Конспект ООД по башкирскому языку "Йорт хайуандары"
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Галеева Гульнара Раисовна

Йорт хайуандары менән таныштырыу,уларҙы белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү,отоп алыу;телмәр органдарын үҫтереүгә һәм нығытыуға бағышланған артикуляция күнекмәләре;һорауҙарға аңлы рәүештә яуап бирә белергә өйрәтеү;йорт хайуандарын тәрбиәләү,уларға ҡарата шәфҡәтле булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү; балаларҙа иғтибарлыҡ,тырышлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, башҡортса аралашырға теләк уятыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ood_yort_hayuandary.doc68 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

детский сад № 5 «ПИН и ГВИН» городского округа город Агидель

Республики Башкортостан

«Йорт хайуандары»

(организованная  образовательная  деятельность

с детьми подготовительной к школе группы)

Провела: Галеева Г.Р.

г. Агидель  

Тема: «Йорт хайуандары»

Маҡсат:

  • йорт хайуандары менән таныштырыу,уларҙы белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү,отоп алыу;
  • телмәр органдарын үҫтереүгә һәм нығытыуға бағышланған артикуляция күнекмәләре;
  • һорауҙарға аңлы рәүештә яуап бирә белергә өйрәтеү;
  • Йорт хайуандарын тәрбиәләү,уларға ҡарата шәфҡәтле булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү;
  • балаларҙа иғтибарлыҡ,тырышлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, башҡортса аралашырға теләк уятыу.

Йыһаз: йорт хайуандары төшөрөлгән һүрәттәр, уйынсыҡтар [Ә], [Ғ], [Һ], [Ҡ], [Ө], [Ҙ], [Ҫ] өндәренең символдары,  компьютер, йорт хайуандарының тауыштары менән яҙма, экран, проектор, бесән, кипкән япраҡтар менән ағас ботағы, һөйәк, һоло, тары, дөгө, ҡарабойҙай, арыш ярмалары.

Һүҙлек эше: һыйыр, ат, һарыҡ, кәзә, эт, бесәй, сусҡа.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ,балалар,_тип

          Үҙ телемдә өндәшәм.

          Телемдең бар нескәлеген

           Һәр дәрестә өләшәм.

Әйҙәгеҙ, балалар, бер-беребеҙҙе матур итеп сәләмләйек! 

Балалар:

Һаумы, ҡояш,

Һаумы, зәңгәр һауа,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

  • - Йылдың  ниндәй миҙгеле?

Ҡыш.(экранда ҡыш һүрәте)

-Ҡыш айҙарын әйтеп бирегеҙ әле.

Декабрь, ғинуар, февраль.

  • - Ҡыш көнө нимә  яуа?

Ҡар яуа. (экранда һүрәт - ҡар яуа)

-Ҡар ниндәй?

Ҡар аҡ, йомшаҡ, һыуыҡ, ҡырпаҡ.

 Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө? Бөгөн кесаҙна.

2. Артикуляция гимнастикаһы.

-Балалар, әйҙәгеҙ, тел, ирен  һәм тештәргә гимнастика яһап алайыҡ.

  • яңаҡтар өсөн: ирендәрҙе йомоп, сәйнәү хәрәкәттәрен башҡарыу;
  • ирендәр өсөн: «йылмайыу һәм торба»-сиратлап башҡарыла;
  • тел өсөн: «сәғәт», «бәүелсәк», «сынаяҡ», «аттар»;
  • тын алыу юлына күнегеү: «ҡар бөртөгөн осороп ебәреү», танау аша тәрән тын алыу һәм ауыҙ аша һауаны сығарыу.

-Әйҙәгеҙ, башҡорт өндәренең әйтелешен ҡабатлап алайыҡ.

Давайте ребята, повторим произношение башкирских звуков.(экранда өндәрҙең символдары.)

3. Яңы тема өҫтәндә эш. 

Компьютерҙан  йорт хайуандарының тауыштарын тыңлау.

- Һеҙ нимәләрҙең тауыштарын ишеттегеҙ?

Ребята, сейчас чьи голоса услышали?

- Голоса домашних животных.(экранда йорт хайуандарының һүрәте)

- Йорт хайуандары ҡайҙа йәшәйҙәр?

Где живут домашние животные?

- Кем ауылда өләсәй менән олатайҙа ҡунаҡта булды?

Унда һарайҙа ниндәй йорт хайуандарын күрҙегеҙ?

- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән йорт хайуандарын башҡортса әйтергә өйрәнәбеҙ. «Башҡортса өйрәнәйек» электрон китабын файҙаланып, йорт хайуандарының атамаларын, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәнеү. Күмәкләп һәм һәр бала менән һүҙҙәрҙе ҡабатлау.

- Ә хәҙер компьютер ярҙамында һүҙҙәрҙе өйрәнеп алайыҡ.

(һыйыр, ат, һарыҡ, кәзә, сусҡа, эт, бесәй, үгеҙ һүҙҙәре үҙләштерелә)

- Кем беҙҙең иң иғтибарлы икән? Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ!

«Кто у нас самый внимательный?»

Компьпютер ярҙамында йорт хайуандарын дөрөҫ күрһәтергә. Балалар бер-бер артлы компьютер алдына ултырып йорт хайуандарын күрһәтеп бирә.

4. Ял минуты.

Йорт хайуандары булып уйнау:

-Һыйыр әйтә, му-му, быҙауҡайын саҡырып

(ҡулдарҙы мөгөҙ итеп ҡуйыу һәм алға эйелеү)

-Ат йүгереп китә, ҡолонсағын саҡырып

(түңәрәк буйлап йүгереү)

-Этебеҙ өрә һау-һау, көсөгөн һағалап

(сүкәйеп ултырыу һәм тороу)

-Бесәй мыяулай мыяу-мыяу, үҙ балаһын һыйлай.

(парлашып әйләнеү).

5. Телмәр үҫтереү.

-Балалар һеҙгә йорт хайуандары оҡшанымы? 

Кем яратҡан хайуаны тураһында һөйләп күрһәтә?

(бала һүрәт,фото,уйынсыҡты файҙаланып яратҡан хайуаны тураһында һөйләй).

Бала: Минең бесәйем бар. Уның исеме Муська. Муська бәләкәй генә аҡ матур бесәй. Ул уйнарға ярата. Мин бесәйгә һөт эсерәм. (Экранда бесәй һүрәте.)

Бала: 

Бөтәһендә бик тиҙ күрә

Сит кешегә «һау-һау» өрә.

Көнө-төнө өйҙө һаҡлай

Минең тоғро этем Аҡбай.          (Экранда эт һүрәте)

Был эт. Уның исеме Аҡбай. Ул йорт хайуаны. Ул йортто һаҡлай. Эттең күҙе, дүрт аяғы ,ҡойроғо бар. Эт ит, һөйәк ярата.

6. Дидактик уйын «Нимә артыҡ?»

(Ниндәй хайуан артыҡ икәнлеген билдәләү. Экранда хайуандарҙың һүрәте)

Ат, һыйыр, бүре, бесәй.

Кәзә, һарыҡ, айыу, эт. 

7. Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр.

- Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бармаҡтарҙан бесәй яһайыҡ.

                        Сәтәкәйҙе, һуҡ бармаҡты

Өҫкә табан күтәрҙем.

Килеп сыҡты ҡолаҡтар

Үәт! Тылсымлы бармаҡтар.

-Ә хәҙер бесәйҙе яратайыҡ, уны һыйпай-һыйпай шиғыр һөйләйек.

Бесәй, бесәй, бесәй шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай.

8. Дидактик уйын «Хайуандарҙы ашат».

Балаларҙы хайуандар менән таныштырыуҙы дауам итеү.Ҡайһы хайуандың ниндәй аҙыҡ менән туҡланыуын асыҡлау. Балаларҙың аҡыл-зиһенен, иғтибарын, хәтерен, фекерләүен һәм телмәрен үҫтереү.

9. Дәресте йомҡаҡлау.

Шиғыр уҡып күрһәтеү. (Экранда йорт хайуандарының  һүрәттәре)

Я кричу дружку:           «Привет!»

А собачка будет – эт.

Не секрет для всех ребят,

Что лошадка это – ат.

А корова,  например,

Называется – һыйыр.

Часто ходит на родник

Воду пить овца – һарыҡ.

Чьи там хрюканье и визг?

Это же свинья – сусҡа.

Кто мурлыкает, спроси

Это кошечка – бесәй.

-Бөгөн нимәләр белдегеҙ?

-Йорт хайуандары ҡайҙа йәшәйҙәр?

-Ниндәй йорт хайуандарын беләһегеҙ?

-Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

Бик матур итеп яуап бирҙегеҙ, афарин балалар!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект экскурсии в башкирский национальный музей ДОУ на тему: «Культура и быт башкирского народа»

Цель: Ознакомление детей с культурой и бытом башкирского народаЗадачи:- продолжать учить детей рассматривать предметы и видеть в них основные качества.- составлять небольшие описательные рассказ...

Конспект экскурсии в башкирский национальный музей ДОУ на тему: «Культура и быт башкирского народа»

Цель: Ознакомление детей с культурой и бытом башкирского народаЗадачи:- продолжать учить детей рассматривать предметы и видеть в них основные качества.- составлять небольшие описательные рассказ...

конспект ООД "Красота башкирского национального костюма"

Интегрированное занятие по музыкальному воспитанию в старшей группе на тему "Красота башкирского национального костюма"...

Конспект по изучению башкирского языка на тему: "В гостях у бабушки"

Повторить и углубить быт башкирского народа, знания о своей семье, упражнять на тренировку правильного произношения и итонирования. прослушивание стихов и их заучивание....

"Кейеҙ баҫыу йолаһы" конспект занятия по башкирскому фольклору

цель: познакомить детей с народно -прикладным творчеством башкир- войлоковалянием...

Конспект ООД по башкирскому языку "Сәй эсәбеҙ"

ООД по башкирскому языку  "Сәй эсәбеҙ"Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тәрбиәләү, телде өйрәнеүгә теләк, ынтылыш уятыу, яңы һүҙҙәрҙе отоп алыу һәм әйтергә өйрәнеү, телмәр ағзала...

Конспект ООД по башкирскому языку "Йәшелсәләр"

Йәшелсә темаһына яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү, телмәр аппаратын үҫтереү, нығытыу, һ өнөн дөрөҫ әйтергә өйрәнеү, балаларҙың йәшелсә тураһында белемдәрен нығытыу, бирелгән исемгә ...