Уйын “ҺӨҘГӘК КӘЗӘ”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин. 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hozgk_kz.docx15.45 КБ

Предварительный просмотр:

“Һөҙгәк кәзә”

        

Маҡсат: шиғырҙы тыңлап аңларға өйрәтеү, телмәр байлығын арттырыу.

УЙЫН БАРЫШЫ

Кәґә һүрәтен иғтибарлы ҡарау.

-Кәзәнең мөгөҙҙәре, һаҡалы, ҡойроғо бар. Ул үлән менән туҡлана. Кәзәнең шаян, шуҡ бәрәстәре була. Улар һикерешеп, һөҙөшөп уйнарға яраталар.

Балалар кәзә һүрәтен иғтибарлап ҡарағандан һуң тәрбиәсе  уйын тәҡдим итә.

Тәрбиәсе балалар ҡаршыһына баҫа. Сыңарсай һәм һуҡ бармаҡтарын тырпайтып һамаҡлай.

Уҫал кәзә елеп килә,

Һөҙгәк кәзә етеп килә.

Тояҡтары: тып-тып,

Күҙкәйҙәре мут-ут!

“Кемдәр бутҡа ашамай,

Кемдәр һөттәрен эсмәй,

Кемдәр көндөҙ йоҡламай,

Мин уларҙы һөҙәм!”-ти.

 “Һөҙәм!”-ти.

Балалар ҡаса, тәрбиәсе уларҙы баҫтыра. Кем тотола, артабан шул кәзә ролен башҡара. Балалар күмәкләп һамаҡлай.

- Беҙҙең балалар кәзә бәрәстәре кеүек шаярышып уйнанылар. Бәрәстәрен ҡыҙғанып, кәзә кескәй балаларҙы һөҙөргә мөмкин. Шуға күрә кәзәгә яҡын барырға ярамай.



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ӘТӘСКӘЙ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын“ТОЛПАР АТ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын "ПОЕЗД"

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ҠОЙМАҠ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын «АҠЛАНДА»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...