Интегрированное занятие в средней группе, на башкирском языке.
план-конспект занятия (средняя группа)

Салишева Зульфира Нурулловна

Интегрированное занятие в средней группе "Башкирская шаль".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tema2.docx17.72 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: «Башҡорт шәле».

Төп белем биреү өлкәһе: художестволы-эстетик үҫеш

Интеграция өлкәләре: танып белеү, социаль – коммуникатив үҫеш,музыка.

Маҡсат: Башҡорт  ҡатын-ҡыҙҙарының  кәсептәренең бер төрө- шәл бәйләү, тураһында  төшөнсә биреү һәм милли башҡорт орнаментының төрҙәре менән таныштырыу.

Белем биреү бурыстары:

-Балаларҙы башҡорттарҙың төрлө биҙәү-ғәмәли сәнғәте менән таныштырыу, системаға һалыу.

-Башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеме элементының әйтелеше өҫтөндә эшләү.

-Тампон менән һүрәтләү техникаһы күнекмәләрен ҡабатлау.

-Башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, шәл биҙәү .

-Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйбергә йыйнаҡ һәм һаҡлыҡ менән эш итергә өйрәтеү.

-башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Үҫеш бурыстары:

           -Өлгө буйынса эшләү оҫталығын уңышҡа ирештереү.

           -Хислелек,күҙәтеүсәнлек,форма тойғоһон,киңлекте уҫештереү.

           -Белем даирәһен үҫештереү.

Тәрбиәүи бурыстар:

           -Эштә үҙ аллылыҡты булышлыҡ итеү.

          -Башҡорт халҡының кәсептәренә ,оҫталарына һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.

          -Аралашыу сифатын,изгелек мөнәсәбәтен,ярҙамсыллыҡ  тәрбиәләү.

          -Матурлыҡ хисе тәрбиәләү.

Һүҙлек эш: мамыҡ  шәл,тирмә,

Эш алымдары: Әңгәмә, уйын «Тирмә»,бармаҡ уйыны “Ғаилә”.”Шәл бәйләнем” бейеү,”Башҡорт шәле”,”Башҡорт орнаменты” фото күрһәтеү, менән биҙәлгән милли башҡорт кейемдәрен  күрһәтеүпрактик эш.

Йыһазландырыу:

 Башҡорт халыҡ йыры “Шәл бәйләнем” аудиояҙмаһы, һандыҡ,башҡорт халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кейеме, мамыҡ шәлдәр, биҙәкле яулыҡтар,шәл, башҡорт орнаменты тураһында видео таҫма,һүрәтләү өсөн буяуҙар, паролондан эшләнгән ромб формаһында тампон, шаҡмаҡ ҡағыҙ.

                              

Эшмәкәрлек барышы

1-се бүлек.

Балалар башҡорт көйө аҫтында залға инәләр.

Хужабикә: - Һаумыһығыҙ балалар, әйҙә түрҙән уҙығыҙ, уңайлыраҡ урынлашығыҙ. Бөгөн мин һеҙгә серле һандығым менән таныштырырға булдым. Әйҙәгеҙ әле бисмилланы әйтеп  асып ебәрәйек.

(ике төрлө күкрәксә сығара)

Был башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының биҙәүесе - күкрәксә. Тәңкәләр менән яһалған, тотоп ҡарағыҙ әле ауыр ғына ул, ә быныһы башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән әлбиттә күпкә еңелерәк.Иғтибар итегеҙ әле мин дә өҫтөмә башкорт халҡының милли кейемен кейгәнмен. Был елән тип атала, күлдәктең өҫтөнән кейәләр,  бигерәк матур  бал итәкле кулмәк тә кейгәнмен. Ҡатын ҡыҙҙарға яулыҡһыҙ йөрөу килешмәгән, мин дә башыма тәңкәләр менән биҙәлгән яулыҡ ябындым әле. Тағы ла ҡарайыҡ әле нимә бар икән серле һандығымда.

(беләҙек сығара)

Был башҡорт хатындарының биҙәүесе- беләҙек, ҡулға кейәләр, Лилиә кейеп ҡара әле, матурмы

Тағы ла ҡарайыҡ һандыҡты..(мамыҡ шәл сығара)

Балалар, был мамыҡ шәл. Ҡатын ҡыҙҙар элек- электән ҡул эшенә оҫта булғандар: ошондай балаҫтар һуҡҡандар, сигеү сиккәндәр,  мамыҡ шәлдәр бәйләгәндәр.Беҙҙең ауылыбыҙҙың шәл оҫтаһы Гөлсимә апай үҙенең шәлдәре менән районда, республикала уҙғарылған күргәҙмәләрҙә дан алған.

Тәрбиәсе:- Балалар, әйҙәгеҙ әле, телевизорҙан ул конкурстарҙан фотоһүрәттәр ҡарап үтәйек.( “Башҡорт шәле” презентацияһы  ҡарау).

-Әмилә ҡыҙыма ябындырып ҡарайыҡ әле, ә быныһы аҡ кәзәнең мамығынан бәйләнгән  мамыҡ шәл Йәсминәгә ябайыҡ, шунан ҡыҙҙар ни әйтерһегеҙ (йылы, йомшаҡ,..) Башҡорт ҡатын ҡыҙҙары ошо мамыҡ шәлгә арнап  “Шәл бәйләнем”  йырын сығарғандар. Беҙ һеҙҙең менән был йырҙың көйөнә яулыҡтар менән бейегән инек, әйҙәгеҙ әле бейешеп алайыҡ.

Шәлдәр менән бейеү.

-Балалар, әсәйҙәр байрамы яҡынлашып килә, мин шул байрамға бүләккә яулыҡтар биҙәргә уйлаған инем, берҙә генә өлгөрөшөп булмай, бәлки ярҙам итерһегеҙ.

    2-се бүлек. Ял минуты. Бармаҡ уйыны “Ғаилә”

Был бармаҡ –олатай,

Был бармаҡ –оләсәй,

Был бармаҡ – атайым,

Был бармаҡ-әсәйем,

Был бармаҡ – бәләкәй,

Был бармаҡ –мин.

Был минең ғаиләм.

2-се бүлек.

Тәрбиәсе:-Балалар!  Хәҙер өҫтәл артына ултырғыстарға ултырайыҡ.  Беҙ бөгөн Айгөл апайға 8 март байрамына бүләккә шәлдәр биҙәйбеҙ.Ҡарағыҙ әле, өҫтәлдәрҙә шаҡмаҡ ҡағыҙҙар ята, тампондар ята.Беҙ ,шул тампондар ярҙамында, шәл ситенә ромб формаһындағы биҙәктәр төшөрәбеҙ.

Башҡорт орнаментында үҫентеләр, хайуандар, геометрик фигуралар бар.

“Башҡорт орнаменты” презентацияһын  ҡарау. Төҫтәргә ихтибар итеү. 

Ял минуты. Бармаҡ уйыны “Ғаилә”

Был бармаҡ –олатай,

Был бармаҡ –оләсәй,

Был бармаҡ – атайым,

Был бармаҡ-әсәйем,

Был бармаҡ – бәләкәй,

Был бармаҡ –мин.

Был минең ғаиләм.

  •   Өлгөгә ҡарап, матур ғына,таҙа ғына эшләргә тырышығыҙ. Эш барышы.

     Йомғаҡлау.Әҙер һүрәттәрҙе ҡарау.

Уйын “Тирмә”.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План-конспект занятия (аппликация, лепка, средняя группа) по теме: Интегрированное занятие в средней группе Образовательная область «Художественное творчество» Аппликация «Летящие самолёты» (коллективная композиция)

Интегрированное занятие в средней группеОбразовательная область «Художественное творчество»Аппликация «Летящие самолёты» (коллективная композиция)Воспитатель:Колыхалова Елена СергеевнаПрограммно...

"Янгыр ява - тып та тып" конспект занятия в средней группе на татарском языке.

Конспект музыкального занятия с целью повторения для средней группы на татарском языке....

Конспект интегрированного занятия для средней группы детского сада «Путешествие по русским народным сказкам» (занятие с элементами математики и устного народного творчества)

Конспект интегрированного занятия для средней группы детского сада «Путешествие по русским народным сказкам» (занятие с элементами математики и устного народного творчества)...

Конспект интегрированного занятия в ясельной группе Убранство башкирского дома

Цель: продолжать знакомить детей с убранством башкирского дома – интерьером (юрты – тирма , сундуки с имуществом; пастель – одеяла, подушки, нарядная одежда, домашняя ...

Конспект занятия в средней группе по тувинскому языку "Кежээ ыт"

Темазы: Б.Монгуштун «Кежээ ыт» деп чечен чугаазын номчуп бээри...

Конспект занятия в средней группе "День русского языка"

Конспект занятия в средней группе "День русского языка"...