уйын “ӘТӘСКӘЙ”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл uyyn_tsky.docx13.61 КБ

Предварительный просмотр:

“Әтәскәй”

Маҡсат: балаларҙың телмәр әүҙемлеген үҫтереү, әтәс тураһында белемдәрен киңәйтеү, яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәр: кикерек, алһыу, ҡыҙыл, алҡа.

УЙЫН БАРЫШЫ

Әтәс һүрәтен ҡарау.

  - Был әтәс. Уның кикереге ҡыҙыл, ҡойроғо матур. Аҫҡа һәленеп торған кикереге алҡаларға оҡшаған, ал-ҡыҙыл төҫтә.

Тәрбиәсе һәм балалар түңәрәккә теҙелеп ултырғыстарға ултыралар. Тәрбиәсе әтәс кикерегенә оҡшаған ҡыҙыл башлыҡ күрһәтә.

  • Был ниндәй башлыҡ? Эйе, әтәстеке. Әйҙәгеҙ уның менән уйнайыҡ. Һанашмаҡ әйтеп әтәсте билдәләйек.

Тәрбиәсе һанашмаҡ әйтеп әтәсте билдәләй, башына ҡыҙыл башлыҡты кейҙерә, уртаға ултырта, әтәс булып ҡысҡырыуын һорай. Бала “Кикирикүк!” тип ҡысҡыра.

Артабан тәрбиәсе шиғри юлдарҙы һамаҡлай.

- Әтәскәй, әтәскәй!

Алтын тараҡ әтәскәй!

Кикерегең ҡыҙыл ғына,

Алҡаларың алһыу ғына.

Иртә менән тораһың,

Ныҡ итеп ҡысҡыраһың!

Балаларҙы уятаһың!

Әллә шулай итеп йырлайһың!

Тәрбиәсе: “Тағы әтәс булып ҡысҡырып күрһәт әле” тип баланы ҡабат ҡысҡырта ла икенсе әтәс һайлай. Уйын бер нисә ҡат уйнала.

  • Беҙҙең әтәстәр ныҡ итеп ҡысҡырҙы. Балаларҙы йоҡонан уятты. Шәп әтәстәр булдылар!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын“ТОЛПАР АТ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын "ПОЕЗД"

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын “ҺӨҘГӘК КӘЗӘ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ҠОЙМАҠ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын «АҠЛАНДА»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...