Белем биреү эшмәкәрлектәрен ойоштороуҙа эффектлы формалар һәм алымдар ҡулланыу
методическая разработка (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа) на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

Семинар для молодых педагогов по использованию современных эффективных форм и методов работы с дошкольниками

Скачать:


Предварительный просмотр:

Семинар

 Тема: «Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәрен ойоштороуҙа эффектлы  формалар һәм алымдар ҡулланыу

 Актуаллелек

Балалар баҡсаһында йәш педагогтар күп: бөтәһе  17 педагог. Шулар араһында  8 педагог йәш белгес рәтенә инә (47%).

Оператив тикшереүҙәр шуны күрһәтте: йәш педагогтар тәбиғи белем биреү эшмәкрлектәрен ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡыйынлыҡ кисерәләр, балаларҙы активлаштырыу алымдарын ҡулланмайҙар, дәрестә эш төрҙәрен   алмаштырыуҙа ауырлыҡтар кисерәләр, ҡыҙыҡһындырыу алымдарын ҡулланмайҙар. Шуға күрә  өйрәтеү өсөн семинар үткәрергә булдым.

Маҡсат : тәбиғи белем биреү эшмәкрлектәрен ойоштороуҙа педагогтарҙың профессиональ оҫталығын артыүтырыу, белем биреү эшмәкрлеге методикаларын камиллаштырыу.

 Бурыстар :

 1.тәрбиәселәрҙе балаларҙы активлаштырыуҙа төрлө практик алымдар ҡулланырға өйрәтеү;

2. балалар эшмәкәрлеге мотивацияларын  өйрәнеү;

 3.тәрбиәсегә  тәбиғи белем биреү эшмәкәрлегенә әҙерләнгәндә, ойошторғанда һәм  үткәргәндә  ярҙам өсөн алгоритм әҙерләү;

 4. Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәренең  эффектлылығын күтәреү;

 5. Йәш белгестәрҙең ижади мөмкинселектәрен асыу.

Семинар планы:

 1. Балаларҙың белем алыуға ынтылышын формалаштырыу

 2. Уйын персонаждарын ҡулланыу

 3. ИКТ ҡулланыу – балаларҙың белем алыуға ынтылышын формалаштырыу сараһы

 4. ТББЭ  әҙерләүгә һәм үткәреүгә алгоритм әҙерләү

 5. Практик эш

I. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, белем алыуға ынтылыш булдырыу төрҙәре

Ниндәй ҙә булһа педагогик эшмәкәрлек (балалар эшмәкёрлеге – уйын, хеҙмәт, һүрәт төшөрөү, продуктив эшмәкәрлек төрҙәре һ.б.) балаларҙы үҫтереүгә тәғәйенләнгән булырға тейеш.  Шуның өсөн баланы өйрәтеү генә мөһим түгел, ә уны алған белемен үҙ аллы эшмәкәрлектә ҡулланырға өйрәтеү мөһим. Ә был  балаларҙа тик  белем алыуға ынтылыш тәрбиәләгәндә (мотивация) генә барлыҡҡа килә .

Һорау : Нимә ул “мотивация” йәки “ынтылыш”, “ылыҡтырыу”?

Мотивация –  кешене теге йәки был эшмәкәрлеккә этәргес көс. Ул эшмәкәрлеккә йүнәлеш биреүсе, маҡсаттарға ирештереүсе көс.

Балаларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн төрлө алмыдар , приемдар ҡулланыу мөһим.

Педагогик әҙәбиәттә мотивацияның 4 төрө билдәләнә:

Беренсе тип – уйын  мотивацияһы – «Уйынсыҡҡа ярҙам ит». 

 Бала уйынсыҡҡа ярҙам иткән булып эшмәкәрлек маҡсатына ирешә . Был мотивацияны булдырыуҙа түбәндәге схема ярҙам итә:

 1. һеҙ балаларға уйынсыҡҡа ярҙам итергә кәрәклеген һөйләйһегеҙ һәм был ярҙамды тик балалар ғына күрһәтә ала икәнен әйтәһегеҙ.

 2. балаларҙан уларҙың ярҙам итергә теләктәре бармы икәнен һорайһығыҙ.

 3. һеҙ уйынсыҡҡа кәрәк нәмәне эшләргә тәҡдим итәһегеҙ. Шул ваҡытта һеҙҙең  эш тәртибен аңлатыуҙарығыҙ һәм күрһәтеүҙәрегеҙ балаларҙы ҡыҙыҡһындыра

 4. Эш барышында һәр баланың үҙ персонажы булырға тейеш- ул уйынсыҡ, һүрәт, ҡырҡылған һүрәт булыуы мөмкин. Ул уға ярҙам итә.

 5. Был уйынсыҡ  баланың эшенә баһа бирә, мотлаҡ рәүештә баланы маҡтай.

 6. Эш аҙағында  бала үҙенең уйынсығы менән уйнарға тейеш.

Бындай мотив булдырғанда бала ярҙамсы, яҡлаусы ролендә. Бындай мотивацияны балаларҙы ниндәйҙер практик эштәр күнекмәләре форомалаштырғанда ҡулланырға була.

Һорау : Ниндәй эшмәкрлек төрҙәрендә  бындай мотивацияны ҡулланырға мөмкин?

Мәҫәлән: йәбештереү, ҡоролмалар ҡороу, һүрәт төшөрөү.

 - Айыу тирмәкәйҙе боҙа.Улар өйһөҙ ҡалалар. Беҙ хайуандарға нирсек ярҙам итә алабыҙ? (Беҙ уларға өй төҙөй алабыҙ (кубиктарҙан, йәбештереп, Кюизенер таяҡсаларынан, һүрәт эшләп)

Мотивацияның  икенсе тибы-  – өлкәндәргә ярҙам итеү – «Миңә ярҙам ит». 

Был ваҡытта баланың мотивы – өлкәндәр менән аралашыу, хуплау алыу, бергә эшмәкәрлек менән  ҡыҙыҡһыныу.Мотив булдырыу түбәндәге схема буйынса төҙөлә:

  1. Һеҙ балаларға ниндәйҙер әйбер эшләргә теләгегеҙ бар икәнен әйтәһегеҙ. Һәм балаларҙан ярҙам һорайһығыҙ.нисек ярҙам итә алырҙарын асыҡлайһығыҙ.  
  2. Һәр балаға көсө етерлек эш бирелә.
  3. Аҙаҡтан, эш һөҙөмтәһенә бергәләп ирешкәнегеҙҙе һыҙыҡ өҫтөнә алаһығыҙ.

Мәҫәлән: сенсорик һәләттәр үҫтереү буйынса ТББЭ, һүрәтләү эшмәкәрлеге, хеҙмәт эшмәкәрлеге.

 -  Балалар, мин ҡурсаҡтарҙы печеньелар менән һыйлайым тигәйнем. Ләкин бер үҙем өлгөрмәҫмен тип уйлайым. Һеҙ ярҙам итмәҫһегеҙме икән?

 Балалар ризалашҡас, порученилар бүлеп бирелә.

Мотивацияның өсөнсө тибы  «Мине өйрәт»

  Был ынтылыш балаларҙың үҙҙәрен белемле итеп күрһәткеләре килеүенә ҡоролған.

Һорау:

  • Ниндәй йәш төркөмдәрендә һәм ниндәй эшмәкәрлектәрҙә был мотивацияны тормошҡа ашырып була?
  •  (уйын эшмәкәрлегендә, өлкән төркөмдәрҙә ТББЭ- дә) .

 Тормошҡа ашырыу схемаһы:

 1. Һеҙ нимәлер эшләргә         йыйынғанһығыҙ, әммә нимәнән башларға белмәйһегеҙ. Балаларҙан ярҙам итеүҙәрен һорайһығыҙ.

 2. Ярҙам итеүгә ризалыҡ алаһығыҙ..

 3. Һәр  балаға һеҙгә ярҙам итеү мөмкинслеге булдырыла.

 4. Уйындан һуң  һәр балаға баһа бирелә, маҡтап үтелә.

 Мәҫәлән:

 -Балалар, беҙҙең Әлиә исемле ҡурсағыбыҙ тышҡа сыҡып уйнағыһы килә. Миңә уны кейендерегә кәрәк. Мин нисек итеп уны кейендерергә белмәйем.һеҙ мне өйрәтә алаһығыҙмы?

Мотивацияның дүртенсе төрө «Үҙ ҡулдары менән үҙҙәренә әйберҙәр эшләү» 

Был белем алырға ынтылыш баланың эске ҡыҙыҡһыныуына бәйле. Бындай  мотивация  балаларҙы  үҙҙәре һәм яҡындары  өсөн ниндәйҙер предметтар, поделкалар эшләүгә этәргес булып тора.  Балалар үҙҙәре эшләгән әйберҙәр менән ысын мәғәнәһендә ғорурланалар һәм файҙалана алалар. (ҡоролмалар төҙөү, ҡул хеҙмәте, ижад итеү – рәсем, ҡорамалар һәм әүәләү)

 Был мотивацияны булдырыу түбәндәге схемаға ҡоролған:

 1.Һеҙ балаларға ниндәй ҙә булһа поделка күрһәтәһегеҙ, уның өҫтөнлөктәрен асаһығыҙ һәм шундай әйберле булғылары киләме икәнен һорайһығыҙ.

2. Артабан эш алымдарын аңлатаһығыҙ.

 3.  эшләнелгән поделка баланың ҡарамағына тапшырыла. Ул үҙенең эшен ата- әсәләргә ғорурланып күрһәтә.

Мәҫәлән:

 - Балалар, ҡарағыҙ әле. Минең ниндәй матур открыткам бар! Был открытканы әсәйҙәргә бүләк итергә мөмкин. Һеҙ әсәйҙәрегеҙгә шундай матур открытка бүләк иткегеҙ киләме? Һәм эш алымын күрһәтәһегеҙ.

Мотивация булдырғанда кәрәкле принциптарға таянып эш итегеҙ:

 - балаға  был проблеманы сисеүҙә үҙ фекерегеҙҙе таҡмағыҙ.Бәлки баланың үҙ эш алымы барҙыр.

 - мотлаҡ рәүештә баланан дөйөм эшмәкәрлек өсөн рөхсәт һорағыҙ.

 - килеп сыҡҡан һөҙөмтә өсөн мотлаҡ рәүештә баланы маҡтағыҙ.

 - бала менән бергә эшләгәндә һеҙ үҙ планығыҙ һәм уны тормошҡа ашырыу юлдары менән таныштырығыҙ.

Ошо ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә генә балаларға яңы белем бирәһегеҙ, ниндәйҙер яңы күнекмәләр формалаштыра алаһығыҙ.

II. Уйын персонаждарын ҡулланыу.

 Балалар менән шөғөлләнгәндә  уйын персонаждарын ҡулланмай ҙа булмай. Уйын персонаждарын ҡулланыу һәм мотивация булдырыу бер – береһе менән тығыҙ бәйле.Уйын һәм әкиәт   персонаждары балаларға “ҡунаҡҡа киләләр”, “танышалар”, “эш бирәләр”, “төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләйҙәр” һәм  балаларҙың эштәренә баһа бирәләр.

 Бындай уйынсыҡтарға һәм персонаждарға айырым талаптар бар:

 Уйынсыҡтар йәки уйын персонаждары:

 - балаларҙың йәш үҙенсәлегенә тап килергә;

 - эстетик яҡтан ҙауыҡлы булырға,

 - балаларҙың һаулығына хәүефһеҙ булырға,

 - өйрәтеү маҡсаты булырға,

 - тормошсан булырға тейеш;

 - баланы  агрессияға тартмаҫҡа, ҡаты күңеллелек булдырмаҫҡа тейеш.

- уйын персонаждары күп булмай.

 Һәр персонаж ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп әҙерләнә.

 Мәҫәлән , дәрескә Белмәҫйән, Тыр – Тыр,  Карлсон, Гөлбикә   килеүе мөмкин. Тыр – Тыр  тәбиғәтте ярата, сәйәхәт итә, балаларға шул турала күп һөйләй, әҙәп ҡағиҙәләренә өйрәтә.Белмәҫйән әҙ белә, уға һәр ваҡыт та ярҙам кәрәк була. Незнайка многого не знает и не умеет, ему часто требуется «помощь» детей. Айыуҡай  - спортсмен, ул балаларға физминуткалар үткәрә, спорт менән шөғөлләнә. Улар һәр береһе актив рәүештә үҙ фекерҙәрен әйтәләр, аңламағандарын һорайҙар, хаталаналар, буталалар һәм аңламайҙар. Алаларҙың уларға ярҙам итеү теләктәре ТББЭ –нең эффектын арттыра.

Һорауҙар :

  • Ниндәй уйын пенсонаждарын кескәйҙәр төркөмөнә, ниндәйҙәрен уртансыларға һәм ниндәйҙәрен өлкәндәр төркөмдәренә индерергә була?
  1. ИКТ ҡулланыу – балаларҙың белем алыуға ынтылышын формалаштырыу сараһы

 Компьютерҙар һәм компьютер уйын технологиялары мәктәптә генә түгел, балалар баҡсаларында ла бик киң ҡулланыла. Тәрбиәләнеүселәрҙең аҡыл үҫеше кимәле лә төрлөсә. Балаларҙың аҡыл кимәлен үҫтереү маҡсатында өйрәтеүсе компьютер программаларын ҡулланырға мөмкин. Улар ярҙамында балаларҙы өйрәтеү күпкә ябайлаша, мотивация күтәрелә, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары арта. Компьютер ҡулланыу балаларҙың непроизвольный иғтибарын активлаштыра, өйрәтеүгә ҡыҙыҡһыныу уяна, күргәҙмәлек материалдарын ҡулланыуҡа мөмкинселектәрҙе киңәйтә.

Һорау : ИКТ ҡулланыуҙың өҫтөнлөктәрен һанап китегеҙ.

  1. ТББЭ әҙерләү алгоритмы
  • Тема һәм айырым аңлатмалар билдәләү;
  • ТББЭ темаһын асыҡ билдәләү;
  • ФДТ – на ярашлы уҡытыу барышында теманың урынын билдәләү;
  • Маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү;
  • Үҙең һәм балалар өсөн маҡсат билдәләү;

Уҡытыу материалын планлаштырыу

 1. Тема буйынса         әҙәбиәт һайлап алыу.

 2. Эш төрҙәре һайлап алыу.

 3.Уйын күнегеүҙәрен “ябайҙан ҡатмарлыға” принцибына таянып һайлау.

4. ТББЭ “изюминкаһын” алдан уйлау

 Һәр эшмәкәрлек үҙ эсенә балаларҙы аптыратырлыҡ, ғәжәпләндерерлек, һоҡландырырлыҡ материал алырға тейеш.Шул ваҡытта  тема балаларҙың иҫендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.  Иҫтә тоторға кәрәк “Танып белеү ғәжәпләнеүҙән башлана”.Әлбиттә   балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫтән сығарырға ярамай. ТББЭ барышында түбәндәге методик алымдар ҡулланыла:

  1. Аңлатыу – күргәҙмәле алымдар:
  •  Был – хикәйә, картиналар, һүрәттәр  ҡарау, слайдтар ҡарау, схемалар, алгоритмдар ҡулланыу,ниндәйҙер эштәрҙе үтәү ысулдары.

- Күҙәтеүҙәр

2. Репродуктив алымдар, йәғни ҡабатлау алымдары.

 3. Практик алымдар:

- Эҙләнеү алымдары, күнегеүҙәр

 -  Эҙләнеү- тикшеренеү, тәжрибәләр.

- Моделдәр ҡулланыу

5. Интеграциялы ТББЭ

Педагогтың ТББЭ –нә әҙерлеге

 1.  Маҡсат ҡуйыу.

 2. САНПИН талаптарын үтәү.

 3. Индивидуаль ҡараш.

 4. Кире бәйләнеш булдырыу.

 5. Ваҡытты рациональ файҙаланыу.

 6. Эш урынын ойоштороу.

 7. Практик күнекмәләр .

 8. Үҙ аллы эшмәкәрлек.

 9 Телмәр үҫтереү, активлаштырыу.

 Шулай итеп, тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеген ошо система буйынса төҙөү , үткәреү һәм анализлау тәрбиәселәргә эффектлы эшләргә ярҙам итер, ә балаларға  кәрәкле  белемдәр алырға һәм мәктәпкә сифатлы әҙерләнергә этәргес булыр,  тип ышанам.

  1. Практик өлөш.

Педагогтар үҙҙәре әҙерләгән ТББЭ конспекттары буйынса фекер алышалар.Һайлап алынған методик алымдарҙың кәрәклеген иҫбатлайҙар.

  1. ТББЭ формалары



ТББЭ төрҙәре


эш йөкмәткеһе


1


Комплекслы ТББЭ


төрлө эшмәкәрлек ҡулланыла


2


тематик ТББЭ


Занятие посвящено конкретной теме, например, «Что такое дружба?» может быть комплексным


3


Экскурсия 


Организованное целевое посещение отдельных помещений детского сада, библиотеки, ателье других объектов социальной инфраструктуры района


5


ТББЭ- хеҙмәт


Помощь дворнику в уборке участка, посадка лука, цветов


6

Интеграциялы ТББЭ


Занятие, включающее разнообразные виды детской деятельности, объединенные каким-либо тематическим содержанием. Оно может состоять из двух-трех классических занятий, реализующих разделы образовательной программы, объединенных одной темой, или взаимосвязанных и взаимопроникающих видов детской деятельности, где тематическое содержание выступает в роли главного. 


7


ТББЭ – ижад итеү 


Словесное творчество детей по технологии ТРИЗ «Сочиняем сказки «наизнанку», « придумаем несуществующее животное. Растение»


8


ТББЭ - фольклор 


Приобщение дошкольников к детскому фольклору на традиционных народных посиделках, предполагающих интеграцию различных видов деятельности


9


ТББЭ - әкиәт 


Речевое развитие детей в рамках различных видах деятельности, объединенных сюжетом хорошо знакомой им сказкой


10


ТББЭ – пресс-конфе-ренция


Дети задают вопросы «космонавту», героям сказок и другим, реализовывать можно через проектную деятельность «Юные журналисты»


11


ТББЭ - сәйәхәт 


Организованное путешествие по родному городу, картинной галерее. Экскурсоводами могут быть сами дети


12


ТББЭ - тәжрибә 


Дети экспериментируют с бумагой, тканью, песком, снегом


13


ТББЭ- конкурс 


Дошкольники участвуют в конкурсах, проводимых по аналогии с популярными телевизионными конкурсами КВН, «Что? Где? Когда?» , «Форд Боярд» «Умники и умницы» и другими


14


ТББЭ- сочинение 


Сочинение детьми сказок и рассказов по своим собственным рисункам


15


ТББЭ- әңгәмә


Беседы с детьми о труде взрослых, на этические и другие темы

Рефлексия. Һөйләмде дауам ит- “Мин бөгөн семинарҙа........ “

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

 1. Баршай, В. М. Активные игры для детей: Учебное пособие/ В. М. Баршай. - Ростов–на–Дону «Феникс», 2001.

 2. Доронова Т. М., Гербова В. В., Гризик Т. И., Воспитание, образование и развитие детей 3-4 лет в детском саду: Метод. Руководство для воспитателей, работающих по программе «Радуга» Т. М. Доронова, В. В. Гербова, Т. И. Гризик. – М. Просвещение, 2004.

 3. Доронова Т. М., Гербова В. В., Гризик Т. И., Воспитание, образование и развитие детей 6-7 лет в детском саду: Метод. Руководство для воспитателей, работающих по программе «Радуга / Т. М. Доронова, В. В. Гербова, Т. И. Гризик. – М. Просвещение, 1997.

 4. Кравченко, И. В. Долгова, Т. Л. Прогулки в детском саду. Старшая и подготовительная к школе группы. Методическое пособие / И. В.

 Кравченко, Т. Л. Долгова. - Москва: ТЦ Сфера, 2009.

 5. Кравченко, И. В. Долгова, Т. Л. Прогулки в детском саду. Младшая и средняя группы. Методическое пособие / И. В. Кравченко, Т. Л. Долгова. - Москва: ТЦ Сфера, 2009.

 6. Краснощекова, Н. В. Сюжетно-ролевые игры для детей дошкольного возраста / Н. В. Краснощекова. - Ростов–на–Дону «Феникс», 2008.

 7. Практические семинары и тренинги для педагогов. Воспитатель и ребёнок: эффективное взаимодействие. Практическое пособие для педагогов-психологов. / Авт. – сост. Е. В. Шитова: Волгоград: Учитель, 2009.

.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Яз килэ (беренче кече яшьтэгелэр торкемендэ «Танып белу» белем биру эшчэнлеге буенча ачык шогыль конспекты)

Максат:                        Танып белу. 1.   балаларга язгы куренеш...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....