Уйын «АҠЛАНДА»
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин. 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл aklanda.docx15.96 КБ

Предварительный просмотр:

«Аҡланда»

        

Маҡсат: балаларҙа зиһен үҫтереү, һүҙҙәр йөкмәткеһенә ярашлы хәрәкәтләнергә өйрәтеү.

УЙЫН БАРЫШЫ

Ҡояшлы көн һүрәтен ҡарайҙар. Тәрбиәсе ҡояшҡа кемдәр һәм нимәләр ҡыуаныуы тураһында һорай.

  • Ҡояшлы көндә йылы була. Бөтә кешеләр, йәнлектәр, үҫемлектәр, бөтә донья йәнләнә. Ҡояш байыһа бөтә донъя йоҡоға тала.
  • Беҙ хәҙер ҡояшты саҡырып-һамаҡлап, бөжәктәр, күбәләктәр, йәнлек-ҡоштар кеүек хәрәкәтләнәбеҙ: ”осабыҙ”, һикерәбеҙ, йүгерәбеҙ. Һамаҡ бөтһә туҡтайбыҙ – йоҡоға талабыҙ.

Ҡояш апай, ҡояшҡай,

Тәҙәрәгә ҡарасы!

Ҡояш апай, ҡояшҡай,  

Беҙгә берҙе йылмайсы!

Ҡояш апай, ҡояшҡай,

Болоттарҙан күренсе!

Ҡояш апай, ҡояшҡай,

Зәңгәр күктә йөҙһәңсе!

Ҡояш апай, ҡояшҡай,

Һине көтә балалар!

Ҡояш апай, ҡояшҡай,

Һине көтә кескәйҙәр!

Ямғыр апай, туҡтасы!

Балаларҙы һыулама!

Беҙҙең кескәй балалар

Болондарҙа уйнайҙар.

 

Уйын бер нисә ҡат уйнала. Балаларға битлектәр, таждар, башлыҡтар кейҙерергә, уларҙы төркөмдәргә бүлергә мөмкин.

  • Балалар ҡояшҡа ҡыуанып уйнанылар. Кисен ҡояш байыһа, бөтә тәбиғәт ял итә. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә ултырғыстарға ултырып ял итәйек.