Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Көй аҫтында балалар залға инәләр.
классный час (средняя группа)

Назарова Гульназ Минибаевна

Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым”

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8_mart_stsenariy_1.docx25 КБ

Предварительный просмотр:

Әсәйҙәр байрамы  “Әсәкәйем – күҙ нурым”

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

 Ш.Данияр:

Байрам бөгөн, байрам бөгөн

Балалар баҡсаһында.

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр,

баҡсалағы апайҙарҙы

саҡырҙыҡ барыһында!

Х.Азалия:

Яҙ көлә- көлә килә

Гөрләүектәр көлөшә

Бейек тауҙың баштарында

Аҡ ҡайындар серләшә.

Мораҙым:

Тамсы йырын, ҡоштар моңон

Гүзәл яҙ алып килгән

Юлдарына бөрөләнгән

Умырзаялар теҙелгән.

Йыр “Яҙ”(Һаумы, ҡояш)

Алып барыусы: Көндәрҙе йылытып, алһыу  нурҙар һибеүсе ҡояшы, түбәләрҙән тамыусы шаян, көмөш тамсылары менән бергә күңелле яҙ килде! - Ә һеҙ беләһегеҙме һуң, яҙҙың иң тәүге байрамы ниндәй байрам әле?

-Эйе, яҙҙың беренсе байрамы – 8 март. Ул беҙҙең ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ, матур ҡыҙҙарыбыҙҙың байрамы. Беҙ һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Күктәрегеҙ һәр ваҡыт аяҙ, күңелегеҙ тыныс һәм шат булһын!

Б.Эмиль:

Бөгөн әсәйҙәр көнө

Бөгөн ерҙә тантана.

Ҡояш шуға көлә бөгөн

Гөлдәр шуға шатлана.

И.Эмиль:

Минең әсәй бик һәйбәт

Гел көлөп кенә тора

Улым тип әйтеп

Һөйөп, иркәләп тора.

Алып барыусы: Әсәй! Ошо бәләкәй генә һүҙгә күпме наҙ, йылылыҡ һыйған. Улар беҙҙең бәләкәй генә шатлығыбыҙҙы ла ҙур итеп күрә беләләр, бәләкәй генә ҡайғыбыҙҙы ла иң беренсе булып уртаҡлашалар, кисерә беләләр.

Әлфинә:

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр  саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә  төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем. 

Алып барыусы: Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”.  Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. - Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Ильяс: 

Әсәй ул – һауа!

Әсәй ул – яҡты

Әсәй ул – бәхет!

Әсәй ул – йылылыҡ!

Әсәй ул – тыныслыҡ!

Мин әсәйемде яратам!

К.Данияр:

Рәхим ит! – тип ҡаршылайбыҙ,

Яғымлы, ҡояшлы ай.

Бөгөн  әсәйҙәр йөҙөндә

Балҡый ҡояш, балҡый ай.

Аяз:

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

Һәр саҡ хөрмәт итәбеҙ

Байрам һайын беҙ уларға

Йырҙар бүләк итәбеҙ

Йыр “әсәйем”

Самира:                                                                                  Сабрина:

1-се бала:        Иртән һөйөп уята,                         

                Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

                Көләс йөҙлө әсәйем.

                Ҡаршы ала йылмайып,

Ашы, сәйе өҫтәлдә.

Өйҙө матурлап ҡуя

Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.

Индира:

2-се бала:        Әсәйҙәр берәү генә,

                Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һәр эштә ярҙамлашып,

Күрәйек күңелдәрен.

3-сө бала:        Бик матур минең ҡурсағым,

                Әсәйемә оҡшаған.

Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.

Ҡурсағым да, әсәйем дә,

Икеһе лә йоҡлаған.

Эльвина:

4-се бала:         Әсәйем эштән ҡайтыуға

                Иҙәнде йыуып ҡуям.

                Ҡасан ҡайта инде, тиеп,

                Һағынып көтөп алам.

Рәзилә:

5-се бала:        Мин бәхетле, бик бәхетле,

                Әсәйем янда һәр саҡ.

                Һин булғанға ғына, әсәй,

                Көндәрем яҡты һәр саҡ.

Алып барыусы:

  • Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән  изге зат – әсәйҙәр.
  • Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

Ю.Ислам;                                                Х.Алмаз:

  •  Әсәйем, күҙ нурым,                         Әсәйем, алтыным,

Йылмая йөҙҙәрең.                         Һин бит иң яҡыным.

Йылытып йөрәкте                         Үҙеңә гел тарта

Нур һибә күҙҙәрең.                         Күңелең ялҡыны.

                Алып барыусы: - Ә  хәҙер балалар  башҡарыуында бейеү.

“Гөльнәзирә” бейеүе.

Залға йүгереп Фиксик Симка килеп инә.

Фиксик Симка: Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Яҙҙың беренсе байрамы менән.Ә тышта һаман да һыуыҡ уф өшөнөм.

Алып барыусы: - Һипкелкәй ә һин ҡайҙан киләһең?

Фиксик Симка:: Ҡайҙан, ҡайҙан. Яҙһылыуҙы мин эҙләйем.Димычҡа ярҙам итер кәрәк бит,ул яҙҙы көтә.Бына бында күңелле тауыштар ишеттем дә килеп индем. - Ә-ә-ә.(Илай)

Алып барыусы:  - Нимә булып китте, нимәгә илайһың һуң.

Фиксик Симка:: Нимә-нимә,Яҙһылыуҙы тиҙерәк тапҡым килә.

Алып барыусы: - Юҡҡа илама Фиксик,оҙаҡламай беҙҙең шат йырҙарҙы, дәртле бейеүҙәребеҙҙе ишетеп Яҙһылыу үҙе лә килеп етер.Бөгөн бит әсәйҙәрҙең генә байрамы түгел,тағы ла кемдәрҙең байрамы әле балалар?Симка бәлки һин беләһеңдер?

Бергә: - Апайҙарҙың,ҡыҙҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең байрамы.

Алып барыусы: - Балалар әйҙәгеҙ өләсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлап үтәйек.

Мораҙым:

Өләсәйҙе яратам мин

Әсәйемдең әсәһен

Әллә ҡайҙан белеп торам

Ҡунаҡҡа киләсәген

Ш.Данияр:

Өләсәйем килеп инһә

Хатта гөлдәр көлөшә

Хуш киләһең, әйҙүк тием

Гүйә хәлен белешә

Ярослав:

Кто растит цветочки?
Самые красивые
Свяжет кто носочки?
Бабушка, бабушка,
Бабушка моя.
Бабушка, бабушка,
С праздником тебя!

Йыр “Бабушка моя”

Фиксик Симка:: Матур йырланығыҙ , өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар ҙа беләһегеҙ.Ә мин бына бер уйын беләм. Минең менән уйнайһығыҙмы? Бына мин тышта һыуыҡ булһа үҙемә оҡшаған яғымлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрһәм йылынып китәм, әйҙәгеҙ беҙҙә күңелдәрҙе күтәреп уйнап алайыҡ. Бының өсөн түңәрәккә тороғоҙ. (Балалар түңәрәккә торалар) ошо тупты бер-беребеҙгә биреп әсәйҙәргә һәм өләсәйҙәргә яғымлы һүҙҙәр әйтәйек.

Уйын “Күңелдәрҙе күтәрәйек”

Фиксик Симка:Уйыным оҡшанымы?

Алып барыусы: -Рәхмәт һиңә Фиксик, күңелле булып китте. Бәлки һин беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙҙы ла уйнатып алырһың?

Фиксик Симка::Мин тик риза ғына.Уйнарға яратам мин.Бына һәр бер бала бутҡа ярата бит инде, Мин дә бутҡа яратам,әсәйҙәр беҙҙең яраталармы икән? Уйын өсөн өс бала залға әсәләрен алып сығалар.

Уйын “Золушка”

(Әсәйҙәрҙең күҙҙәрен ябабыҙ,улар йомоҡ күҙҙәр менән тәрилкәләге ярмаларҙы тотоп ҡына уны танып әйтергә тейештәр)

Алып барыусы:

Эй, һылыу ҙа буйҙары

Серлелә ҡараштары

 Улар бейей башлаһалар

 Китер иҫ-хуштарығыҙ.

Бейеү “Моряктар”

Алып барыусы:

Ниндәй рәхәт байрам көндә

Ҡояштай балҡый бүлмә

Күбәләктәй осоп ҡына

Бейейбеҙ бергә-бергә.

(Өй тора,тауыш ишетелә)

Яҙһылыу: Уянам,уянам

Киләм һеҙгә балалар. (Өйҙән сыға)

Яҙһылыу.  Һаумыһығыҙ балалар,хәйерле көн ҡунаҡтар.Бына мин дә килеп еттем,йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән,алып килдем мин ҡояштың,яҙҙың тәүге сәләмен.

Балалар.Һаумы Яҙһылыу!

Алып барыусы: -Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу.Беҙ һие һағынып көттөк.

Фиксик Симка:Ура –ура бына ул минең Яҙ апайым да килеп етте.Ә һин килгәнсе беҙ балалар менән күңелле уйындар уйнаныҡ,матур йырҙар йырланыҡ,шат бейеүҙәр бейенек.Улар шундай уңған балалар.Минең Димыч ағайым хәҙер ҡыуанып китә инде.
Яҙһылыу.Залда шундай күңелле, яҡты Байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Балалар,әйҙәгеҙ байрам бүләге итеп яҙҙың тәүге сәскәләрен әсәйҙәргә бүләк итәйек .

Бүләк бирәләр.
(балалар ултыралар)

Алып барыусы:

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын

Юлдаш булһын ҙур – ҙур уңыштар

Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар

Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Йыр “Мамочка милая”

Яҙһылыу.Матур итеп йырланығыҙ бәлки минең менән бергәләп уйнап күңел асып алырһығыҙ.Яҙ ул бөтә тәбиғәт уяна,ҡарҙар ирей,ағастар бөрөләнә башлай,һуңынан инде сәскәләр ата эйеме балалар.Сәскәләр яһап уйнап алайыҡ.

Алып барыусы: Рәхмәт һиңә Яҙһылыу.

Фиксик Симка:: Уйының бигерәк матур булды,балаларға ла оҡшағандыр?

Фиксик Симка:Рәхмәт һеҙгә балалар ,миңә һеҙҙең менән күңелле булды , Яҙ апай әйҙә тиҙерәк, минең Димыч ағайым да һине ныҡ һағынып көтә,әйҙә ҡабаланайыҡ.Һаубулығыҙ.

Алып барыусы:Рәхмәт һеҙгә үҙегеҙгә, байрамға яҙҙы алып килгәнгә.Хәйерле юл һеҙгә.Һаубулығыҙ!

Данила:                                      

Мне мама приносит

Игрушки, конфеты

Но маму люблю я

Совсем не за это.

Веселые песни

Она напевает

Нам скучно вдвоем

Никогда не бывает

Сафия:

Нет мамы на свете

Прекрасней моей

Желаю ей ласковых

Солнечных дней

Любьви и здоровья

Весны и тепла

Хочу чтоб всегда ты

Со мною была!

Рамзиль:

Много мам на белом свете

Всей душой их любят дети

Только мама есть одна

Всех дороже мне она

Кто она? Отвечу я

Это мамочка моя!

Реваль:

Кто на свете всех милее

И теплом своим согреет,

Любит больше, чем себя?

Это мамочка моя.

Сабина:

Улыбки подарим

Сегодня всем вам

На празднике вашем

Понравится вам.

А.Алмас:

Пришли поздравить мам,

И прекрасных юных дам.

С ними бабушек в придачу

Ой, от счастья уже плачу!

С.Тимур:

Воспитательниц своих

Поздравляю дорогих

Счатья всем вам дорогие

Дамы милые родные!

Адиля:

Это праздник – не простой

И не даром, он весной

Ведь весной сугробы тают

Цветы- ярко расцветают

Птички весело летают

8 марта – поздравляют!

Алып барыусы: Байрам булғас, беҙ ҙә ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлап байрам бүләге тапшырайыҡ.

(Ҡыҙҙарға бүләкәтәр биреү)

Алып барыусы:

  • Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән?  Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан  әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.

Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү”  (әсәйҙәр менән бергә)

  • Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).

Алып барыусы:

  • Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға  яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!

“Бишек йыры”  (әсәй башҡара)

Алып барыусы:

  • Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй  мәҡәлдәр беләһегеҙ?  Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.

Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.

Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.

Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

  • Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.  
  • беҙҙең   Азалия, Рамина әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Ф. Азалия:Әсәйемдең ҡулы алтын,

Тәмле аштар бешерә.

Энә алһа ҡулдарына

Матур кейемдәр тегә.

Рамина:

Пусть всегда сияют

Мамины глаза

Не уйдет улыбка

Не блеснет слеза.оставайся дальше

Ты всегда такой

Ласковой, красивой

Милой и родной!

Алып барыусы:  - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелдәрегеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ! Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Чудесные места нашей страны "Тында - мой город"

История, геральдика города. Хронология строительства столицы БАМа....

Непосредственно-образовательная деятельность. Социализация. Мой город Тында.

Интеграция образовательных областей: коммуникация, музыка, физическая культура, социализация, чтение художественной литературы.Цель: закрепить и расширить знания детей о родном городе; уточнить знания...

Бәлә аяҡ аҫтында ғына

информация для родителей...

Тема проекта «Тында, вчера и сегодня»

Формирование представления об истории своего города....

Балалар баҡсаһында "Яҙ байрамы"

Уртансылар төркөмөндә яҙ байрамы....

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ (балалар баҡсаһында)

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яраткан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы – Һабантуй –менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!".

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!"....