Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
презентация к уроку по развитию речи (старшая, подготовительная группа)

Кутдусова Гульнара Ураловна

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим.

 

Скачать:


Предварительный просмотр:

      Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар.- 1слайд

2 слайд.Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла.

Телмәр үҫтереү эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:

 1.Һүҙлек запасын байытыу;

2.Өндәр мәҙәниәте тәрбиәләү: тыуған телдәге өндәрҙе ишетә һәм айыра

белеү;

3. Һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөү:

Морфология (һүҙҙәре килештәргә, күплектә - берлектә, төрҙәргә бүленешенә ҡарап үҙгәртеү)

Синтаксис ( төрлө һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр  үҙләштереү). Һүҙяһау.

4.Бәйләнешле телмәр үҫтереү: диалогик ,монологик телмәр.

Телмәр үҫтереү ысулдары: өлкәндәр һәм балаларҙың аралашыуы, ойошторолған эшмәкәрлектәрҙә телмәр үҫтереү, һүрәтләү сәнғәте, музыка, театр һәм башҡа төрлө ойошторолған эшмәкәрлектәр. Бынан тыш, нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҙа телмәр үҫтереү сараһы булып тора.

Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим.

3 слайд“Балаларға ниндәйҙер уға билдәле булмаған биш һүҙ өйрәтер өсөн бик оҙаҡ һәм заяға интегәсәкбеҙ, әгәр егерме биш шундай һүҙҙе рәсәм менән бәйләп өйрәтһәк-был күпкә еңелерәк , тиҙерәк һәм отошлораҡ булыр...   К.Д.Ушинский

4,5 слайд ЛЭПБУК

Федераль дәүләт стандарттарына туры китереп белем биреү өсөн һәр педагог эҙләнә. Эштең фәһеме булһын өсөн үҙенең педагогик эшсәнлегендә яңы алымдар һәм идеялар ҡуллана. Бына беҙ үҙ эшебеҙ ҙә  ҡыҙыҡлы методик ҡулланма –лэпбук файҙалана башланыҡ. Уны балалар баксаһында ла, өйҙә файҙаланырға мөмкин.Ҡыҙыклы материалдарҙы туплағанда атай- әсәйҙәрҙе лә ҡыҙыҡһындырырға була .

 Нимә ул лэпбук

Лэпбук ул - интерактив тематик папка. Йәки ҡулдан яһалған кеҫәле, асыла торған матур китап.  Уны беренсе тапҡыр Америкала ҡулланғандар. Лэпбук яһағанда билдәле бер тема нигеҙендә лә эшләргә мөмкин.

Лэпбук –рәсәмле китап ҡына түгел, проект өҫтендә  эшләү өсөн ярҙам.

Лэпбук нимә өсөн кәрәк

-Ул балаға өйрәткән теманы яҡшырак аңлау һәм иҫтә ҡалдырыу өсөн кәрәк

-Үткәнде ҡабатлау өсөн бик яҡшы алым

    Мин дә логопедия эшмәкәрлегендә ҡуллана башланым. Көндәлек эшмәкәрлек артикуляцион,  тын юлына күнегеүҙҙәрҙән,өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, фонетик күнегеүҙәрҙән тора.Шуға күрә лэпбукта беренсе урында өҫтөнлек был алымдарға бирелде. Шулай уҡ өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өсөн һәм фонематик һәләтен үҫтереү  өсөн “Күңелле поезд” уйыны ҡулланыла.

6,7 слайд-лэпбук”Бармаҡ тантамарескалары”.

Бәйләнешле телмәрүҫтереү

 Хәҙерге заманда бик киң ҡулланылған актуаль технология. Сөнки ул балаларҙың коммуникатив сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә, инициативаһын, күҙ алдына килтереү һәләттәрен дә арттыра, телмәрҙәре, ижади һәләттәрен үҫеүгә булышлыҡ итә. Айырыуса, балаларҙың диалогик телмәрҙәре йылдам үҫешә башлай. Бармаҡ тантамарескалары – ҡағыҙҙан йәки картондан эшләнелгән фигуралар. Уларҙы бармаҡтарға эләктереп фигураларҙы йәнләндерергә мөмкин.( Бындай ҡулланмалар балаларҙың ҡул моторикаһын ғына үҫтереп ҡалмай, ә телмәр үҙәктәрен дә камиллаштыра. Сухомлинский әйтеүенсә, “балаларҙың һәләттәре сығанағы- уларҙың бармаҡ остарында.

   8Слайд ”.( Хайыуандар тураһында шиғырҙар һәм һүрәттәр).

   9 Слайд- Тел төҙәткестәр.

Балалар йомро түңәрәктәргә бармаҡтаын кейҙереп,хайуандарҙы йәнләндереп, улар роленә инеп,кәрәкле шиғыр юлдарын ҡабатлайҙар , йәғни һөйләйҙәр.

Шулай уҡ ҡыҫҡа әкиәттәрҙе һөйләгәндә лә ҡулланырға була. 

 

10,11,12,13,14Слайд Мнемосхемалар ҡулланыу.

- Мнемотехника ҡулланыу һуңғы ваҡытта актуаль булып китте.Сөнки был технология аша төрлө бурыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин :

  • балаларҙың юғары психик функцияларын үҫтереү.
  • аҡыл активлығын, күҙәтеүсәнлек, сағыштыра белеү.
  • график аналогияларға ҡарап тулы бәйләнешле һөйләргә өйрәтеү

кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмдәре өсөн төҫлө мнемотаблицалар ҡулланыу мөһим, сөнки балаларҙың хәтерендә айырым образдар һаҡлана: шыршы – йәшел, еләк ҡыҙыл, ҡояш – һары һ.б. һуңғараҡ был төҫлө һүрәттәрҙе  график рәүештә(шартлы тамғалар) һүрәтләргә тәҡдим ителә. Өләкән төркөм балалары өсөн схемаларҙы  бер төҫтә билдәләйҙәр.

Мнемотаблицаларҙы педагогтар үҙҙәре эшләй ала. Был эш бик еңел.

Мнемотехника балаларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек запасын байытыу өсөн дидактик материал булып хеҙмәт итә:

- йомаҡтар төҙөү һәм сисеү барышында;

- шиғырҙар ятлау, тиҙәйткестәр, телтөҙәткестәр, әүрәткестәр өйрәнгәндә

- хикәйәләр төҙөгәндә;

- нәфис әҙәбиәтте һөйләгәндә.

Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә -барыһы ла уның телмәрендә. Уның өсөн һөйләгән һүҙе – асыш, образ,бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.

15 слайд  тамам.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар Әҙерләне : Котдосова Гөлнара Урал ҡыҙы 102-се башҡорт балалар баҡсаһы уҡытыусы логопеды

Слайд 3

“ Балаларға ниндәйҙер уға билдәле булмаған биш һүҙ өйрәтер өсөн бик оҙаҡ һәм заяға интегәсәкбеҙ, әгәр егерме биш шундай һүҙҙе рәсәм менән бәйләп өйрәтһәк-был күпкә еңелерәк , тиҙерәк һәм отошлораҡ булыр ...” К.Д.Ушинский « Учите ребёнка каким-нибудь пяти неизвестным ему словам, и он будет долго и напрасно мучиться над ними, но свяжите с картинками двадцать таких слов – и ребёнок усвоит их на лету…» К.Д.Ушинский

Слайд 4

Нимә ул лэпбук Лэпбук ул - интерактив тематик папка. Йә ки ҡ улдан я һ ал ғ ан ке ҫ әле, а с ыла тор ға н матур китап. У ны берен с е тапҡыр Америка л а ҡ уллан ғ ан д ар. Лэпбук яһағанда билдәле бер тема нигеҙендә эшләргә кәрәк. Лэпбук –рәс ә мле китап ҡ ына түгел, проект ө ҫ т ө ндә эшләү ө сө н ярҙам. Лэпбук нимә өсөн кәрәк Ул балаға өйрәткән теманы яҡшырак аңлау һәм иҫтә ҡалдырыу өсөн кәрәк. Үткәнде ҡабатлау өсөн бик яҡшы алым.

Слайд 5

ЛЭПБУК «Уйнай,уйнай үҫәбеҙ»

Слайд 6

ЛЭПБУК «Бармаҡ тантарескалары»

Слайд 7

Тантамарескалар Тантамареска төрҙәре һүрәт тантамарескаһы , бармаҡ тантамарескаһы , туҡыма тантамарескаһы .

Слайд 8

БЕСӘЙ Бесәй төшкән байлыҡҡа – Сумған тәмле ҡаймаҡҡа . Аҙағы нисек бөтөр , Йырлаһа ла: “ Мыр ҙа мыр !” СУСҠА Мырҡ-мырҡ , мырҡылдай , Ер һөрә ул һабандай . Ҡойороғо элмәкле , Төҫтәре алһыу ғына БӘРӘС Бѳҙрә генә бер бәрәс , Ҡысҡыра , һѳт бирмәгәс , « Кәрәк , - ти ул , - мә-мә-мәм , Юҡ ашарға бер нәмәм . КӨСӨГӨМ Көсөгөм бар кес кенә , Әле ул бәпес кенә , Эсерәмен һөт кенә , Торам иркәләп кенә . Х айуандар тураһында шиғырҙар

Слайд 9

Тел төҙәткестәр Да-да-да – ҡуян саба урманда , Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды . Дә-дә-дә – барса бөжәк үләндә , Ды-ды-ды – ҡуян күреп ҡыуанды Ңө-ңө-ңө – ана айыуҙың өңө, Нө-нө-нө – үкерә көнө-төнө. Ңы-ңы-ңы – өңө уның өр-яңы, Нө-нө-нө – тығылыр микән өнө. Нә-нә-нә – япраҡ өйә өйөнә . Гә-гә-гә – кәзә килгән кәзәгә, Ға-ға-ға – эләктем тип ҡазаға. Ҙа-ҙа-ҙа – ҡойроҡ ҡалды ҡаҙауҙа, Ға-ға-ға – ҡаҙау ҡалһын язаға Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп, Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп. Еп-еп-еп – хужаһы еткән килеп, Еп-еп-еп – эте икәнен белеп.

Слайд 10

Мнемотехника (грек теленән тәржимә иткәндә , « иҫтә ҡ алдыру , хәтер үҫтереү технологияһы » тигәнде аңлата ) Ул балаларҙың әйләнә-тирә мөхит , тәбиғәт күр енештәре тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү , байытыу , хикәйәнең эстәлеген яҡшылап иҫтә ҡалдырыу , әлбиттә , бәйләнешле һ өйләм үҫтереү өлкәһендә ҡулланылыусы методтар һәм алымдар системаһы .

Слайд 11

Мнемошаҡмаҡ Мнемоюлдар Мнемотехника структураһы Мнемотабли ца

Слайд 12

Йыл миҙгелдәре Мнемотаблица Ҡ

Слайд 14

Ҡыш тураһында хикәйә

Слайд 15

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙәге эш алымдары

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙәге эш алымдары...