тема: "Йорт хайуандары"
план-конспект занятия по развитию речи (средняя группа)

Сафина Назира Вакиевна

Йорт хайуандарын һәм уларҙың балаларын танып белергә, атап әйтергә, айырырға, төркөмләргә өйрәтеү. Кәзәне схема - һүрәткә таянып ,тасуирлап һөйләргә өйрәтеү. Килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү.Һүҙлекте йорт хайуандары, уларҙың тән өлөштәрен аңлатҡан һүҙҙәр, ҡылым, сифат һүҙҙәр  менән байытыу. Уларҙың тауыштары,  йәшәү шарттары менән таныштырыу. Өҫтөндә, аҫтында, алдында, артында, эргәһендә һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр  төҙөү. Хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләүҙе, ваҡ моториканы, бәйләнешле талмәрҙе   үҫтереү. Артикуляция күнегеүҙәрен, дөрөҫ тын алыуға һәм күҙҙәргә күнегеүҙәр ҡабатлау.

Йорт хайуандарын ҡайғыртырға, тәрбиәләргә, хәстәрләргә теләк булдырыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan_respublikahy.docx19.38 КБ

Предварительный просмотр:

   

Башҡортостан республикаһы

Кейекбай башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы

        Тема:”Йорт хайуандары”

        Тәрбиәсе:Сафина Н.В.

 Маҡсат:

Йорт хайуандарын һәм уларҙың балаларын танып белергә, атап әйтергә, айырырға, төркөмләргә өйрәтеү. Кәзәне   схема - һүрәткә таянып ,тасуирлап һөйләргә өйрәтеү. Килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү.

Һүҙлекте йорт хайуандары, уларҙың тән өлөштәрен аңлатҡан һүҙҙәр, ҡылым, сифат һүҙҙәр  менән байытыу. Уларҙың тауыштары,  йәшәү шарттары менән таныштырыу. Өҫтөндә, аҫтында, алдында, артында, эргәһендә һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр  төҙөү. Хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләүҙе, ваҡ моториканы, бәйләнешле талмәрҙе   үҫтереү. Артикуляция күнегеүҙәрен, дөрөҫ тын алыуға һәм күҙҙәргә күнегеүҙәр ҡабатлау.

Йорт хайуандарын ҡайғыртырға, тәрбиәләргә, хәстәрләргә теләк булдырыу.

    Һүҙлек:

Исемдәр: көсөк, быҙау, ҡолон, бәрәс, тояҡтары, тәпәйе, кәүҙәһе, ҡойроғо, мороно, ялы, мөгөҙө;

Ҡылым һүҙҙәр: нисек тауыш биреүҙәрен белдереү ( һыйыр – мөңрәй, бесәй – мыяулай, эт - өрә, сусҡа –мырҡылдай, кәзә мәэлдәй,  һарыҡ –бәэлдәй, бәрелдәй, ат – кешнәй…һ.б.) быйма баҫалар, һөт һауалар.

Сифат һүҙҙәр: һыйыр – ҙур, иркә, мөгөҙлө; ат – көслө, ҙур, егәрле, шәп, матур; сусҡа: һимеҙ, бысраҡ; эт – уҫал, шаян, тоғро, бәләкәй, ҙур…һ.б.

Йыһазландырыу: Йорт хайуандары һәм уларҙың балалары төшөрөлгән һүрәттәр, хайуандарҙы тасуирлап һөйләү өсөн схема – һүрәт; кәзә дебете; сюжет һүрәттәр: “Кәзә йорт хайуандарын төшөрә”, “Хайуандар йәшенгән”, “Хайуандар өҫтәл артында”, һәр хайуандың ниндәй файҙа килтергәнен белдергән һүрәттәр менән схемалар, ҡәләмдәр һәм нөктәләрҙән эшләнгән кәзә һүрәттәре.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу ваҡыты. Дәрес темаһы  менән танышыу.

Балалар төркөмгә инәләр төркөмдә түңәрәк төҙөп торалар. Магнитафондан  йорт хайуандары тауыштарын тыңлау.

Нимәләрҙең тауыштары ишетелде? (Һыйырҙың, аттың, кәзәнең, һарыҡтың, бесәйҙең, эттең,  тауыштары ишетелде.) Һәм беҙ һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ бөгөнгө дәрестә?( Йорт хайуандарын тураһында һөйләшәбеҙ.)

 

    2.    Уйын : “Нисек тауыш бирә?”

         Туп менән уйнап алабыҙ. Мин һеҙгә һөйләмде башлап тупты тәгәрәтәм, ә  һеҙ һөйләмдең аҙағын әйтеп бөтөрәгеҙ һәм кире миңә тупты тәгәрәтәһегеҙ. Мәҫәлән, һыйыр  “Мө!”- тип ҡысҡыра  - Һыйыр мөңрәй. Ат: “И - һо -һо” – тип ҡысҡыра,   ат кешнәй. Бесәй: “Мыяу”- тип ҡысҡыра, бесәй мыяулай. Һарыҡ: “Бә -ә -ә”тип ҡысҡыра, һарыҡ бәэлдәй. Сусҡа: “Мырҡ - мырҡ” – тип ҡысҡыра, сусҡа мырҡылдай. Эт: “Уау - уау”тип ҡысҡыра, эт өрә. Кәзә: “Мә - ә - ә” тип ҡысҡыра, кәзә мәэлдәй.

    3.   Артикуляция күнегеүҙәрҙе тел менән һәм бармаҡтар менән эшләү.

 Көҙгөләрҙе алға ҡуйып, өҫтәл артына ултырыу.

Бер ваҡыт йорт хайуандары урманға көтөүгә киткәндәр. (Бармаҡтар менән күрһәтеү.)  Бара торғас тигеҙ генә аҡланға барып сыҡтылар. ( Устарҙы йәйеп һалып “аҡланды” күрһәтеү, тел тел менән “көрәк” артикуляция күнегеүен күрһәтеү.) Аҡландың уртаһында бейек ағас үҫеп ултыра. (Беләктән ҡулдарҙы бөгөп “ағас” эшләү.) Ағас башында ҡош ояһы ла бар икән. (Беләкте бөгөп устарҙан “ҡош ояһын” эшләү. Тел менән “сынаяҡ” күнегеүен эшләү.)Ҡошо инә лә сыға, инә лә сыға. (Баш бармаҡтарҙы йөрөтөү)  Ағас аҫтында бәшмәк үҫеп ултыра икән. (Ҡулдар, тел менән “бәшмәк” күнегеүен эшләү.) Артабан аттар кеүек сабабыҙ. (Бармаҡтар һәм тел менән “ат” күнегеүен эшләү.) Аттар туҡтанылар: “Трр-рр”. Ҡараһалар йылға ағып ята икән. (Ҡулдарҙы тирә яҡҡа һуҙып “йылға аҡҡанын” күрһәтеү.) Йылға ситендә кәмә лә бар. (Артикуляция күнегеүе “торба”, устарҙы һырты менән тоташтырып кәмә күрһәтеү.) Хайуандар йылғаға төшөп һыу эстеләр. (Тел менән һыу эсеү.) Һәм ҡайтып киттеләр. (Бармаҡтар менән атлау.)

Ҡайтһалар,  хайуандарҙың балалары урманда уйнап ҡалғандар икән. Әсәйҙәре илай башлағандар. Әйҙәгеҙ беҙ уларҙы тынысландырып күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ. Күҙ йәштәренән ауырып китмәһендәр.

Күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр.

Алыҫҡа ҡарайбыҙ.         Ҡулдарҙы алға һоноп бармаҡтар осона ҡарайбыҙ.

Яҡынға ҡарайбыҙ.         Устарҙы күҙҙәрҙе эргәһенә ҡуйғандар.

Өҫкә  ҡарайбыҙ.            Ҡулдар өҫтә бармаҡ остарына ҡарайбыҙ.

Аҫҡа ҡарайбыҙ.             Ҡулдар аҫта бармаҡ остарына ҡарайбыҙ.

Уң яҡҡа ла ҡарайыҡ.    Ҡулдарҙы йәйеп уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау.  

Һул яҡҡа ла ҡарайыҡ.  Ҡулдарҙы йәйеп уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау.  

Ә хәҙер таҡтанан,         Таҡтаға ҡарау.

Һүрәтте эҙләйек.

Әсәйҙәре кире урманға барһалар “йәшенмәк” уйнап әсәйҙәренән балалар йәшенеп бөткәндәр.

 Уйын : “Йәшенмәк”.

Һүрәткә ҡарап аҫтында, өҫтөндә, артында, эсендә,  эргәһендә һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

Бесәй балаһы ағас башына менгән, ҡолон ағас алдына йәшенгән, быҙау ағас артына торған, кәзә бәрәстәре ҡыуаҡ артына йәшенгән, һарыҡ бәрәсnтәре  ҡыуаҡ алдына йәшенгән, сусҡа балалары шыршы аҫтына йәшенгәндәр, бер көсөк ағас эргәһенә торған, ә икенсе көсөк алыҫҡа барып ултырған.

              Уйын : “Нимәләре?”.

Хайуандар балаларын бергә алып ҡайтҡандар. Бесәй нимәһен алып  ҡайтҡан?( Бесәй балаларын, һарыҡ бәрәстәрен, кәзә бәрәстәрен, ат ҡолонон, эт көсөктәрен, сусҡа балаларын, һыйыр быҙауын алып ҡайтҡандар.)

Уйын: “Дүртенсеһе артыҡ.”

Йорт хайуандарының балалары  һүрәттәре һәм терпе  балалары таҡтала эленгән.

Балалар, ниндәйҙер урман  хайуаны йорт хайуандары балаларына эйәреп килгән. Ниндәй хайуан бында артыҡ? (Терпе, сөнки ул урман хайуаны.)  

а) бесәй балалары, кәзә бәрәстәре, һарыҡ бәрәстәре, ҡолон. ( Ҡолон артыҡ, сөнки ул көрән төҫтә, ҙур, ҡолон берәү, ә бәрәстәр күп, ҡолон бер һүҙҙән тора, ҡалғандары ике һүҙҙән торалар.)

б) Шулай уҡ кәзә бәрәстәре урынына кәзә һүрәте. (Кәзә әсәһе, ҡалғандары балалар).

3. Ял минуты.Бер кәзә өйгә кергән,

                        Үҙен көҙгөлә күргән.

                        Сит кәзә тип белгән дә,

                        Артҡа сигеп килгән дә,

                              Алға төбәп мөгөҙөн,

                              Һөҙөп йыҡҡан … үҙ – үҙен!

                              Кемгә - зар,

                              Кемгә - ҡыҙыҡ:

                              Көҙгө юҡ, мөгөҙ һыныҡ!

Тын алыуға күнегеү.

Кәзә дебетен ҡарау.

Ҡарағыҙ әле был нимә? (Кәзә дебете)  Һәр өҫтәлдә коробкалар тора. Коробкаларҙы астыҡ эсенән дебеттәрҙе алдыҡ. Уны тотоп ҡарайбыҙ ул  ниндәй? ( йомшаҡ, һоро, таҙа…һ.б.) Дебеттәрҙе усҡа һалып өрөп ҡарайбыҙ , ул ниндәй? ( Еңел, йоҡа …һ.б.)

       

Уйын :”Айырмаһын һәм оҡшашлығын тап”.

Ат менән һыйырҙы сағыштырыу.

Ат менән һыйыр нимәләре менән оҡшаған? Икеһе лә йорт хайуандары, һарайҙа йәшәйҙәр, ҙур кәүҙәлеләр, һөт, ит бирәләр. Икеһе лә бесән , һалам ашайҙар, һыу эсәләр, көтөүгә йөрөйҙәр, йоҡлайҙар …һ.б.

Ат менән һыйыр нимәләре менән айырылалар? Ат ярышта ҡатнаша, ә һыйыр ҡатнашмай; ат йөк ташый, һыйыр ташымай; һыйырҙың һөтөнән эремсек, ҡорот, ҡаймаҡ …һ.б.аҙыҡ эшләйҙәр, ә аттың һөтөнән эшләмәйҙәр, ат менән яуға күтәрелгәндәр, һунарға йөрөйҙәр, ә һыйыр менән юҡ; ат шәп йүгерә, саба, ә һыйыр йүгермәй. Ат тороп йоҡлай, һыйыр ятып йоҡлай, һыйыр мөгөҙлө, аттың мөгөҙө юҡ, аттың ялы бар , ә һыйырҙың ялы юҡ.

Кәзә менән һарыҡты сағыштырыу.

Кәзә   менән һарыҡ нимәләре менән оҡшаған? Икеһе лә йорт хайуандары, һарайҙа йәшәйҙәр, ҙур кәүҙәлеләр, ит бирәләр. Икеһе лә бесән , һалам ашайҙар, һыу эсәләр, көтөүгә йөрөйҙәр, йоҡлайҙар …һ.б. Йөнөнән бейәләй, йөн нәски бәйләйҙәр. Тиреләренән тун, итек, тапочка тегәләр, юрған эшләйҙәр.

 Кәзә кешегә  һөт бирә , һарыҡ бирмәй. Кәзә дебетенән шәл бәйләйҙәр,ә һарыҡтыҡынан бәйләмәйҙәр.Кәзәнең һаҡалы бар , ә һарыҡтың һаҡалы юҡ. Һарыҡ йөнөнән быйма баҫалар. Кәзә дебете йомшаҡ, ә һарыҡ йөнө ҡатыраҡ.      

Ял минуты:  Тәүге тапҡыр тәкә бара,

                             Ваҡ малдар баҡсаһына.

                             Һәүкәш апай, мө-лә-мө - тип,

                             Йылмайып ҡаршы ала.

                                           Әсәһен оҙатып бәрәс

                                           Тояҡтарын болғаны.

                                           Был баҡсала тиҙ арала,

                                           Тоғро дуҫтарын тапты.

                              Һыйыр балаһы быҙау бар,

                              Сығып килә мөгөҙө.

                              Бар сыбар ғына көсөк

                              Барыһынан да көслө.

Хайуандар пазлын тоташтырыу.

Ваҡ моториканы үҫтереү. Һәр балала бер хайуан һүрәте килеп сыға. Һиндә ниндәй һүрәт килеп сыҡты? Миндә һыйыр һүрәте килеп сыҡты. Һәр бала һүрәтендә булған йорт хайуанын тасуирлап һөйләй.

Кәзәне план буйынса тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.

1. Хайуандың исеме.

2. Уның тән өлөштәре: башы, кәүҙәһе, тояҡтары…һ.б. Тышҡы ҡиәфәте ( ҙурлығы, төҫө, тиреһе, айырылып торған билдәһе – һыйырҙың мөгөҙө, аттың ялы …һ.б.)

3. Йорт йәки ҡыр хайуанымы?

4. Ҡайҙа йәшәй? ( Һарайҙа, ояһында, өйҙә.)

5. Нимә менән туҡлана?

6. Балаһын атап әйт.

7. Ул нисек тауыш бирә?

8. Уның кешегә файҙаһы ниндәй?

- Был кәзә. Уның башы, кәүҙәһе, ҡойроғо, бото бар. Башында күҙҙәре, ҡолаҡтары, ауыҙы бар. Ул йорт хайуаны, һарайҙа йәшәй. Кәзә үлән менән туҡлана. Уның бәрәстәре була. Ул мәэлдәй. Кешегә ул һөт, дебет, тире, ит бирә. Тиреһенән тун, сумка, итектәр тегәләр. Дебетенән йөн нәски, бейәләй, шәл, кофталар бәйләйҙәр.

5. Дәресте йомғаҡлау. Беҙ бөгөн нимәләр тураһында һөйләштек? Йорт хайуандары кешеләрҙең һаулығын нығытырға, һау-сәләмәт йәшәргә ҙур файҙа килтерә. Башҡорт халҡы элек-электән малсылыҡ менән булышҡан.Балаларға һүрәттәр таратыла, йорт хайуандарҙың йәшәгән йорттарын һәм ашаған аҙыҡтырын дөрөҫ итеп тоташтырыу.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Г..Ғәлиева,З.Ғ.Нафиҡова “Башҡорт балалар баҡсалары өсөн уҡытыу, тәрбиә программалары.” – Өфө, Китап.
  2. Ф.Ғ.Аҙнабаева,Г.Р.Шафиҡова “Тәбиғәт һәм кеше”.Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өсөн методик ҡулланма. – Өфө, Китап-2012
  3. “Йәйғор” хрестоматияһы.
  4. Башҡорт халыҡ ижады.
  5. “Гөлбөстан” методик ҡулланма.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема:Йорт хайваннары һәм аларның кеше тормышындагы әһәмияте.Тирә-юнь белән танышу.(уртанчылар төркеме)

Максат:Балаларны тере организмнар белән таныштыру, күзалларга өйрәтү: яшәү шартлары,туклануы. Табигатьнең тере организмнарына карата сакчыл караш тәрбияләү. Балаларның сөйләм телен үстерү.Материал:Кон...

Тема:"Йорт хайваннары" (беренче кечкенәләр төркемендә сөйләм телен үстерү буенча шөгыль конспекты )

Эшчәнлек барышы. Тема: “ Йорт хайваннары “ Бурычлар:Танып белү. 1.балаларның йорт хайваннары турындагы белемнәрен киңәйтү; 2. хайваннарның исемнәрен әйтергә күнектерү; 3. йорт хайваннарына кар...

Конспект занятия на тему «Йорт хайваннары»

Эшчәнлек барышы.Тема: “ Йорт хайваннары “Бурычлар:Танып белү.1.балаларның йорт хайваннары турындагы белемнәрен киңәйтү;2. хайваннарның исемнәрен әйтергә күнектерү;3. йорт хайваннарына кара...

Тема: Йорт һәм кыргый хайваннар (уртанчылар торкеме)

Максат:1. Балаларның йорт һәм кыргый җәнлекләр турында белемнәрен ныгыту,аларның кайда яшәүләре, тышкы билгеләре, үзенчәлекләре, һәм файдалары турында белем бирү ....

Уртанчылар төркемендә әйләнә - тирәне танып белү буенча эшчәнлек . Тема: Йорт һәм кыргый хайваннар

Максат:1. Балаларның йорт һәм кыргый җәнлекләр турында белемнәрен ныгыту,аларның кайда яшәүләре, тышкы билгеләре, үзенчәлекләре, һәм файдалары турында белем бирү ....

2нче кечкенәләр төркемендә йомгаклау эшчәнлегенең план – конспекты. Тема: “Йорт хайваннары”.

2нче кечкенәләр төркемендә йомгаклау эшчәнлегенең  план – конспекты.Тема: “Йорт хайваннары”....

"Йорт хайуандары " ИКТ уйын

Кескәйҙәр төркөмө өсөн уйындар. "Был нимә?","Моронон таны"...