң уны?(йылғаларға, күлдәргә сүп-сар ырғытмаҫҡа, йылғаларҙа машиналарҙы, велосипедтарҙы йыумаҫҡа).
Тәрбиәсе: Балалар, нисек уйлайһығыҙ, һыу беҙгә файҙа ғына килтерәме? (бысраҡ һыуҙы ҡулланырға ярамай).
Тәрбиәсе:Балалар, һыуҙың ниндәй үҙенсәлектәре тураһында бөгөн белдегеҙ? Лабораторияла эшләү һеҙгә оҡшанымы? Беҙҙе алда төрлө асыштар көтә.Бөгөн барығыҙ ҙа тырыштығыҙ, афарин!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...
Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө Һыу ниндәй ул?
Балалар баҡсаһында бәләкәйҙәр төркөмөндә лепбук ҡулланып балаларҙың һыу тураһындағы белемдәрен нығытыу, эксперимент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү....
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР
Беренсе ҡағиҙә: уйын баланың һаулығына бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш....
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...
2-се кескәйҙәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү(экология)өлкәһе буйынса перспектив план
2-се кескәйҙәр төркөмөндә -йүнде танып белеү(эколгия)өлкәһе буйынса перспектив план....
Физкультура белем биреү эшмәкәрлеге буйынса перспектив план
Уртансылар төркөмө....
Башҡорт халыҡ әкиәте «Эш табылды» буйынса һөйләм конструкторы
Башҡорт халыҡ әкиәте«Эш табылды» буйынсаһөйләм конструкторы...