сценарий новогоднего праздника в 1 младшей группе на башкирском языке
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Сынгизова Насима Гайнулловна

Беренсе кескәйҙәр төркөмө өсөн

яңы йыл байрамы сценарийы

Тема: «Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙы эҙләй»

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_novyy_god_1_mladshaya_gruppa.docx17.25 КБ

Предварительный просмотр:

Башкортостан Республикаһы муниципаль Хәйбулла районының

3-сө һанлы «Шатлыҡ»   балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы

Муниципальное  бюджетное  дошкольное образовательное учреждение Детский сад №3 «Шатлык» села Акъяр муниципального   района    Хайбуллинский район  Республики Башкортостан

Беренсе кескәйҙәр төркөмө өсөн

яңы йыл байрамы сценарийы

Тема: «Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙы эҙләй»

Төҙөүсе тәрбиәсе:

Сыңғыҙова Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы

Аҡъяр, 2018

Беренсе кескәйҙәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамы сценарийы «Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙы эҙләй»

Байрам барышының алгоритмы

Алып барыусы

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Сәләм, тамашасылар!

Һеҙҙе  ҡаршы ала бөгөн,

Мөләйем «Ҡарлуғас»тар (төркөм исеме)!!

Көйгә балалар сыға, тамашасылар, саҡырылған ҡунаҡтар алдына теҙелеп торалар.

Алып барыусы

Күрәһегеҙме шыршыны?

Матур итеп кейенгән,

Беҙгә ҡалын урмандарҙан,

Ҡәҙерле булып килгән.

Әйҙәгеҙ әле, балалалар, шршыны ҡотлап, үҙебеҙҙең матур шиғырҙарҙы бүләк итәйек.

Шиғырҙар

Алып барыусы

Афарин, әйҙәгеҙ шыршыны ҡотлап йырыбыҙҙы йырлап алайыҡ.

Йыр «Елочка, елочка, заблести огнями...»

Алып барыусы

Афарин, бәләкәстәр! Ниндәйҙер тауыш ишетелә!

Ҡарһылыу инә

Ҡарһылыу

Ау-у-у-у!!! Ҡыш бабай!!!! Хин ҡайҙа-а-а-а?????

Һаумыһығыҙ, балалар һеҙ Ҡыш бабайҙы күрмәнегеҙме?

Балалар

Юҡ

Ҡарһылыу

Беҙ һеҙгә Яңы йыл байрамын үткәрергә юлға сыҡҡан инек, буран башланды! Мин Ҡыш бабайҙы юғалттым. Нимә эшләйем инде хәҙер.... Ҡыш бабайһыҙ байрам да, бүләктәр ҙә булмай инде (көрһөнөп ҡуя).

Алып барыусы

Көрһөнмә, Ҡарһылыу, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ, икенсе Ҡыш бабай табырбыҙ! Әйе бит, балалар!

Балалар

Әйе

Алып барыусы

Беҙгә был эштә Муйнаҡ ярҙам итер! Әйҙәгеҙ Муйнаҡты саҡырайыҡ

Беҙҙең Муйнаҡ шәп, шәп,  

Йүгерә ул шәп, шәп.        

Муйнаҡ, Муйнаҡ, кил, кил

Тиҙерәк ярҙам ит, ит!

Алып барыусы

Муйнаҡ, Ҡыш бабай буранда аҙашып киткән! Ҡыш бабайһыҙ Яңы йыл булмай, беҙгә икенсе Ҡыш бабай кәрәк! Ярҙам ит инде!

Муйнаҡ

Ярай, хәҙер табам!

Алып барыусы

Балалар, әйҙәгеҙ, Муйнаҡ икенсе Ҡыш бабайҙы әҙләгәнсе беҙ һеҙҙең менән бейеп алайыҡ!

Бейеү «У меня, у тебя...»

Шиғырҙар

Муйнаҡ Ҡыш бабай костюмын алып килә

Хәрәкәтле уйын «Ҡыш бабай»

Алып барыусы

Ҡарһылыу, оҡшаймы ошондай Ҡыш бабай?

Ҡарһылыу

Юҡ, ул бит бәләкәй, бүләктәр менән тоғо ла юҡ, һаҡалы ла ысын түгел!

Алып барыусы

Муйнаҡ, бармай бындай Ҡыш бабай! Артабан эҙлә! (Муйнаҡ сығып китә)

Ә беҙ шиғырҙар һөйләп алайыҡ.

Шиғырҙар

Муйнаҡ Гном башлыҡтарын алып килә

Алып барыусы

Рәхмәт, Муйнаҡ, был башлыҡтарҙы мин беләм нимә эшләтергә! (ҡыҙҙарҙың баштарына кейҙерә)

Бейеү «Гномики»

1 вариант

Алып барыусы

Ҡарһылыу, әйҙә ҡыҙҙарҙың берәйһен Ҡыш бабай итәйек тә ҡуяйыҡ!

Ҡарһылыу

Юҡ, миңә үҙемдең Ҡыш бабайым кәрәк! (илай)

Алып барыусы

Муйнаҡ, беҙгә ысын Ҡыш бабайҙы табып алып кил.

2 вариант

Алып барыусы йәки Ҡарһылыу

Юҡ, Муйнаҡ, былай бармай! Ҡыҙҙар Ҡыш бабай булмай инде, беҙгә ысын Ҡыш бабайҙы табып алып кил.

Муйнаҡ өрә-өрә сығып китә

Шиғырҙар

Көйгә Муйнаҡ менән Ҡыш бабай килеп инә. Ҡарһылыу ҡыуана

Ҡыш бабай

Һаумыһығыҙ, балалар!

Бурандарҙа аҙашып,

Тауҙар, урмандар аша

Килеп еттем байрамға!

Аҡыллы, тыңлаулы балаларға

Бүләктәр таратырға!

Алып барыусы

Балалар, әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайҙы сәләмләп йыр йырлап ебәрәйек!

        Йыр «Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай...»

Ҡыш бабай

Афарин, балалар, ә кемдәр миңә шиғыр һөйләп ишеттергеһе килә?

Балалар теләктәре буйынса шиғырҙар һөйләйҙәр

Ҡарһылыу

Ниңә шыршыбыҙ моңһоу әле? Әйҙәгеҙ, уттарын ҡабыҙайыҡ!

Бөтәһе бергә

Шыршы, ҡупшы, матурҡай

Уттарың янһын йондоҙҙай!

Ҡыш бабай

Әйҙәгеҙ, сағыу шыршы әргәһендә бергәләшеп бейеп алайыҡ! Тамашасылар, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Ата-әсәләр менән берлектә флеш-моб

Балалар ултыра

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу

Афарин, матур бейенегеҙ! Һеҙгә шуның өсөн бүләктәр бирәм! Ҡарһылыу, ярҙам ит әле!

Байрам да күңелле үтте, ләкин беҙҙе тағы ла балалар көтә! Һау булығыҙ!

Бөтәһе бергә

Һау булығыҙ!!! Рәхмәт!

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу

Икенсе йылға тиклем! Хушығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий новогоднего праздника в младшей группе «Новогодняя сказка»

Сценарий новогоднего праздника  в младшей группе  «Новогодняя сказка»...

Сценарий новогоднего праздника в младшей группе «Новогоднее приключение у Зимушки в гостях».

Этот материал может быть использован воспитателями  детских садов и родителями для организации новогодних праздников и развлечений для детей дошкольного возраста.Сценарий состоит из стихов,песен,...

сценарий новогоднего праздника для младшей группы детского сада " Новогодний мешок Снегурочки"

Сценарий новогоднего праздника для младшей группы детского сада "Новогодний мешок Снегурочки"...

Сценарий новогоднего праздника для младшей группы "Цыплята на новогоднем балу"

Сценарий новогоднего праздника для младшей группы "Цыплята на новогоднем балу"...

Сценарий новогоднего праздника в младшей группе " Путешествие по новогоднему лесу"

С первых минут представления дети отправляются в путешествие на новогоднем паровозике в лес, где встречают Снегурочку, Снеговика и Деда Мороза. Хороводы, танцы и, конечно, подарки от Деда Мороза остав...

Сценарий новогоднего утренника в старшей группе на башкирском языке.

Разработка новогоднего утренника на башкирском языке.В сценарии стихи, песни на башкирском и русском языках  для новогоднего утренника для детей старшей и подготовительной группы....

Сценарий новогоднего праздника для младшей группы "Чудеса у новогодней ёлочки"

Продолжение цикла праздников с известными детскими персонажами....