Главные вкладки
Хисматуллина Нурсиля Гаязовна
Сайт воспитателя
Профессия: воспитатель
Профессиональные интересы: чтение художественной литературы
Увлечения: вязание
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г.Уфа
Место работы: МАДОУ Детский сад № 170
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/hismatullina-nursilya
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе үҙемдең шәхси сайтымда күреүемә бик шатмын.
О себе
Аҡ ҡағыҙҙай сабый күңеленә
Яҡшылыҡтан орлоҡ һала алһам,
Һәр баланың һиҙгер йөрәгенә
Яратырлыҡ асҡыс таба алһам,
Кәрәк саҡта шағир, артист булып,
Бала күңелдәрен яулаһам,
Янымдағы булған һәр баланың
Яҡын дуҫы булып ҡала алһам...
Ә балалар, ололарҙы ҙурлап,
Кеселәрҙе кесе итһәләр,
Үҫеп етеп, илгә хеҙмәт итеп,
Тыуған ерҙе өҙөлөп һөйһәләр -
Бына ошо инде оло бәхет:
Яҙмыштарҙың тәңгәл килеше,
Үҙем теләп алған һөнәремдең -
Хеҙмәтемдең хәләл емеше.
(С.Мостафина "Бәхет")
Мин - Хисмәтуллина Нурсилә Ғаяз ҡыҙы. Тыуған ерем - Бөрйән районы Нәби ауылы. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен 2003-2008 йылдарҙа Благовещен ҡалаһының педагогия колледжында үҙләштерҙем. 2012 йылда Бөрө ҡалаһының юғары уҡыу йортон тамамланым.
Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләйем. Эшемдең маҡсаты - балаларҙа телебеҙгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
З.Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһы