Уйын“ТОЛПАР АТ”
план-конспект занятия (младшая группа) по теме
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.
Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.
Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.
Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.
Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
uyyn.docx | 14.65 КБ |
Предварительный просмотр:
“Толпар ат”
Маҡсат: телмәр үҫтереү, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу.
Яңы һүҙҙәр һәм фразалар: ялдары елберҙәй, толпар ат, ҡойроҡ, ял, ат саба.
УЙЫН БАРЫШЫ
Һүрәт ҡарау
- Бына ат. Шәп атты толпар тиҙәр. Бына уның ҡойроғо, ялы. Хужалары толпар атты һыуҙа йыуындырып, ялын тарап ҡына йөрөтә.
Балалар бер-бер артлы баҫалар ҙа сабып барыусы атты һынландыралар. Тәрбиәсе бөтә балалар ҙа күрерлек урынға баҫа, балалар менән бергә һамаҡлай, түңәрәк буйлап йүгән тотоп сапҡан һымаҡ йөрөйҙәр.
Топ-топ, топ-топ!
Сабып бара шәп аттар!
Йылға аша, тау аша
Алыҫ-алыҫ-алыҫҡа!
Алып кит һин, толпар ат,
Беҙҙең бәләкәстәрҙе.
Урман-ҡырҙар буйлатып
Күктәргә лә осоп мен.
Эй саба толпар аттар,
Ҡойроҡтары елберҙәй,
Ялдары елгә уйнай,
Тояҡтары тупылдай!
Топ-топ, топ-топ!
Бына аттар арыны,
Елеп килеп туҡтаны. Тр-р-р!
Балалар сабып йөрөйҙәр, «Тр-р-р!» тип әйтеп туҡтайҙар.
- Беҙҙең толпар аттар бик шәп саптылар. Афарин!