“Балаларҙың телмәр үҫеше”
консультация по логопедии (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башҡортостан республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районының Аҡбузат 75-се башҡорт балалар баҡсаһы Муниципиаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр
“Балаларҙың телмәр үҫеше”
Тәрбиәсе:
Шафиева Д.А.
Өфө – 2020
Балаларҙың телмәрен үҫтереү – уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә.
Һуңғы ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм аң-белемгә өйрәтеү өлкәһендә күп кенә үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелде. Ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, балаларҙың телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн ғилми принциптар билдәләнде:
балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе үҫтереүсе мөхит булдырыу;
балаларҙың белем кимәлен тикшереү өсөн эш төрҙәрен булдырыу;
йәш үҙенсәлектәренә таянып, аралашыу мәҙәниәтен асыу.
Телмәр үҫтереү шәхес тәрбиәләүҙә төп шарттарҙан һанала. Ул ете йәшкәсә тиҙ үҫешә һәм ошо осорҙа баланың психик һәм физик үҫешенә йоғонтоһо ҙур була. Баланың йәш үҙенсәлектәренән сығып тел өйрәнеүгә ыңғай ҡараш булдырыу, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә, тарихына, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телдә дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү, үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ менән таныштырыу өҫтөндә системалы эшләү – телмәр үҫтереүҙең төп бурыстары. Уны тормошҡа ашырыуҙа традицион ысулдар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыу отошло һәм һөҙөмтәле. Мәҫәлән мнемотехника (мнемоюл һәм мнемотаблицалар менән эшләү), коллаж ысулын һәм тактиль таҡталарҙы киң ҡулланыу кәрәк.
Мнемоюл (мненмотехника- хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү ҡағиҙәһе һәм юлдары) – информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү ул. Мнемоюл тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәйә төҙөгәндә бик ҡулайлы. Ул баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, тасуири һөйләү һәләтен үҫтерә.
Кескәйҙәр төркөмө өсөн төҫлө мнемоюлдар ҡулланыу отошлораҡ, сөнки айырым образдар уларҙың хәтерендә нығыраҡ һаҡлана.
Коллаж – ул төрлө һүрәттәр, хәрефтәр, геометрик фигуралар, һандар йәбештерелгән йәки төшөрөлгән ҡағыҙ бите (ҡаты картон йәки фланелеграф). Ҡағыҙ битендә тәртипһеҙ рәүештәге һалынған һүрәттәр коллаждың төп мәғәнәһен тәшкил итә. Коллаждың төп маҡсаты булып бөтөн һүрәттәрҙе, хәрефтәрҙе, һандарҙы, геометрик фигураларҙы бер-береһе менән үҙ-ара берләштереү тора. Шулай итеп бала сюжетты хәтерләй, һүҙлек запасы байый, телдән һөйләүе һәм бәйләнешле телмәре үҫешә.
Коллаждың ике төрө бар: үҫтереүсе һәм өйрәтеүсе коллаж төрҙәре. Үҫтереүсе коллаж төрө – тәү ҡарамаҡҡа бер-береһе менән бәйле булмаған һүрәттәрҙе бер сюжетҡа йыя белеүен, баланың күҙаллауын үҫтереүгә булышлыҡ итһә, ә өйрәтеүсе коллаж грамотаға өйрәтеү, тәбиғәт, экология, геометрик фигуралар һ.б. тураһындағы белемдәрен киңәйтә.
“Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең нигеҙе булып тактиль хәтерҙең үҫеше тора. Тактиль хәтер – ул төрлө предметтарға ҡул менән ҡағылғандан һуң барлыҡҡа килгән тойғоно хәтерҙә ҡалдырыу һәләте. “Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең маҡсаты булып тирә-йүнде ҡабул итеү, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереү, фантазияны байытыу, телмәр үҫтереү, предметтарға ҡағылғандан барлыҡҡа килгән тойғоно һүҙҙәр менән аңлатып биреү һәләтен үҫтереү тора.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре
Консультация для родителей...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Консультация ата-әсәләр өсөн: «2-3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре»
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмә...
Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы - бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында ҡулланынылған алымдар тураһында педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе....