Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы - бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты.
методическая разработка по развитию речи (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Гульсасак Равиловна Уметбаева

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында ҡулланынылған алымдар тураһында педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе.

Скачать:

Предварительный просмотр:

Муниципаль автономлы дәүләт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылы «Березка» балалар баҡсаһы

Педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе

Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы – бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты .

Әҙерләне: тәрбиәсе Өмөтбаева Г.Р.

Асҡар - 2022

   Маҡсат: Тәрбиәселәрҙең “Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы – бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты”темаһы буйынса белемдәрен камиллаштырыу; тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу; телмәр үҫтереү өлкәһендә педагогтарҙың профессиональ оҫталыҡ кимәлен күтәреү.

   Хөрмәтле коллегалар! Беҙҙең бөгөнгө оҫталыҡ дәресенең темаһы - : “Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы - бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты” ( “Формирование речевого творчества как условие полноценного развития связной речи дошкольника”). Беҙ бөгөн балаларҙа актив телмәр ижадын формалаштырыу эше ниндәй формаларҙа, ниндәй алымдар ҡулланып алып барырға мөмкинлеген асыҡлайбыҙ.

   Балаларҙы һүҙ байлығы хазиналарына өйрәтеү алдынан беҙ үҙебеҙ ошо байлыҡтар менән иркен һәм дөрөҫ (грамоталы) итеп ҡуллана белергә тейешбеҙ.

   Тәүтормош община ҡоролошо заманында кеше үҙ-ара аралашыу өсөн нимә ҡулланған (ым-ишара)? Ә аралашыу формаһы булараҡ телмәр күпкә һуңғараҡ барлыҡҡа килгән. Башта кешеләр ымдар, баш, аяҡ-ҡул, мимика менән аңлашҡан, аҙаҡ айырым өндәр, тауыш, ҡысҡырыу ҡушылған – икенсе төрлө әйткәндә, тәүге телмәр өлгөһө барлыҡҡа килгән. Хәҙерге телмәр барлыҡҡа килгәнгә тиклем бик күп быуаттар үткән. Ҡул суҡтары менән бармаҡтарҙың хәрәкәттәре башта килбәтһеҙ булған, ләкин эволюция мәлендә кешеләрҙең төрлө кәсептәрҙе үҙләштереү барышында ваҡ мускулатура нескә хәрәкәттәрҙе яйлап өйрәнгән. Аралашыуға булған ихтыяж һәм моторика үҫешеүе телмәр ижады өсөн мөһим факторҙарға әйләнгән.

   Баланың шәхес булараҡ үҫешеүендә мәктәпкәсә тиклем вакыт иң мөһим урынды алып тора. Ошо ваҡыт эсендә бөтә психик процесстар формалаша башлай, балаларҙың телмәре үҫешә , сөнки тирә-йүн, уны уратҡан кешеләр менән аралашыу баланың тәжрибәһен арттыра, яңы тәьҫораттар килтерә, аҡылы үҫешә, тимәк, телмәре лә үҫешә. Ә бала телмәрҙе үҙләштереу өсөн бик күп ваҡыт талап ителә. Туған телде үҙләштергәндә бала тирә- яҡтағы кешеләрҙең телмәрен тыңлап, уларҙы эләкләп, йәғни шулар һымаҡ һөйләшеп өйрәнә. Ә бәйләнешле телмәр баланың уйлау һәләте, аҡыл үҫеше, балаларҙың эшмәкәрлегенең ҡатмарлашыуы, уратып алған кешеләр менән ниндәй формала аралашыуы менән бәйле.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге балалар телмәре бик ярлы, унда сағыштырыу, образлылыҡ, синоним һүҙҙәр юҡ.

   Философ И. Кант әйтеүенсә, “кешенең ҡулы – ул тышҡа яҡҡа ҡаратылған мейе” (рука – это вышедщий наружу мозг). Беҙҙең ҡулдарҙа бик күп биологик нөктәләр бар, шул нөктәләргә тәьҫир итеп, организмдың төрлө ағзалары эшмәкәрлеген көйләргә була. Баш бармаҡтар мейе эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Шуға күрә ике ҡулдың мускулатураһын бер кимәлдә үҫештерер кәрәк. Практиканан күренеүенсә, ваҡ мускулатура ни тиклем һәйбәтерәк үҫешкән – шул тиклем бала мәктәпкә яҡшы әҙерләнгән. Ул иғтибарлы, хәтере яҡшы, интеллектуаль яктан башҡа мәктәпкә әҙерләнмәгән балаларҙан күпкә өҫтөнөрәк. Ә мәктәптә уҡыр өсөн бала бәйләнешле телмәр менән иркен ҡулланып барырға тейеш. М. Монтессори әйтмешләй “Күҙҙе – күреүгә, ҡулды – хәрәкәткә, күңелде – һиҙмерләүгә әҙерләйбеҙ” ( “Готовим  глаз к видению, руку – к действию, душу – к чувствованию”).

   Телмәр эш( эшмәкәрлек), уйын ваҡытында барлыҡҡа килә. Эш барышында бармаҡ уйындарын нисек йыш ҡулланаһығыҙ? Нимә өсөн?

Нисә йәштән ҡуллана башлайһығыз?

   Ваҡ мускулатураны нығытыу буйыса эш ике формала алып барыла традицион һәм традицион булмаған.

   Традицион форма:

  1. бармаҡ уйындары (һүҙ менән һәм һүҙһеҙ генә);
  2. үҙ-үҙенә массаж( самомассаж) – һыйпау, бармаҡтар менән барлау;
  3. мозаика, конструкторҙар, шнур менән уйындар һ.б.;
  4. ҡурсаҡ театрҙары – бармаҡ, бирсәткә, бейәләй, күләгә театрҙары;
  5. ҡағыҙ, ҡом, һыу, ярмалар менән уйындар;
  6. әүәләү – пластилин, балсыҡ, ҡамыр, төрлө массалар менән.

   Традицион булмаған форма:

   1) массаж: грек сәтләүеге, ҡәләм, массаж щеткалары менән;

   2) төрлө материалдар менән бармаҡ уйындары: ташландыҡ,тәбиғәт материалдары, көнкүреш- хужалыкта көндәлек тотонған әйберҙәр менән;

   Бармаҡтар һәм ус мускулдарының, ҡул суғының һығылмаллығын арттырыу, ваҡ моториканы нығытыу маҡсаты менән түбәндәге күнегеүҙәрҙе балаларға өйрәтергә һәм көндәлек эштә ҡулланырға була.(Бутыр-бутыр бутҡа бешкән, топ-топ-топ итә, тауға менһә, һоп итә...).

   Ҡәләмдәр менән уйнау – бармаҡтар өсөн гимнастика.

Күнегеүҙәр көн һайын, үҙегеҙгә уңайлы мәлдә, 5-7 минут дауамында эшләнә.

   а) бармаҡ остарына массаж;

   б) бармаҡ остары менән ҡәләмде ышҡыу, һәр бер бармаҡ менән сират буйынса эшләнә; аҙаҡ ике ҡул менән бер ваҡытта күнегеүҙе эшләйбеҙ;

   в) «ут алыу» - ике ус араһына ҡәләмде ҡуйып, өйрөлтәбеҙ, тәүҙә яйлап, аҙаҡ – тиҙ;

   г) “ үтек” – тәүҙә уң, аҙаҡ һул ҡул менән ҡәләмде өҫтәлдә тәгәрәләтәбеҙ, аҙаҡ ике ҡул менән бергә;

   д) «ырғаҡ» - һуҡ бармаҡтарҙан ырғаҡ эшләп, ҡәләмде тотабыҙ, ҡәләм буйлап бармаҡтарҙы шылдырабыҙ;

   е) «вертолет» - 3 бармаҡ ярҙамында ҡулда ҡәләмде тәүҙә сәғәт йөрөшө буйынса, аҙаҡ кирегә өйрөлтәбеҙ;

  ж) «пианино» - ҡәләмде өҫтәлгә һалып, һәр бер бармаҡ менән сират буйынса баҫып сығабыҙ, аҙаҡ ике ҡул менән бер үк ваҡытта шәберәк эшләргә була;

   з) «лотос сәскәһе» - ҡәләмде усҡа йәшерәбеҙ, терһәктәрҙе шылдырғанда усты асабыҙ;

   и) “баҫҡыс” – ҡәләмде өҫтәгә перпендикуляр рәүештә ҡуйып, бармаҡтар менән тотоп өҫкә ҡарай “менәбеҙ – кире төшәбеҙ”;

   й) ҡул һыртында ҡәләмде йөрөтөү;

   к) «юла»

   Тупсыҡтар менән уйнау

Төрлө ҙурлыҡтағы шыма һәм сәнскеле тупсыҡтҙы: өҫтәлдә, иҙәндә, уста тәгәрәләтеп уйнатырға була.

Таня илай ҡысҡырып: тубы төшкән йылғаға.

Ҡуйсы, Таня, илама, туп батмай бит йылғала. (А. Барто)

   Итектәр уйыны

Бармаҡтарға буш флакон ҡапҡастарын кейҙереп, өҫтәл буйлап атлатабыҙ.

Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе боҙолған, уны әүнәтер өсөн нисә сөй кәрәк булған? (Һанашмаҡ)

Ағайҙары артынан ҡустылары ҡалмайҙар, тик уларҙы бер нисек тә ҡыуып етә алмайҙар.(Йомаҡ)

   Муйынсаҡтар менән уйнау

Муйынсаҡтар йәки таштар менән һәр бер бармаҡ менән айырым уйнайбыҙ.

   Ярмалар менән уйнау

Күҙҙәрҙе йомған килеш, ярмаларҙы айырабыҙ.

Ярмаларҙан һүрәт теҙәбеҙ, йәиһә юл эшләйбеҙ. Ярма урынына төймәләр алырға була.

Макарондарҙан муйынсаҡ теҙәбеҙ. Шырпыларҙан өй эшләйбеҙ.

Рө-рө-рө, күрәм унда бер өйҙө.

Мөрйәнән сыға төтөнө, уртаһында «ө» өнө.

 Зашумленные картинки  -Буталсыҡ һүрәттәр

Өҫтө-өҫтөнә төшөрөлгән һүрәттәрҙе айырып алыу. Бында йәшерелгән һүрәттәрҙе айырып атау, һанау, бармаҡ менән йөрөтөү, калька аша ттаҙа ҡағыҙға күсереү.

Тылсымлы ҡумта

Бирелгән өнгә башланған (бөткән) бер һүҙҙе генә әйтеп, ҡумтаны сират буйынса икенсе кешегә бирәбеҙ.

Иң матур һүҙ

Бирелгән һүрәттәргәкә сифаттар ҡушып әйтеү (Ҡарбуз, ҡояш, бесәй)

Бер үк хәрефкә башланған һүҙҙәрҙәнҙән хикәйә төҙөргә.

Предварительный просмотр:

Муниципаль автономлы дәүләт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылы «Березка» балалар баҡсаһы

Педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе

Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы – бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...