уйын “ҠОЙМАҠ”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.
Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.
Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.
Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.
Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
koymak.docx | 15.63 КБ |
Предварительный просмотр:
“Ҡоймаҡ”
Маҡсат: телмәрҙе тыңлап аңларға, һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү, ритм һиҙгерлеге үҫтереү, тирә йүнгә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.
Яңы һүҙҙәр: ҡоймаҡ, ҡунаҡ, күңелле.
УЙЫН БАРЫШЫ
Инеш әңгәмә.
- Балалар, һеҙҙең ҡунаҡҡа бағанығыҙ бармы? Ҡунаҡта һеҙҙе нимә менән һыйланылар? Ҡунаҡ саҡырһа, әсәйегеҙ нимә бешерә? Тыуған көнөгөҙҙә дуҫтарығыҙҙы ҡунаҡҡа саҡыраһығыҙмы? Бына Мәҙинә ҡоймаҡ бешергән һәм ҡунаҡ дуҫтарын ҡоймаҡ менән һыйлаған.
Балалар ярым түңәрәк яһап ултырғыстарға ултыра. Шиғырҙың йөкмәткеһенә ярашлы ҡул сабалар, ҡул болғап саҡыралар, бармаҡтарҙы торғоҙоп һанайҙар.
Мәҙинә ҡоймаҡ бешерҙе,
Дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Наҙгөл, һин кил!
Айгөл, һин кил!
Алмас, Сәлимә,
Айҙар ҙа кил!
Зифаға – ҡоймаҡ!
Илмир менән Гөлшатҡа,
Илшатҡа ла ҡоймаҡ бар!
Күңелле булды ҡунаҡта!
- Ҡунаҡтар ҡоймаҡҡа туйҙы, рәхмәт әйтте. Һау булығыҙ, ҡунаҡтар! Иртәгә тағы килегеҙ.
Уйын ике-өс ҡат уйнала.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...
уйын “ӘТӘСКӘЙ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...
Уйын“ТОЛПАР АТ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...
ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...
Уйын "ПОЕЗД"
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...
Уйын “ҺӨҘГӘК КӘЗӘ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...
Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.
Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.Маҡсат. Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарламдар тәгәрәтеп, уларҙы йәлпәштерергә өйрәтеү. 1.Ойоштороу.- Был ҡурсаҡтың исеме Мәҙинә. Уның тураһында һеҙ...