Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу
учебно-методический материал по развитию речи

Давлеткулова Нурсиля Расуловна

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :

·            тулы булмаған ябай һүҙҙәрҙән торған һөйләм;

·            һөйләмдең грамматик яҡтан  дөрөҫ төҙөй белмәйҙәр;

·            һүҙлек запасының һәм телмәрҙең наҡыҫ булыуы;

·            әҙәби булмаған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланыу;

·            диалогик телмәрҙең насар булыуы;

·            монолог төҙөй белмәү;

·            телмәрҙә логик бәйләнеш булмауы;

·            телмәр мәҙәниәте күнекмәләренең булмауы: интонация, тауыш көсө, тембр, темп, ритм менән ҡуллана белмәү

Шуға күрә лә балаларҙы таҙа асыҡ бәйләнешле итеп һөйләшергә, үҙ фекерҙәрен аңлайышлы формаларҙа әйтергә өйрәтеү тәрбиәселәрҙең бурысы

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Направление: Современные модели обучения и воспитания

Дәүләтҡолова Нурсилә Рәсүл ҡыҙы

Тәрбиәсе

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы “Бала үҫтереү үҙәге “Ҡурай” балалар баҡсаһы

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :

  • тулы булмаған ябай һүҙҙәрҙән торған һөйләм;
  • һөйләмдең грамматик яҡтан  дөрөҫ төҙөй белмәйҙәр;
  • һүҙлек запасының һәм телмәрҙең наҡыҫ булыуы;
  • әҙәби булмаған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланыу;
  • диалогик телмәрҙең насар булыуы;
  • монолог төҙөй белмәү;
  • телмәрҙә логик бәйләнеш булмауы;
  • телмәр мәҙәниәте күнекмәләренең булмауы: интонация, тауыш көсө, тембр, темп, ритм менән ҡуллана белмәү

Шуға күрә лә балаларҙы таҙа асыҡ бәйләнешле итеп һөйләшергә, үҙ фекерҙәрен аңлайышлы формаларҙа әйтергә өйрәтеү тәрбиәселәрҙең бурысы.

Икенсе яҡтан, балаларҙы өйрәтеү балалар өсөн  ҡыҙыҡлы һәм тулы булыуы мөһим.

Ғалимдар иҫбатлауынса,мәктәпкәсә йәшәтәге балаларҙы дөрөҫ, аңлайышлы һәм эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәтеүҙе монологик телмәр үҫтереүҙән башларға кәрәк. Был бурыс төрлө телмәр эшмәкәрлектәре аша тормошҡа ашырыла: әҙәби әҫәрҙәр буйынса  һөйләү,предметтарҙы,объекттарҙы, тәбиғәт күренештәрен тасуирлап һөйләү, ижади хикәйәлар төҙөү,шиғырҙар ятлау һәм һүрәтбуйынса һөйләү.

Алдан әйтелгәнсә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә актуаль һанала. Бәйләнешле телмәр үҫтереү  процесын еңеләйтеүсе факторҙарға иғтибар итәйек.

С. Л. Рубинштейн, А. М. Леушина, Л. В. Эльконин фекерҙәренсә беренсе фактор – күргәҙмәлек.  Картиналар, һүрәттәр ҡарау балалар  предметтарҙы дөрөҫ әйтергә, уларҙың билдәләрен аңлатырға, улар менән нимә эшләп була икәнен аңлай алалар.

Икенсе фактор – һөйләү планы. Был факторҙы Выготский тәҡдим итә һәм схемаға ҡарап бала һөйләргә өйрәнә алыуын иҫбатлай.

Бының өсөн мнемотаблицалар бик уңайлы вариант.  

 Мнемо̉̉̉ника – (грек теленән “иҫтә ҡалдырыу”).

Мнемоник иҫтә ҡалдырыу 4 этаптан тора:

  • образдар күҙаллау;
  • образдарҙы иҫтә ҡалдырыу;
  • эҙмә – эҙлелекте иҫтә ҡалдырыу;
  • мәғлүмәтте хәтерҙә һаҡлау.

Мнемотаблица йөкмәткеһе – ниндәйҙер персонаждарҙың, тәбиғәт күренештәренең, нимәнеңдер хәрәкәтен белгерткән график һүрәттәр. Мнемотехника – кәрәкле мәғлүмәттәрҙе иҫтә ҡалдырыу һәм һөйләү буйынса алымдар системаһы,хикәйә төҙөү структураһын иҫтә ҡалдырыу һәм әлбиттә, бәйләнешле телмәр үҫтереү ысулы.

 Иң мөһиме – һүрәтләнгән схемалар балаларға аңлайышлы булыуы.

Мәктәпкәсә йәшәтәге балаларҙың телмәрен байытыуҙа ғәҙәти булмаған технологиялар ярҙамға килә. Шундай технологияларҙың береһе – мнемотехника.

Мнемотехника балаларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек запасын байытыу өсөн дидактик материал булып хеҙмәт итә:

- йомаҡтар төҙөү һәм сисеү барышында;

- шиғырҙар ятлау, тиҙәйткестәр, телтөҙәткестәр, әүрәткестәр өйрәнгәндә

- хикәйәләр төҙөгәндә;

- нәфис әҙәбиәт буйынса  һөйләгәндә.

1. Йомаҡтар уйлап сығарыу һәм сисеү алгоритмы

  • мнемотаблицаны ҡарау;
  • тулы итеп аңлатыу;
  • балаларҙың йомаҡты сисеүе.

2. Шиғырҙар ятлау, әүрәткестәр, телтөҙәткестәр өйрәнеү.

Мәғәнәһе:  һәр һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә һүрәт эшләнә. Шул рәүешле шиғыр график һүрәттәр ярҙамында һөйләнелә.

  3. Хикәйәләр төҙөү.

Хикәйләр төҙөү бик ауырҙан һанала. Мнемотехника был эштә лә ярҙамға килә ала. .

   Мнемотаблица буйынса хикәйә төҙөү эҙмә - эҙлелеге:

  1. картинанаң йөкмәткеһе буйынса әңгәм үткәреү барышында терәк символ – карточкалар теҙелә.
  2. карточка – символдар ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә тәҡдим ителә.
  3. График планға ярашлы хикәйә төҙәлә.

Өлкән тәркәмдәрҙә балалар үҙҙәре карточка- символдар ҡуйып һөйләй алалар.

        Предметты һүрәтләрҙән алда бала предметтың айырым сифаттарын айыра белергә өйрәнә, эҙмә - эҙлекле һөйләй, үҙенең был предметҡа булған ҡарашын аңлатып әйтә, һөйләмен грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөй.

   Мнемотаблицалар “йәшелсәләр”, “емеш – еләктәр”

4.  Нәфис әҙәбиәтте һөйләп биреү.

Һөйләп биреү – монологик телмәрҙең ябай төрө, сөнки ул әҫәрҙең автор биргән тексты һөйләй, әҙер сюжет ҡулланыла һәм әҙер телмәр формалары бирелә.

Һөйләп биреүҙә мнемотаблица  балаға һөйләү планы булып хеҙмәт итә. бал үҙ – үҙен тикшерә ала. Балалар тыңлағанда нимә һөйләнде һәм нимә һөйләп бөтөлмәгәненә баһа бирә алалар.

Һөйләп биреү буйынса мнемотаблица ҡулланыу эҙмә - эҙлелеге:

  • нәфис әҙәбиәт уҡып ишеттереү;
  • мнемотаблица менән танышыу;
  • мнемотаблица буйынса һөйләп биреү.

Өлкәндәр төркөмөндә график һүрәттәр ҡулланылһа, мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тыңланылған әҫәрҙе бүлектәргә бүлеп,үҙаллы һөйләү планы төҙөп схема эшләй алалар

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрҙән тыш өлкән төркөм балалары төрлө  тема буйынса  ла мнемотаблицалар ярҙамында  һөйлә алалар.

Шулай итеп, мнемотаблицалар ҡулланғанда балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәре үҫешә, улар һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөргә өйрәнәләр, һүҙлек запасы арта һәм бөтә булған психик процестар ҙа йылдам үҫешә.

Кескәйҙәр төркөмөндә мнемотаблицаларҙың иң ябай формаһы – мнемоюл ҡулланам. Мәҫәлән :

Иң башта 3-4 шаҡмаҡтан торған мнемоюлдар индерҙем.Мәҫәлән, “Көҙ” темаһына мнемоюл.

https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/07ea/000e9a61-aa61b8fe/hello_html_m271f81d0.png

“Көҙ көнө япраҡтар һарғая. Ямғырҙар яуа. Ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр. Кешеләр бәшмәк йыялар.”

Шулай уҡ балалрҙың телмәрен үҫтереүҙә ҡоштар,уйынсыҡтар,бөжәктәр,кейем-һалым,йәшелсәләр,емеш-еләк,йыл миҙгелдәре һ.б тураһында мнемоюлдар ҡулланам. Кейенеү,йыуыныу процессында ла мнемоюлдар алгоритмын ҡулланыу отошло,сөнки балалар схемаларға ҡарап эшләйҙәр һәм уларҙың хәтерендә  был процесс нығырак һаҡлана.

Кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмө балалары өсөн төҫлө һүрәттәр бирергә кәрәк,сөнки балаларҙың хәтерендә төҫлө образдар нығыраҡ иҫтә ҡала,ҡуян-аҡ,төлкө-ҡыҙғылт һары,айыу-һоро  төҫтә һ.б

Уртансылар төркөмөндә ябай мнемотаблицалар ярҙамға килә.Мнемоюлдар 3-4 шаҡмаҡтарҙан торһа,мнемотаблицалар 4*4, 3*3  размерлы булыуы мөһим.

Мнемотаблицаларҙың  предметлы ,предметлы-схемалы һәм схемалы ысулдарын ҡулланам.

Мнемотаблица менән эш итеүҙе өс этаптҡа бүлеп ойошторам:

1.Таблицаны ҡарау,унда нимә төшөрөлгәнен асыҡлау.

2.Абстрак символдарҙан образдарға күсеү.

3.Әкиәт йәки шиғырҙар һөйләү.

Балалар менән  мнемотаблицалар ярҙамында уйынсыҡтар,тәбиғәт күренештәре тураһында ябай   хикәйәләр төҙөргә,һөйләргә өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән :Был- Айгөл. Ул ҡулына кәрзин ала. Шунан ул урманға бәшмәк йыйырға бара.

http://rearchildren.ru/wp-content/uploads/2017/11/rasskaz-po-kattinkam.jpg

Шулай уҡ шартлы тамғалар ярҙамында,яратҡан уйынсыҡтары,тәбиғәт күренштәре,хайуандар  тураһында һөйләргә өйрәнәбеҙ. Л.А.Венгерҙың .”Тылсымлы карточкалар”, “ Был нимә?“, «Кем йәшенде ?» дидактик уйындарын балалар яратып уйнайҙар.

Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә мнемотаблиицалар ҡатмарлаша,9*9, 12*12  размерлы  схемалар ҡулланыла.

«Ҡурсаҡты тышҡа сығарыу өсөн кейендер», «Ҡулдарҙы дөрөҫ йыуырға» кейенеү-йыуыныу алгоритмдарын ҡабатлайбыҙ. «Төлкө менән торна», «Шалҡан», «Йомро икмәк» һ.б әкиәттәр һөйларгә ябай шиғырҙар,йомаҡтар сисергә  өйрәнәбеҙ. Мнемотаблицаларҙы ҡулланып,йыл миҙгелдәре,әсәйҙәр, хайуандар тураһында шиғырҙар ятланыҡ.

http://images.myshared.ru/19/1202614/slide_9.jpg

«Көҙ» миҙгеле тураһында һөйләү.

https://nshds-ermakovo.crm.prosadiki.ru/media/2018/07/25/1240053957/image_image_190987.png

«Ҡыш» миҙгеле тураһында һөйләү.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә –коллаж алымында ҡулланам.Коллаж-ул төрлө һүрәттәр,хәрефтәр,геометрик фигураларҙан һалынған йәки йәбештерелгән картон (ҡағыҙ)бите.

«Алтын көҙ», “Урманда яңы йыл”, «Әсәйҙәр көнө», «Ҡайын тураһында һөйлә» темаларына, «Төлкө менән торна», «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан», «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә»һ.б әкиәтәренә коллаждар төҙөп эешмдә ҡулланам.

Эш һөҙөмтәһе :

- Балаларҙың тирә-яҡ мөхит тураһында белемдәре арта;

- Әҙәби әҫәрҙәрҙе һөйләү теләге,ҡыҙыҡлы хикәйәләр төҙөү теләге арта ;

- Шиғырҙар,тел һамаҡлағыстар ятлауға теләк уяна;  

- Һүҙлек запасы күпкә байый;

-Балалар оялыусанлыҡтарын,баҙнатһыҙлыҡтарын еңәләр, аудитория алдында сығыш яһағанда үҙҙәрен иркен тоталар;

Шулай итеп мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника алымдарын ҡулланыу


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу...