Сценарий новогоднего утренника в старшей группе на башкирском языке.
план-конспект занятия (старшая, подготовительная группа) на тему
Разработка новогоднего утренника на башкирском языке.В сценарии стихи, песни на башкирском и русском языках для новогоднего утренника для детей старшей и подготовительной группы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_yyl_irtlege.olkndr_torkomo.doc | 61.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Яңы йыл иртәлеге
Көй аҫтында балалар залға инәләр һәм ултыралар.
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, саҡырылған ҡунаҡтар. Һеҙҙе етеп килгән 2018 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һаулыҡтар, мул тормош, эшегеҙҙә еңелектәр һәм беҙҙең кескәй балаларыбыҙҙың иҫән-һау үҫеп етеүҙәрен теләйбеҙ.
Тәрбиәсе: Что за гостья к нам пришла,
Запах хвои принесла
А на ней огни,гирлянды.
До чего ж она нарядна!
Вместе с нею к нам идет
Зимний праздник-
Бөтәһе бергә: Новый год!
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ ,балалар, байрамды башлар алдынан ,Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ!
Бөтәһе бергә: Ҡарһылыу!!!(көй аҫтында Ҡарһылыу инә)
Ҡарһылыу: Ҡайһылай күп икәнһегеҙ, шаян ҡыҙҙар, малайҙар! Һаумыһығыҙ кескәйҙәр!!!
Бөтәһе бергә: Һаумы, һаумы ,Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу: Шыршығыҙ ниндәй ҡупшы, уттары янып тора, бергәләшеп йыр йырлап алайыҡмы?
Йәгеҙ әле тиҙ генә түңәрәккә баҫайыҡ, шыршыға йыр бағышлайыҡ.
“Шыршы ҡупшы кейенгән” йырын йырлау .
Шыршы ҡупшы кейенгән
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән
Әйләнәбеҙ тирәләп
Йырлашабыҙ бергәләп.
Иң башына тоҡ аҫып
Ҡыш бабай килеп инде
Яңы йыл менән ҡотлап
Беҙгә бүләктәр бирҙе.
Тәрбиәсе: Байрамды шул тиклем һағынып көттөк, шиғырҙар әҙерләнек, һөйләп китәйек әле...
Амалия: Шыршы йәшел, энәле
Шуны белдем мин әле.
Ышанмаһаң, кил әле,
Үҙең тотоп ҡарале!
Кирилл: Их,беҙҙең шыршы,
Ул ниндәй ҡупшы!
Янында күмәк
Уйнауы яҡшы.
Алина: Йәшел энәләр бәҫләнгән,
Ай нурына күмелгән.
Яңы йыл байрамы килә
Шатлыҡ таша күңелдән.
Эвелина: Өй түрендә күркәм ҡунаҡ-
Йәшел кейемдән.
Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы
Яңы йыл менән.
Эльмир: Беренсе булып урмандан
Килде байрамға шыршы.
Уйынсыҡтар ҙа эленгәс
Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.
Ҡарһылыу ҡулъяулыҡтар таратып бирә. “Парыңды тап ”уйын-бейеү башҡарыла.
Тәрбиәсе: Балалар, тағын шиғырҙар һөйләп китәйек әле.
Алһыу: Ынйы, ынйы ҡарҙар яуа
Шундай матур көн бөгөн!
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.
Карина: Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
“Яңы йыл менән!”
Розалия: Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Бөтә ил менән.
Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ
Яңы йыл менән!
Артем: Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар
Йылтырайҙар шыршыла.
Их,күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау.
“Елочке не холодно зимой” йыры башҡарыла.
Ҡарһылыу. Байрамды дауам итер өсөн Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.
-Ҡыш бабай,Ҡыш бабай, килсе ,килсе ,Ҡыш бабай!!!
(Ишек артында: - Ау! Киләм, киләм-тигән тауыш бирә һәм килеп инә)
Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, кескәй дуҫтарым!
Балалар. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Ҡунаҡтар. Һаумыһығыҙ!
Ҡыш бабай. Һаумы, Ҡарһылыу ейәнсәрем!
Ҡарһылыу. Һаумы, Ҡыш бабай олатай!
Ҡыш бабай. Һеҙҙең барығыҙҙы ла яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙгә һаулыҡ, ғаиләгегеҙҙә ҡыуаныс –шатлыҡтарҙың тулып тороуын , илебеҙ тыныс, атыр таңыбыҙ аяҙ булыуын теләйем! Хуш килһен Яңы йыл!
Яңы йылға бик яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ!!!Шыршығыҙ ҙа бик матур...
Ҡарһылыу. Шыршыбыҙ матур ҙа, тик уттары янмай, ҡабыҙа алманыҡ, ахры сихри көскә эйә.
Ҡыш бабай. Хәҙер мин уның уттарын балалар менән бергә яндырам. Бер, ике, өс, шыршының уттары ян!
(Шыршының уттары яна, ҡул сабалар)
Ҡыш бабай. Әйҙәгеҙ дәртлерәк, баҫығыҙ шыршы тирәләй, йырлайыҡ йырҙар, күтәрәйек күңелдәрҙе.
“Аҡбуҙҙата елдереп” йыры башҡарыла.
Тек-тек итеп сәғәт һуға,
Яңы йыл килә икән.
Беҙгә бүләк өләшергә
Ҡыш бабай елә икән.
Ҡыш бабай килә икән,
Ҡар һылыу көлә икән.
Беҙгә бүләк өләшергә
Ҡыш бабай елә икән.
Аҡ бурандар саба ғына,
Юлдарында ҡар икән.
Ҡыш бабайҙың, Ҡарһылыуҙың
Аҡбуҙаты бар икән.
Ҡыш бабай килә икән,
Ҡар һылыу көлә икән.
Беҙҙең һағынып көткәнде
Улар ҙа белә икән.
Ҡыш бабай. ( китергә уйлай) Афарин, балалар, бик матур йырлайһығыҙ икән! Ҡыуандырҙығыҙ бабайҙы, тик миңә китергә ваҡыт бит әле..мине бүтән ерҙә лә көтәләр.
Тәрбиәсе. Ҡыш бабай, беҙ һине сығармайбыҙ.
Ҡыш бабай. Нисек?!
Тәрбиәсе. Ә бына шулай, тиҙ генә етәкләшәбеҙ һәм һине сығармайбыҙ.
Ҡыш бабай. Ә мин һеҙҙе отам, бер хәйлә ҡорҙом әле, йәгеҙ әле ҡабатлағыҙ минең арттан...(көй аҫтында Ҡыш бабай бейеү хәрәкәттәре яһай (ҡул саба, аяҡ осона баҫа, пружинка, тыпырлай) , ә балалар ҡабатлай, көй туҡтау менән Ҡыш бабай түңәрәктән сығырға уйлай, тик балалар сығармайҙар.
Ҡыш бабай. Байрамығыҙ бик йәмле, һеҙҙең дә күңелегеҙҙе күреп китәйем...
Тәрбиәсе.Эй шуҡ отҡор бабай, ултырып һин ял ит, балалар шиғыр әҙерләгәндәр, шиғыр тыңлап ал.
Элина: Аҡ тунлы, ап-аҡ һаҡаллы
Ҡыш бабай килде ергә.
Өр-яңы йылды эйәрткән
Ул үҙе менән бергә.
Ислам: Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш Бабай ҙа ярата.
“Ҡотло булһын Яңы йыл!”- тип,
Беҙгә бүләк тарата.
Самира: Һаумы, һаумы, Ҡыш Бабай,
Матур бабай, шат бабай.
Аҡ һаҡаллы аҡ бабай,
Әйҙә түргә үт, бабай.
Камилла: Ҡыш Бабай менән бергә
Ҡарһылыу килде беҙгә.
Бүләктәре бер ҡапсыҡ:
Һиңә, миңә уйынсыҡ.
Ҡыш бабай. Афарин ҡыҙҙар- малайҙар, бик матур шиғырҙарығыҙ, миңә оҡшаны.
Ой ултырып киттем оҙаҡ, тәнемде яҙып алайым әле.
Тәрбиәсе.Бейе, бейе, Ҡыш бабай, тик беҙҙең балаларыбыҙҙы ла саҡыр һин бейергә!
“Саҡырыу” бейеүе башҡарыла.Арып Ҡыш бабай ултыра.
Тәрбиәсе. Әйҙә, Ҡыш бабай, ултыр һин тын ал, балар һиңә әҙерләгән шиғырҙарын һөйләп бөтмәне.
Алмаз: Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы!
Бына килде ул беҙгә.
Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды
Беҙ уның менән бергә!
Радмир: Ҡыш Бабай шундай йомарт
Ул балаларҙы ярата.
Тоҡсайына тултырып
Күстәнәсен тарата.
Арсений: Һағынып көткән
Ҡыш Бабай килгән.
Беҙҙең көткәнде
Ул ҡайҙан белгән?
Арсэн: Ҡар бурандарын уйнатып
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш Бабай елә.
Аделина: Һағындырып, бик көттөрөп
Килеп етте Яңы йыл.
Тормошҡа ла, күңелгә лә
Һалыр өсөн өр-яңы юл.
Тәрбиәсе. Ҡыш бабай, беҙ һинең тылсымсы икәнеңде беләбеҙ, бәлки берәй тылсым күрһәтерһең...Балалар һеҙ бит тылсым күрәһегеҙ киләме?
Балалар. Эйе.
Ҡыш бабай. Күрәһегеҙ килһә, булыр һеҙгә, тик, тылсымлы таяғымды килтерегеҙ! (Өс тапҡыр ҡаға, көй башланып китә, Көлмәҫбикә килеп инә, ҡысҡырып илай).
Ҡыш бабай. Ай-яй-яй! Көлмәҫбикә килмешмәй бит...
Көлмәҫбикә.Нимәәә?!
Ҡыш бабай. Күҙ һал тирә-яғыңа, бында бөтәһе лә көлә, шатлана, бейеп-йырлап күңел асалар.
Көлмәҫбикә. Олатай, мин ҡайҙа килеп сыҡтым ул?!Ә ағас ниндәй хәтәр(тейеп ҡарай).Ой! Сәнсәәәә! Бөтә ҡулымды сәнсеп бөттө (ҡысҡырып иларға тотона).
Ҡыш бабай. Был бит шыршы,ҡыҙым! Бөгөн беҙҙә байрам- Яңы йыл иртәлеге!
Көлмәҫбикә. Нимә була ул Яңы йыл? Ә?!
Ҡыш бабай. Белмәһәң хәҙер һиңә йыр аша аңлатырҙар, йәгеҙ әле ҡыҙҙар-малайҙар...
“Зимушка- зима” йырын башҡаралар.
Көлмәҫбикә тағы иларға тотона.
Ҡыш бабай. Эй, малайҙар, сығығыҙ, Көлмәҫбикәне көлдөрөгөҙ!
Петрушка бейеүе (бейеп бөткәс ултыралар иҙәнгә).
Көлмәҫбикә. Бигерәк шәп бейенеләр, мин бер малайҙы үҙемә алайым әле, кәйефемде күтәреп торор.
Ҡыш бабай. Ал, әгәр ҙә уларҙы ҡыуып етһәң.
Көлмәҫбикә. Бәй, ниңә уларҙы баҫтырырға, улар бит йәбештерелгән кеүек ултыралар (күтәреп, урындарынан ҡуҙғатып ҡарай).
Ҡыш бабай. Йәгеҙ, малайҙар, йоҡлап ултырмағыҙ, тиҙерәк һеҙ ҡасығыҙ!(таяғы менән туҡылдата)
Малайҙар ултырғыстарына ҡасалар, Көлмәҫбикә, уларҙы тоторға тип баҫтыра, ләкин тота алмай.
Ҡыш бабай. Шунан тоттоңмы инде?
Көлмәҫбикә. Юҡ, Ҡыш бабай, улар бигерәк шәп йүгерәләр...Арыным, хәлем дә бөттө, янып барам, эҫе миңә, эҫе.
Тәрбиәсе.Ҡар бөртөктәре, осоғоҙ һеҙ, һыуытығыҙ Көлмәҫбикәне.
Ҡыҙҙар “Ҡар бөртөктәре” бейеүен бейейҙәр. Урындарына ултырышалар.
Ҡыш бабай. Яҡшымы һиңә, Көлмәҫбикә?
Көлмәҫбикә. Һыуыҡ, ныҡ һыуыҡ. Апчхи! Өшөттөң һин мине.
Ҡыш бабай. Һиңә ярап булмаҫ, һыуыҡ та, эҫе лә оҡшамаҫ. Өшөһәң, бар бейе. Һин илауҙан башҡа бер нимә лә белмәйһең, бар бейеп ал, кәйефеңде лә күтәрерһең.
Күмәк бейеү башҡарыла.
Көлмәҫбикә. Бейеүегеҙ бик матур, мин улай белмәйем...
Ҡыш бабай. Һинең менән нимә эшләйбеҙ. Кем ярҙам итер беҙгә.
Ҡарһылыу. Мин беләм нисек ярҙам итергә.
Ҡыш бабай. Ҡай ҙа кил әле, күрһәт әле нимә ул?
Һөйләшә торған сәскә бирә Ҡарһылыу Көлмәҫбикәгә.
Көлмәҫбикә. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт, бик оҫта бейенеләр, күңелемде күтәрҙеләр.
Ҡыш бабай һин бер нимә онотманыңмы?
Ҡыш бабай. Эйе, ысынлап та онотоп торам, баларға бит мин бүләк алып килгән инем,өләшеп бирәйемсе...
Тәрбиәсе. Рәхмәт, Ҡыш бабай! Рәхмәт, Ҡарһылыу! Оҙатайыҡ беҙ һеҙҙе. Киләһе йылдарҙа осрашҡансы (Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығып китәләр).
Балалар күстәнестәр менән парлашып көй аҫтында сығалар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий новогоднего утренника для старшей группы "Новогодние приключения"
Сценарий новогоднего утренника для старшей группы "Новогодние приключения"...
Сценарий новогоднего утренника в старшей группе «Новогодняя сказка»
Сценарий новогоднего утренника в старшей группе «Новогодняя сказка»...
Сценарий новогоднего утренника для старшей группы "Дед Мороз приглашает на новогоднее шоу!"
Утренник понравился не только детям, но и родителям!...
Сценарий новогоднего утренника в старшей группе "Новогодний теремок"
Сценарий разработан для особенных детей (с нарушениями речи и задержкой психического развития)....
Сценарий новогоднего утренника в старшей группе «Дюймовочка» «Новогоднее сказочное путешествие»
Дети забегают в зал друг за другом, встают полукругом. Ребенок. Как красиво в нашем зале,Мы друзей своих созвали,Веселится наш народ. Мы встречаем Новый год.Ребенок.Всех на свете...
Сценарий осеннего утренника в средней группе на башкирском языке "Балалар нисек итеп Көҙһылыуҙы эҙләгәндәр"?
Сценарий осеннего утренника в средней группе на башкирском языке...
Сценарий новогоднего утренника для старшей группы на черкесском языке
Сценарий предназначен для детей старшей группы ДОУ. цель: Пиобщить детей к культуре адыгского народа спомощью регионального компонента....