«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты
план-конспект занятия по аппликации, лепке (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының

 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй»

темаһына икенсе кескәй төркөмдә

танып-белеү эшмәкәрлеге

конспекты

 

 

Төҙөүсеһе:

тәрбиәсе Кужагильдина В.Р.

 

 


 

Маҡсат. Бөжәк-күскәнтәй һәм уның тышҡы төҙөлөшөн өйрәнеү (башы ҡара, ҡанаттары ҡыҙыл, ҡанатында түңәрәк таптар бар).

Күскәнтәйҙе пластилин ярҙамында һүрәтләү.

Ҡул суғы хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

Бөжәккә ярҙам итеү теләге тәрбиәләү.

 

Материал. Уйынсыҡ күскәнтәй (иллюстрация), ҡара төҫтәге пластилин.

 

  1. Ойоштороу моменты.

Фонояҙманан ҡуңғыҙ осҡан тауышты тыңлау.

  • Нимә осоп йөрөй икән?
  1. Төп өлөш.

Тәрбиәсе күскәнтәйҙе бүлмә гөлө аҫтынан табып ала.

  • Был күскәнтәй. Ул – ҡуңғыҙ. Ул оса белә. Күскәнтәйҙең башы ҡара төҫтә, ҡанаттары ҡыҙыл. Ҡыҙыл ҡанаттарында ҡара түңәрәк таптар бар.

Тәрбиәсе һамаҡлай.


-Күс-күс, күскәнтәй,

Һин күсмәһәң, мин күсәм.

Ос-ос, күскәнтәй,

Һин осмаһаң, мин осам.

 

Сәскәләрҙән сәскәләргә

Күс һин, күс, күскәнтәй!

Үләндәрҙән үләндәргә

Ос һин, ос, күскәнтәй!

 

Ҡояш ялтырап торһон,

Көндәр ҙә йылы булһын..

Малдарға үлән үҫһен,

Бураға иген тулһын.

 


 

 


  • Күскәнтәй тәбиғәт күрке, уға  тейергә ярамай. Ул баҡсаны зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлай.  Әгәр аҙашып өйгә килеп инһә, тышҡа сығарып осороп ебәрергә кәрәк.

 

  • Балалар, күскәнтәй беҙгә яңғыҙ килмәгән, балалары менән килгән. Ҡышҡыһын йоҡлағанда балаларының ҡанаттарындағы ҡара таптар юйылған. Әйҙәгеҙ беҙ күскәнтәйҙәргә ярҙам итәйек, уларҙың ҡанаттарына пластилин менән түңәрәк таптар яһайыҡ.
  • Беҙгә ниндәй төҫтәге пластилин кәрәк? (Ҡара төҫтәге)
  • Пластилиндан кескәй киҫәк өҙөп алабыҙ, ус эсендә йомарлайбыҙ һәм күскәнтәйҙең ҡанатына йәбештерәбеҙ.

 

  1. Йомғаҡлау.
  • Бына балалар күскәнтәйҙәргә ярҙам итте, уларҙың ҡанаттарына ҡара таптар яһаны. Күскәнтәйҙәр бик ҡыуана, рәхмәт әйтә. Хәҙер рәхәтләнеп сәскәнән сәскәгә, үләндән үләнгә осоп йөрөрҙәр инде.

 

 

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Лепка божьей коровки583.22 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының

 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй»

темаһына икенсе кескәй төркөмдә

танып-белеү эшмәкәрлеге

конспекты

Төҙөүсеһе:

тәрбиәсе Кужагильдина В.Р.


Маҡсат. Бөжәк-күскәнтәй һәм уның тышҡы төҙөлөшөн өйрәнеү (башы ҡара, ҡанаттары ҡыҙыл, ҡанатында түңәрәк таптар бар).

Күскәнтәйҙе пластилин ярҙамында һүрәтләү.

Ҡул суғы хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

Бөжәккә ярҙам итеү теләге тәрбиәләү.

Материал. Уйынсыҡ күскәнтәй (иллюстрация), ҡара төҫтәге пластилин.

  1. Ойоштороу моменты.

Фонояҙманан ҡуңғыҙ осҡан тауышты тыңлау.

  • Нимә осоп йөрөй икән?
  1. Төп өлөш.

Тәрбиәсе күскәнтәйҙе бүлмә гөлө аҫтынан табып ала.

  • Был күскәнтәй. Ул – ҡуңғыҙ. Ул оса белә. Күскәнтәйҙең башы ҡара төҫтә, ҡанаттары ҡыҙыл. Ҡыҙыл ҡанаттарында ҡара түңәрәк таптар бар.

Тәрбиәсе һамаҡлай.

-Күс-күс, күскәнтәй,

Һин күсмәһәң, мин күсәм.

Ос-ос, күскәнтәй,

Һин осмаһаң, мин осам.D:\божья коровка пластилиновый рисуно\SAM_4481.JPG

Сәскәләрҙән сәскәләргә

Күс һин, күс, күскәнтәй!

Үләндәрҙән үләндәргә

Ос һин, ос, күскәнтәй!

Ҡояш ялтырап торһон,

Көндәр ҙә йылы булһын..

Малдарға үлән үҫһен,

Бураға иген тулһын.

  • Күскәнтәй тәбиғәт күрке, уға  тейергә ярамай. Ул баҡсаны зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлай.  Әгәр аҙашып өйгә килеп инһә, тышҡа сығарып осороп ебәрергә кәрәк.

  • Балалар, күскәнтәй беҙгә яңғыҙ килмәгән, балалары менән килгән. Ҡышҡыһын йоҡлағанда балаларының ҡанаттарындағы ҡара таптар юйылған. Әйҙәгеҙ беҙ күскәнтәйҙәргә ярҙам итәйек, уларҙың ҡанаттарына пластилин менән түңәрәк таптар яһайыҡ.
  • Беҙгә ниндәй төҫтәге пластилин кәрәк? (Ҡара төҫтәге)
  • Пластилиндан кескәй киҫәк өҙөп алабыҙ, ус эсендә йомарлайбыҙ һәм күскәнтәйҙең ҡанатына йәбештерәбеҙ.

  1. Йомғаҡлау.
  • Бына балалар күскәнтәйҙәргә ярҙам итте, уларҙың ҡанаттарына ҡара таптар яһаны. Күскәнтәйҙәр бик ҡыуана, рәхмәт әйтә. Хәҙер рәхәтләнеп сәскәнән сәскәгә, үләндән үләнгә осоп йөрөрҙәр инде.

D:\божья коровка пластилиновый рисуно\SAM_4481.JPG

http://www.allfons.ru/pic/201208/1024x600/allfons.ru-15558.jpg

http://otvet.imgsmail.ru/download/12693d47efc689013891be267e8745e9_i-81.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Икенсе кескәйҙәр төркөмөнең йәйге һауыҡтырыу осорона арналған тематик- календарь планы

Үҫештең төп йүнәләштәре буйынса мәсәләләре:Танып белеү-телмәр үҫтереү:тәбиғәт мөхитен белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҫтереү;телмәр үҫтереү, өнрәрҙең дөрөҫ әйтелешен нығытыу;ижади-литератур әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһ...

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы “ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”

Балаларҙа якынлашып килеүсе яңы йыл байрамы менән бәйле шатлыҡлы хистәр уятыу...

2-се кескәйҙәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү(экология)өлкәһе буйынса перспектив план

2-се кескәйҙәр төркөмөндә -йүнде танып белеү(эколгия)өлкәһе буйынса перспектив план....

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...