Кескәйҙәр төркөмө өсөн дәрес өлгөһө "Ҡырағай хайуандар"
план-конспект занятия по аппликации, лепке (младшая группа)
Балалар менән берлектә ҡырағай хайуандар тураһында белемдәрҙе нығытыу; йорт һәм ҡырағай хайуандарҙы бер-береһенән айыра белергә, ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү, һорауҙарға тулы яуап бирергә, коллективта эшләй белергә өйрәтеү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konspekt_zanyatiya_po_applikatsii_v_mladshey_gruppe.doc | 38 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение
Детский сад № 170 городского округа город Уфа Республика Башкортостан
Конспект организованной
образовательной деятельности
на тему: “Дикие животные”
младшая группа
Выполнила: Хисматуллина Н.Г.
Уфа – 2020
Тема: Ҡырағай хайуандар
Маҡсат:
- балалар менән берлектә ҡырағай хайуандар тураһында белемдәрҙе нығытыу; йорт һәм ҡырағай хайуандарҙы бер-береһенән айыра белергә, ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү, һорауҙарға тулы яуап бирергә, коллективта эшләй белергә өйрәтеү;
- логик фекерләй белеү алымын үҫтереү, иғтибарлылыҡты, аралаша белеү һәләтен үҫтереү;
- тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Эш төрҙәре: дидактик уйындар, физик күнегеү, ҡорама йәбештереү, әкиәт.
Белем биреү өлкәләре: телмәр үҫеше, физик үҫеш, танып белеү үҫеше, художестволы-эстетик үҫеш.
Йыһазландырыу: хайуандар тураһында һүрәттәр, плакаттар, музыка, елем, салфетка, әҙер шаблондар
Һүҙлек эше: хайуандар, айыу, төлкө, тейен, ҡуян, терпе, бүре
Дәрес барышы:
- Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙгә дәрескә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ беҙ уларға ҡарап матур итеп йылмайып алайыҡ әле. Урындарығыҙға ултырығыҙ.
2. Төп өлөш.
- Балалар, бөгөн беҙгә тағы ла айыу ҡунаҡҡа килгән (йомшаҡ уйынсыҡты күрһәтеү), ул буш ҡул менән килмәгән, үҙе менән бер һауыт (коробка) тотоп килгән. Уның эсендә нимә ята икән, кем нисек уйлай? (балаларҙың яуаптары)
- Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ был коробканы асып ҡарайыҡ. (аса) Ә бында һүрәттәр ята икән. Тик улар бер нисә өлөшкә бүленгән, шуға ла беҙ унда нимә төшөрөлгәнен белә алмайбыҙ. Мин уларҙы һеҙгә таратып бирәм, ә һеҙ уларҙы дөрөҫ итеп йыйырға тейешһегеҙ. (балаларға пазл формаһында бүленгән айыу, бүре, төлкө, тейен, терпе, ҡуян һүрәттәрен биреү)
- Ниндәй һүрәт килеп сыҡты? (айыу) Айыу һүрәтен күрһәтеү.
- Айыу ниндәй? (көслө, ҙур, уҫал, яуыз) Айыу нимә ашарға ярата икән? (бал, еләк-емештәр)
- Артабан ниндәй һүрәт төҙөнөгөҙ? (ҡуян) Әкиәттәрҙә һүрәтләнгәнсә, ҡуян ниндәй? (ҡурҡаҡ ҡына)
- Тағы ниндәй һүрәт төҙөнөгөҙ?(терпе) Терпе нимә ашарға ярата?
(төлкө) Төлкө беҙҙең әкиәттәрҙә нисек итеп һүрәтләнә әле, балалар?(бүре, тейен тураһында ла әйтеп үтеү).
Хайуандарҙы сағыштырыу:
- Кемдең ҡойроғо оҙонораҡ: айыуҙыҡымы әллә ҡуяндыҡымы? Айыу ҙурмы әллә терпеме?
- Бына беҙ бөтә һүрәттәрҙе лә әйтеп сыҡтыҡ. Бөтәһе нисә булды, әйҙәгеҙ һанап сығайыҡ әле. Әйтегеҙ әле, балалар, уларҙың бөтәһен дә бер исем менән нисек атайбыҙ? (хайуандар)
- Дөрөҫ. Был хайуандар ҡырағай хайуандар тип атала. Ә ни өсөн улай итеп әйткәндәр икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (балаларҙың яуаптары) Сөнки улар урманда йәшәйҙәр. (урман һүрәтен күрһәтеү)
3. Физминутка.
- Арынығыҙмы, балалар? Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ. Урындарыбыҙҙан торабыҙ.
Ҙур аҡланда ҡаршыбыҙға
Йүгереп сыҡты ҡоралай (урындарҙа йүгереү)
Ә унан һуң алдыбыҙға
Һикереп сыҡты ҡуянҡай (урындарҙа һикереү)
Күренде тайыш табан (айыу һымаҡ атлау)
Һаҡ ҡына баҫып төлкө
Эргәнән үтеп китте (урындарҙа аяҡ осонда атлау)
Һауала осто ҡоштар (осоу хәрәкәте)
Бик бай беҙҙең урмандар.
- Афарин, балалар. Инде урындарығыҙға ултырығыҙ.
4. Үҙ аллы эш.
- Ә хәҙер һеҙҙең белемдәрегеҙҙе нығытыр өсөн беҙ бер эш эшләп алабыҙ. Һәр берегеҙҙең алдында тәрилкәлә хайуандар һүрәте һәм урман төшөрөлгән альбом бите ята. Альбом битенә һеҙ ҡырағай хайуандарҙы йәбештереп сығығыҙ. Әммә иғтибарлы булығыҙ. Улар араһында йорт хайуандары ла бар.
Балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеге.
5. Йомғаҡлау.
- Шулай итеп, балалар, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек?
Һүрәттәрҙе баһалау. Йыйып алыу.
- Ә хәҙер, балалар, әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ. Килгән ҡунаҡтарға “Тирмәкәй” әкиәтен күрһәтәйек.
Әкиәт сәхнәләштереү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе
Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...
«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Тәбиғәт күр...
«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...
"Йорт хайуандары " ИКТ уйын
Кескәйҙәр төркөмө өсөн уйындар. "Был нимә?","Моронон таны"...
тема: "Йорт хайуандары"
Йорт хайуандарын һәм уларҙың балаларын танып белергә, атап әйтергә, айырырға, төркөмләргә өйрәтеү. Кәзәне схема - һүрәткә таянып ,тасуирлап һөйләргә өйрәтеү. Килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланып һөйләмдәр ...
"Йорт хайуандары " ИКТ уйын
Кескәйҙәр төркөмө өсөн уйындар....
Конспект ООД по башкирскому языку "Йорт хайуандары"
Йорт хайуандары менән таныштырыу,уларҙы белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү,отоп алыу;телмәр органдарын үҫтереүгә һәм нығытыуға бағышланған артикуляция күнекмәләре;һорауҙарға аңлы рәүештә яуап бирә белергә ...