Конспект ООД по познавательному развитию в старшей группе на башкирском языке на тему: "Путешествие с капелькой".
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Конспект ООД на башкирском языке в старшей группе о круговороте воды в природе.
Скачать:
Предварительный просмотр:
Өлкәндәр төркөмө балалары өсөн тирә-йүн менән таныштырыу буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Тема: Тамсы менән сәйәхәт
Маҡсат: балаларзың телмәрен яңы һүҙҙәр менән байытыу, тәбиғәттә һыу әйләнеше менән таныштырыу, “һ” өнөн нығытыу, һыуға, һыу ятҡылыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: тәжрибә, шыйыҡса,күләүек, диңгеҙ, лаборант.
Йыһазландырыу: тамсы һүрәте, һыу ятҡылығы, транспорт төрҙәре, таҙа һыу, таш, магнит конструктор, балалар һанына ҡарап алъяпкыстар, икешәр стакан, тәрилкәләр һәм губкалар.
Һаумыһығыҙ, балалар , мин бөгөн һеҙгә үҙем менән эйәртеп ҡунаҡ алып килдем.
Ҡара әле, ҡарасы – ҡунаҡҡа килгән Тамсы
Үҙе бәләкәс кенә, үҙе көләкәс кенә.
Иртәнсәк балалар баҡсаһына килгәндә, минең ҡаршыма Тамсы йүгереп килде. Илай-илай миңә үҙенең ҡайғыһын һөйләне.
- Тамсы: Һеҙ оҙаҡ-оҙаҡ ялда булдығыҙ, ә балалар ҡайтыр алдынан кранды ябырға онотоп ҡайтҡандар, шунан бөтә тамсыҡайҙар ағып китеп бөткәндәр ҙә ҡуйғандар.
- Тәрбиәсе: Юҡ, беҙҙә ундай балалар юҡсы. Беҙ һыуҙы буштан-бушҡа ағыҙмайбыҙ, һыуҙы һаҡсыл тотонабыҙ. Шулаймы, балалар?
- Тамсы ҡыуанып китте лә, бер аҙға беҙҙә ҡалырға булды.
- Тамсы: Мин һеҙҙең менән әҙерәк уйнап алайым, үҙем менән яҡшылап таныштырайым.
- Тәрбиәсе: Балалар, ә һыу һеҙгә ҡайҙа тап булғаны бар?
- Һыу ҡайҙа икән, тиҙәр
- Ул бөтә ерҙә, тиҙәр
- Күләүектә, диңгеҙҙә,
- Йыуына торған ерҙә,
- Туңһа, боҙбармаҡ була,
- Аҡ томан булып тора,
- Сәйнүктәге сәй була,
- Ҡайнаһа, ул пар була
- Унһыҙ йыуынып булмай,
- Сәй эсеп, ашап булмай,
- Әйтәйем һеҙгә серҙе –
- Һыуһыҙ йәшәү юҡ ерҙә.
- Балалар, ә һыу нимә өсөн кәрәк
- Балала: Һыу эсергә, ҡул йыуырға, ҡойонорға, ҡулдарҙы йыуырға, ашарға бешерергә, кер йыуырға.
- Тәрбиәсе: Баҡсалағы үҫемлектәргә һыу ни өсөн кәрәк? Ә балыҡтарға?
- Балалар, һыуҙың үҙенсәлектәре менән яҡындан танышыу өсөн беҙгә махсус лабораторияға эләгергә кәрәк. Тик унда нисек эләгергә икән? (Транспорт төрҙәре төшөрөлгән карточкалар күрһәтә)
- Балалар Машина, самолет, поезд, автобус, һауа шары.
- Тәрбиәсе: Һыу тураһында һүҙ булғас, кәмә менән барайыҡмы әллә? Мин һеҙгә магнит конструкторҙан кәмә эшләргә тәҡдим итәм ( Балалар бергәләп таҡтала кәмә төҙөйҙәр)/
- Хәҙер күҙҙәрҙе йомдоҡ. (Музыка.) Бына беҙ килеп еттек. Был - лаборатория – тәжрибә эшләй торған бүлмә. Лабораторияла эшләгән кешеләр лаборант тип атала. Уларҙың махсус кейемдәре була. Шуларҙы кейеп алғас, тәжрибә эшләй башлайбыҙ.( Балалар алъяпкыстар кейәләр.)
- 1-се тәжрибә “Һыу – шыйыҡса”
- Һеҙҙең алда ике стакан береһе буш, ә икенсеһендә нимә икән. (Һыу) Бер стакандан икенсеһенә һыуҙы ҡоябыҙ, түгелеп китмәһен өсөн икенсе ҡул менән буш стаканды тотоп торабыҙ.Барығыҙҙыҡы ла килеп сыҡтымы Ҡойолдомо Ә ни эшләп һыу бер һауыттан икенсеһенә ҡойола икән Сөнки ул шыйыҡ матдә. Беҙ уны шыйыҡса тип атайбыҙ.
- 2-се тәжрибә “Һыуҙың еҫе юҡ”
- Хәҙер һыуҙы еҫкәп ҡарағыҙ Берәй еҫ сығамы (Юҡ)
- Тимәк, һыуҙың еҫе юҡ.
- 3-сө тәжрибә “Һыуҙың тәме юҡ”
- Хәҙер һыуҙы эсеп ҡарағыҙ. Һыуҙың берәй тәме бармы(Юҡ)
- Тимәк, һыуҙың тәме юҡ.
- 4-се тәжрибә “Һыуҙың төҫө юҡ”
- Иғтибар менән стакандағы һыуға ҡарағыҙ.Уның төҫө бармы?(Юҡ.) Минең алда ике стакан: береһендә һыу, икенсеһендә – һөт. Хәҙер күҙҙәрҙе йомдоҡ.. (Тәрбиәсе ике стаканға ла берәр таш һала). Балалар, мин стакандарға нимә һалдым икән?(Таш.) Ә ни өсөн ул һыуҙа күренә, һөттә күренмәй икән? (Cөнки һыу үтә күренә, ә һөт аҡ төҫтә.)Тимәк, һыуҙың төҫө юҡ.
- Ял минуттары
- Тәрбиәсе: Мин – болот-әсәй булам, һеҙ тамсылар булырһығыҙ.
- Беҙ күңелле тамсылар (бер урында атлайбыҙ)
- Йылмаябыҙ, көләбеҙ (бер-береһенә йылмаялар)
- Ҡояшты сәләмләйбеҙ (Ҡулдарҙы өҫкә күтәреп,сәләмләйбеҙ)
- Ергә лә эйеләбеҙ (Эйеләбеҙ)
- Баҡсаға һыу һибәбеҙ (Һыу һибәбеҙ)
- Малдарҙы эсерәбеҙ ( Малдарҙы эсерәбеҙ)
- Бергәләп һыу инәбеҙ (Йөҙәләр)
- Әсәйгә кире ҡайтабыҙ. (Тәрбиәсе янына йыйылалар)
- Тәрбиәсе: Балалар, ямғыр ҡайҙан килеп сыға икән, нисек уйлайһығыҙ? (Болоттан.) Ә болоттан ямғыр нисек итеп яуа икән? Минең янға килегеҙ. Һеҙҙең алда йомшаҡ губкалар – болоттар, ә тәрилкә – һыу( диңгеҙ, йылға йә океан). Һыуҙан болот үҙенә һыу ала – һыу парға әйләнеп, һауаға күтәрелә һәм болоттар булып йыйыла. Губкаларҙы ҡулға алып, тотоп ҡарағыҙ – улар ҡоро. Хәҙер губкаларҙы тәрилкәләге һыуға манып алабыҙ.(Губкалар ауыр, һыулы булды). Губкаларҙан һыу тамсылай башланы – ямғыр килеп сыҡты. Бына шулай, балалар. болотта тамсылар күбәйеп китһә, улар һыймай башлайҙар ҙа ергә ямғыр булып яуалар. Беҙҙең Тамсы ла шулай итеп беҙгә килеп эләккән дә инде.
- Шулай итеп, беҙ бөгөн тәжрибәләр эшләп, һыуҙың шыйыҡса икәнен, уның еҫе, төҫө, тәме юҡ икәнен, ямғырҙың нисек килеп сыҡҡанын белдек.
- Беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт етте.
- Беҙ,беҙ,беҙ инек
- Беҙ күмәк тамсы инек
- беҙ ямғыр булып яуҙыҡ,
- Үләндәргә һыу ҡойҙоҡ,
- Ергә төшөп, юҡ булдыҡ
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект НОД по речевому развитию в старшей группе с использованием ИКТ на тему: "Путешествие в Весну"
конспект для детей старшей группы составлен как путешествие по остановкам....
Конспект занятия по познавательному развитию в старшей группе ТЕМА: «ПУТЕШЕСТВИЕ ПО ЮГРЕ»
Пробуждение у детей интереса и любви к родному краю....
Презентация к конспекту НОД по познавательному развитию в старшей группе по теме: «Путешествие в страну сказок»
Презентация к конспекту НОД по познавательному развитию в старшей группе по теме: «Путешествие в страну сказок»...
Конспект занятия по познавательному развитию в старшей группе на тему "Путешествие в страну здоровья"
Направление: Познавательно - речевое.Образовательная область: " Познавательное развитие", "Физическое развитие".Цель: формировать валеологическую культуру подрастающего поколения.З...
Конспект НОД по познавательному развитию в старшей группе Тема: «Путешествие в страну дорожных знаков»
Цель: закрепить у детей знания правил дорожного движения, практические навыки поведения на улицах города, умение соблюдать сигналы светофора.Задачи:- ОбразовательныеРасширять знания детей о правилах д...
"Умные капельки" Конспект ООД по познавательному развитию в старшей группе
Формирование у дошкольников знаний о значении воды в жизни человека, о её свойствах, воспитывать желание беречь воду, ведь вода - источник жизни на Земле....
Конспект НОД по речевому развитию в старшей группе с использованием ИКТ на тему: «Путешествие в весну»
Цель: Формирование понятия о временной системе.Задачи:1. Обобщить и систематизировать представления детей о весенних изменениях в природе, уточнение и расширение знаний о весне и ее признаках, в...