Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
консультация по развитию речи
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫешенең нормаларынан артта ҡалыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konsultatsiya.doc | 128 КБ |
Предварительный просмотр:
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Маҡсат: тәрбиәселәрҙең диалогик телмәр үҫтереү буйынса белемдәрен камиллаштырыу.
Бурыстар:
1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса тәрбиәселәрҙең профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереү;
2. Диалогик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү;
3. Бер – береңә ярҙам итеү, төркөмсәләр менән эшләгәндә үҙ – ара кәңәшләшеп эшләргә өйрәтеүҙе дауам итеү.
I.“Мейе атакаһы”
1.Телмәр үҫтереү буйынса Федераль дәүләт белем биреү стандарттары бурыстарын һанап әйтегеҙ;
2. Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса эш төрҙәрен һанап китегеҙ (предметты тасуирлап һөйләү,предметлы һүрәт буйынса һөйләү, картина – һүрәт буйынса тасуирлап һөйләү, сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләү, сериялы һүрәттәр буйынса һөйләү, ижади һөйләү)
3. “Бәйләнешле телмәр” аңлатмаһына хәрәктеристика бирегеҙ.
4. Нимә ул монологик телмәр һәм диалогик телмәр?
Монологик телмәр психологик яҡтан диалогик телмәргә ҡарағанда ауырыраҡ. Монолог хәтреҙең үҫешенә, телмәрҙең йөкмәткеһенә һәм формаһына иғтибар талап итә. Монологик телмәр аңлайышлы булһын өсөн тулы һөйләмдәр төҙөй белергә һәм кәрәкле һүҙ менән ҡуллана белергә кәрәк. Һөйләү белеү аралашыуҙа ҙур роль уйнай. Бала өсөн ул танып белеү сараһы, үҙенең белемдәрен тикшереү һәм баһалау ысулы.
Ә хәҙер төркөмсәләргә бүленеп һүрәткә ҡарап һөйләү методикаһын иҫкә төшөрәбеҙ.
II. Төркөмсәләр менән эш (2 төркөмгә бүленеп эшләйҙәр. 10минут ваҡыт бирелә. Команданың етәксеһе теманы асып сығыш яһай)
1.“ Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы предметлы һүрәт буйынса һөйләү методикаһы”
2. Сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләү методикаһы
Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән ике төрлө һөйләү телмәре бар: үҙ һүҙҙәрең менән ҡабатлап һөйләп биреү (пересказ), хикәйә төҙөү.
Хикәйә – ниндәй ҙә булһа хәлде үҙ аллы төҙөп һөйләү.
Формаһы буйынса хикәйләр тасуирлы һәм сюжетлы булыуы мөмкин.
Тасуирлап һөйләү – ниндәй ҙә булһа предеметтың йәки күренештең айырым үҙенсәлектәрен асып һөйләү.
Тасуирлап һөйләҙең үҙ структураһы бар.
- Иң башта предмет тураһында әйтелә,
- аҙаҡ предметҡа хас булған сифаттар һанап үтелә.
- Предметтың өлөштәре атап әйтелә,
- тәғәйенләнеше асыҡлана, һәм уның менән нимә эшләргә була икәне асып күрһәтелә.
Һүрәткә ҡарап һөйләү
Кескәйҙәр төркөмөнән әҙерлек эше башлана. 3-4 йәшлек балалар үҙ аллы тасуирлап һөйлә белмәйҙәр. Шуның өсөн тәрбиәсе ярҙамсы һорауҙар бирә. Тимәк, һүрәттең мәғәнәһенә ҡағылышлы һөйләү тәрбиәсе әҙерләгән һорауҙар ярҙамында билдәләнә. Һүрәт төркөмдә 2-3 аҙнаға күренгән урынға эленп ҡуйыла.
Уртансылар төркөмөндә предметлы һүрәттәр бик киң ҡулланыла.Был йәш төркөмөндә балаларҙың үҙ аллы тасуирлап һөйләү күнекмәләре үҫешә һәм артабан өлкәндәр төркөмөндә камиллаштырыла. Һүрәткә ҡарап балалар бер төрлө йөкмәткеле бер – нисә һөйләм төҙөйҙәр. Балалар тәрбиәсе өлгөһөн иғтибар менән тыңлайҙар
Ә инде өлкөндөр төркөмөндә балалар үҙаллы хикәйә төҙөй алалар. Тәрбиәсе өлөгөһөнә ярашлы һөйләргә тырышалар. Тәрбиәсе һүрәттә балалар һиҙмәгән өлөшкә ныҡ иғтибар бирәләр. Башҡалары тураһында балалар үҙ аллы тасуирлап һөйләйҙәр.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә лә һүрәттәр бик актив ҡулланыла. Уҡыу йылы барышында балаларҙың телмәрҙәре байый, арта бара.
Тик ҡулланылған һүрәттәргә айырым талаптар бар икәнен онотмайыҡ.
Һүрәттәргә талаптар :
- Һүрәт тормошсан булырға тейеш, йәғни ысынбарлыҡты сағылдырыусы;
- Һүрәт юғары сифатлы;
- Һүрәттең йөкмәткеһе аңлайышлы булырға тейеш;
- Балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тейеш.
Балаларҙың белемдәрен системаға һалыу өсөн һүрәттәрҙе төркөмсәләп һаҡлау мөһим. Мәҫәлән: йорт һәм ҡырағай хайуандар, йәшелсәләр, емеш – еләктәр, һауыт – һаба, йорт йыһаздары, кейем – һалым һ.б.
Картина менән эш итеүгә дөйөм талаптар:
1. Картиналар буйынса эште кескәй төркөмдәрҙән башларға;
2. Сюжет һайлап алғанда һүрәттәге объекттар һанына иғтибар итергә кәрәк. Кескәйҙәр төркөмөндә һүрәтләнгән объекттарҙың һаны әҙ булырға тейеш;
3. Картина буйынса беренсе уйындан һуң һүрәт төркөмдә 2-3 аҙнаға ҡалдырыла;
4.Уйындар төркөмсәләр менән йәки индивидуаль ойошторолоуы мөмкин; картина рассказ мышление речь
Сюжетлы һүрәттәр менән эш ике ойошторлған эшмәкәрлектә алып барыла. Беренсе эшмәкәрлектә балалар һүрәт менән танышалар. Икенсе эшмәкәрлектә балалар хикәйә төҙөйҙәр.
Сюжетлы һүрәттәр ярҙамында һөйләргә өйрәтеү түбәндәге этаптарҙан тора:
1.Балаларҙы һүрәттең йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү (әңгәмәләр, нәфис әҙәбиәт уҡыу һ.б.)
2.Йөкмәткеһен тикшереү.
3. Хикәйә төҙөргә өйрәтеү.
4. Балаларҙың хикәйәләренә анализ.
Методик алымдар:
- тәрбиәсенең өлгөһө;
- һүрәт фрагменттары буйынса хикәйә төҙөү;
- хикәйәнең планын төҙөү;
- хикәйә төҙөү буйынса коллектив эш.
Сюжетлы картина менән эш һөҙөмтәле үтһен өсөн тәрбиәсе төрлө уйындар һәм күнегеүҙәр индерә ала. Мәҫәлән:
· уйын күнегеүе «Кем күберәк күрер?» (бала һүрәттә бирелгән төҫтәре, тәғәйенләнеше, ниндәй материалдан эшләнгәне буйынса һүрәттәге предметтарҙы таба);
· уйын - күнегеү «Кем яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырыр?» (Бала һүрәттәге персонаждар ниндәй хәрәкәттәр эшләгәнен иҫләргә тейеш була);
· уйын - күнегеү «Кем иң иғтибарлы?» ( Педагог башлаған һөйләмде мәғәнәһе буйынса һүҙҙәр ярҙамында һөйләп бөтөрәләр);
· уйын «Тылсымлы сылбыр» (балалар берәр яңы һүҙ өҫтәп һүрәткә ҡарап һөйләмдәр төҙөйҙәр);
· уйын күнегеү «Һөйләм төҙө» ( балалар һүрәткә ҡарап бирелгән һүҙ йәки һүҙбәйләнеш яраҙмында һөйләмдәр төҙөйҙәр);
· уйын «Эмоциялар кубы» (балалар бирелгән эмоция билдәһе ярҙамында картинаға ҡарап һөйләмдәр төҙөйҙәр);
· ижади уйын «Уйлап тап» ( һорауҙар һәм күрһәтмәләр ярҙамында картинаның ябып ҡуйылған өлөшө йөкмәткеһен күҙ алдына килтереп һөйләйҙәр);
· уйын «Хатаһын тап» (тәрбиәсе һүрәт буйынса хикәйә төҙөгәндә юрамал хата ебәрә. Балалар хатаны табып хикәйәне төҙәтәләр);
· картинаға “инеү” алымы ( тәрбиәсе балаларға үҙҙәрен һүрәттәге персонаж итеп күҙ алдына килтерергә тәҡдим итә. “Һүрәт йәнләнде икән, ти. Һеҙ нимә ишетер инегеҙ?” );
· “Ябыҡ экран” алымы (һүрттең бер фрагменты ғына күрһәтелә. Ҡалған өлөштәре экран менән ябылған. Балалар һөйләмдәр төҙөйҙәр.Бындай эш һүрәттең бөтә фрагменнтары буйынса лә эшләнелә. Аҙаҡ һөйләмдәр хикәйәгә берләштерелә) ;
· уйын «Һорау бир». (һүрәт йөкмәткеһен тикшергән ваҡытта тәрбиәсе балаларға күрһәтмә һорауҙар бирә. Был һорауҙарҙан план килеп сығырға тейеш. Тәүҙә тәрбиәсе һорауҙар бирә, һуңынан балалар. Был эш һүрәт йөкмәткеһен нығытырға ярҙма итә һәм балаларҙы һорауҙар бирергә өйрәтә).
III. Сериялы һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәтеү
Эш формаһы - коучинг
Этаптар: (таҡтала яҙыла)
- Нимә белергә теләр инегеҙ? (мотивация)
- Нисек белә алабыҙ? (план төҙөү)
- Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? (планды тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләү)
- Ниндәй һөҙөмтәгә ирештек? (үҙбаһа)
Хөрмәтле коллегалар! Һеҙ балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү буйынса төрлө алымдар өйрәндегеҙ. Беренсеһе – предметлы һүрәткә ҡарап һөйләү, икенсеһе – сюжетлы һүрәткә ҡарап һөйләү. Сюжетлы һүрәттәр ниндәй булыуы мөмкии? (яҙыла)
- бер һүрәт;
- бер нисә сериянан торған сюжетлы һүрәттәр.
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса нимә белергә теләр инегеҙ? (таҡтала яҙылып бара)
- Нимә ул сериялы һүрәттәр?
- нисек ҡулланырға?
- ниндәй төркөмдәрҙә ҡулланырға?
Был турала нисек белем алырға була? (таҡтала яҙылып бара)
- методик ҡулланмаларҙан уҡып белергә
- коллеганан һорарға
- интернет ресурстары аша
Был теманы мин һеҙгә асырға ярҙам итәм. Беҙгә нимә эшләргә кәрәк инде? (таҡтала яҙылып бара)
- сериялы һүрәттәр нимә икәнен аңларға;
- сериялы һүрәттәр менән йәш үҙенсәлегенә ярашлы эш итергә өйрәнергә.
Шулай иткәс ниндәй һөҙөмтәләргә ирешергә була?
- сериялы һүрәттәр ярҙамында балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫешә;
- фекерләү, уйлау операциялары үҫешә;
- үҙ – аллы хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәнәләр;
- һүҙлек запасы арта;
- грамматик яҡтан дөрөҫ, тулы һөйләм төҙөй башлайҙар.
- иғтибар, хәтер үҫешә.
Шулай итеп, беҙ сериялы һүрәттәр буйынса балалар менән эш итеү планын төҙөнөк.
Һеҙгә баланс тәгәрмәсен тултырырға тәҡдим итәм. Ул бер нисә өлөшкә бүленгән: хикәйә төҙөү структураһы; сериялы һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәтеү маҡсаты; сериялы һүрәт буйынса һөйләү методикаһы; һөйләргә өйрәтеү этаптары. (тәрбиәселәр баланс тәгәрмәстәрен тултыралар)
1. Сериялы һүрәт нимә ул? (таҡтала яҙып бара)
Сериялы һүрәттәр – бер сюжетҡа ҡоролған һүрәттәр теҙмәһе. Уларҙың айырым тематикаға бәйле булыуы мөһим.
2. Нисек итеп сериялы һүрәтәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтерегә? Бының өсөн эште нимәнән башларға? (яҙып бара)
- Хикәйә төҙөү структураһын бергәләп иҫкә төшөрөргә йәки бирергә (хикәйәнең башы, уртаһы һәм аҙағы була);
- Тема һайларға;
- Темаға ярашлы сериялы һүрәттәр табырға;
- Һүрәттәрҙе мәғәнәһе буйынса теҙеп һалырға;
- Балалар менән һүрәт темаһы буйынса әңгәмә ойошторорға: һүрәттә нимә төшөрөлгән? Һүрәткә исем уйлағыҙ. Беренсе һүрәттә нимә күрәһегеҙ? Икенсе һүрәттә? Һ.б. Шарт: һүрәттәр буйынса балаларға аңлайышлы һорауҙар бирергә.
- Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөргә тәҡдим итергә: (беренсе һүрәт буйынса һөйләргә тәҡдим итергә; икенсе һүрәт буйынса һөйләргә;
өсөнсө һүрәткә ҡарап һөйләргә тәҡдим итергә);
- Һөйләү өлгөһө бирергә;
- балаларға өлгөгә ҡарап һөйләргә тәҡдим итергә.
- Коллектив менән һөйләргә тәҡдим итергә.
Был беренсе этап.
Икенсе этапта нимә эшләргә мөмкин? (таҡтала яҙып барыла)
- Бер темаға бәйле сериялы һүрәттәр тәҡдим итергә. Балалар үҙҙәре һүрәттәрҙе эҙмә - эҙ һалып һөйләйҙәр;
- Тәрбиәсе башын һөйләй, балалар дауам итәләр йәки киреһенсә тәрбиәсе уртаһын һөйләй, балалар башын һөйләйҙәр.
- балалар һәр һүрәтте айырым – айырым һөйләйҙәр (берәү башлай, ҡалғандары дауам итә)
Өсөнсө этапта нимә эшләйбеҙ? (таҡтала яҙып барыла)
Таҡтаға сериялы һүрәттәр эленә, уларҙың берәүһе генә асылған, ҡалғандары асылмаған:
- бер бала асылған сюжет буйынса һөйләмдәр төҙөй;
- башҡалар асылмаған һүрәттәр буйынса һөйләмдәр уйлап сығарып һөйләйҙәр;
- аҙаҡ бөтә һүрәттәр ҙә асыла һәм балалар асылған сюжеттарға ҡарап хикәйә төҙөйҙәр.
Ниндәй йәш төркөмөндә сериялы һүрәттәр менән ҡулланырға мөмкин? (өлкәндәр төркөмөнән башлап)
Нисек итеп балаларҙы активлаштырырға була?
Ижади хикәйәләр төҙөү аша:
- Тәрбиәсе хикәйәнең башын һөйләй башлай,бала уйлап сығарып дауам итә;
- тәрбиәсе биргән план буйынса уйлап сығарып һөйләү;
- тәрбиәсе тәҡдим иткән тема буйынса уйлап сығарып һөйләү.
Тәрбиәсе ниндәй методик алымдар ҡуллана ала?
- “картинаға инеү” алымы;
- метафоралар һәм йомаҡтар төҙөү алымы. Метафораны тәрбиәсе үҙе төҙөй һәм балаларға уйлап табырға тәҡдим итә.(”Һүрәттә нимә йәки кем тураһында метафора төҙөлдө?”) Йомаҡты балалар картиналағы объектҡа ҡарата үҙҙәре төҙөйҙәр;
- ТРИЗ технологияһы буйынса объекттарҙы ваҡыт буйынса үҙгәртеү.Был хикәйә - фантазия төҙөү. Конкрет объект алына һәм хәҙерге ваҡыт буйынса уны тасуирлап һөйләргә тәҡдим ителә. Аҙаҡ , ул элек нимә булған, киләсәктә нимә булыуы мөмкинлеге тураһында һөйләмдәр уйлап сығарыла;
- Каталог алымы. Тәрбиәсе ҡағыҙ биттәренә төрлө мәҡәлдәр яҙып сыға.Балаларға ниндәй ҙә булһа мәҡәлде тартып сығарырға тәҡдим итә. Бала мәҡәлде тартып сығарғас, тәрбиәсе уны уҡый һәм ни өсөн картина шулай атала икәнен асыҡлай.
Шулай итеп, сериялы һүрәттәргә ҡарап һөйләргә өйрәтеү һөҙөмтәле булһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:
- Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һаҡлаҡ маҡсатында һөҙөмтәле эш алымдары ҡулланыу;
- сериялы һүрәттәр буйынса һөйләрәгә өйрәтеү эшмәкәрлектәренә һүҙлек запасын байытыу, грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү буйынса күнегеүҙәр индерергә кәрәк;
- Кәрәк булһа аныҡ план төҙөү мөһим;
- сериялы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү өсөн асыҡ төҫлө, аңлайышлы эре артыҡ деталдәре булмаған һүрәттәр тәҡдим итергә;
- Сериялы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү өсөн хикәйә төҙөүҙең төрлө варианттарын тәҡдим итергә. Был балаларҙың логик фекерләүен, фантазияһын үҫтерә.
Практик эш. Сериялы сюжетлы һүрәт буйынса хикәйә төҙөү (тәрбиәселәргә төрлө темаларға ҡағылышлы сериялы һүрәттәр тәҡдим ителә)
Педагогтарға баланс тәгәрмәсен тултырырға тәҡдим ителә. (тәгәрмәс секторҙары буйынса түңәрәк формаға әйләнә. Тимәк тәрбиәселәр кәрәкле белемдр ала алған)
Тәрбиәселәр өсөн консультация
«Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү»
Хәсәнова Гөлназ Рамаҙан ҡыҙы
2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫешенең нормаларынан артта ҡалыу.
Телмәр тотҡарланыуҙың сәбәптәре:
- бала менән аралашыуҙың етерлек кимәлдә булмауы;
- уңайлы шарттарҙың булмауы(ыңғай эмоциональ атмосфераның булмауы; нерв-психик һаулыҡ проблемалары; ғаилә ағзаларының индивидуаль үҙенсәлектәре: борсолоусанлыҡ, артыҡ иркәләү, эмоциональ һалҡынлыҡ; баланы ҡабул итмәү; тәрбиә ысулдарының төрлө булыуы);
- артыҡ тауыш;
- психик травмалар: ҡурҡыу, ата-әсәнән айырылыуҙы ауыр кисереү һ.б.;
- травмалар, инфекциялар, интоксикациялар;
- әсәнең йөклө ваҡыттағы ауырыуҙары(инфекциялы ауырыуҙар, токсикоз, алкоголизм, наркомания, тәмәке тартыу);
- бала тыуған ваҡытта йәрәхәттәр (етлекмәй тыуыу, асфикция һ.б.);
- баш мейеһе травмалары;
- нәҫел факторҙары;
- әсәнең һәм баланың иммунал тап килмәүсәнлеге.
2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре ниндәй?
Өсөнсө йәштәге баланың фекерләүе ныҡлап үҫешә: ул бер предметты икенсеһе менән сағыштыра, улар араһындағы бәйләнеште асыҡлай, иғтибары тотороҡлана. Телмәре үҫешеү менән бергә уның төшөнөү һәм хәтерләүе камиллаша. Бала ҙур булмаған хикәйә, әкиәттәрҙе ҡабул итә һәм йөкмәткеһен дөрөҫ аңлай башлай. Предмет һәм ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуы үҫеү уны өлкәндәр менән даими аралашыуға этәрә. Был эш телмәр аша ғына мөмкин. Шуға ла бала телмәрҙе тиҙерәк төшөнөргә тырыша.
Баланың пассив һәм актив һүҙлеге тулылана. Исем һәм ҡылымдарҙан тыш ул сифат, рәүеш, ялғау, зат алмаштары кеүек һүҙ төркөмдәрен йышыраҡ ҡуллана. Бала бер нисә һүҙҙе һәм тулы һөйләмдәрҙе еңел бәйләй, уларҙы һанда, килештә дөрөҫ ҡуя. Үҙенә нимә кәрәген аңлата, күргәне хаҡында һөйләй ала.
Өсөнсө йәштәге бала һуҙынҡы өндәрҙән (а, о, у, и) һәм иртә барлыҡҡа килеүсе өндәрҙән тыш (тартынҡылар м, п (б), т (д), н', к, г, х, с, -йот), байтаҡ яңы өндәрҙе үҙләштерә, йомшаҡ һыҙғырыусы өндәрҙе (сь, зь, ц) “ль” өнөн әйтә. Әммә күп өндәрҙе әлегә тейешенсә әйтә алмай, сөнки уның тел мускулдары, ирендәр хәрәкәте үҫешеп етмәгән. Шуға күрә төп этаптарҙың береһе булып артикуляция аппаратын әҙерләү тора. Ауыҙ-тел мускулдарын үҫтереү өсөн артикуляция күнегеүҙәрен эшләргә кәрәк. Артикуляция күнегеүҙәре менән шөғөлләнеү балаларға ла, өлкәндәргә лә таҙа, асыҡ һәм дөрөҫ һөйләшергә ярҙам итә. Кескәй балаларға артикуляция күнегеүҙәренең универсаль комплекстарын ҡулланыу мөһим. Күнегеүҙәрҙе уйын формаһында ойошторорға кәрәк (“Бесәй һөт ялай”, “Бесәй асыулана”, “Шар өрәбеҙ”, “Сәғәт йөрөй: тик- так”, “Ат саба” һ.б.)
Иҫән- һау, аҡыл яғынан теүәл бөтә балаларҙа телмәр үҫтереү эше үҙ ваҡытында башҡарыла. Был уны уратып алыусы өлкәндәрҙең бала менән тәүге айҙарҙан уҡ аралашыуы аша тормошҡа аша. Ә нисә йәштә баланың теле асыла һуң? Был һорауға табиптар ҙа, логопедтар ҙа теүәл генә яуап бирә алмай. Һәр бала индивидуаль, үҙ темпы менән үҫешә. Ҡайһы бер бала беренсе һүҙҙе 1,5 йәштә әйтһә, икенсеһе саҡ 2 йәштә әйтә, 3- 4 йәштә һөйләшә башлаған балалар ҙа бар. Өсөнсө йәшкә китеп, бөтөнләй һөйләшмәгән йәки аҙ һөйләгән бала өлкәдәрҙә хәүеф тыуҙырырға тейеш. Был осраҡта телмәр үҫешенең артта ҡалыу сәбәптәрен һис шикһеҙ асыҡларға кәрәк.
Баланың телмәре үҫеүе уның күҙаллауы киңәйеүе, уратып алған предметтар, хәл- ваҡиғалар артыуға бәйле. Баланы һәр нимә ҡыҙыҡһындыра, иге- сиге булмаған һорауҙар сылбыры тап ошо осорҙа башлана: “Нимә ул?Ни өсөн?” Ата-әсә баланың һорауын яуапһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Өлкәндәр һорауға дөрөҫ аңлатма биргәндә генә уның белергә тырышыуы, ҡыҙыҡһыныуы, төшөнөү теләге тағы ла арта.
Өсөнсө йәштәге бала күп предметттарҙы белә. Улар- уйынсыҡтар,кейем- һалым, һауыт- һаба, аҙыҡ- түлек, мебель. Өлкән кеше был предметтар хаҡында күҙҙаллауҙы киңңәйтеү өсөн атай, ни өсөн ҡулланылыуын әйтә һәм ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән таныштыра: “Был шәкәр һауыты. Уға шәкәр һалынған. Был көрәк. Уның менән ер ҡаҙалар.”
Был йәштәге баланың сифаттар аҙ була. Шуға күрә предметтың төҫөнә, ҙурлығына иғтибар йүнәлтеү зарур. Бала менән төҫлө иллюстрациялрҙы ҡарағанда уға һорауҙар бирегеҙ: “Картинала нимә төшөрөлгән? Предмет ниндәй төҫтә?”
Таныш булмаған предметтарҙы баланың тотоп ҡараһы килә. Был осраҡта “ярамай, тотма, теймә” кеүек һүҙҙәрҙән һаҡланығыҙ. Предметты атап уның үҙенсәлектәрен, сифаттарын әйтегеҙ. Эшмәкәрлектә кескәйҙәр төрлө төҫтәге һәм формалағы предметтар менән эш итергә төшөнә. Мәҫәлән, предметтарҙы ҡушыу, айырыу, бер – береһенә кейҙереп, кире сығарыу, ҡатлап теҙеү һәм башҡалар.
Балалар төрлө ҙурлыҡтағы уртаһында тишеге булған геометрик пирамидаларҙы (шар, куб) йыйырға, «ҙур», «бәләкәйерәк», «бәләкәй» төшөнсәләрен аңлы рәүештә ҡулланып эш итергә, өлгө буйынса кубиктарҙы күсәргә теҙергә өйрәнәләр.
Һүҙлек запасын киңәйтеү, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аныҡлауға өлкәндәрҙең балалар менән бергә уйнауы ныҡ ярҙам итә. Уйнағанда өлкән кеше үҙенең ни эшләгәнен һөйләй, балаға һорауҙар мөрөжөғәт итә. Балалар әкиәт, хикәйәләрҙе бик илас тыңлай. Бер үк әҫәрҙе бер нисә тапҡыр һөйләргә мөмкин. Баланың ҡыҙыҡһыныуы һис кәмемәйәсәк. Китапты уҡып сыҡҡандан һуң ундағы персонаждар, уларҙың характеры хаҡында һөйләү мотлаҡ. Бала үҙенә таныш шиғырҙы уҡығанда һүҙҙәрҙе, юлдарҙы тултырып, дауам итеп әйтеп ҡуйырға әүәҫ. Баланың китаптары ул ала алырлыҡ ерҙә ятырға тейеш. Кәрәк саҡта бала китаптың һүрәттәрен ҡарай, йөкмәткеһен ҡурсағына, яратҡан уйынсағына күрһәтеп, һөйләй алһын. Китапта төшөрөлгән предметтарҙы ҡарау, атау, ҙур булмаған шиғырҙарҙы яттан һөйләү балағыҙҙың һүҙлекзапасын арттырырға, бәйләнешле, тасуири телмәр үҫтерегә, интонация менән һөйләргә һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, нығытырға ярҙам итер. Бының өсөн бала менән даими шөғөлләнергә: өндәрҙе әйтергә, һүҙлек запасын арттырырға, фразаларҙы дөрөҫ төҙөргә, асыҡ һәм аңлайышлы һөйләргә өйрәтергә кәрәк.
Әсә телендә тәрбиәләнгән баланың ғына теле тиҙерәк асыласаҡ, таҙа, асыҡ, матур һөйләшәсәк. Шуға күрә үҙ туған телендә һөйләшегеҙ, аралашығыҙ. Сит телдәрҙе баланың теле асылғас ҡына өйрәтегеҙ.
2-3 йәшлек балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәренең әһәмиәте ҙур. Улар араһында фольклор бармаҡ уйындары айырым урын алып торалар(“Ғаилә”, “Сәпәкәй”, “Бутҡа бешергән”). Бармаҡ уйындары баланың телмәр үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
Бәләкәстәр менән ошондай бармаҡ уйындарын ҡулланырға тәҡдим итәм:
Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,
Имән бармаҡ ир булған,
Сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,
Һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,
Сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән.
Бутыр – бутыр бутҡа бешкән,
Эсенә ҡалаҡ төшкән.
Ҡалаҡты алайым тигәнсе
Биш бармағы бешкән.
(Бармаҡтар бешмәһен өсөн, һәр бармаҡҡа өрөп сығабыҙ).
Халыҡ ижады әҫәрҙәренән балаларға иң яҡыны һәм яратҡаны – әкиәттәр. Халыҡ әкиәттәре – һөйләү телен үҫтереүҙә бай материал булып иҫәпләнә. Хәрәкәттәрҙең, герой һүҙҙәренең билдәле бер тәртиптә ҡабатланып килеүе балаларҙы әҫәрҙәр менән танышыу процессын йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барырға ярҙам итә. Мәҫәлән, «Тарталар, тарталар тартып сығара алмайҙар», «Баралар, баралар, ниһәйәт, барып етәләр» һәм башҡа ҡабатлауҙар балаларҙың телен шымарта, әкиәттең өҙөктәрен һөйләргә теләү теләге уята.
Шулай уҡ телмәр үҫтереүҙә тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр ятлауҙың роле ҙур.
Ҫа – ҫа – ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са – са – са – тыпырлап күңел аса,
Са – са – са – дәртләндерәм: «их, ас – са!»
Са – са – са – бейей шулай башҡортса.
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, автоматлаштырыуҙа балаларға шиғыр ятлатыу эше айырым урын алып тора.
Хәрәкәт менән шиғыр ятлағанда бала арымай, һаулығы өсөн дә әһәмиәтле, ул бөтөн кәүҙәһе менән хәрәкәтләнә. Баланың ваҡ һәм дөйөм моторикаһы үҫә. Шиғри ритм менән эшләү балаға шиғырҙы тиҙ иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә.
Мин килдем, килдем, килдем,
Һәм ҡыҙыл еләк таптым,
Их, тәмле еләк тиеп
Ауыҙға алып ҡаптым.
Ике-өс йәшлектәргә һүҙлек запасын байытыу һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү бик мөһим. Һеҙҙең белеүегеҙсә, етешһеҙлекте төҙәтеүгә ҡарағанда уны киҫәтеү еңелерәк. Балалар менән алда әйтеп үтелгән уйындарҙы, күнегеүҙәрҙе эшләтеү, ваҡытында ярҙам күрһәтеү ҙур профилактик әһәмиәткә эйә һәм телмәрендә кәмселектәр булған баларҙың һанының кәмеүенә килтерә.
Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙгә мин түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм:
- Бала менән һөйләшкәндә үҙегеҙҙең телмәрегеҙгә иғтибар итегеҙ, асыҡ, таҙа, грамоталы, ябай һәм тасуири һөйләшегеҙ.
- Баланың телмәрендә булған хаталарҙы төҙәтегеҙ.
- Балаңыҙға әкиәттәр уҡығыҙ, китаптарҙың һүрәттәрен ҡарағыҙ.
- Һүрәттәр ҡарағанда балаға “Был кем?”, “Был нимә?”, “Ҡайҙа?”, “Нимә эшләй?”кеүек һорауҙар бирегеҙ.
- Тирә-йүндәге тауыш сығарыусы әйберҙәргә, күренештәргә баланың иғтибарын йүнәлдерегеҙ.
- Баланы уйынға ғына түгел, ә бөтә ғаилә ағзалары менән бәйләнешкә индерегеҙ.
- Балаға файҙалы йомоштар ҡушығыҙ, һуңынан ярҙамы өсөн хуплағыҙ.
- Балала уға әйтелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү һәләтен камиллаштырығыҙ. Саф һаула йөрөгндән һуң нимәләр күреүе хаҡында әңгәмәләшегеҙ.
- Балала өлкәндәр һәм башҡа балалар менән аралаыу ихтыяжын, үҙене кисерештәрен, теләктәрен еткереү, һорауҙарға яуап биреү йәки һорауҙар биреү ихтыяжын үҫтерегеҙ.
- Баланың хәрәкәт әүҙемлегенә иғтибар итегеҙ.Өс йәшкә тиклемге балаларҙың ҡулдарының һәм бармаҡтарының ҡатмарлы хәрәкәттәре телмәр функцияһы менән тығыҙ бәйләнгәнен онотмағыҙ.
- Төрлө интонациялар ҡулланыуын хуплағыҙ.
- Һөйләшкәндә ҡулланған ым-ишарларға иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә һүҙҙәрҙе алмаштырыу өсөн ул шәхси, эмоциональ ым-ишараларҙы күп ҡуллана икән, тимәк борсолорға урын бар.
- Баланың телмәр һәләттәрен баһалағанда балағыҙ ҡулланған һүҙҙәрҙең һанын түгел, икенсе балаларҙың һүҙлек запасы менән сағышытырыу түгел, ә ул кисә, бөгөн әйткән һүҙҙәр менән сағыштырығыҙ.
- Эштәрҙе яйлап ҡатмарлаштыра барығыҙ.
- Баланы маҡтағыҙ, был уны яңы асыштарға этәрер.
Ошо ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, һеҙгә бәлки логопед һәм дефектолог ярҙамына мөрәжәғәт итергә лә кәрәк булмаҫ. Һеҙгә ҙур уңыштар теләйем!
Ата- әсәләр өсөн консультация
«2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре»
( Ата-әсә: Юлыева Эльвира Айҙар ҡыҙы 30йәш
Бала: Юлыев Раян Ильмир улы, 2 йәш
Адресы: Баймаҡ районы, Дәүләт ауылы
Тел. 8 927 963 38 66)
Тәрбиәсе:
Хәсәнова Гөлназ Рамаҙан ҡыҙы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу
Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ...
"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә эш алымдары"
Оҫталыҡ дәресе...
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү хикәйә "Көсөк"
Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереүБурыстар:1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы...