«Кескәйҙәрҙең өн мәҙәниәтен үҫтереүҙә яңы алымдар»
методическая разработка по обучению грамоте (старшая группа)

Ильясова Зинира Загитовна

Балаларға өн мәҙәниәтен уйындар ярҙамында өйрәтергә кәрәк. Хәҙерге заман информацион технологиялар беҙҙең тормошҡа һәр йыл һайын тығыҙ инә бара, шуға күрә белем биреү процесының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн икт ҡулланыу кәрәк. ИКТ ул- компьютер һәм интернет. Ул тәрбиәсе өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәр аса. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kultura_rechi.docx18.21 КБ

Предварительный просмотр:

«Кескәйҙәрҙең өн мәҙәниәтен үҫтереүҙә яңы алымдар»

Телмәр – ул ҡатмарлы функция, организмдың күп өлөшөн хәрәкәт итә. Ул һөйләү генә түгел, ә аңлап әйтеү. Нисек телмәр аппараты үҫешкән һәм  нисек тын мускулдары эшләй, әйтелеш шуның менән бәйле.

Өн мәҙәниәте - был төшөнөс күп ҡырлы, үҙ эсенә саф әйтелеште, яңғырашыуҙы, телмәр һулышын, әйтемдәрҙе һәм дөйөм телмәр тәьҫирлелекте ала. Өн мәҙәниәте - ул белем биреү процессында иң беренсе мөһим бурыс.

Балаларға өн мәҙәниәтен уйындар ярҙамында өйрәтергә кәрәк. Хәҙерге заман информацион технологиялар беҙҙең тормошҡа һәр йыл һайын тығыҙ инә бара, шуға күрә белем биреү процесының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн икт ҡулланыу кәрәк. ИКТ ул- компьютер һәм интернет. Ул тәрбиәсе өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәр аса. Ул балаларҙы билдәле уйын хәленә индерә, белем биреү эшмәкәрлеген йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һәм заманлы итә. Балаларҙың күргәҙмәле-образлы фекерләү, шуға күрә уларға бер үк ваҡытта ҡарарға, ишетергә, йоғонто яһарға һәм объектың эш-хәрәкәтен баһаларға уңайлы. Шуға күрә үҙемдең эшемдә мультимедиа презентациялар ҡулланам. Ул программа үҙ эсенә текст материалдар, фотолар, һүрәттәр, слайд-шоу, тауыштар, анимация һәм видеофрагменттарҙы ала. Икт ҡулланыу көслө күргәҙмәлелек килтерә һәм дәрестә тиҙ, тулы күләмдә материалдар үҙләштерергә ярҙам итә. Икт ҡулланыу көсәйтә:

  1. Уҡырға ыңғай мотивация.
  2. Балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

 Экранда күрһәтелгән уйындар, балаларға ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, үҙенә хас аңлайышлы һүрәтле мәғлүмәт.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға бер нисә уйын күрһәттеп үтәм.

«Ҡуңыҙҙа ҡунаҡта»

Маҡсат: тыңларға иғтибарын үҫтереү.

Ҡағиҙә: ҡуңыҙҙар ғаиләһе төрлө тауыштар туп-тулы. Бөтә объектарҙы сират буйынса баҙһаң, улар нисек яңғырағанын ишетергә мөмкин. Ә һуңынан предметҡа ҡарамайынса белергә кәрәк, ҡайһыһы ниндәй тауыш биргәнен.

Тәҡдимдәр: был күңелле уйын өндәр һәм хәрефтәр менән танышыу этапында, балаларҙың тыңлап аңлауын үҫтереүҙә булышлыҡ итә.

«Нимә тәүҙә , һуңынан нимә»

Ҡағиҙә: Экранға 3-4 һүрәт сығарыла, балалар сюжет эҙмә-эҙлелеге билдәләй һәм хикәйә тәшкил итә. Балаға бер һүрәт бирелә, ул нимә тәүҙә, һуңынан нимә булғанын билдәләргә тейеш. Ул билдәләгәндән һуң, экранға бөтә сюжетлы һүрәттәр сыға.

Ошоноң менән бәйле, балаларға компьютер технологияларын ҡулланырға мөмкин һәм кәрәк, сөнки был ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм һәр яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә. Компьютер технологиялары балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегенә йәлеп итә, оҫталыҡ һәм күнекмәләр формалаштырыла. ИКТ – һөҙөмтәле ысул, үҙаллы тәрбиәләү, интеллектуаль эшмәкәрлекте үҫтереүгә, хәҙерге заман рухында үҫешеүенә булышлыҡ итә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

‘’Терем-терем-теремок’’

Активизировать словарный запас, мыслительный процесс, позновательный интерес....

Конспект развлечения по подвижным играм для детей средней группы «Терем, терем, теремок»

Продолжать развивать интерес к участию в подвижных играх и физических упражнениях, активности в самостоятельной двигательной деятельности....

Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ...