Конспект открытого НОД в младшей группе на башкирском языке "Ҡышҡы урманда"
план-конспект занятия (младшая группа)

Яндавлетова Мазуна Ташбулатовна

Расширение представлений детей  младшей группы о жизни животных в зимний период.

Скачать:


Предварительный просмотр:

"Ҡышҡы урманда"

Кескәйҙәр төркөмө. Тирә-яҡты танып белеү ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге .

Максат:

-Балаларҙың ҡыш тураһында,ҡыш көнө ҡыр хайуандарының йәшәйеше, үҙенсәлектәре  тураһында белемдәрен арттырыу;

- Тәрбиәсене тыңларға ,ишетергә, йомаҡтар ярҙамында һүҙ байлығын арттырырға өйрәтеүҙе дауам итеу;

-Тәбиғәткә, йәнлектәргә ҡарата яҡшы ҡараш, һөйөү, ярҙам итеү тойғоһо тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу:  Музыка,ҡуян, төлкө йомшаҡ уйынсыҡтар, тубырсыҡтар,түмһәк, таҡтала бүре һүрәтенең өлөштәре, магниттар,тау өйөмө, шыршы ағастары

"Ҡышҡы урманда"

-Һаумыһығыҙ балалар!

- Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар менән дә һаулыҡ һорашып алайыҡ.

-Мин урман хужабикәһе булам .

- Балалар, йомаҡ ҡоям, сисегеҙ әле.

       Һәр ер ҡарланған ,

       Һыуҙар боҙланған,

       Уйнай ел- буран,

       Был ҡай саҡ булған.

- Ҡыш.

- Эйе,тышта ҡыш миҙгеле.

- Көн бөгөн ниндәй? Һыуыҡ.

- Ҡояш нисек йылыта?

- Әҙ йылыта.

- Һеҙ, балалар баҡсаһына килгәндә  өшөмәнегеҙме?

- Юҡ.

-Һеҙ һыуыҡтан ҡурҡмағас ,миңә  ярҙам итә алаһығыҙ инде. Урманда көслө буран  сығып,көндәр һыуытып ебәргәс, бөтә йәнлектәрем дә әллә ҡайҙа ҡасып, йәшенеп бөткәндәр. Дуҫтарымды табырға ярҙам итәһегеҙме?

-Эйе.

- Һай, рәхмәт, ниндәй уңған, аҡыллы балаларға килгәнмен икән.Дуҫтарымды табыр өсөн беҙгә урманға барырға кәрәк.

- Минең  кәрзинемдә тылсымлы ҡар бөртөктәре бар.

- Кем ҡар бөртөктәрен ҡулына ала ,ул тиҙ генә ҡар бөртөгө һымаҡ осоп, теләгән еренә барып та етә.

Музыка "Ҡар бөртөгө"

- Ҡарағыҙ,  беҙ ҡышҡы урманға осоп килеп тә еттек. Ҡар бөртөктәре осоп та киттеләр.

-Ниндәй матур,саф һауа урманда! Килегез яҡыныраҡ, урман һауаһын һулап алайыҡ әле.

 ( Тын алыу гимнастикаһы )

  Тын алдык танау менән           Сығарҙыҡ ауыҙ менән.

- Балалар ,был ағастарҙы һеҙ беләһегеҙме? Ниндәй ағастар?

-Шыршы.

- Шыршы ниндәй төҫтә?

-Йәшел.

- Шыршының япраҡтары ниндәй?Тотоп ҡарағыҙ әле.

-Энәле.

-Эйе. Балалар, ишетәһегеҙме,шыршы аҫтында бер нимәлер ҡыштырлай.

- Был нимә ул?

-Ҡуян. Эйе,ҡуян йәшенеп ултырған икән.

-Ҡуяндың ҡолаҡтары ниндәй? -Озон.Йә,күрһәтегеҙ әле,нисек ҡуяндың ҡолаҡтары.Эйе.

-Ә ҡойроғо ниндәй? -Ҡыҫҡа ғына.Күрһәтегеҙ . -Ҡуяндың  туны ниндәй төҫтә, балалар? Аҡ.

- Ҡуян нимә эшләргә ярата?

- Һикерергә.

-Һай, уңғандар,бөтәһен дә беләләр бит әле үҙҙәре.

-Ҡуян һыуыҡта өшөгән, дер ҡалтырай. Әйҙәгеҙ, ҡуян менән һикереп  алайыктар.

( Ял минуты.)

   Балалар, ҡуян  һаман дерелдәй,бәлки ул ҡурҡалыр берәүҙән?Нимәнән ҡурҡа ҡуян?

- Төлкөнән,бүренән...

-Шулай микән ,ҡарағыҙ әле шыршы төбөн.

- Бына ул-төлкө .Көтөп кенә ултырған, ҡуянды тоторға.

- Төлкөнөң  туны ниндәй балалар? Йә хыйпап ҡарағыҙ.

  -Йомшак.

- Эйе,шуға улар ҡыш көнө өшөмәйҙәр.

-Төлкөнөң ҡойроғо  ҡуяндыкы һымаҡмы?

-Юҡ.

-Афарин! Ҡуяндыкы ҡыҫҡа, төлкөнөң ҡойроғо оҙон.Дөрөҫ .

-  Балалар,төлкө һәм ҡуян менән уйнағығыҙ киләме?

( Уйын " Баҫтырыш ")

Түңәрәккә тороғоҙ, бер яҡ оста ҡуян, икенсе яҡ оста төлкө тора. Ҡуян төлкөнән ҡаса. Ә беҙ ярҙам итәбеҙ.

Бер-беребеҙгә,  ҡулдан-ҡулга ,түңәрәк буйлап ҡуянды, уның артынан төлкөнө ебарабез.

-Ҡуян бик етеҙ булып сыҡты, төлкө уны ҡыуып урманга табан йүгерҙе.

 - Балалар,  ҡар өҫтөндә ниндәйҙер эҙҙәр бар. Нимә йөрөгән икән, әйзә артынан төшәйек. Бында бер өң бар. Балалар,йәнлектәр бөтәһе лә өң эсендә йәшәй икән.

Йә,ҡабатлап әйтегеҙ әле. -Өң.

(  Дидактик уйын"Ниндәй йәнлек")

- Был йәнлектең исемен,ошо һүрәт өлөштәрен йыйһаҡ белербеҙ, бәлки.

- Әйҙәгеҙ.

- Был нимә? Башы.

- Был нимә?Алғы аяҡтары.

- Был? Артҡы аяҡтары һәм ҡойроғо.

- Ниндәй йәнлек кем әйтә?-

-Бүре.

- Буре эткә лә оҡшаған эйе бит. Ул да ҡуян ды тотам тип көтөп торғандыр инде,ярай ҡуян ҡасып өлгөрҙө.

 

  (Хырылдап йоҡлаған тауыш ишетелә. )

Балалар, ишетәһегеҙме,ҡыш көнө нимә йоклай икән урманда ?

-Айыу.

-Эйе.Аҡыллы.

-Әйҙә, айыуҙың өңөн эҙләп табайыҡ әле. Балалар,урманда ошондай ҡар өйөмөнән тау күрһәгеҙ, тимәк был айыуҙың өнө була. Өҫтөнә менергә яраймы? Тауҙан шыуырға яраймы? Эргәһендә ҡысҡырып һөйләшергә яраймы?

- Юҡ, әлбиттә.

- Әйҙәгеҙ, айыу тураһында шиғыр һөйләп  ял итеп алайыҡ .

( Ял минуты)

   Тау башында ҡар,ҡар,

   Тау аҫтында ҡар,ҡар,

   Шыршы аҫтында ла ҡар,

   Унда бер айыу ҙа бар.

   Ҡурҡытмағыҙ,йоҡлаһын,

    Тауышығыҙ сыҡмаһын.

-Тссс...

- Әйҙәгеҙ, китәйек айыу эргәһенән.

- Балалар,ҡарағыҙ әле ерҙә нимәләр ята?

- Тубырсыҡтар.

- Тубырсыҡ ҡайҙан килеп төшкән икән, нимә ашарға ярата тубырсыкты ?

- Эйе,тейен,ул ағас башында өңөндә йәшәй.

Уның ҡышҡа тип әҙерләгән аҙыҡтарын, буран осороп төшөрөп бөткән. Тубырсыҡтар ҡарҙа ятып туңып та баралар икән. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙға алып йылытып бирәйек тейенгә .

  ( Бармаҡтар өсөн күнегеү. " Тубырсыҡты йылыт")

 Бер ҡулыбыҙға тубырсыкты алып икенсе ҡулыбыҙ менән ҡаплап, туп әүәләгән һымаҡ түңәрәтеп хәрәкәт эшләйек, һәм йылы тыныбыззы өрөп йылытайык.

 Тубырсыҡтар йылынды, беҙҙең ҡулыбыҙ ҙа йылынды, йыйып, түмһәк өҫтөнә өйөп һалайыҡ. Тейен күреп ҡыуаныр,рәхмәт әйтер һеҙгә.

 - Һай уңғандар, арып та киттегеҙ инде, килегеҙ,ултырып ял итеп алығыҙ.

- Һәр бер йәнлектең һеҙҙең һымаҡ өйҙәре бар.Ул өң тип атала.

- Өң. Йә,ҡабатлап әйтегеҙ әле.

- Бына, экранға ҡарап ниндәй йәнлек ҡайҙа йәшәй  икәнен әйтегеҙ әле миңә.

1 - се слайд . Тейен

- Ағас башында ,бейектә, тубырсыҡ,бәшмәк яратҡан бәләкәй генә йәнлек йәшәй. Кем исемен әйтә?

- Тейен .Дөрөҫмө, балалар?

2- се слайд.Ҡуян

- Ә был йәнлектең өңө ҡыуаҡ төбөндә . Үҙе ҡурҡаҡ ҡына, үҙе аҡ ҡына. Был йәнлекте кем белә?

-Ҡуян.

3- сө слайд.Төлкө .

Матур ,оҙон көлтә ҡойроҡло ,йомшаҡ ҡына тунлы был йәнлек  тә ағас төбөндә - өңөндә йәшәй.

-Ул -... төлкө .Эйе,дөрөҫ .

4-се слайд.Айыу.

- Был йәнлектең өңө ҙур ағас төбөндә.  Тайыш табан  ҡыш көнө йоҡларға бик  ярата икән. Ниндәй  йәнлек, кем исемен дөрөҫ әйтә?

- Айыу.

- Афарин!

- Был йыртҡыс йәнлек ағас тамырҙары төбөндә өң яһап йәшәй .Узе эткә лә оҡшаған, унан ҡуян бик ҡурҡа икән. Кем таныны был йәнлекте?

- Буре. Дөрөҫ ,аҡыллы.

-Эйе,был йәнлектәр бөтәһе лә урман эсендә йәшәйҙәр, шуға ла улар ҡырағай  йәнлектәр тип аталалар.

- Һай,  уңғандар!

- Бына рәхмәт, һеҙгә, кескәй дуҫтарым.

Бөтә йәнлектәрем дә бурандан,һыуыҡтан ҡасып өңдәренә йәшенеп бөткәндәр икән.

Йомғаҡлау.

- Балалар, әйҙәгеҙ иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек әле.

( Мнемотаблица менән эш итеү)

- Тышта ниндәй миҙгел?

- Беҙ ҡайҙа килдек?

- Нимәләр күрҙек? Ҡайҙан белдегеҙ ҡуян икәнен? Ҡолаҡтары оҙон.

- Был нимә? Тейен.

- Был йәнлектең исеме.

Эйе,дөрөҫ әйттегеҙ, Афарин.

 -Ҡуян ҡайҙа йәшәй? Кил сығып куй.

- Тейен ҡайҙа йәшәй?

- Айыу ҡайҙа йәшәй?

Был йәнлектәр бөтәһе лә ҡайҙа йәшәйҙәр? Өң эсендә.Урманда.

 - Һеҙ ҙә өшөгәнһегеҙҙер, балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт та етте.  Күҙҙәрегеҙҙе ныҡ итеп йомогоз ҙа, асығыҙ әле. Бына беҙ балалар баҡсаһында.

- Балалар ,ҡарағыҙ,йылыға ингәс, минең кәрзинемдәге ҡар бөртөктәре тәмлекәстәргә әйләнгәндәр, тәрбиәсе апайығыҙ менән бергәләп йылы сәй эсеп алырһығыҙ.

Миңә хушлашырға ваҡыт та етте. Рәхмәт, һеҙгә һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий новогоднего утренника в старшей группе на башкирском языке.

Разработка новогоднего утренника на башкирском языке.В сценарии стихи, песни на башкирском и русском языках  для новогоднего утренника для детей старшей и подготовительной группы....

сценарий новогоднего праздника в 1 младшей группе на башкирском языке

Беренсе кескәйҙәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамы сценарийыТема: «Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙы эҙләй»...

Интегрированное занятие в средней группе, на башкирском языке.

Интегрированное занятие в средней группе "Башкирская шаль"....

ООД по ознакомлению с окружающим миром в первой младшей группе,на башкирском языке.Тема: "Сәскәләр яланына сәйәхәт"

Разработка открытого обобщающего занятия по ознакомлению с окружающим  миром в первой младшей группе по теме "Путешествие в мир цветов"Занятие разработано мной на башкирском языке....

Конспект ООД по познавательному развитию в старшей группе на башкирском языке на тему: "Путешествие с капелькой".

Конспект ООД на башкирском языке в старшей группе о круговороте воды в природе....

Конспект занятия в младшей группе на коми языке «Кысук» (Кошечка)

Конспект занятия на коми языке, целью которой является продолжение знакомства с домашними животными...