Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө Һыу ниндәй ул?
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа) на тему

Балалар баҡсаһында бәләкәйҙәр төркөмөндә лепбук ҡулланып балаларҙың һыу тураһындағы белемдәрен нығытыу, эксперимент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dres_olgoho.doc46.5 КБ

Предварительный просмотр:

Иҫке Собханғол ауылының 2-се һанлы

                                                             башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы

                                       тәрбиәсеһе Сирбаева Ғ.Ф.

Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө

«Һыу ниндәй ул

Икенсе кескәйҙәр төркөмө

Иҫке Собханғол - 2017

Маҡсат: лепбук ҡулланып балаларҙың һыу тураһындағы белемдәрен нығытыу, эксперимент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу.

Бурыстар: 

- иғтибарлыҡты, хәтерҙе, аң-зиһенде үҫтереү;

- яңы төшөнсәләрҙе нығытыу;

-балаларҙа таҙалыҡты, үҙаллыҡты тәрбиәләү.

Алдағы эш: һыу тураһында әңгәмә, һүрәттәр ҡарау.

Ҡулланылған материалдар: лепбук«Һыу ниндәй ул?», һыу, тас, стакандар, таш, ҡуян уйынсығы.

 Дәрес барышы:

Тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, балалар! Беләһегеҙме бөгөн беҙгә ҡунаҡ килде, бына ул - Ҡуянҡай. Әйәгеҙ, Ҡуянҡай менән һаулыҡ һорашып алайыҡ. (балалар Ҡуянҡай менән һаулыҡ һорашалар).Ҡуянҡай шул тиклем һыу менән уйнарға ярата. Ләкин ул бөгөн нишләптер бойоҡ, сөнки ул һыу менән уйнарға яратһа ла һыу тураһында бер нәмә лә белмәй һәм беҙҙән ярҙам һорай. Ул һыу тураһында белгеһе килә. Ярҙам итәбеҙме, балалар? Мин шуға ла Ҡуянҡайҙы дәрескә саҡырҙым, беҙ уға һыуҙың ниндәй икәнлеген күрһәтербеҙ, һыу менән уйнап алырбыҙ. Һеҙ шуға ризамы балалар?

Тәрбиәсе Ҡуянҡайға. Ҡуянҡай, һин беҙҙе ҡарап, тыңлап ултыр аңламаһаң һорарһың йәме.

Тәрбиәсе. Ә беҙ балалар менән лепбукка таянып һиңә һыу тураһында һөйләп үтәйек, ә һуңынан эксперименттар күрһәтербеҙ.

Балалар, һыу ҡайҙа бар әйтегеҙ әле. (Балаларҙың яуаптары).

Беҙгә нимә өсөн һыу кәрәк, нисек уйлайһығыҙ? (Балаларҙың яуаптары).

Беҙгә һыу:

-йыуыныр өсөн

-эсер өсөн

- бешерер өсөн

- кер йыуыр өсөн

- гөлдәргә ҡойор өсөн кәрәк.

Балалар, кешегә һыу бик кәрәк тағы ла кемдәргә кәрәк икән һыу? (балалрҙың яуаптары).

Эйе, һыу кешеләргә, хайуандарға, үҫемлектәргә бик кәрәк, шуның өсөндә һыуҙы һаҡлар кәрәк, мәҫәлән, йылғаларға ҡый ташламаҫҡа, буштан-бушҡа кранды асмаҫҡа.

Ҡуянҡай, һин беҙҙе ҡарап ултыр һәм иҫеңә һалып бар, беҙ хәҙер балалар менән һыуҙың ниндәй икәнен тикшереп үтәбеҙ.

1 эксперимент

Балалар өҫтәл янына киләләр һәм үҙҙәренә стакан алалар. Тәрбиәсе балаларҙың стакандарына һыу ҡойоп сыға.

Тәрбиәсе. Балалар, әйҙәгеҙ беренсе беҙ һыуҙы тәмләп ҡарайыҡ. Тәме бар микән.  (Балаларҙың яуаптары)

Тәрбиәсе лепбукта күрһәтә.

Тәрбиәсе. Эйе, һыуҙың тәме юҡ. Балалар менән ҡабатлау, шулай уҡ бер-нисә баланан ҡабатлатыу.

2 эксперимент

Хәҙер, стакандарҙы тағы ла тултырҙыҡ һыу менән, еҫкәп ҡарайыҡ әле, һыуҙың еҫе бар микән. Һыуҙың еҫе юҡ. Лепбукта күрһәтеү. Балалар менән ҡабатлау, шулай уҡ бер-нисә баланан ҡабатлатыу.

3 эксперимент

Балалар стакандарын һыу менән тултыралар.

Тәрбиәсе. Балалар, стакандарығыҙға һыу тултырҙыҡ. Әйтегеҙ әле, һыу ҡатымы әллә шыйыҡмы? Ҡайҙан белдек шыйыҡ икәнен. Сөнки һыуҙы түгеп, ҡойоп була. Һыу шыйыҡ. Лепбукка ҡарап балалар менән ҡабатлау, шулай уҡ бер-нисә баланан ҡабатлатыу.

Физкультминутка.

Тамсы там, тамсы там, (яй ғына аяҡ осонда алмашлап һикереү)

Тамсы тама яй ғына

Ә һуңынан шәберәк

Йүгерәләр, йүгерәләр  (урында йүгереү)

Йүгерәләр тамсылар

Ә хәҙер инде ҡул сатырын асайыҡ. (ҡулдарҙы өҫкә ҡарап йәйеү)

4 эксперимент

Тәрбиәсе таш һалынған тарелкалар таратып сыға.

Тәрбиәсе. Балалар, һыу тулы стыкандарға ташты төшөрәйек әле. Беҙ ташты күрәбеҙме ул? Эйе, таш күренә. Һыу төҫһөҙ. Ҡабатлау, индивидуаль ҡабатлатыу.

5 эксперимент

Тәрбиәсе. Мин һеҙгә һыуҙы буяп ҡарарға тәҡдим итәм. Алдығыҙҙа ятҡан краскаларға кисточкалар тығып алайыҡта стакандарҙағы һыуға болғатайыҡ әле. Һыу нимә эшләне. Балаларҙың яуаптары.

Эйе, һыуҙың төҫө үҙгәрҙе. Беҙ һыуға нндәй буяу һалабыҙ һыу шул төҫкә буяла. Ҡабатлау, индивидуаль ҡабатлатыу.

Тәрбиәсе Ҡуянҡайға ҡарап- Ҡуянҡай, бөтәһелә аңлашыламы?

Ҡуянҡай. Эйе, эйе!

Тәрбиәсе. Балалар, бөгөн беҙгә кем килде ҡунаҡҡа?

Әйҙәгеҙ әле, хәҙер беҙ Ҡуянҡайға лепбук ярҙамында, бөгөн нимә тураһында нимәләр эшләгәнебеҙҙе иҫкенә төшөрөп үтәйек, ә һин Ҡуянҡай иғтибар менән тыңла!

Һыу беҙгә нимә өсөн кәрәк?

Һыу ниндәй ул? ( һыуҙың тәме юҡ, һыу- шыйыҡ, аға, һыуҙың еҫе юҡ, һыу төҫө юҡ, һыуҙың төҫөн үҙгәртеп була).

Ә хәҙер Ҡуянҡай, һеҙгә күмәкләшеп стакандарҙы, ә һуңынан уйынсыҡтарҙы йыуырға тәҡдим итә. Әйҙәгеҙ, Ҡуянҡай менән бергәләшеп уйынсыҡтар йыуып алайыҡ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР

Беренсе ҡағиҙә: уйын баланың һаулығына бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

2-се кескәйҙәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү(экология)өлкәһе буйынса перспектив план

2-се кескәйҙәр төркөмөндә -йүнде танып белеү(эколгия)өлкәһе буйынса перспектив план....

Башҡорт халыҡ әкиәте «Эш табылды» буйынса һөйләм конструкторы

Башҡорт халыҡ әкиәте«Эш табылды» буйынсаһөйләм конструкторы...

Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты

балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң ә...